Национальный идеал в образовании России 19 века

  • Вид работы:
    Дипломная (ВКР)
  • Предмет:
    Педагогика
  • Язык:
    Русский
    ,
    Формат файла:
    MS Word
    75,90 kb
  • Опубликовано:
    2008-12-09
Вы можете узнать стоимость помощи в написании студенческой работы.
Помощь в написании работы, которую точно примут!

Национальный идеал в образовании России 19 века

Әминә Яхина

ПАРИЖДА ЛА БУЛДЫҠ

БЕҘ…

ПЬЕСАЛАР, ХИКӘЙӘЛӘР

УДК 821.512.141. - 02

ББК  84 (2 Рос=Баш) -4











Яхина Ә.  Парижда ла булдыҡ беґПьесалар, хикәйәләр – БР ДУП «Сибай ҡала типографияһы»  2012. – 241б.








©Яхина Ә, 2012

ИНЕШ ҺҮҘ

Әминә Яхина менән тормош юлдарыбыҙ инде күптән йәнәшә бара. Баймаҡта эшләгән йылдар-ҙан таныш ул миңә: улы Фәнилде уҡыттым. Тик элек инженер Әминәнең драматург булып китеүе тураһында уй башҡа ла инеп сыҡмағайны. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Үҙенсәлекле ижадсы драматургияға “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” әҫәре менән килеп инде.

Нисек уянды был һәләт? Башҡалар бит өйрәнә, махсус уҡыу йортон тамамлай…

- Тәүге пьесаларым драматургия ҡанундарын белмәйенсә, һиҙемләүгә генә таянып яҙылды. Ижадсы булып китеүемдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры бик ҙур роль уйнаны. “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” тигән тәүге мелодрама буйынса эшләгәндә һәм аҙаҡтан да артистар, режиссерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттем. Улар драматургия ҡанундарын өйрәтте. Сәхнә - фекерҙәштәр, тәнҡитселәр, кәңәшселәр һәм башҡа төрлө сәнғәт һөйөүселәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү урыны ул.

Драматургия - әҙәбиәттең иң ауыр, яҙыусынан ниндәйҙер айырым сифаттар талап иткән жанры. Драма әҫәре оҙайлы юлдар үтеп, бик күп белгестәрҙең тынғыһыҙ, ныҡышмалы хеҙмәте һалынғандан һуң ғына спектаклгә әүерелеп, тамашасы хөкөменә тапшырыла, - ти Әминә Миңлеғол ҡыҙы.

Талантлы сәнғәт эшмәкәрҙәренең күңел нуры менән һуғарылған әҫәр, ғәҙәттә, ҡойондай өйөрөлтөп, үҙ эсенә алып инә. Әминә Яхинаның драмалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҙә нәҡ шулай. Тәүге күренештән үк ваҡиғалар өйөрмәһе тамашасыны үҙенә арбай. Халыҡ геройҙар менән бергә ҡайғыра башлай. Нескә күңеллеләр илап та ала, яуызлыҡты күреп нәфрәтләнә, ҡыуаныстан көлөп ебәрә, кемделер яҡлай, кемделер хөкөм итә.

Бөгөнгө драматургия, башҡорт әҙәбиәте тураһында әңгәмәбеҙ бик оҙаҡ дауам итте, икебеҙҙе лә әҙәби ижад тураһында уйландырҙы. Бөтә донъя кимәлендәге әҙәбиәтте, шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәтен дә, аңлар өсөн әҙәби мөхит кәрәк. Яҙыусы ижади яҡтан һәм шәхес булараҡ бер туҡтауһыҙ үҫергә тейеш. Элекке яҙыусыларҙың әҙәби мөхите тураһында уҡып, уларҙың ниндәй берҙәм, дуҫ, татыу хеҙмәттәшлек иткәненә хайран ҡалаһың. Баш ҡаланан, ҡәләмдәштәрҙән йыраҡта йәшәү үҙен һиҙҙерә, үҫергә ҡамасаулай. Әминәнең үҙенә һәм ижадына юғары талап ҡуйыуы оҡшаны.

- Драматург төрлө яҡлап үҫешкән, бигерәк тә замандың йәшәйеш ҡанундарын яҡшы үҙләштергән, уны күңеле менән тоя белгән, ғилемгә ынтылған, башҡаларға әйтер һүҙе булған эҙәрмән булғанда ғына пьеса яҙа ала. Драматургтан тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш талап ителә. Еңел-елпе һығымталар түгел, ә кисергәнешле ваҡиғалар аша образ асыла. Тағы ла драматургтың логик фекерләү ҡеүәһенең үҫешкән булыуы мөһим. Йәнә әҫәрҙең моңон тоя белергә кәрәк, - ти Әминә.

Тимәк, драматургия ваҡытыңды, донъяңды онотоп мөкиббән булыуҙы талап итә. Беҙҙең театрҙар драма әҫәренә һәр саҡ ҡытлыҡ кисерә, сөнки уны яҙыу анһат эш түгел. Күптәрҙең был жанрға тотонорға баҙнат итмәүе лә аңлашыла.

- Әминә, Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле буйында үткәрелгән драматургтар семинарында ҡатнашҡаның бармы? Унда абруйлы белгестәр, күренекле режиссерҙар драма яҙыу серҙәрен өйрәтә.

- Бер тапҡыр унда ҡатнашыу бәхетенә ирештем. Әлбиттә, Башҡортостан етәкселегенең драматургия хәстәрен үҙ өҫтөнә алыуы яҡшы, - тип ҡәләмдәшем бер аҙ уйланып алды. -  Тик драматургияла бөтә нәмә уҡыу, өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай шул. Минеңсә, пьеса яҙыу тәү сиратта тәбиғи һәләт, хәл-ваҡиғаны тотоп ала белеү оҫталығы кәрәктер. Өйрәнеү-уҡыуҙы инҡар итеүҙән әйтмәйем. Хәҙер Н. Ғәйетбаевтың “Пьеса нисек яҙыла” тигән китабын ҡулымдан төшөрмәйем. Уның характер тыуҙырыуға ҡағылышлы фекерҙәре уйланырға һәм эҙләнергә мәжбүр итте. Автор әйтмешләй, характерҙың нимә икәнлеген аңлағандан һуң минең дә күп геройҙарым үҙ аллы йәшәргә тотондо. Ваҡиғаны үҫтереү,  хәрәкәт, интрига, подтекст, конфликт һәм башҡалар тураһында уйланмайынса, сәхнә әҫәре яҙып булмай.

Ҡәләмдәшем менән ихлас һөйләшеү, яҙған әҫәрҙәр тураһында фекер алышыу  уның шәхесен күҙ алдымда тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Ирекһеҙҙән бынан егерме йылдан ашыу белгән  Әминәне хәҙергеһе менән сағыштырып ҡарайым. Баймаҡ ҡалаһында әҙәби түңәрәккә етәкселек итәм. Зәйнәб Биишеваның һикһән йәшлек юбилей кисәһен үткәрергә әҙерләнәбеҙ. “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөктәр сәхнәләштерәбеҙ. Ололар роленә ата-әсәләрҙе лә саҡырҙыҡ. Шул саҡтарҙа Әминәнең тулыһынса образға инеп уйнауы әле лә иҫемдә. Йөрәгендә драматургияға ҡарата тәрән һөйөү һаҡлаған буласаҡ драматург йөрөгән икән эргәбеҙҙә.

Йондоҙҙай атылып инде ул драматургияға. Күкрәгенә йыйып йөрөгән-йөрөгән дә, ваҡыты еткәс, күңел хазинаһын кешеләргә илткән. Ул былай булды.

Баймаҡ районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге пьесалар конкурсы иғлан иткәйне. Әминәне етем балалар проблемаһы күптән борсой ине. Ошо темаға пьеса яҙып ҡарайым тигән ҡыйыу фекергә килде. “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” тип аталды әҫәре. Ҡәләмдәштәренә уҡып күрһәткәйне, улар Сибай башҡорт дәүләт драма театрына күрһәтергә тәҡдим итте.

 “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”ҙан спектакль сығасаҡ, - тине режиссер, пьесаны уҡып сыҡҡас. - Әҫәр мине уйға һалды, тимәк, тамашасыға оҡшаясаҡ. Драматург  һауала осоп йөрөмәй, ә көнүҙәк, тормошсан проблемалар күтәрә. Автор йәшәйешебеҙҙә осраған хәлдәрҙе художество кимәленә күтәрә алған.

Шулай итеп, эш башланып китә. Әлбиттә, махсус белеме булмаған, ул саҡтарҙа экономист булып эшләп йөрөгән кешенән бер кәмселекһеҙ камил әҫәр көтөү мөмкин түгел. Төрлө ҡараштар, бәхәстәр булғандыр, үҙгәрештәр ҙә индерелгәндер, әммә авторҙың тос фекере, техник хеҙмәткәр булараҡ, сюжетты аныҡ теүәл ҡороуы, фекерҙе үтемле итеп әйтә белеүе С.Әфләтүновҡа оҡшаны. Талапсан, үҙ эшенә ныҡ яуаплы ҡараған режиссерға ул ғына аҙ ине. Шунда Әминә ысынлап та аңланы: һай, еңелдән түгел икән драма яҙыуы, һәр реплика өҫтөндә әллә күпме уйланаһың. Күмәкләп тырышыу бушҡа китмәне – 2000 йылда спектакль Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә сығарылды. Тамашасы әҫәрҙе алҡышлап ҡаршы алды.

Әлеге көндә Әминә Яхина тиҫтәләгән пьеса авторы.“Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, “Аҡҡошом минең”, “Бабайға кәләш кәрәк,” “Еҙ беләҙек” исемле әҫәрҙәре Сибай, Салауат театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуланы. Бик күп әҫәрҙәре халыҡ театры коллективтары күңеленә хуш килеп, сәхнәләрҙә ҡуйылды. Балалар өсөн дә сәхнә әҫәрҙәре ижад итә. Шуның икәүһе  “Сулпан ” балалар театрында йәшәү һулышы алды. Әҙибә проза өлкәһендә лә ҡәләмен һынай. Был йыйынтыҡҡа уның алты хикәйәһе тәҡдим ителде.

Әминә өсөн сикһеҙ шатмын. Уны Ирәндек ҡуйынында осраған аҫылташҡа тиңләр инем. Был аҫылташ әлегә йышылып шымартылмаған, әгәр эшкәртеп ебәрһәң, әллә ниндәй сағыу нурҙар менән балҡыясаҡ.

Лира Яҡшыбаева.

ПЬЕСАЛАР ПАРИЖДА ЛА БУЛДЫҠ БЕҘ…

Драма, ике шаршауґа

(Я. Хамматовтың «Төнъяҡ амурґары» әҫәре буйынса яґылды)

Ҡатнашалар: Ҡаһым

Буранбай

Йәнтүрә

Айһылыу

Илмырҙа

Сажиҙә

Сафия

Булаш

Кутузов

Коновницин

Беннигсен

Фейденберг

Петя

1-се аҡһаҡал

2-се аҡһаҡал

1-се егет

2-се егет

1-се казак

2-се казак

Француз офицеры

Ҡыҙҙар, егеттәр

Беренсе күренеш

Илмырҙа старшинаның йорт алды. Аҡһаҡалдар йәйә бөгә, егеттәр уҡ юна, ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаш, бирсәткә бәйләй. Сажиҙә менән Сафия ҡымыҙ алып инә.

 

Сажиҙә. Йәгеҙ әле, ҡымыҙҙан ауыҙ итегеҙ.

Булаш. Сафия һылыу, ҡымыҙың шундай тәмле. Ә үҙең тағы ла сибәрерәкһең.

Сафия. Мине көтәләр.

Булаш. Ҡаһымды ҡайтмай тиҙәр…

Сафия. Булаш ағай… тиҙерәк…

Булаш. Йәп-йәш көйөңә ирһеҙ ҡатынһың…

Сажиҙә. Килен, ниңә оҙаҡланың? Аҡһаҡалдар ҡымыҙ көтә.

Булаш. Һин тип йән атам, Сафияҡай…

Сафия. Бөркөттө ҡоҙғонға алыштырырғамы?

Булаш. Кем ҡоҙғон?

Ҡыҙҙар. Алдыңмы өлөшөңдө! Кеше өлөшөнә мороноңдо һуҙма, йәме? (Барыһы ла көлә.)

 

Илмырҙа инә.

 

Илмырҙа. Булаш, был ағас һуғыш уғы өсөн эшкинмәй.

Булаш. Нисек эшкинмәй?

Илмырҙа. Һунар өсөн бара, ә бына һуғыш өсөн ярамай.

Булаш. Имән дә ярамағас, ни эшләргә?

Илмырҙа. Йүкәнән эшләргә кәрәк! Бына күрәһеңме (икенсе егеткә күрһәтә, йәйәне ала, тартып ҡарай).

Илмырҙа. Бына был һәйбәт эшләнгән. Үҙегеҙ эшләнегеҙме?

1-се аҡһаҡал. Беҙҙән башҡа кем булһын.

Илмырҙа. Һәйбәт. (Йәйәне алып уҡ ҡуя, атып ебәрә.)

Булаш. Оҫта икәнһең, старшина.

Егеттәр теҙелеп уҡ аталар.

Булаш. Старшинаға еткереп булманы.

Илмырҙа. Көн һайын сәп атһағыҙ, оҫтарырһығыҙ.

Югереп бер егет инә.

 

1-се егет. Кантондан килгән сапҡынға тап килдек, беҙгә түрә килә.

Илмырҙа. Ниндәй түрә?

1-се егет. Губернатор үҙе ебәргән, улар инде ауылға етеп килә тей.

Илмырҙа. Булаш, йүгер әле, ысын микән?

 

Булаш сыға.

Илмырҙа. Йә әсәһе, аш-һыуыңды әҙерлә. Йә, тиҙерәк ҡыймылдағыҙ. Аҡһаҡалдар, яҡыныраҡ килегеҙ .

1-се аҡһаҡал. Бәрәкәт, бәрәкәт.

 

Югереп Булаш инә.

 

Булаш. Киләләр! Түрә ҡырандаслы атта, биш һыбайлы казак оҙатып килә.

1-се аҡһаҡал. Ниндәйерәк түрә икән? Ишетмәнегеҙме?

Илмырҙа. Әсәһе, аш-һыуыңды йәһәтлә!

Сажиҙә. Хәҙер, атаһы.

Илмырҙа. Йә, ниңә аңшайып ҡаттығыҙ. Сеү, бынан!

 

Сафия менән Сажиҙә китә. Ҡаһым инә, ул офицер кейемендә, бакенбард, һаҡал үҫтергән.

 

Илмырҙа. Здравия желаем, ваше высо… (Ҡаһымға текләп һүҙһеҙ ҡала.)

Ҡаһым. Һаумыһығыҙ ҡәҙерле аҡһаҡалдар! Һеҙҙе именлектә күреүемә шатмын.

1-се аҡһаҡал. Ҡара-ҡара, беҙҙеңсә һөйләшә.

Илмырҙа. (Ҡапыл ҡысҡырып ебәрә.) Әсәһе, әсәһе тим, сыҡ әле, сыҡ!

Сажиҙә (битен ҡаплап). Килешмәгәнде, ни булды, атаһы?

Илмырҙа. Улыбыҙ ҡайтты! (Ҡаһымды ҡосаҡлап ала.)

Сажиҙә. Балаҡайым (ҡосаҡлай).

1-се аҡһаҡал. Сит түрә икән тиһәк, үҙебеҙҙең Ҡаһымыбыҙ икән дә…

2-се аҡһаҡал. Һаҡал-мыйыҡ үҫтергәс… танымай ҙа торам. Һаумы, улым.

Булаш. Казак әфицере кейеме ҡалай килешә үҙеңә. Һаумы, ҡустым, үрләткәндәр һине, үрләткәндәр.

1-се аҡһаҡал. Әллә атаһы урынына йорт старшинаһы иткәндәрме?

 

Булаш шарҡылдап көлә.

1-се егет. Урядниктан һораштым, Ҡаһым хәҙер губернатор ярҙамсыһы.

1-се аҡһаҡал. Атаһынан да олораҡ түрә икән.

2-се аҡһаҡал. Ҡаһымыбыҙ түрәләрҙең түрәһе!

1-се аҡһаҡал. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ситкә типмәҫ, арабыҙҙан ошондай түрә сыҡҡас, иншалла, башыбыҙ хур булмаҫ.

Ҡойма аръяғынан Сафия нисектә ирен күрергә ынтыла, тик баҙнат итмәй, улын ебәрә.

 

Ҡаһым. Улым, улым минең (өҫкә күтәрә). Сафия бәғрем (ҡосаҡлай).

Илмырҙа тамаҡ ҡыра. Сафия улын алып китә.

 

1-се аҡһаҡал. Сәфәрҙән ныҡ арып ҡайтҡан кешене мәлһеҙ йонсотмайыҡ. (Китергә ыңғайлай.)

2-се аҡһаҡал. Аҙна-ун көн тораһыңдыр ул?

Ҡаһым. Иртәгә юлға сығабыҙ.

Илмырҙа. Бәй… ниңә бик ашығыс? Таралышмағыҙ, аҡһаҡалдар. Әйҙәгеҙ, табынға рәхим итегеҙ.

1-се аҡһаҡал. Килешер микән…

Ҡаһым. Әйҙәгеҙ, аҡһаҡалдар. Һеҙҙең менән һөйләшәһе, кәңәшләшәһе һүҙҙәр бар.

Ҡаһым. Аҡһаҡалдар, ил өҫтөндә афәт. Француз Рәсәйҙе баҫып алмаҡсы. Бындай хурлыҡлы көндө күргәнсе, үлеүең яҡшы. Батшанан указ килде. Француз яуын кире ҡайтарыу өсөн башҡорт егеттәрен яуға туплар кәрәк.

1-се аҡһаҡал. Ҡаҙнанан ярҙам буламы?

Илмырҙа. Әрмегә китәсәк башҡорт егеттәрен хеҙмәткә алынғандың беренсе көнөнән башлап аҙағына саҡлы ҡоралландырыу, икешәр ат булдырыу һәм уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеү беҙҙең елкәгә һалынған.

Булаш. Әйтеүе генә анһат! Ир-атһыҙ ҡалған бисә-сәсә нисек ярҙам итһен бөтә башҡорт әрмеһенә?

Аҡһаҡалдар бер-береһенә ҡарашалар.

2-се аҡһаҡал. Әрмегә алынасаҡ егеттәргә ҡаҙна булышмаһа, ай-һай, бисә-сәсә һәм ҡарт-ҡоро рәтен апарып сығарырмы икән?

1-се аҡһаҡал. Былай барһа, башҡорттарҙы бөлдөрәләр икән.

2-се аҡһаҡал. Ир-егеттәрҙең дошманды еңеп ҡайтыуына, бала-сағалары ҡырылһын тиҙәр микән?

Ҡаһым. Әлбиттә, һеҙ хаҡлы, аҡһаҡалдар. Бында ҡаласаҡ кешеләргә ҡыйын икәнен аңлайым. Әммә Наполеон ғәскәре Рәсәйҙе талаған ваҡытта, башҡаса ни эшләмәк кәрәк? Батша беҙҙе ярҙамға саҡыра, беҙгә ышана.

Илмырҙа. Аҡһаҡалдар, зинһар ныҡлап уйлашайыҡ. Ватаныбыҙ өсөн үтә яуаплы осорҙа юҡ-бар өсөн шаулашмайыҡ. Франсуздарҙы нисек тә тиҙерәк дөмөктөрөү тураһында уйлайыҡ. Әле һуғышта ҡатнашҡан башҡорт полктары егеттәрен бик маҡтайҙар. Дошман һалдаттарын ныҡ дөмбәҫләйҙәр тей.

1-се аҡһаҡал. Башҡорт исеменә тап төшөрмәгәстәре, бик һәйбәт.

2-се аҡһаҡал. Йәш саҡта беҙ ҙә һынатманыҡ. Рәсәй ере өсөн һуғышта дошмандарҙы әҙ ҡыйратманыҡ.

Илмырҙа. Измаилда төрөктәрҙе лә дөмбәҫләнек, французды ла еңербеҙ, алла бойорһа.

Булаш. Беҙҙең егеттәр махы бирмәҫ. Аҡ батшаға күтәрелгән Бүгәсәү менән Салауат батыр яуы тураһында ла иҫтәренә төшөрөргә ине француздың!

1-се аҡһаҡал. Нимә һин, Булаш, ҡойошҡанға ҡыҫылған тиҙәктәй, ололар һүҙенә ҡыҫылаһың? Әҙәп барҙа иман бар тигәнде оноттоңмо әллә?

Ҡаһым. Әгәр һуғыш бөтһә, батша беҙгә үҙ иркебеҙгә йәшәргә, элгәре һымаҡ күсенеп йөрөргә, күпләп малдар көтөргә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡларға вәғәҙә итә.

Ауыр тынлыҡ.

1-се аҡһаҡал. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрербеҙ. Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуыр өсөн, урыҫ менән башҡорт әүәлдән дуҫ-иш һәм белеш.

2-се аҡһаҡал. Бар хәлебеҙсә ярҙам итербеҙ. Ил төкөрһә - күл булыр.

Сажиҙә менән Сафия сәй ултырта.

 

Булаш. Ауыҙ-морон тигенгә ҡысымаған икән. (Бауырһаҡҡа ынтыла.)

1-се аҡһаҡал. Әҙәпһеҙ икәнһең.

Булаш. Ни эшләйһең, шулай  тыуғанмын (шарҡылдап көлә).

2-се аҡһаҡал. Көлә етә, артынан һөрә етә тигәнде онотма.

Илмырҙа Булашҡа ҡырын ҡараш ташлай.

 

Илмырҙа. Ынтылығыҙ, аҡһаҡалдар.

 

Бер аҙҙан Илмырҙа, аҡһаҡалдар торалар.

Илмырҙа. Һин ял ит, улым.  Беҙ иртәгә яуға китәсәк ир-уҙамандарҙы барлайыҡ.

1-се аҡһаҡал. Эшең изге булһын, улым.

 

Илмырҙа, аҡһаҡалдар сыға.

 

Булаш. Хуш, мырҙам.

 

Булаш сыға. Йүгереп Сафия инә.

 

Сафия. Һөйөклөм минең.

Ҡаһым. Ҡәҙерлем, Сафияҡайым,  һағындым һине (ҡосаҡлашалар).

 

Булаш кире инә.

 

Ҡаһым. Нимә булды?

Булаш. Йомош бар ине.

Ҡаһым. Һуңғараҡ һөйләшербеҙ.

Булаш. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тиҙәр бит, бер нәмәне белгем килә.

Ҡаһым. Нимәне?

Булаш. Полк командирҙарын кем тәғәйенләй?

Ҡаһым. Генерал-губернатор.

Булаш. Ә бер полкта нисә кеше?

Ҡаһым. Биш йөҙ.

Булаш. Дә-ә-ә… Улайһа, мине йөҙ башлығы итеп ҡуйҙырт.

Ҡаһым. Йөҙ башлыҡтары күптән билдәләнгәндәр инде, ағай.

Булаш. Шундай түрә булып, һүҙең дә үтмәйме ни… Эх, һин!

Ҡаһым. Ярай, һөйләшеп ҡарармын.

Булаш. Бына быныһы исмаһам, ирҙәрсә…

 

Булаш йырлай-йырлай сығып китә.

 

Сафия. Бына, еңмеш әҙәм.

 

Илмырҙа инә.

 

Илмырҙа. Әҙәм заты ыңғайына йөрөү, әҙәм затын буйлатыу, минеңсә, оло түрәгә оҡшап етмәҫ. Түрәнең  бушаҡлығын белһәләр, елкәңә атланмаҫ тимә…

Ҡаһым. Ҡапыл ҡаты ҡағылғым килмәне шул, атай…

Илмырҙа. Йә ярай, улым, ял ит.

 

Сафия менән Ҡаһым сыға. Сажиҙә инә.

 

Сажиҙә. Әй балаҡайҙарым, һөйөшөп туйышмаҫ сағығыҙҙа, тағы айырылышаһығыҙ (илап ебәрә).

Илмырҙа. Йә, әсәһе, һыҡма әле балауыҙ.

Сажиҙә. Бәлки Ҡаһымды яуға ебәрмәҫтәр. Кенәз һинең дуҫың бит, һөйләш әле, атаһы.

Илмырҙа. Ҡаһым яҙмышы бүтән кешеләр менән уртаҡ икәнен онотма, әсәһе. Халыҡ ни күрһә, ул да шуны күрәсәк.

 

Ут һүнә.

ИКЕНСЕ күренеш

Һалдаттарҙы оҙатыу пункты. Ығы-зығы көсәйгәндән көсәйә. Ҡыҙыл буҫтауҙан тегелгән сәкмән, күк кәзәкей, аяҡтарына сарыҡ ҡата, баштарына ҡолаҡсын бүрек кейгән башҡорт егеттәре уҡ һаҙаҡтарын аҫып, һуғышҡа китергә йыйына. Уларҙың яндарында ҡатындары, бала-сағалары.

Буранбай, Йәнтүрә, Айһылыу инә.

 

Буранбай. О! Ҡаһым ҡустым! Һаумы.

Ҡаһым. Һаумы, Буранбай ағай.

Буранбай. Башҡорт атлы  полк төҙөлә тигәс, бына егеттәремде алып килдем.

Ҡаһым. Рәхмәт, Буранбай ағай.

Йәнтүрә. Ҡаһым ҡусты. Бисәләрҙе һуғышҡа алалармы?

Ҡаһым. Һуғыш бисәләр эше түгел дә…

Йәнтүрә. Әйттем мин һиңә…

Айһылыу. Ҡалмайым тигәс, ҡалмайым. Башҡорт ҡатындары элек-электән ирҙәре менән бергә яу сапҡан. Атта ирҙәрҙән кәм сапмайым, уҡ атыуҙа ла ҡалышмайым (йәйә тарта, уҡ атылып китә). Йә, күрҙеңме, ҡустым.

Буранбай. Айһылыу булһын да, һүҙен һүҙ итмәҫ тимә.

Йәнтүрә. Балаларҙы кемгә ҡалдыраһың, әсәһе…

Айһылыу. Ҡайным менән ҡәйнәм ҡулына. Уларҙың ризалығын алдым инде.

Йәнтүрә. Ну, бисәкәй…

Айһылыу. Һуғыш яланында яралыларҙы ҡарарға, ирҙәрҙең өҫ-башын йыуырға, тамаҡтарына тәмле аштар бешерергә лә ҡатын-ҡыҙ ҡулы кәрәк түгелме һуң, мырҙам?

Ҡаһым. Күндерҙең, еңгә .

Йәнтүрә. Тәки һүҙеңде һүҙ иттең бит, бисәкәй.

Булаш. Ай-һай, сыҙарһың микән? Беренсе яу ҙа уҡ илап, бәлә һалмаҫ тимә, бисәләрҙе.

Айһылыу. Уныһын ҡарарбыҙ, ҡәйнеш.

 

Сажиҙә инә.

 

Ҡаһым. Бәй, әсәй, һин дә бындамы ни?

Сажиҙә. Иртәнән алып беҙ бында, балаҡайым, бына ошо өшә киҫәген тешлә. Уның ҡалған өлөшөн һандыҡ төбөнә һалып ҡуйырмын. Шул ризыҡ һине тыуған өйөңә кире тартып алып килтерер, алла бойорһа.

Ҡаһым. Әсәй…

Буранбай. Ҡаһым, һине губернатор саҡыра…

 

Ҡаһым китә.

 

Буранбай. Шулай, Сажиҙә апай, улың бик оло түрә. Тиҙҙән уға подполковник исемен бирәсәктәр, тигән һүҙ йөрөй.

Сажиҙә. Имен генә йөрөһөн инде балаҡайым.

 

Илмырҙа инә.

 

Илмырҙа. Бигерәк тынғыһыҙ эшкә егелгән. Шул тиклем ғәскәргә нисек баш булмаҡ кәрәк!

Буранбай. Беҙҙең башҡорт араһынан сығыусы уҡымышлы улың өсөн барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ. Әгәр элек Салауат полковник булһа, хәҙер Ҡаһым… Салауат тоҡомонан.

Илмырҙа. Сеү, Буранбай! Салауат менән Ҡаһымды бутама! Әгәр инде ишетһәләр… башыңдан һыйпамаҫтар.

 

Сафия инә улы менән.

 

Илмырҙа. Килен, ниңә һин бында?

Сафия. Ҡайҙа Ҡаһым?

Ҡаһым инә.

Ҡаһым. Сафия һылыуым, улым Мостафа! Хушығыҙ.

Сафия. Атаһы, үҙең менән мине лә алып кит.

Ҡаһым. Аҡылдан шаштыңмы, йәнем.

Сафия. Айһылыу апай, тағы бер нисә бисә бара бит…

Ҡаһым. Улар икенсе хәл…

Сафия. Минең ҡайһы ерем кәм уларҙан?

Ҡаһым. Тархан ҡыҙы икәнлегеңде онотма! Атайың, ирең киткән дә еткән.

Сафия. Ҡаһым бәғерем, зинһар, үтенеп, ялбарып һорайым, бергә-бергә булайыҡ.

Ҡаһым. Мостафаны ҡарап үҫтер. Яуҙа һинән башҡа ла ҡатын-ҡыҙ етәрлек.

Сафия. Мине яратмайһыңдыр (илай).

Ҡаһым. Йәндән артыҡ күрәм мин һеҙҙе. (Сафия менән Мостафаны ҡосаҡлай.)

Буранбай. Ҡаһым! Тиҙерәк!

Булаш. Егеттәр, теҙелергә!

Илмырҙа. Тәки йөҙ башы иткәндәр быны, аҙағы насар бөтмәһә ярай ҙа.

Ҡаһым. Атай, әсәй хушығыҙ.

Аҡһаҡалдар алға сыға.

1-се аҡһаҡал. Юлығыҙ ҡыҫҡа булһын, эсәһе һыуығыҙ, ашайһы ризығығыҙ тыуған төйәгегеҙгә тартһын.

2-се аҡһаҡал. Аҡ юл һеҙгә, уландар. Башҡорт исемен юғары тотогоҙ, тап төшөрмәгеҙ.

Ҡаһым. Егеттәр, сафтарға теҙелергә.

Буранбай йыр башлай, ҡалғандар ҡушыла.

 

Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы

Салт аяҙ көн булмай туңмай ҙа,

Беҙ китә лә тип үк уйламағыҙ

Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа,

Беҙ китәбеҙ инде, ай үҙебеҙ

Алыҫталыр тыуған илебеҙ.

Беҙ килә лә тип ҡарай-ҡарай,

Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.

Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,

Ҡалманы ла әйтер һүҙегеҙ.

Ҡалһа ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,

Сабырһыҙ ҙа булмаҫ үҙегеҙ.

Сажиҙә. Әй, аллаҡайым, өшәне тешләмәй киттең бит, балаҡайым.

Сафия. Ҡаһым, Ҡаһым йәнем!

Илмырҙа. Юлдарығыҙ изге булһын, уландар.

Ут һүнә.

Өсөнсө күренеш

 

Бородино ауылы эргәһендәге йәйенке ялан. Яй ғына һалмаҡ аҙымдар менән Кутузов инә, уның янында генерал Коновницин, генерал Беннигсен.

 

Кутузов. Бына ул - Бородино яланы. Дошман уны бер нисек тә урап үтмәйәсәк. Бородиноның уң яҡ флангыһында Мәскәү йылғаһы, һул яғында – ҡуйы урман. Ә был ҡалҡыулыҡтан бөтә ер миңә ап-асыҡ күренәсәк, артиллериянан дошманға төбәп атырға мөмкинлек буласаҡ. Фронт алдындағы үҙәктәр һәм йылғалар француздарға маневр яһарға ныҡ ҡамасаулаясаҡ. Левонтий Левонтьевич, императорға яҙырға ҡушҡан хат әҙерме?

Беннигсен. Әҙер. Бына рәхим итеп, ҡулығыҙҙы ҡуйығыҙ, Михаил Илларионович.

Кутузов. Мин әйткәнсә яҙылдымы?

Беннигсен. Айырым үҙгәрештәр индерергә тура килде.

Кутузов. Ни өсөн?

Беннигсен. Хәл иткес һуғыш өсөн һайланған позиция менән риза булмауым тураһында һеҙгә күп тапҡырҙар әйттем, хәҙер ҙә шуны ҡабатларға мәжбүрмен. Үҙ фекеремде императорыбыҙ Александр Павловичкә аҙаҡтан айырым яҙасаҡмын.

Кутузов. Уныһы һеҙҙең ихтиярығыҙҙа. Әммә… әлегә мин ҡушҡанды эшләгеҙ!

Беннигсен китә.

 

Кутузов. Петр Петрович, башҡорт полктары хаҡында нимә ишетелә? Дошманға ҡаршы улар нисек һуғыша?

Коновницин. Батырҙарса һуғышалар, ваша светлость. Бала саҡтан урманда, һаҙлыҡта, далала, тау-таш араларында һыбай йөрөп өйрәнгән башҡорт егеттәре йылғырҙар һәм ҡыйыуҙар.

Кутузов. Эйе, улар ҡыйыу һуғышсылар. Ҡырым һуғышында күп һынаным мин уларҙы… Ҡурҡыуҙың ни икәнлеген белмәүсе үтә ҡыҙыу, дыуамал, һуғышсан халыҡ!

 

Беннигсен инә. Кутузов торбаһын алып тирә яҡты ентекләп ҡарай.

 

Беннигсен. Амурҙарҙы әйтәһегеҙме? Башбаштаҡлыҡ, бола ҡуптарыусы ла улар, Салауат Юлаев тоҡомо…

Коновницин. Аҙаҡҡы ике быуат ваҡыт эсендә  урыҫ мужиктары әҙ бола ҡуптарманымы һуң?

Беннигсен. Улар икенсе хәл.

Коновницин. Улай булһа Емельян Пугачев кем? Ул бит башҡорттар менән урыҫтарҙы байҙарға һәм башҡа чиновниктарға ҡаршы күтәрҙе. Ә хәҙерге көндә башҡорттарҙың да, урыҫтарҙың да бурысы бер  – Бөйөк Рәсәйҙе һаҡларға.

Беннигсен. Бәлки һеҙ хаҡлылыр… Тик Пугачев менән Салауат Юлаев кеүек бола ҡуптарыусыларҙы миҫалға килтереү һәм уларҙан үрнәк алырға тырышыу Рәсәйҙең именлеге өсөн зарарлы икәнен онотмағыҙ…

Кутузов. Йә… ни әйтерһең?

Беннигсен. Ваша светлость, батша исеменә яҙған хат һеҙ теләгәнсә ҡалдырылды.

Кутузов (йөҙө яғымланып). Яҡшы. Уны хәҙер үк Петербургҡа ебәрегеҙ. Обороналағы ғәскәрҙең уң флангыһын көсәйтегеҙ.

Беннигсен. Михаил Илларионович, ундай тәҡдим менән килешмәйем.

Кутузов. Левонтий Левонтьевич, үҙ урынығыҙҙы беләһегеҙме? Бында әллә һеҙме рус ғәскәренең баш командующие?

Беннигсен. Әлбиттә, һеҙ – Михаил Илларионович. Әммә мин, баш штаб началниге булараҡ, уң яҡ флангыны көсәйтеү сәбәбен аңламайым.

Кутузов. Левонтий Левонтьевич, бер ҙә урынһыҙға ҡыҙаһығыҙ. Наполеон Бонапарттың стратегик һәм тантик алымдарын бик яҡшылап өйрәнгәнгә күрә шулай эшләйем мин. Уң флангыла ҡеүәтле көс туплап, Наполеондың һәр һуғышта иң яратҡан ысулын бында ла ҡулланыуҙан мәхрүм итергә теләйем.

Беннигсен. Бәхәсләшмәйем. Уң флангыға ниндәй частәрҙе күсерергә?

Кутузов. Ул хаҡта уйлағыҙ, штабта кәңәшләшегеҙ.

 

Беннигсен китә.

 

  Коновницин. Ниңәлер беҙҙең штаб начальниге башҡорттарға ышанып етмәй.

 Кутузов  Ул ғына түгел, беҙҙең государь батша ла уларҙы ҡоралландырыуҙан ҡурҡа ине (торбанан ҡарай). Француздар ғәскәре уңға күсерелә. Урман сите дошмандың уҡсылары һәм артиллеристәре менән шығырым тулы. Һыңар күҙ менән яңылышамдыр, бәлки? Мә, ҡарағыҙ әле, Петр Петрович.

Коновницин. Ваша светлость, һеҙ хаҡлы. Арығанһығыҙҙыр, Михаил Илларионович, һеҙгә яу алдынан ял итергә кәрәк.

Кутузов. Ял итергә өлгөрөрмөн.

 

Китәләр.

 

Кутузовтың тауышы. Минең ҡәҙерлеләрем,  любезнейшие мои! Хәҙер беҙҙең сират етте. Дошманды еңергә! Бөйөк Рәсәйҙе дошман ҡулына бирмәйек! Француздарҙы ҡыйратайыҡ!

Туп тауыштары көсәйә.  Башҡорт егеттәре сығалар. Улар араһында башҡорт ҡатыны Айһылыу һәм бер нисә ҡатын.

 

Буранбай. Тиҙерәк! Тиҙерәк! Француздарға атырға мөмкинлек бирмәйек. Атығыҙ! Уҡтарығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Йәнтүрә. Рәсәй өсөн! Башҡорттар өсөн!

Айһылыу. Тыуасаҡ балалар өсөн!

Француздар тауышы. Лес амоур с ду норд! Лес амоурду норд!

Буранбай. Танынығыҙмы беҙҙе, яуыз хранцуздар! Мә, алығыҙ өлөшөгөҙҙө!

Йәнтүрә. Полк командирын яраланылар… Булаш, ярҙам ит!

Булаш. Полк командирын? Егеттәр, беҙ башһыҙ тороп ҡалдыҡ. Иҫән саҡта шыяйыҡ бынан…

Буранбай. Ни һөйләйһең һин? Башҡорт исеменә тап төшөрмәнек, бынан һуң да…

Айһылыу. Эх, һин, ҡурҡаҡ! (Полк командирының яраһын бәйләй.)

Булаш. Һуғышҡан урыҫ һуғышһын бында, был уларҙың ере, беҙҙең үҙ ерҙәребеҙ бар.

Йәнтүрә. Тымаһыңмы, юҡмы, әләйһә, атып үлтерәм мин һине…

Буранбай. Ҡыҙма әле, Йәнтүрә.

Булаш. Урыҫ ере өсөн йәнемде бирәсәгем юҡ! (китә)

Йәнтүрә. Йә атып ҡына үлтермәнем… Ҡасты сволочь!

Буранбай. Егеттәр! Уҡ һаҙаҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ. Атакаға! Ура! Ура!

Петя. Молодцы! Ниндәй ҡыйыу башҡорт егеттәре! Ағай, бир әле уғыңды. Мин дә атып ҡарайым…

Петя. Рәхмәт, әгәр иҫән ҡалһаҡ…

 

Шул ваҡыт ҡаты шартлау ишетелә. Буранбай үҙ кәүҙәһе менән Петяны ҡаплай, Йәнтүрә Айһылыуҙы ҡосаҡлай. Бер аҙҙан туп тауыштары тына. Буранбайҙың ҡулынан ҡан аға.

Петя. Ҡан?

Буранбай. Пустәк!

Петя. Һеҙ мине үлемдән ҡотҡарҙығыҙ. Иҫән ҡалыуым менән мин һеҙгә бурыслымын. Минең йәшәгем, бик тә йәшәгем килә.

Буранбай. Вот йүләр! Яҡты донъяла кемдең генә йәшәйһе килмәй икән?

Айһылыу. Ул бит сабыйлыҡтан әле сығып та өлгәрмәгән.

Йәнтүрә. Айһылыу, мин һинең өсөн ҡурҡам. Бәлки ҡайтырһың?

Айһылыу. Юҡ, йәнем, мин һинең менән бергә булырға теләйем. Ни булһа ла бергә күрербеҙ.

Йәнтүрә. Егеттәр! Әллә һуғыш бөттө инде.

Буранбай. Таралышмағыҙ!

Йәнтүрә. Буранбай, рөхсәт ит миңә, югереп кенә барып белешеп киләйем.

Буранбай. Рөхсәт.

Йәнтүрә китә.

 

Буранбай. Һиңә нисә йәш?

Петя. Ун биш.

Буранбай. Ни өсөн һин бында?

Петя. Француздарҙан үс алам. Улар минең атайымды, әсәйемде, һеңлемде үлтерҙеләр. (Илап ебәрә.)

Айһылыу. Ҡәһәр һуҡҡан Наполеон! Аҙмы һиңә үҙ ерең?  Ниңә ҡан  ҡояһың, балаларҙы етем итәһең?

Буранбай. Эх, малайка. Малайка, илама. Мин һине үҙем ул итеп алам.

Йәнтүрә бер французды тотоп алған.

Уның танауында уҡ тора.

 

Йәнтүрә. Әй, бисәкәй, ҡара әле, минең уғым хранцуз танауына нисек эләккәнен?

Айһылыу. Йә, Хоҙай! Нисек ыҙалана меҫкен.

Петя. Ха-ха-ха. Пускай висит на память.

Буранбай. Дошман булһа ла унан көлөү килешмәҫ. Хранцуз танауындығы уҡты киҫеп алырға кәрәк.

Йәнтүрә. Уларға эләкһәң, беҙҙе иркәләрҙәрме икән? Уҡты быстыртмайым!

Айһылыу. Йәнтүрә, ул нисек, ошолай йөрөргә тейешме ни?

Йәнтүрә. Уҡ минеке! Дошмандың бер танауы өсөн ошондай уҡты әрәм итергә хаҡың юҡ! Быстыртмайым тигәс, быстыртмайым!

Буранбай. Үҙеңдеке икәнен ҡайҙан беләһең?

Йәнтүрә. Беләм, беләм шул! Үҙем яһаған уҡты нисек танымаҫҡа. Бына күр,  Айһылыу, кисә генә алмаштырып ҡуйған бөркөт ҡауырһыны шул көйөнсә. (Ҡауырһынды тартып ҡарай. Француз аҡырып ебәрә. Барыһы ла көләләр.)

Француз (Йәнтүрәнең алдына теҙләнә). Лес амоурс ду норд!

Йәнтүрә. Нимә һөйләй ул?

Петя. Аҡса бирәм тей.

Йәнтүрә. Бысағыма миңә уның аҡсаһы! Уғым кәрәк миңә, уғым!

Айһылыу. Йә инде, ярһыма. Француздың танауы аҡтарылып сығасаҡ.

Йәнтүрә. Аҡтарылһын! Уның суҡыш танауы өсөн ошондай уҡты әрәм иттерергәме ни… быстырмайым, тигәс, быстырмайым.

Француз (илай яҙып). Лес амурс ду норд!

Йәнтүрә. Нимә һорай ул?

Петя (көлөп). Ул һинән ғәфү үтенә, язалама мине төнъяҡ амуры тей.

Йәнтүрә. Амур? Төнъяҡ амуры? Мин – Йәнтүрә. Аңлат уға!

Петя. Һеҙҙе француздар шулай ашай.

Буранбай. Төнъяҡ амурҙары? Туҡтағыҙ генерал Ҡотдос һөйләй.

Кутузов тауышы. Любезнейшие мои! Ҡәҙерлеләрем минең! Бородино яланында күрһәткән ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт.

Илебеҙ – бөйөк Рәсәй өсөн йәнегеҙҙе аямай һуғыштығыҙ. Ҡаһарманлығығыҙҙы  халыҡ онотмаҫ.

Һалдаттар. Ура! Ура! Ура!

Буранбай. Егеттәр ишеттегеҙме! Полководец, һай, Кутузов, батыр ир икән, һай, баһадир ир икән.

Ут һүнә.

Дүртенсе күренеш

Алғы планда генерал Коновницин һәм генерал Беннигсен ултыра.

 

Беннигсен. Бөйөк полководец Мәскәүҙе француздар ҡарамағына тапшырҙы. Ниндәй мәсхәрә!

Коновницин. Кемдең хаҡлы, кемдең яңылыш икәнен тарих күрһәтер. Әлегә беҙ армияға төп һәм яңы көстәр көтәбеҙ.

Беннигсен. Ҡырағай башҡорттарҙымы?

Коновницин. Ҡырағай түгел, ә үлемһеҙ башҡорттар.

Беннигсен. Тыумыштан ас-яланғас үҫкән башҡорттарға ҡайҙа ла бер.

Коновницин. Шуға күрә улар беше һәм сыҙамлы.

Беннигсен. Аттары ла меҫкендәр, бесән күрмәй, тибенлектә йөрөп ҡыш уҙғаралар бит!

Коновницин. Нисек кенә булмаһын, улар ҡыйыу халыҡ. Аҡты-ҡараны күрмәй, туп-тура ут эсенә ташланырға әҙер торалар.

Беннигсен. Улар һуғыш һәм өҙлөкһөҙ бола ҡуптарыу өсөн яралған был донъяға! Бола артынан бола ҡуптарыу арҡаһында үҙҙәрен-үҙҙәре бөтөрөп баралар түгелме?

Коновницин. Левонтий Левонтьевич, ни өсөн һеҙ уларҙы шул хәтлем күрә алмайһығыҙ, аңламайым. Ә миңә ҡалһа, уларҙан да саф күңелле, сабыйҙай бер ҡатлы, һәр нәмәгә тиҙ ышаныусан, ҡунаҡсыл халыҡ юҡ.

 

Ҡаһым инә, туҡтап ҡала, уға ихтибар итмәгәндәрен күреп, тамаҡ ҡыра.

 

Беннигсен. Кем унда?

Ҡаһым. Мин – подполковник Мырґашев Ҡаһым, баш командующий штабы саҡыртыуы буйынса.

Коновницин. Ниндәй мәсьәлә буйынса саҡыртылыу-ығыҙҙы беләһегеҙме?

Ҡаһым. Белмәйем, Ваше превосходительство.

Коновницин.  Һуғыш ваҡытында иркенләп ял итергә мөмкинлек юҡ. Хәҙерҙән үк эш башларға тәҡдим итәм. Ҡаршы   түгелһегеҙме?

Ҡаһым. Никак нет, ваше превосходительство.

Беннигсен. Кенәз Волконский тәҡдим иткән башҡорт егетеме?

Коновницин. Кенәз минең дуҫым, насар кешене тәҡдим итмәҫ. Айырым башҡорт корпусы ойошторола. Һеҙҙе унда штаб начальнигы итеп тәғәйенләйәсәкбеҙ.

Ҡаһым. Мине…

Коновницин. Эйе, һине.Ә хәҙер, ҡыҫҡаса, Башҡорт полктарының һуғышҡа әҙерлеге нисек бара?

Ҡаһым. Хәҙерге һуғыш уйыны, бөгөнгө талаптар нигеҙендә, казактар ҡулланған тактик алымға ярашлы рәүештә башҡарыла. Һуғыш ваҡытындағы “лава” тәжрибәһе үҙен аҡланы.

Коновницин. Дөрөҫ. Лава,ҡарамаҡҡа, үтә тарҡау һәм тәртипһеҙ күренһә лә, хәҙерге һуғыш өсөн иң дөрөҫ алым. Сафҡа теҙелеүсе һыбайлылар бер-береһенән алыҫ булалармы?

Ҡаһым. Биш аҙым самаһы.

 

Фейденберг инә.

 

Фейденберг. Генерал, һеҙҙе баш командующий саҡырта.

Коновницин китә.

 

Беннигсен. Полк командиры, йөҙ башлыҡтары һеҙгә танышмы?

Ҡаһым. Так точно, ваше превосходительство. Улар мине, мин уларҙы яҡшы беләм.

Беннигсен. Ғәжәп, ғәжәп… башҡорттарға зауряд-хорун-жий, есаул, старшина званиелары генә бирелә ине, ә һеҙ…

Ҡаһым. Петербургтағы хәрби академияны тамамланым.

Беннигсен. Ғәжәп.

 

Генерал Коновницин инә. Уның йөҙө ҡара янып сыҡҡан. Аллы-артлы йөрөй.

 

Беннигсен. Бер-бер хәл булғанмы?

Ҡаһым. Баш командующийгә мине таныштырыр-һығыҙмы?

Коновницин. Көнө бөгөн түгел.

Ҡаһым. Миңә ни эшләргә?

Коновницин (Ҡаһымға). Атығыҙ көрмө?

Ҡаһым. Так точно, ваше превосходительство.

Коновницин. Һеҙгә ашығыс рәүештә кире ҡайтырға кәрәк. Элемтәселәр әйтмешләй, аллюра три крест. Аңланыңмы?

Ҡаһым. Башҡорт казачий корпусы төҙөлмәйме ни?

Беннигсен (телен шартлата). Кире уйлағанмы?

Ҡаһым. Мин…

Коновницин. Һеҙ минең ышанысты аҡламанығыҙ, полковник Мырҙашев.

Ҡаһым. Ни өсөн улай тиһегеҙ, генерал?

Коновницин. Башҡорт полктарында ығы-зығы ҡупҡан. Улар командирҙарына бойһонорға теләмәйҙәр.

Беннигсен. Бына һиңә маҡтаулы башҡорттар. Минеке дөрөҫкә сыға түгелме?

Коновницин. Уларҙың ҡыланышы яҡын тирәләге казактарға һәм уҡсы полктарға кире йоғонто яһай.

Беннигсен. Фетнәселәрҙе баҫтырырға һәм яҙаларға!

Коновницин. Йәшерен сер юҡ, подполковник. Әгәр ҙә бола ҡупһа, эштәр хөрт. Бар ышаныс һеҙҙә. Башҡорттар һеҙгә ышана, һеҙҙе ихтирам итә.

Беннигсен. Бүрене күпме бүреккә һалһаң да урманға ҡарай тиҙәр.

Коновницин. Башҡорт полктарын тынысландырығыҙ.  Әгәр был эште  башҡара алһағыҙ – дәрәжәгеҙ тағы ла күтәрелер, ә инде… барып сыҡмаһа… Аңланығыҙмы?

Ҡаһым. Так точно, ваше превосходительство.

Коновницин. Хәҙер барығыҙ. Хәйерле юл.

 

Ҡаһым сыға.

 

Беннигсен. Мин әйткәндәргә ҡолаҡ һалмай инегеҙ…

Коновницин. Һарыуымды ҡайнатмағыҙ, зинһар, Левонтий Левонтьевич. Миңә былай ҙа ауыр. Ил өҫтөндә ҡара болот, ә һеҙ…

 

Ауыр музыка.

 

Ут һүнә.

Бишенсе күренеш

 

Алғы планда бер төркөм башҡорт һалдаттары. Уртала Булаш.

 

Булаш. Егеттәр! Ишеттегеҙме, Ҡотдос генерал Мәскәүҙе Наполеонға һатҡан.

Егеттәр. Ишеттек! Ишеттек!

Булаш. Беҙҙе алдап алып килгәндәр, әгәр бында ҡалһаҡ, хранцуздар беҙҙе лә пленға эләктерәсәктәр.

1-се егет. Үлһәк үләбеҙ, пленға бирелмәйәсәкбеҙ.

Булаш. Тағы ла бер яңылыҡ. Салауат батыр Уралға ҡайтҡан.

2-се егет. Булмаҫ. Ул ҡайтыр ергә китмәне.

1-се егет. Ни эшләп ҡайтмаһын, бәлки ысынлап та ҡайтҡандыр?

Булаш. Ҡайтҡан! Үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем. Ҡайтыуын ҡайтҡан, ә бөтә башҡорттар илен ташлап киткән. Ул беҙҙе көтә, егеттәр! Беҙҙе иреклек көтә!

1-се егет. Эх, Салауатты күрергә ине. Уның ҡул аҫтында яу сабырға ине.

2-се егет. Мин ышанып етмәйем. Беҙ бит һалдаттар, әгәр полкты ташлап китһәк, беҙҙе дезертир тиерҙәр.

Булаш. Ҡурҡаҡ! Йәгеҙ әле, егеттәр, киттек, тыуған Уралыбыҙға, ирек дауларға.

Салауат менгән кир аттың

Күкрәк-түшкәйҙәре киң икән.

Яуҙарға әйҙәп сапҡан осҡор

Салауат та тигән ир икән.

Салауат килә атлығып,

Ат уйнатып, үҙән буйлатып,

Бүгәсәү менән, ай Салауат

Дошман яуын ҡыра шаулатып.

Салауат батыр ҡоралы

Еҙ башаҡлы ғына уҡ икән.

Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙем,

Салауаттай батыр юҡ икән…

Булаш һәм бер нисә егет сыға. Ҡаһым инә.

 

Ҡаһым. Егеттәр, ҡайҙа командирығыҙ?

1-се егет. Уның ҡайҙалығын этем белә. Хәҙер ул беҙгә ни указ.

Ҡаһым. Смирно! Һеҙ һалдаттар! Һәр һалдат командирға бойһонорға тейеш!

2-се егет. Ҡотдос генерал пленға эләккән. Рәсәй армияһы ҡыйратылған, беҙ ни эшләргә тейеш?

1-се егет. Ә Уралға Салауат батыр ҡайтҡан. Беҙ Уралға ҡайтабыҙ. Киттек, егеттәр!

Ҡаһым. Туҡтағыҙ! Ялған! Барыһы ла ялған. Һеҙҙе алдағандар.

1-се егет. Китегеҙ юлдан! Беҙ Уралға ҡайтабыҙ. Был һуғыштан туйҙыҡ.

2-се егет. Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ аслыҡтан интегә. Ә беҙ буштан бушҡа бет һимертәбеҙ.

Дәррәү. Беҙ тик Салауат батырға ғына бойһонабыҙ.

1-се егет. Ә һин кем?

Ҡаһым. Мин – подполковник Мырҙашев Ҡаһым.

2-се егет. Ҡаһым түрә?

1-се егет. Ҡаһым түрә оло кеше. Ә һин – маңҡа көйө - алдашып тораһыңмы?

2-се егет. Нисек инде, уны бит ҡулға алынған тигән хәбәр йөрөй.

Булаш инә.

 

Булаш. Егеттәр! Йә, ниңә туҡтап ҡалдығыҙ? Киттек!

Ҡаһым. Йөҙ башлығы Булаш? Һеҙме бында ҡотҡо таратыусы?

1-се егет. Булаш ағай, һеҙ уны танымайһығыҙмы?

Булаш. Танымайым… һәм  танырға ла теләмәйем.

2-се егет. Ҡаһым түрә, ти, үҙен.

Булаш. Ҡаһым? Һин Ҡаһым түгел! Беҙ урыҫ офицерҙарына бойһонмайбыҙ. Беҙҙең үҙебеҙҙең батырыбыҙ -– Салауатыбыҙ бар. Беҙ тик уға ғына бойһонабыҙ.

Ҡаһым. Эх, һин! Йолҡош! Салауат исемен бысратма! (Булашҡа ташлана.)

Булаш. Егеттәр! Уны ла командирҙар менән бер рәттән зинданға ябырға!

Егеттәр Ҡаһымға ташлана.

 

Ҡаһым. Егеттәр! Туҡтағыҙ! Йөҙ башлығы түгел ул! Ҡурҡаҡ! Һатлыҡ йән!

Барыһы ла шау гөр килә. Буранбай, Йәнтүрә, Айһылыу инә.

 

Буранбай. Ниндәй шау-шыу?

1-се егет. Һатлыҡ йәнде тоттоҡ, Буранбай ағай.

Буранбай. Күрһәтегеҙ әле.

 

Ҡаһымды алып инәләр.

 

Буранбай. Ҡаһым!? Һеҙ үҙ аҡылығыҙҙамы егеттәр? Был бит Ҡаһым түрә.

2-се егет. Үҙе лә шулай тигән ине лә, Булаш ағай…

Йәнтүрә. Булаш? Ҡайҙа ул? Ҡайҙа ул ҡасҡалаҡ? Һуғышты ташлап ҡасыуы етмәгән, хәҙер бында килеп бола ҡуптарып йөрөймө?

Булаш алға килә.

 

Булаш. Кем ҡурҡаҡ? Минме? (Ҡылысын алып Йәнтүрәгә сапмаҡсы.)

Йәнтүрә. Егет икәнһең, тигеҙ һуғышайыҡ.

Алыш китә. Йәнтүрә Булаштың ҡылысын һындыра һуға. Булаш йығыла.

 

Йәнтүрә. Һатлыҡ йәнгә - үлем (сәнсергә киҙәнә)!

Ҡаһым. Туҡта, Йәнтүрә ағай! Беҙ бында бер-беребеҙҙе ҡырыр өсөн йыйылманыҡ.

Урындан ҡысҡыралар. Уныһы ла дөрөҫ! Һүҙең һаҡ, Ҡаһым түрә.

Буранбай. Хаҡ әйтә Ҡаһым түрә. Уға язаһын халыҡ үҙе бирер.

Айһылыу. Йә атаһы, сабыр бул.

Ошо шау-шыуҙан файҙаланып Булаш ҡаса.

 

Йәнтүрә. Ҡасып ҡотола алмаҫһың.

 

Йәнтүрә китә.

Беренсе егет. Кемгә ышанырға?

Икенсе егет. Салауат батыр ғәскәре яуыз урыҫ байҙарын ҡырғанда, беҙгә бында ҡалырғамы?

Ҡаһым. Ялған хәбәр! Бер ниндәй яу ҙа, бола ла юҡ Уралда. Салауат батырҙың исеменә һылтанып, һеҙҙе ҡотортҡандар! Бынан бары француздарға ғына файҙа. Беҙҙең бурыс - илебеҙҙе дошмандан һаҡлау. Аңлашыламы?

Йәшермәйем, Рәсәй бөгөн ауыр көндәр кисерә. Наполеон баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе бысраҡ итектәре менән тапап йөрөй. Әгәр французға ҡол булырға теләмәһәк, дәррәү рус халҡы менән башҡорттар  тағы яуға күтәрелергә тейеш.

1-се егет. Ай-һай, әйткәнең хаҡ.

2-се егет. Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәй, ғәйбәткә ышанып бола ҡуптарһаҡ, ҡалай яңылышыр инек.

Айһылыу. Эх, һеҙ, егеттәр! Илгә әфәт килгән саҡта бергә булайыҡ. Ил тыныс булһа, тормош дауам итер.

 

Йәнтүрә инә.

 

Йәнтүрә. Ҡасты!

Ҡаһым. Яңылыштым. Уның дыуамаллығын, тотанаҡһыҙлығын белә күрә яңылыштым.

Буранбай. Өҙгөләнмә, ҡустым. Кеше ҡәҙерен белмәгәс, үҙенә үпкәләһен.

Ҡаһым. Ҡасҡалаҡтар артынан  сапҡындар ебәртергә! Полк командирҙарын йыйырға! 

 

Ут һүнә.  Шаршау

Икенсе шаршау

Алтынсы күренеш

Илмырҙа ҡарттың йорт алды. Көҙ көнө. Алама ғына кейенгән Булаш инә.

 

Булаш. Ни эшләнем мин? Салауат батыр Уралда тигән хәбәргә ышандым. Ә хәҙер ҡасҡалаҡ булып йөрөйөм. Ниндәй оят һәм ғәрлек!

 

Өй ишеге асыла. Сафия сыға, тирә яғына ҡарана.

 

Сафия. Ниндәйҙер тауыш ишетелгәндәй булды. Бер кем юҡ. Әллә… Ҡаһым ҡайтты микән? Йәнем… һин ҡайҙа, һин ҡайҙа. Йәшенмә, йәшенмә…. (Өй тирәләй йүгерә.)

Булаш. Йәнем тине… Әллә … Ни булһа булыр… Сафия, Сафия һылыу…

Сафия. Мин көттөм, көттөм һине. Һағынып көттөм. Һин имен-аман йөрөһөн өсөн көндә доғалар уҡыйым. Бына һин ҡайттың. Өҙгөләмә инде йөрәгемде… Өҙгөләмә, йәнем.

Булаш. Йә хоҙайым, йәнем ус төбөндә. Сафия, Сафия һылыу…

Сафия. Һин!?

Булаш. Эйе, был мин. Меңәр километр юлдар үтеп, һине бер күрергә тип ашҡынып, ҡайттым.

Сафия. Кит! Кит! Ҡарасҡы!

Булаш. Ҡыума мине, Сафия.

Сафия. Ниңә һин бында?

Булаш. Мин…

Сафия. Һин – ҡасҡалаҡ!

Булаш. Ялған! Мин ҡасҡалаҡ түгел!

Сафия. Башҡа ирҙәр һуғыш яланында Рәсәй именлеге өсөн алышҡанда, һин… ҡурҡаҡ!

Булаш. Дөрөҫ түгел! Ялған! Ҡурҡаҡ булһам бында килмәҫ инем, йәшеренеп ятыр инем, Урал тауҙары киң.

Сафия. Ҡурҡаҡ та, ҡасҡалаҡ та булмағас, кем һуң һин?

Булаш. Салауат батыр яуына ҡушылам тип, һемәйгән кеше мин. Сафия, аңла! Барыһы ла һинең өсөн эшләнелде.

Сафия. Минең өсөн?

Булаш. Салауат яуына ҡушылып, батырлыҡ эшләгем килде. Бар илгә даным сыҡһын тинем, ана шул данды һин ишетһен тинем.

Сафия. Ишеттем. Тик бер кем дә һиңә ышанмай  һәм ышанмаясаҡ та. Салауат исеменә һылтанма…

Булаш. Эх! Һин дә ышанмайһың… Ә мин йүләр, һине бер күрер өсөн зар- интизар булып…

Сафия. Ҡағылма бысраҡ ҡулдарың менән. Минең ирем бар!

Булаш. Ирең? Мин түгел, бына ул Ҡаһым – һатлыҡ йән. Ул беҙҙе – башҡорттарҙы француздарға ҡол итмәксе.

Сафия. Туҙға яҙмаған хәбәр һөйләйһең. Ҡаһым – ил батыры.

Булаш. Ҡотдос пленгә эләккән, уның менән бергә һинең Ҡаһымың

Сафия. Йә, Хоҙайым! Был ысынмы?

Булаш. Ысын, Сафия, ысын.

Сафия. Хат-хәбәре лә юҡ… әллә… Юҡ! Юҡ! Ышанмайым.

Булаш. Бөтә ерҙе хрансуз баҫып аласаҡ. Беҙҙе ҡол итәсәк, ә һеҙҙе хрансуз һалдаттары мәсхәрәләйәсәк.

Сафия. Юҡ, юҡ, юҡ!

Булаш. Китәйек, Сафия, китәйек бынан.

Сафия. Ҡайҙа? Ҡайҙа китергә?

Булаш. Ҡаҙаҡ далаларына… Әгәр ризалыҡ бирһәң, хәҙер үк китәбеҙ…

Сафия. Ебәр, ебәр мине!

 

Сажиҙә сыға.

Сажиҙә. Ни булды, килен?

Сафия (илай). Ҡаһым, Ҡаһым…. Пленға элккән.

Сажиҙә. Кемдән ишеттең?

Сафия. Ана, ана … унан…

Сажиҙә. Булаш? Ә һин, килен, ышанма уның хәбәренә. Ҡайның  уездға китте. Хәҙер ҡайтып та етер. Бәлки Ҡаһымдан хәбәр ҙә килтерер.

Сафия. Ысынмы, ҡәйнәм?

Сажиҙә. Бар өйгә ин, Мостафа уянһа, йә ҡурҡып ҡуйыр. Бар, бар, килен.

Сафия китә.

 

Сәжиҙә. Ә һин Булаш, кит бынан. Беҙ һине күрмәнек тә, белмәнек тә.

Булаш. Апай…

Сажиҙә. Һине һалдаттар эҙләй, тотһалар, аллам һаҡлаһын, йәлләмәҫтәр.

Булаш. Илмырҙа ағайҙы күрергә ине.

Сажиҙә. Уның һинән башҡа ла ҡайғыһы күп. Фронт өсөн ат, кейем-һалым, ашамлыҡ йүнләй, көнө-төнө алһыҙ-ялһыҙ. Ә һиңә килгәндә, Рәсәй еренә дошман баҫып ингән саҡта һуғыштан ҡасып йөрөүең – хурлыҡ!

Булаш. Мин ҡасманым, ҡасманым. Салауатты эҙләп ҡайттым, ә ул…

Сажиҙә. Салауатты түгел, йәнеңде йәлләгәнһең…

Булаш. Етте! Ниңә бер һүҙҙе тылҡыйһың, апай. Ялҡтым мин был тормоштан. Бөтә хыялдарым селпәрәмә килде.

Сажиҙә. Әйтмәнем түгел, әйттем. Аңламағас…

Булаш. Бар, ошаҡла, тотторт!

 

Илмырҙа инә.

 

Илмырҙа. Әсәһе, кем менән ыҙғышаһың унда?

Сажиҙә. Ҡасҡын Булаш килгән.

Илмырҙа. Ҡасҡын булһа ла, ул беҙгә килгән ҡунаҡ. Бар әсәһе, сәйеңде әҙерлә.

Сажиҙә. Хоҙайым…

Булаш. Мин оҙаҡҡа түгел, Илмырҙа ағай.

Илмырҙа. Ишеттем. Барыһын да беләм, тик ундай мәсьәләне яңғыҙым хәл итә алмайым.

Булаш. Мин ҡасҡалаҡ түгел! Ялған һүҙгә ышандым! батыр булғым килде, ә ысынбарлыҡ та…

Илмырҙа. Килен!

Сафия инә.

Сафия. Саҡырҙыңмы ҡайным?

Илмырҙа. Аҡһаҡалдарҙы саҡыр, килен.

 

Сафия китә.

 

Булаш. Намыҫым сафлығын ҡаным менән танытырға әҙермен. Тик мине һуғышҡа имен-аман кире ебәрһендәр. Илмырҙа ағай, ярҙам ит миңә.

Илмырҙа. Һуғыштан ҡасып ҡайтыусы кешегә башҡорттар закунын үҙең беләһең.

Булаш. Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй. Шулай түгелме, Илмырҙа ағай?

Илмырҙа. Аҡһаҡалдарҙы көтәйек.

 

Бер аҙҙан ике аҡһаҡал инә. Сажиҙә инә, ашарға әҙерләй, аҡһаҡалдарға сәй  яһай.

 

Илмырҙа. Аҡһаҡалдар, һеҙҙе бер мөһим мәсьәләне хәл итергә саҡырҙым. Беҙ йөҙ башы итеп һайлап ебәргән Булаш ҡасып ҡайтҡан…

Булаш. Мин ҡасманым…

Илмырҙа. Сеү! Яҙмышыңды аҡһаҡалдар ҡулына тапшырам.

2-се аҡһаҡал. Нимә әйтерһең, Булаш? Рәсәй өсөн, уның ерен һаҡлар өсөн ебәрмәнекме һине?

1-се аҡһаҡал. Ә һин башҡорт егеттәренә алама хөсөт биреп, үҙең генә түгел, ике йөҙ башҡорт егетен яу ҡырынан алып ҡасҡанһың.

Булаш. Ғәйебемде таныйым, аҡһаҡалдар, тик мин уны изге ниәттән эшләнем. Салауат батыр Уралда тинеләр.

1-се аҡһаҡал. Бында Салауаттың ни ҡыҫылышы бар?

2-се аҡһаҡал. Булаш бәлки яҡшылыҡ ҡылырға уйлағандыр?

1-се аҡһаҡал. Бола ҡуптарыпмы? Хурлыҡ! Башҡорт исеменә тап төшөрҙөң. Сысҡаҡ бер һыйыр бар көтөүҙе бысрата тигәндәр.

2-се аҡһаҡал. Булашты губернатор ҡулына тапшырмайыҡ, ни тиһәң дә үҙ кешебеҙ.

Илмырҙа. Аҡһаҡалдар, ныҡлы уйлайыҡ.  Әле генә 4000 баш йылҡы оҙаттыҡ. Бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро үҙҙәре ас-яланғас булыуына ҡарамаҫтан, хәленән килгәнсе фронтҡа ярҙам итә. Әгәр беҙ уны яҡлашһаҡ, халыҡ беҙҙе аңлармы?

Булаш. Мин ҡасҡалаҡ түгел! Түгел! Салауат батыр Уралда тигән хәбәрҙең ялған икәнен белһәм…

1-се аҡһаҡал. Һыныҡҡа һылтау тигәндәй, бүтән һылтау тап.

2-се аҡһаҡал. Һәр береһе ҡасып ҡайта башлаһа, ни эшләргә?

Булаш. Теләһә ни эшләгеҙ. Яҙмышым һеҙҙең ҡулда.

1-се аҡһаҡал. Губернатор  ҡарамағына тапшырырға.

2-се аҡһаҡал. Батша йәмәғәтенә ярлыҡау һорап яҙ, бәлки хәлеңде еңеләйтер.

Булаш. Һеҙ мине күрәләтә үлемгә һөрәһегеҙ! Илмырҙа ағай, ниңә өндәшмәйһең, һин бит старшина!

Ут һүнә.

Етенсе күренеш

Ҡыш. Алғы планда башҡорт һалдаттары йырлап үтә.

Дағалатып атты һай, беҙ мендек,

Мәскәү генә юлы тау булһа

Тыуған ғына илгә беҙ ҡайтырбыҙ,

Ғәзиз баштарыбыҙ һау булһа.

Тауыш. Атакаға, Рәсәй өсөн!

Кутузов, Коновницин инәләр.

 

Коновницин. Ваша светлость, ары бармағыҙ. Ваша светлость, дошман һалдаттары ҡаршығыҙҙа ғына.

Кутузов. Егеттәр молодец. Еңеүебеҙгә ышанам.

Коновницин. Атаман Платов һәм башҡорт полктары француздарҙың юлын ҡаплаясаҡ.

Кутузов. Рәхмәт башҡорттарға. Улар Наполеонды Мәскәүҙән нисек ҡыҫырыҡланылар.

Коновницин. Һыуыҡ ҡыш француздың үҙәгенә үтә. Үлек француз кәүҙәләре  менән юл тулған.

Кутузов. Рәсәйҙе азат итеүебеҙгә күп ҡалманы. Бонапартты туҡмаусы беренсе генерал – мин. Тик… (йүткерә башлай).

Коновницин. Ваша светлость, сәй эсеп алығыҙ.

Кутузов. Еңеү көнөн күрергә яҙыр микән?

Коновницин. Күрерһегеҙ, ваша светлость.

Кутузов. Әгәр иҫән-һау ҡалһам, мин аҙаҡҡы ғүмеремде ауылда йәшәр инем. Матур һәм һоҡландырғыс тәбиғәт ҡосағында. Кенәз Петр! Наполеондың күп һанлы ғәскәрен ҡыйратыу өсөн беҙгә ныҡлы әҙерләнер кәрәк. Бының өсөн иң мөһиме – немецтарҙы үҙебеҙҙең яҡҡа ылыҡтырыу.

Коновницин. Ваша светлость, тыңлайым.

Кутузов. Яҙығыҙ. Беренсе – һалдаттарҙың һаулығын һаҡлау өсөн уларҙы яҡшы ашатырға һәм һәйбәт, йылы фатирҙа йәшәтергә. Икенсе – һалдаттарҙың кейемен тулыһынса рәтләргә, тейешлесә  хәстәрлек күреү сараһы башҡорт, ҡалмыҡ, типтәр һәм мишәр полктарына ла ҡағыла.

 

 

Кутузов. Юғалтыуҙар күпме?

Беннигсен. Артыҡ түгел, Михаил Илларионович. 1-се Башҡорт полкы командиры майор Лачин, старшина Ҡотосов Буранбай ҙур батырлыҡтар күрһәтте. Дошман колоннаһына беренсе булып ингәндәр һәм француздарҙы аяуһыҙ ҡыйратҡандар Тик майор Лачин һәләк булды…

Кутузов. Майорҙың үлеме ҡыҙғаныс. Уның урыныа кемде ҡуйырға мөмкин?

Кновницин. Полковник Мырҙашевты..

Беннигсен. Килешмәйем, тәжрибәһе аҙ. Баш штабта башҡарған эшендә йөрөһөн. Ә полк командиры итеп майор Фейденбергты тәҡдим итәм. Ныҡлы белемле, тәжрибәле офицер.

Фейденберг. Ышанысыңды аҡлармын, ваше высочество.

Коновницин. Һеҙ нимә, Левонтий Левонтьевич, аҡылығыҙҙамы? Фейденберг белемле офицер, ләкин полк менән етәкселек итер өсөн ҡыйыу кеше кәрәк.

Беннигсен. Ҡыйыу һәм дыуамал? Әле ул йәш. Уларҙың ҡырағай икәнен дә онотмағыҙ. Әгәр уға командованиены тапшырһаң, аҙағы ни менән бөтөрөн аңламайһығыҙмы?

Коновницин. Ә һинең ҡағыҙ ҡортоң ни эш башҡарыр тиһең? Уны башҡорттар үҙ итмәйәсәк.

Кутузов. Туҡтағыҙ! Майор Фейденберг… насар офицер түгел…

Фейденберг. Ваше Высочество…

Кутузов. Үҙ  эшеңде дауам ит. Ә бына теге ҡырығай башҡорт егете миңә оҡшай. Бик оҡшай.

Беннигсен. Белмәйем… ниңә осондораһығыҙ шул хәтлем уны.. Ғүмерҙә булмаған хәл. Әле генә полковник чинына күтәрҙегеҙ…

Кутузов. Левонтий Левонтьевич, приказ яҙығыҙ: 1-се башҡорт полкына командир итеп полковник Мырҙашев Ҡаһымды билдәләргә!

Һигеҙенсе күренеш

Ҡаһым. Егеттәр! Сафҡа теҙелергә! Һеҙгә Ҡотдос генералдан бик күп сәләм.

 

Егеттәр шаулашалар.

Ҡаһым. Смирно! Ә хәҙер яуҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн еңгәйебеҙ Айһылыуҙы батша миҙал менән бүләкләне.

Йәнтүрә. Күрҙегеҙме, минең бисәне!

Айһылыу. Рәхмәт.

Буранбай. Молодец, Айһылыу.

Ҡаһым. Ғәскәр старшинаһы Ҡотосов Буранбай үҙ исеме яҙылған алтын-көмөшкә биҙәлгән ҡылыс менән бүләкләнә.

Йәнтүрә. Оһо-һо…

Буранбай. Батша ғәли йәнәптәренә тоғро хеҙмәт итәм!

Ҡаһым. Беҙҙең менән бергә батырҙарса һуғышҡан Петр Николаевҡа зауряд –хорунжий дәрәжәһен бирергә.

Йәнтүрә. Ну, Петя, бөтә ҡыҙҙар һинеке!

Петя. Служу государю батюшке!

Ҡаһым. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Үлмәҫов Йәнтүрәгә орден тапшырырға.

Йәнтүрә. Батша мине лә онотмаған, рәхмәт һиңә, батшам. Йә әле, һыҙҙырт әле ҡурайыңды Буранбай.

 

Йәнтүрә бейей. Барыһы ла ҡул саба. Буранбай йырлай.

 

Беҙ һуғышҡа ингәндә

Бәхилләште барыбыҙ,

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда

Алдан сапты даныбыҙ.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис!

Француздар килеп ингән

Мәскәү тигән ҡалаға

Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,

Сығып ҡасты далаға.

Любезники, любизар,

Маладис, маладис!

Буранбай. Ну, егеттәр, хәҙер Берлингә етеп киләбеҙ, Парижға ла күп ҡалманы.

Ҡаһым. Бында йәшәүсе кешеләргә ихтибарлы булығыҙ. Уларҙың рөхсәтенән башҡа бер нәмәгә лә ҡағылмаҫҡа!

Йәнтүрә. Борсолма, Ҡаһым түрә. Тик бына немецса һөйләшә белмәйбеҙ. Казактарҙан улар ҡурҡмай, ә бына беҙҙе күрһәләр… аҡырышып ҡаса башлайҙар.

Ҡаһым. Нәмә тип аҡырышалар?

Йәнтүрә. Амурҙар, амурҙар тип аҡырышалар.

1-се егет. Өҫ кейемебеҙҙән өркә торғандарҙыр ул.

Буранбай. Улар беҙҙең уҡ-һаҙаҡтарыбыҙҙан ҡурҡаларҙыр ул.

Йәнтүрә. Амурс, амурс тейҙәр, ул нимәне аңлата ул?

Ҡаһым. Йә, Петя, аңлат әле уларға, ни өсөн уларҙы төнъяҡ амурҙары тип атағандарын?

Петя. Амур йәки  эрот һүҙе легендаға бәйләнешле.  Эрот Афродитаның – Сулпан йондоҙоноң – улы булған. Ул бәләкәй буйлы, шаян һәм киҫекһеҙ булған. Уны ҡанатлы, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған итеп һүрәтләгәндәр. Ә инде был һуғышта һеҙҙе күргәс, француздар һеҙҙе ошо Алла Эрот тип ҡоттары алынған.

Йәнтүрә. Ха-ха-ха.

Буранбай. Беҙҙе аллаға тиңләгәс, насар түгел.

Айһылыу. Был Петяны әйтәм, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бар нәмәне белә.

Буранбай. Ул бит деүәрән нәҫеленән.

Йәнтүрә. Әйткәндәй, әгәр ошо һуғышты еңеп сыҡһаҡ, батша батыр һалдаттарға деүәрән атамаһы бирергә вәғәҙә биргән.

Буранбай. Йә нисек яңғырай деүәрән Үлмәҫов Йәнтүрә.

1-се егет. Ха-ха-ха.

Барыһы ла көләләр.

Йәнтүрә. Ә ниңә, деүәрән булмаҫлыҡ кешеме ни мин? Бисәкәй, әгәр мин деүәрән булһам, һине нисек атарҙар икән?

Айһылыу. Кит, туҙға яҙмағанды!

Йәнтүрә. Ә инде балабыҙ тыуһа…

Айһылыу. Эй, ошоно, ни ҡыланғаныңды белмәйһең.

Йәнтүрә. Ә ниңә, яҙыҡмы ни һуғыш яланында бала табыуы.

Ҡапыл туп шартлай, атыу тауыштары ишетелә.

 

1-се егет. Француздар килә!

Ҡаһым. Суртан үҙе үлһә лә, уның теше үлмәй тигәндәй, дошман һаман тартҡылаша.

Буранбай. Яраланған йыртҡыстан да яман нәмә юҡ.

Ҡаһым. Егеттәр! Француздар беҙҙе ҡамауға алырға уйлайҙар.

1-се егет. Һынатмабыҙ, Ҡаһым түрә.

2-се егет. Ҡысҡырышҡан тауышына ҡарағанда, улар күптәр…

Йәнтүрә. Бисәкәй, кит бынан!

Айһылыу. Ни күрһәк тә, бергә булырбыҙ.

Йәнтүрә. Ауырлы икәнеңде онотма.

Айһылыу. Минең өсөн бошонма, атаһы, мин бик һаҡ булырмын.

Буранбай. Үлһәк үлербеҙ, бирешмәбеҙ.

Ҡаһым. Егеттәр, алға!

 

Барыһы ла сыға. Бер аҙҙан ауыр яраланған Йәнтүрәне ҡатыны Айһылыу алып инә.

 

Айһылыу. Йәнем, бәғерем, түҙ.

Йәнтүрә. Бәхил бул, ҡәҙерлем.

Айһылыу. Юҡ, юҡ! Һин үлергә тейеш түгелһең.

Йәнтүрә. Ниндәй матур көн! (Тештәрен шығырлата.)

Айһылыу. Петя! Ағайыңды ҡарап тор. Мин хәҙер.

 

Петя инә, Айһылыу йүгереп сығып китә.

 

Петя. Йәнтүрә ағай! Йәнтүрә ағай! (Илай.)

 

Ауыр музыка уйнай. Шул ваҡыт француз һалдаты ипләп кенә инә, Петяны арттан тотоп ала. Көрмәкләшә башлайҙар. Француз һалдатын инде сәнсәм тигәндә, Петяның баш кейеме төшөп китә.

 

Француз. Мальчик?

 

Шунан файҙаланып Петя уға һөнгө ҡаҙай. Казактар тауышы. На помощь башкирам! Смерть французам. Бер нисә казак йүгереп үтә. Петя үлгән французға ҡарап шаҡ ҡатҡан, эргәһендә Йәнтүрә ыңғыраша.

 

Петя.  Йәнтүрә ағай, һин үлмә инде.Мин французды үлтерҙем.

Илай. Ауыр музыка. Ут һүнә.

Шаулашып егеттәр, Буранбай, Айһылыу инә.

 

Буранбай. Молодец, Айһылыу! Әгәр һин казактарға осмаһаң, белмәйем, нисек бөтөр ине аҙағы.

Айһылыу. Атаһы, һин иҫәнме?

Йәнтүрә.Иҫән, бисәкәй, иҫән.

Айһылыу. Абау, был кем?

Петя. Мин уны үлтерҙем.

Айһылыу. Балаҡайым (Петяны ҡосаҡлай).

 

Казактар инә.

 

1-се казак. Үәт исмаһам бисә!

2-се казак. Бик сос ҡатын, ә атта һуң нисек елә.

Айһылыу (ҡапыл ҡысҡырып ебәрә). Ай-ай-ай…

Буранбай. Нимә булды, Айһылыу апай?

Йәнтүрә. Ҡысҡыр,  Айһылыу, ҡысҡыр! Башҡорт әле ҡырылмай, нәҫел дауам итә!

1-се егет. Бәй…

2-се егет. Тормош дауам итә.

Буранбай. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр. Һеҙ килеп етмәһәгеҙ, хәл мөшкөл ине.

1-се казак. Ана, уға рәхмәт әйтегеҙ.

2-се казак. Илебеҙ бер – бөйөк Рәсәй. Бергә-бергә йәшәйек!

1-се казак. Ярай хуш булығыҙ.

Егеттәр. Беҙ һеҙҙе оҙатайыҡ.

 

Казактар, егеттәр китә. Ҡаһым инә.

 

Ҡаһым. Ауыр хәбәр алып килдем.

Буранбай. Әллә француз…

Ҡаһым. Башкомандующий Кутузов үлгән.

 

Ауыр тынлыҡ.

 

Буранбай. Һәйбәт кеше ине.

 

Бөтә тынлыҡты боҙоп бала илаған тауышы яңғырай. Петя уны өҫкә күтәреп алғы планға килә.

 

Буранбай. Ила, һөрәнлә бар йыһанға! Ҡотдос, исемең Ҡотдос булыр.

Ут һүнә.

Туғыҙынсы күренеш

Беннигсен. Беҙ еңдек! Рәсәйҙә даныбыҙ артты! Ас әле шампанды! Ҡой бокалдарға!

Фейденберг. Бөйөк...

Беннигсен. Германия өсөн! Әгәр беҙ, булмаһаҡ, булыр инеме был еңеү?

Фейденберг. Так точно,ваше благородие.

Беннигсен. Урыҫ мужиктәре һәм ҡырағай башҡорттар үҙҙәрен еңеүсе тиҙәрме? Ха-ха-ха.. Һарыҡ көтөүҙәре улар…

 

Ҡаһым инә.

 

Ҡаһым. Ваше благородие! Мин һеҙгә ҡамасау-ламаныммы?

Беннигсен. Юҡ, юҡ. Бик урынлы килдең. Һеҙҙең батырлыҡ өсөн! Башҡорттар өсөн! Мә, тот әле.

Ҡаһым. Рәхмәт.

Беннигсен. Мин һеҙҙең полктың Лейпциг ерендәге батырлығына хайран ҡалдым. Әгәр һеҙ булмаһағыҙ, был еңеү булмаҫ ине.

Ҡаһым. Рәхмәт. Тик мине икенсе нәмә борсой. Ниңә бөтә башҡорт полктары үҙ иленә ҡайтарылмай? Ниңә дүрт полкты ил һағында ҡалдыралар?

Беннигсен. Полковник, был мин генә хәл итә торған эш түгел.

Ҡаһым. Ваше высочество, һеҙ батшаға яҡын кеше.

Беннигсен. Полковник, батша һеҙҙе ихтирам итә. Кантон башлығы итеп ҡуйырға рөхсәт бирҙе.

Ҡаһым. Ә минең халҡым, башҡорттарым нимә әйтер?

Беннигсен. Халҡың? Башҡорттарың? Кемгә улар кәрәк? Улар ошо ҙур йыһандың бары бер туҙаны..

Ҡаһым. Кем туҙан? Ошо көрәштә еңеүсе минең яуҙаштарыммы?

Беннигсен. Полковник Мырҙашев, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ!

Ҡаһым. Ғәфү итегеҙ. Халҡым минән башҡа йәшәй алыр, ә мин халҡымдан башҡа йәшәй алырмынмы? Күңелем тынысһыҙ.

Беннигсен. Йүләр һин, полковник. Тартай теленән таба тигәндәй, нисек телең барҙы бөтә строй алдында батшанан ирек һорарға?

Ҡаһым. Батша үҙе вәғәҙә итте.Әгәр был яуҙа еңеп сыҡһағыҙ, һеҙгә ирек бирермен тине.

Беннигсен. Ниндәй генә вәғәҙәләр булмаҫ. Бөтә илде  муйынынан Бонапарт һыҡҡан саҡта.

Ҡаһым. Тимәк, ялған? Хәҙер мин ни өсөн мине батша янына индермәгәндәрен аңланым. Тик белегеҙ, минең халҡымдың да ирекле йәшәргә хаҡы бар! Бар! Бар!

 

 

Ҡаһым китә.

Беннигсен. Иҫәр! Бына нимә, ә бит уларҙа ҡорал бар. Шул уҡ ваҡытта улар ойошҡандар. Янъял ҡурҡынысы янай.. был турала батшаға еткерергә кәрәк! Шулай түгелме, майор?

Фейденберг. Так точно, ваше благородие.

Беннигсен. Әле Пугачевтар,Салауаттар болаһының шауҡымы баҫылмаған. Туҡтатырға кәрәк. Туҡтатырға! Ә нисек? Белдем! Киттек, майор.

Фейденберг, Беннигсен китә. Башҡорт һалдаттары, казактар инә.

 

Буранбай. Был көндө лә күрер көн бар икән, егеттәр.

Йәнтүрә. Тик йыртҡыстың ояһын туҙҙырырға насип булманы.

1-се казак. Улар беҙҙең Мәскәүҙе таланылар, яндырырҙылар, ә беҙ…

2-се казак. Бигерәк хәйләкәрҙәр, тиҙ генә капитуляция яһанылар.

Буранбай. Иң мөһиме – беҙ еңдек!  Бонапарт хәҙер терһәген тешләһен, ер соҡоп илаһын!

Йәнтүрә. Тыуған ерҙәребеҙгә әйләнеп ҡайтырға ла күп ҡалманы.

1-се казак. Мариямды, балаларҙы ҡыҫып-ҡыҫып һөйгөм килә.

2-се казак. Ә мин мунса төшөр инем, рәхәтләнеп сабынып тәндәге бысраҡтарҙы йыуыр инем…

Булаш. Мунса төшөп кенә, бөтә бысраҡтарҙы йыуып булһа икән...

Буранбай. Башҡортҡа аҡыл һуң төшә, һуң төшһә лә мул төшә тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.

Йәнтүрә. Ана шулай, иртә ҡысҡырған кәкүктең кикереге тиҙ шиңә.

Булаш. Тоҙ һалмағыҙ ярама… Батша мине ярлыҡаны, тик ғәфү итерме һуң халҡым?

1-се казак. Эх, знакум, семь раз отмерь, один раз отрежь тигәнде уйламағанһың шул.

Йәнтүрә. Нимә сәсһәң, шуны урырһың… хәҙер ана йөрө инде һуғыш яланында емтек йыйып… Ә беҙ күкрәгебеҙгә орден-миҙалдарҙы тағып, шаулатып Уралыбыҙға ҡайтырбыҙ. Йә әле, Буранбай ағай, һыҙҙырт.

 

Йәнтүрә бейергә төшә, уның менән бергә башҡорт егеттәре бейей. Улар артынса казак егеттәре бейергә төшә.

 

Беренсе казак. Егеттәр, стройға теҙелергә саҡыралар.

 

Барыһы ла китә, бары Булаш ҡала. Фейденберг инә.

 

Фейденберг. Ниңә бойоҡһоң һалдат?

Булаш. Мин һалдат түгел… емтек эҙәләгән ҡоҙғон мин… эйе, эйе ҡоҙғон… уҡ-янымды тартып алдылар. Һуғыш яланында ҡалған кеше һәм ат мәйеттәрен йыйыусы… Ниндәй хурлыҡ!

Фейденберг. Ҡоҙғон тиһең инде… ә бит ҡоҙғондар бик кәрәк был донъяла. Улар бит был донъяны таҙартыусылар, санитарҙар.

Булаш. Кәрәк тиһең инде? Юҡ, юҡ! Минең бөркөт булып осҡом килә! Булмай шул, булмай… ҡанаттарым һынды…

Фейденберг. Башыңды юғары тот! Әгәр минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалһаң, бөркөт булып ҡайтырһың илеңә…

Булаш. Ни эшләргә?

Фейденберг. Танауыңды  төшөрмә, һин бит әле ир кеше. Киттек, аңлатырмын.

 

Фейденберг, Булаш китәләр. Бер аҙҙан ярһып Ҡаһым инә, уның артынан Коновницин.

 

Коновницин. Полковник Мырҙашев! Туҡтағыҙ!

Ҡаһым. Петр Петрович, аңлағыҙ мине!

Коновницин. Һин хәрби кеше, командир, үҙеңде ҡулға ал.

Ҡаһым. Салауатҡа егерме ике йәш булғанда.. ул ил батыры булған.

Коновницин. Таяҡты уртаһынан һындырырға яратаһығыҙ шул, йәшлек һәм ҡыҙыулыҡ менән.

Ҡаһым. Аңламайым һеҙҙе, Петр Петрович. Исмаһам һеҙ минең хәлгә инегеҙ. Ни йөҙөм менән мин тыуған илемә ҡайтырмын, нимә әйтермен халҡыма?

Коновницин.Тыныслан, полковник.

Ҡаһым. Батша смотр ваҡытында үҙе эргәмдә туҡтап: “Батырлығығыҙ өсөн нимә менән бүләкләйем” - тип һораны.

Коновницин. Ишеттем.

Ҡаһым. Беҙ бүләк өсөн һуғышманыҡ, Рәсәй өсөн, уның азатлығы өсөн, киләсәк өсөн һуғыштыҡ тинем.

Коновницин. Уныһын яҡшы әйттең.

Ҡаһым. Ул бит үҙе беҙгә ирек, ер-һыуҙарыбыҙҙы кире ҡайтарырға вәғәҙә итте!

Коновницин. Ҡысҡырма! Ишетерҙәр. Һин әле йәш. Киләсәгең алда.

Ҡаһым. Һеҙ миңә ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?

Коновницин. Мин һине үҙ улымдай күреп яраттым. Йөрөмә бер ҡайҙа ла, хаҡлыҡ таба алмаҫһың, тик үҙеңде һәләк итерһең. Полкыңды алып, тиҙерәк илеңә ҡайт!

Ҡаһым. Илемә?

Коновницин. Ә хәҙер хушлашайыҡ.

 

Коновницин китә.

Ҡаһым ултыра, тәрән уйға ҡала, ҡулына ҡурайын ала, «Урал» көйөн уйнай. Буранбай инә.

 

Буранбай. Бигерәк моңло уйнайһың  ҡустым, һине бушҡа Салауат менән тиңләмәйҙәр…

Ҡаһым. Ҡайҙан инде миңә Салауат менән тиңләшергә?

Буранбай. Әле һине контон башлығы итеп ҡуялар икән, дөрөҫмө?

Ҡаһым. Бәлки дөрөҫтөр…

Буранбай. Ҡаһым ҡустым, һинең киләсәгең ҙур, бөтә башҡорттар һиңә өмөт менән ҡарай. Һин…

Ҡаһым. Буранбай ағай… мин… яңылыштым шикелле.

Буранбай. Эх, ҡустым, өҙгөләнмә, яҙмышымды хоҙай ҡулына тапшыр. Һин – батыр, халыҡ батыры. Ярымһаҡланыу, түрәләргә оҡшарға тырышыу ул көсһөҙҙәр эше.

Ҡаһым. Халыҡ ирек,  ирек көтә…

 

Булаш инә, ҡулында ҡымыҙ һалынған туҫтаҡтар.

 

Булаш. Ҡаһым түрә…

Ҡаһым. Һатлыҡ йән! Кем һиңә рөхсәт бирҙе!

Булаш. Эйелгән башты ҡылыс сапмай ҡустым. Дыуамаллыҡ менән яңылыштым, ғәфү ит мине.

Буранбай. Үҙ кешебеҙ бит, бәлки әйтә торған һүҙе барҙыр?

Булаш. Дөрөҫ Буранбай ағай… Тыуған ерҙәремде күрергә насип та булмаҫ, тик… мине насар яҡтан иҫкә алмаһағыҙ ине!

Ҡаһым. Ха-ха-ха… Кит юлымдан! Батша һине ғәфү итте, тик халҡың ғәфү итмәҫ.

Булаш. Халҡым мине ғәфү итмәҫ. Ә бына һин, Ҡаһым түрә, ғәфү ит мине…

Буранбай. Үткән эшкә салауат, Ҡаһым түрә.

Булаш.

Санаға ла ектер атты,

Арлы-бирле йөрөп ҡайтайым.

Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,

Васыят итеп һүҙем яҙайым

Гелән дә түтә юл булмаҫ,

Аҫыл да ҡоштар ҙур булмаҫ,

Ҡайҙа барһаң, дуҫтар кәрәк,

Дуҫ-иш барҙа, ирҙәр хур булмаҫ.

 

(Һәр береһенә ҡымыҙ өләшә.)

 

Булаш. Ҡаһым түрә һаулығына! Ил бөркөтө өсөн!

Буранбай. Вай, афарин!

 

Ҡымыҙ эсәләр.

Буранбай. Нимә булды һиңә, түрә?

Ҡаһым. Бер ни ҙә булманы, Буранбай ағай. Арығанмындыр ахыры… Әҙерәк ял итәйем.

Буранбай, Булаш китә. Алыҫтан һалдаттарҙың йырлаған тауышы ишетелә.

Һыҙланыу Ҡаһымдың төҫөнә сыҡҡан.

 

Ҡаһым. Уф! Тыным ҡыҫыла… Сафияҡай… Мостафам… Һеҙҙе күрергә насип булмаҫ микән? Атай, әсәй… Тыуған ерем, ғәзиз Башҡортостаным…

Ҡаһым сайҡала, сайҡала атлай һәм йығыла. Айһылыу менән Йәнтүрә инә. Йәнтүрә малайын күккә сөйә.

 

Йәнтүрә.

Һәтес, һәтес, һәтес тә

Бәләкәс кенә бәпестә

Үҫер әле, ҙурайыр

Бына тигән батыр булыр!

Айһылыу. Имгәтеп ҡуйма, атаһы.

Йәнтүрә. Ҡотдос! Бына күрерһең, яу яланында тыуғас, мотлаҡ полководец булырһың!

Айһылыу. Ой!

Йәнтүрә. Ни булды, әсәһе?

Айһылыу. Ҡаһым түрә…

Йәнтүрә. Мә әле, әсәһе, ал баланы! Бәй, төҫөң ҡасҡандаһа. Нимә булды, Ҡаһым түрә?

Ҡаһым. Хәлем юҡ, башҡайҙарым әйләнә.

Йәнтүрә. Кем? Кем етте башҡайына түрәнең? Буранбай ағай! Буранбай ағай!

Буранбай инә.

Буранбай. Нимә ҡысҡыраһың?

Йәнтүрә. Ҡаһым түрәнең хәле насар.

Буранбай. (Ҡаһым янына бара, башын тотоп ҡарай). Юҡтыр, юҡтыр…

 

Йүгереп сығып китә. Бер аҙҙан Булашты һөйрәп индерә.

 

Буранбай. Нимә эсерҙең?

Булаш. Бергә эстек бит, ҡымыҙ, ҡымыҙ.

Буранбай. Ҡымыҙ түгел, ағыу…

Булаш. Ағыу түгел, дарыу.

Йәнтүрә. Ах һин, һатлыҡ йән!

Булаш. Дарыу… Ҡаһым менән мине яраштыра торған дарыу.

Фейденберг инә.

Буранбай. Кем? Кем бирҙе?

Фейденберг. Ни булды? Ил батырына кем ҡул күтәрҙе?

Булаш. Һин…

Фейденберг. Мә, ал өлөшөңде. (Булашҡа ата.)

Буранбай. Майор Фейденберг! Һеҙ ни эшләнегеҙ?

Фейденберг. Бер ҡоҙғонға аттым бары… Лекарь! Лекарь саҡыртығыҙ!

Ҡаһым. Кәрәкмәй, йөрөмәгеҙ. Янымда булығыҙ. Китмәгеҙ.  

 

Барлыҡ ҡатнашыусылар сәхнәгә сыға. Һалдаттар Ҡаһымды күтәреп алалар.

 

Ыласын, бөркөт үҫкән, ай Уралда, вай кем,

Сал бөркөттәй һайлам ир ине.

Яуға ҡаршы сапҡан мәлдәрендә, вай кем,

Тау-таш ярыр, йылдам ир ине.

Ут һүнә.  Шаршау

ТОРМОШ ЙӘМЕ – САБЫЙ

 

Драма, ике шаршауҙа

 

Ҡатнашалар:

Наҙгөл

Аҡназар

Баязит

Таһира

Румия

Вазифа

Хәмдиә

 

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

БЕРЕНСЕ КҮРЕНЕШ

 

Ваҡиға район балалар табыу йортонда бара. Ике  яҡта ике ишек. Уртала  коридор. Наҙгөл ултыра, ул бер нөктәгә төбәлгән. Хәмдиә инә.

 

Хәмдиә. Балаҡайым, хәҙер врачҡа күренәсәкбеҙ.

 

Наҙгөл ике ҡулы менән битен ҡаплап илай башлай.

Хәмдиә. Йә йә, тыныслан, һиңә иларға ярамай. Һин бит хәҙер яңғыҙ түгел, һеҙ икәүһегеҙ. Һин илай икәнһең, бала ла илай.

Наҙгөл (илауҙан туҡтай). Бала илай… Ә ниңә ул илай?

Хәмдиә. Балаҡайым, шуны ла белмәйһеңме? Әсәһен йәлләп илай ул бала…

Наҙгөл. Йәлләй? Мине?

Хәмдиә. Һине инде балаҡайым, һине…

Наҙгөл. Мин бында ҡала алмайым. Ҡайҙа минең кейемдәрем?

Хәмдиә. Тыныслан, балаҡайым…

Наҙгөл. Миңә китергә кәрәк! Аңлайһығыҙмы? Китергә!

Хәмдиә. Бындай хәлдә беҙ һине ебәрә алмайбыҙ. Һиңә ҡурҡыныс янай…

Наҙгөл. Ҡурҡыныс… Эйе, эйе ҡурҡыныс.

Наҙгөл ултыра, бер аҙ тынысланған кеүек.

Баязит инә.

Баязит. Һаумыһығыҙ. Ошомо беҙҙең сәйәхәтсе? Хәлдәрең нисек, һылыуҡай? Ниңә өндәшмәйһең? (Ҡағыҙҙарҙы алып ҡарай.) Да-а-а. Йә әле, яҡыныраҡ кил (тын алышын үлсәй). Хәҙер тыныс ҡына ултыр (ҡан баҫымын үлсәй). Хәмдиә апай, ҡайҙа уның документтары? Исемең, фамилияң, тыуған көнөң, ерең? Әллә телеңде йоттоңмо?

Наҙгөл илай.

Хәмдиә. Бына шулай, Баязит Кәримович, иҫенә килгәндән алып илай ҙа илай.

Баязит.  Улар барыһы ла шулай, ҡыланып, һикерәндәп, егеттәрҙең ауыҙына инеп йөрөйҙәр ҙә, ә эш уҙғас -  үкереп илайҙар. Ошо дарыуҙарҙы, уколдарҙы бирегеҙ.

Баязит. Беләбеҙ ундай балаларҙы! Әҙ үтмәне беҙҙең ҡулдан! Аңлат уға, срогы ҙур. Мин бер нисек тә ярҙам итә алмайым.

Хәмдиә. Бына уның паспорты.

Баязит. Өфө ҡыҙы?  Учетҡа ла тормағандыр әле.

Хәмдиә. Тыныслан, балам. Әйҙә палатаға. Хәҙер дарыу бирермен, тынысланырһың.

Баязит. Ярай, бөгөнгә бында ҡалһын. Тик иртәгә үк оҙатырға. Йәшәгән еренә. Аңлағыҙ, бында благотворитель-ное учреждение түгел.

Хәмдиә. Баязит Кәримович…

Баязит. Аңлайым, тик яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алмайым. Район дауаханаһында шарттар юҡ. Һеҙ быны яҡшы аңлайһығыҙ. Ә аңлағас, әйткәндәрҙе үтәгеҙ!

Хәмдиә, Наҙгөл китә.

Баязит. Ситтән тороп ҡарауға ғына барыһы ла тыныс кеүек. Ә бит табип кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн, биш, юҡ, ун метр бейеклектәге ҡылсыбыҡтан атлай, тик ул быны үҙе генә белә. Һинең күңелеңдә ниндәй уйҙар ҡайнағанын ауырыу белергә тейеш түгел. Белгән доғаларыңды уҡый- уҡый, тик бер һүҙҙе ҡабатлайһың: барыһы ла яҡшы булыр.

Румия инә, ипләп кенә баҫып Баязиттың күҙен ҡаплай.

 

Румия. Барыһыла яҡшы.

Баязит. Румия!?

Румия. Көтмәгәйнеңме? Бына … Килдем.

Радионан йыр ишетелә.

 

Бер күреүҙән ғашыҡ булдым

Мөхәббәттән иҫерҙем

Ҡыйғас ҡашлы, нурлы йөҙлө

Һин бит минең  бергенәм.

Румия. О-хо-хо! Ниндәй һүҙҙәр! Хәҙерге заманда ошондай мөхәббәт бармы икән?

Баязит. Тимәк, бар.

Румия. Ә ниңә һин миңә бер ваҡытта ла  йыр йырламаның?

Баязит. Йыр йырлар өсөн йөрәк ҡылдарын тирбәтер хистәр кәрәк.

Румия. Уның менән нимә әйтмәксе булаһың?

Баязит. Хистәр мине тетрәндермәгән.

Румия. Йәш сағыңда икенсерәк һайрай инең.

Баязит. Тимәк, йүләр булғанмын.

Румия. Һин хәҙер ҙә бик аҡыллы түгелһең.  Әгәр аҡыллыраҡ булһаң, өс бүлмәле фатирҙы, бына тигән эшеңде һәм ҡыҙҙар кеүек ҡатыныңда ташлап төпкөлгә, йәһәннәм ситенә китмәҫ инең.

Баязит. Аҡыл тигән нәмә йәш ваҡытта самалы була. Ихтибарҙы ла күберәк тышҡы матурлыҡҡа бирәбеҙ.

Румия. Онотма, минең атайым профессор ине.

Баязит. Эйе, профессор. Атайың аҡыллы ине, һүҙ юҡ. Тормош һабаҡтарын унан өйрәндем. Һиңә өйләнергә  уйлағас, миңә бик һынаулы  ҡарап: “Ныҡлап уйланыңмы һуң?” – тине.

Румия. Атайым мине иркәләне һәм яратты.

Баязит. Иркә бала хәсрәтле була тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Институтты ташланың, балаға уҙғас, мин әле йәш тип, аборт яһаттың. Һөйөклө иреңде ҡурсалау урынына…

Румия. Баязит, бәғерем, мин һине шундай һағындым.

Баязит. Барыһы ла үтте. Беҙ хәҙер сит кешеләр – икебеҙ ике ярҙа.

Румия. Баязит, Баязитҡайым! Ниңә һин шундай ҡаты бәғерле? Ғәйебем бар икән, ғәфү ит. Алдарыңа теҙләнәм… кисер мине, йәнекәйем.

Баязит. Румия, ташла кәмит күрһәтеүеңде! Тор!

Румия. Хәҙер мин ҡысҡырам! Бар донъяға ҡысҡырам! Һинһеҙ йәшәй алмайым мин, Баязит.

Баязит. Бына асҡыс, минең фатирыма барып әҙерәк ял ит.

Румия. Ә бында ғына ял итергә  булмаймы? Мин һине  һағындым, һине яратҡым, яратылғым килә.

Баязит. Бында дауахана.

Румия. Миңә тимәһә,  чортом булһын! Аңла, мин дә бит кеше (илай).

Баязит. Үтенеп һорайым, аҙаҡтан аңлашырбыҙ, кабинетҡа булһа ла  инеп ял ит, исмаһам.

Румия. Аңлашырбыҙ тиһеңме? Күптән шулай тиһәң ни була, бәғеркәйем.

Румия китә. Баязит ҡағыҙҙарын алып икенсе бүлмәгә китә. Аҡназар инә, тирә яғына ҡарана, стеналағы яҙыуҙы уҡый.

Аҡназар. Юҡ! Бында ла юҡ! (Башын ике ҡулы менән ҡаплап ултыра.)

Вазифа инә.

Вазифа. Уф! Ҡайҙа врач?

Аҡназар. Белмәйем.

Вазифа. Бер кем белмәй! Һыуға батҡан кеүек юғалды!

Аҡназар. Һыуға?

Вазифа. Һыу! Һыу бирегеҙ! Тыным ҡыҫыла. Ишетмәйһегеҙме?

Аҡназар (тора). Һыу… (графиндән һыу һала). Ханым…

Вазифа (һыу эсә). Уф, алла… (тора, таҡталағы яҙыуҙарҙы уҡый). Йә хоҙай, ҡайҙа юғалды был?

Аҡназар. Һеҙ әллә берәйһен юғалттығыҙмы?

Вазифа. Юғалттым шул… (илап ебәрә).

Аҡназар. Йә инде тынысланығыҙ.

Вазифа. Ул бит үҙе бала… Ә әсә булырға йыйына, башҡа һыймаҫлыҡ хәл…

Аҡназар. Мин дә юғалттым һөйгән ҡыҙымды… Киләм тигән ине, килмәне…

Вазифа. Киләм тигәс килер… ә бына минеке.. Нимә эшләргә? Ҡайҙа һуң былар? (Аллы-артлы йөрөй.) Өс көн эҙләйем мин  уны! Өс көн! Йоҡом йоҡо түгел,  тамағыма аш бармай.

Аҡназар (телефонын ала, йыя). Йә телефоны яуап бирмәй… Ҡайҙа һин ҡәҙерлем,  һөйгәнем, берҙән берем.

Вазифа. Үпкәләне, өйҙән китте.  Ниндәй насар һүҙ әйттем мин уға? Юҡ шул, аңламаны…

Аҡназар. Көт тине.. килеп етәм тине,  ҡаршы сыҡтым… ә ул юҡ…

Хәмдиә инә.

Вазифа. Шәфҡәт туташы! Бында йәш ҡыҙҙы алып килмәнеләрме?

Хәмдиә. Һеҙ уның кеме булаһығыҙ?

Вазифа. Әсәһе.

Аҡназар. Һөйгән егете.

Хәмдиә. Һеҙ икегеҙ ҙә уғамы?

Вазифа. Юҡ!

Аҡназар. Беҙ әле яңы ғына таныштыҡ.

Хәмдиә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә бер генә йәш ҡатынды килтерҙеләр.

Аҡназар. Тимәк, ул түгел. Йәш ҡатынды?

Хәмдиә. Тиҙ ярҙам менән килтерҙеләр. Вокзалдан.

Аҡназар. Вокзалдан? Тимәк - ул! Ҡайҙа ул? Нимә булды?

Вазифа. Туҡта әле, егет кеше. Бәлки ул минең ҡыҙымдыр. Сәсе оҙонмо?

Аҡназар. Зәңгәр күҙле, ҡара ҡашлы.

Вазифа. Һоро күлдәк, ҡара туфли кейгән ине.

Хәмдиә. Эйе, оҙон сәсле, зәңгәр күҙле, һоро күлдәк, ҡара туфли кейгән ине.

Аҡназар. Был - ул! Наҙгөлөм.

Хәмдиә. Исеме Наҙгөл.

Вазифа. Наҙгөл? Ә һин уны ҡайҙан беләһең?

Аҡназар. Ул минең һөйгәнем.

Вазифа. Бына нисек! Тимәк һин - Аҡназар?

Аҡназар. Эйе.

Вазифа (Аҡназарҙың сикәһенә һуға). Бына һиңә!

Аҡназар. Ни эшләйһегеҙ?

Вазифа. Минең баламды аҙҙырғаның өсөн! Уны мыҫҡыл иткәнең өсөн!

Аҡназар. Һеҙ… Һеҙ.. яңылышаһығыҙ.

Вазифа. Ә хәҙер юғал күҙемдән!

Аҡназар. Мин, мин…

Вазифа. Кемгә әйтәләр!

 

Баязит инә.

Баязит. Туҡтағыҙ! Бында ауырыуҙар ята, ә һеҙ…

Вазифа. Баязит Кәримович! Өнөммө, төшөммө?

Баязит. Вазифа Сабировна? Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ.

Вазифа. Кемгә әйтәләр, юғал күҙемдән!

Баязит. Йәш кеше, ишетмәйһегеҙме?

Аҡназар. Мин… Наҙгөлдө күрмәйенсә китмәйем.

Баязит. Хәмдиә апай, оҙатығыҙ.

Хәмдиә. Аҙаҡтан килерһегеҙ, ә хәҙергә… тынысланығыҙ.

Аҡназар, Хәмдиә китә.

Баязит. Йә инде һөйләгеҙ, ниндәй елдәр һеҙҙе бында ташланы?

Вазифа. Һеҙ үҙегеҙ бында ни эшләйһегеҙ? Проверка-маҙармы?

Баязит. Мин бында эшләйем.

Вазифа. Бында? Кем булып?

Баязит. Һөнәрем буйынса.

Вазифа. Шаяртаһығыҙ, Баязит Кәримович… Һеҙ бит…

Баязит. Күрәһең,  шаяртмайым.

Вазифа. Төпсөнмәйем, төпсөнмәйем... Үҙегеҙ аңлатырһығыҙ, тип, ышанам.

Баязит. Үткәндәрҙе эҙләп килдем тиһәм, ышанырһығыҙмы?

Вазифа. Үткәндәрҙе ниңә эҙләргә? Киләсәк менән йәшәргә кәрәк. Ә шулай ҙа ҡолаҡ осо менән генә бер хәбәр ишетелгәйне…

Баязит. Тоҡ осонда энә ятмай шул…

Вазифа. Ә шулай ҙа… әгәр кәрәкле тапһағыҙ, мин һеҙгә ярҙам итергә әҙер.

Баязит. Рәхмәт, Вазифа Сабировна.

Вазифа. Һин миңә  сит кеше түгел, Баязит, ни тиһәң дә, бер ҡаҙанда ҡайнаған кешеләрбеҙ.

Баязит. Мин һеҙҙе тыңлайым, Вазифа Сабировна.

Вазифа. Бик сетерекле хәлгә тарыныҡ, бар ышаныс һеҙҙә.

Баязит. Урыҫтар әйтмешләй “Без выходных ситуаций  не бывает”. Ә һеҙҙең өсөн Вазифа Сабировна, мин ҡулымдан  килгәндең барыһын да эшләргә риза. Мин кеше ярҙамын онота торғандарҙан түгел…

Вазифа. Онотмаған икәнһең…

Баязит. Оноторлоҡмы һуң? Өс бүлмәле фатир.

Вазифа. Йәшерен-батырыны юҡ, һеҙ мине аңларһығыҙ тип уйлайым. Хәҙерге йәштәрҙе беләһегеҙ бит, ауыҙҙарынан әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәй, ә улар… Ояты ни тора бит, ояты… Ғәрлегемдән, ер тишеге булһа, шунда инерҙәй булам…

Баязит. Тынысланығыҙ, Вазифа ханым, мә, һыу эсеп алығыҙ.

Вазифа. Һеҙ беләһегеҙ бит инде, минең берҙән-бер ҡыҙым бар икәнен.

Баязит. Бәләкәй сағында күргәнем бар, ә үҫеп еткәс… танымайымдыр ҙа инде. Әгәрҙә һеҙгә оҡшаһа, ул…

Вазифа. Бик тәртипле, тыңлаусан бала булды. Мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, институтҡа инде, тик… Минең уға бағышлаған хыялдарымды селпәрәмә килтерҙе! Барыһы ла юҡҡа сыҡты! Аңлайһығыҙмы?

Баязит. Тынысланығыҙ, Вазифа ханым.

Вазифа. Ғәфү итегеҙ, нисә көндәр буйы ут йотоп йөрөнөм, ә бөгөн… түҙә алманым (илай). Ниндәй матур, татыу ғаилә инек. Юҡ бит, араға шайтан инде. Ғүмерҙә булмаған хәл, ишекте шартлата ябып, өйҙән сығып китте. Мин уны эҙләмәгән урын, ер ҡалманы.

Баязит. Тынысланығыҙ, мотлаҡ табылыр ул бала.

Вазифа. Табылды.

Баязит. Ҡайҙан табылды?

Вазифа. Һеҙҙә икән.

Баязит. Беҙҙә?

Вазифа. Поезда ауырып киткән…

Баязит. Кисә кис алып килгән йәш ҡатын тураһында һүҙ бармайҙыр ул.

Вазифа. Ул йәш ҡатын – минең ҡыҙым Наҙгөл.

Баязит. Һуң…

Вазифа. Ҡыҙым уйламағанда… бер егет менән бәйләнешкә ингән. Ә  һөҙөмтәһе… хәҙер тышҡа бәреп сыҡты. Ә егете алдаҡсы булып сыҡты, баламды ташлаған.

Баязит. Аңлашыла…

Вазифа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы шулай. Әгәр ваҡытында белһәм, ошондай хурлыҡҡа юл ҡуйыр инемме икән? Ләкин ни эшләйһең, батып барғанда һаламға йәбешергә тура килә.

Баязит. Тынысланығыҙ, Вазифа ханым. Мин  уны яңы ғына ҡараным. Хәле бик яҡшы тип әйтә алмайым. Беҙҙең дарыуханала үҙ эшен яҡшы белгән шәфҡәт туташтары, врачтар эшләй…

Вазифа. Ҡыҙым йәш, уға ни бары ун һигеҙ. Уға әле институт бөтөргә кәрәк.

Румия инә, ишек төбөндә туҡталып ҡала.

Баязит. Барыһы ла яҡшы булыр, уҡыуын да бөтөрөр, бәләкәйен дә үҫтерер.

Вазифа. Һеҙ мине аңламанығыҙ. Беҙгә бала кәрәкмәй.

Баязит. Вазифа ханым, уйлашайыҡ, бәлки…

Вазифа. Юҡ.

Баязит. Бик сетерекле хәл икән шул. Вазифа Сабировна, һеҙ тағы ла бер уйлағыҙ. Бында бит бала яҙмышы хәл ителә. Ул бит уйынсыҡ түгел, ә тере кеше. Бәләкәй генә булһа ла – кеше.

Хәмдиә инә.

Хәмдиә. Баязит Кәримович! 1-се палаталағы ауырыуҙың хәле насар. Пульсы түбән…

Баязит. Ғәфү итегеҙ.

Вазифа. Зарар юҡ, мин көтөрмөн.

Баязит китә.

Вазифа. Шәфҡәт туташы, миңә ҡыҙым менән осрашырға ине.

Хәмдиә. Ә ҙ генә көтөгөҙ, уға система ҡуйылған.

Хәмдиә китә. Вазифа тора, аллы-артлы бүлмә буйлап йөрөй. Румия инә.

Румия. Вазифа Сабировна, иҫән -һау ғынаһығыҙмы?

Вазифа. Күреп тораһығыҙ, аллаға шөкөр.

Румия. Ҡыҙыңдың хәлен белергә килдегеҙме?

Вазифа. Тимәк…

Румия. Ғәфү итегеҙ, ирекһеҙҙән  һеҙҙең Баязит менән һөйләшеүегеҙгә шаһит булдым.

Вазифа. Тик торғанда башҡа тимер таяҡ.

Румия. Һеҙ нимә тинегеҙ, ишетмәй ҡалдым.

Вазифа. Беҙҙең аралағы һөйләшеү сер булып ҡалырға тейеш. Бигерәк тә  минең ҡыҙым өсөн, аңланығыҙмы?

Румия. Аңлашыла, Вазифа ханым.

Вазифа. Аңлағас, һәйбәт.

Румия. Тормош тигәндәре шундай ҡатмарлы. Ә бит ҡайһы берәүҙәр балаһыҙ интегә. Йылдар буйы бала табау өсөн ниндәй генә больница тупһаларын тапамайҙар, хатта күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүрҙәр.

Вазифа. Минең ҡыҙым әле йәш. Киләсәге алда, әгәр барыһы ла һәйбәт булһа, киләсәктә балаһыҙ ҡалыр тип уйламайым.

Румия. Хәҙергә һүҙ һеҙҙең балағыҙ тураһында бармай. Һеҙҙең өсөн Баязит барыһын да эшләр. Ни тиһәң дә һеҙ министерствола һуңғы урын биләмәйһегеҙ, Вазифа ханым.

Вазифа. Әйткәндәй, мин һаман аңлап етә алмайым, ни өсөн  Баязит Кәримович бында? Ул бит медицина фәндәре кандидаты, бына-бына докторский яҡларға тейеш ине.

Румия. Мин үҙем дә аңламай ҡалдым. Барыһын да күтәрә һуҡты ла сыҡты ла китте.

Вазифа. Әйткәндәй, бында һеҙ ғәйепле түгелме? Мин ишетә биреп ҡалған инем…

Румия. Ышандығыҙмы? Барыһы ла ялған! Беҙҙе күрә алмайҙар, көнләшәләр. Ә инде һеҙгә, шундай дәрәжәле ҡатынға, ғәйбәт һүҙгә ышаныу килешмәй.

Вазифа. Буш һүҙ икән, тик яҡшыға ғына. Кем-кем – һеҙ, Баязит Кәримовичтың иң яҡын кешеһе, сәбәптәрен бары һеҙ генә беләһегеҙ.

Румия. Сәбәбе бер. Түлһеҙ ҡатын мин. Ошо йәшкә етеп бала һөйөп, бала баға алманым. Әгәр бәләкәсебеҙ булһа, тормошобоҙ икенсе төҫ алыр ине. Етмәһә үҙенең профессияһы ла акушер-гинеколог. Уның ҡулдары аша күпме сабый үтә. Күпме бәхетле әсәләр уға рәхмәт әйтә. Ә үҙенең… балаһы юҡ (илай).

Вазифа. Тыныслан, Румия ханым. Мин һине шул хәтлем бәхетһеҙ тип уйламаған инем. Ә һин…

Румия. Бына, бына үҙебеҙҙең бала булыр тип өмөт иттем, ә хәҙер…

Вазифа. Һеҙ әле йәш, өмөтөңдө өҙмә.

Румия. Һуң инде. Йәш саҡтағы хаталарҙы төҙәтеп булмай шул. Ә шулай ҙа… бер өмөтөм бар, бәләкәй генә өмөт.

Наҙгөл инә.

Вазифа. Балам, балаҡайым (ҡосаҡлай). Ҡотомдо алдың бит, бәләкәсем.

Наҙгөл. Ниңә эҙәрләйһең мине, әсәй?

Вазифа. Балаҡайым, мин һиңә асыуланмайым, бөтөнләй асыуланмайым. Һин минең берҙән-берем. Ни булды һиңә? Әллә ауырыйһыңмы?

Наҙгөл. Насар төш күрҙем.

Вазифа. Ауырыйһың, температураң да бар һымаҡ.

Румия. Өфөгә ҡайтырға кәрәк һеҙгә, ундағы клиникаларҙы бындағы менән сағыштырып булмай инде.

Вазифа. Ысындан да ҡыҙым, бәлки ҡайтырбыҙ.

Наҙгөл. Юҡ! Мин бер ҡайҙа ла бармайым.

Румия. С характером!

Румия китә. Вазифа ауыр көрһөнә.

Наҙгөл. Әсәй, минең өсөн борсолма. Мин үҙемде һәйбәт тоям, бәләкәсем дә үҙен һәйбәт тоя. Мин уның һәр һулышын ишетәм. Минең уны тиҙерәк күргем, ҡулыма алғым килә. Әсәй, һин мине көткәндә һине лә шундай хистәр биләне микән? Әсәй, ниңә өндәшмәйһең?

Вазифа. Әле һиңә имен-аман ҡотолоу кәрәк.

Наҙгөл. Ниндәй сирҡаныс һүҙ -  ҡотолоу.

Вазифа. Юҡ та, имен-һау бәләкәсең тыуһа, тигән инем.

Наҙгөл. Шунан?

Вазифа. Беҙ бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ шикелле.

Наҙгөл. Һин мине бер ваҡытта ла  аңламаның. Һин минең был донъяла барлағымды ла  һиҙмәй торғайның. Һине көтә-көтә буҫығып илап, йоҡлап китә торған инем.

Вазифа. Мин көн-төн эштә булдым. Гел яуаплы эштә.

Наҙгөл. Эш, эш, эш… Ә мин бәләкәсемде наҙлап үҫтерәсәкмен.

Вазифа. Балам, һиңә әле уҡырға кәрәк.

Наҙгөл. Институт бөтөргә, аҙаҡтан аспирантура, унан һуң кандидатский яҡларға, унан һуң – докторский.

Вазифа. Шулай, балаҡайым, шулай.

Наҙгөл. Ә баланы кем ҡараясаҡ?

Вазифа. Ә-ә-ә…

Наҙгөл. Бәлки һин ҡарарһың, әсәй?

Вазифа. Мин?

Наҙгөл. Ха-ха-ха! Ҡурҡтыңмы? Ни за что! Ул баланы мин һиңә бирмәйәсәкмен. Ул минеке! Минеке! Һин бит бала күңелен аңламайһың.

Вазифа. Наҙгөл, шаярма әсәйең менән, шаярма!

Наҙгөл. Ә мин шаярмайым. Хуш әсәй!

Наҙгөл китә.

Вазифа. Наҙгөл! Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Уф! Башҡайҙарым сатнай. Үлтерә! Тереләй үлтерә! (Креслоға йығыла.)

Таһира инә, ҡулында ромашка сәскәләре.

Таһира. Һеҙгә ни булды, ханым?

Вазифа. Насар, хәлем насар!

Таһира. Хәмдиә апай! Ҡайҙа юғалдылар, икән? (Өҫтәлдән нашатыр ала.) Еҫкәгеҙ.

Вазифа. (Башын ҡалҡыта.) Рәхмәт, үләм тип торам.

Таһира. Тик  кенә ятығыҙ.Тынысланығыҙ.

Вазифа. Һеҙ кем?

Таһира. Минме? Бәхетле әсә.

Вазифа. Көнләшәм.

Таһира. Ниңә улай тиһегеҙ? Был йорт кешеләргә бәхет өләшә түгелме?

Вазифа. Кемгә бәхет, кемгә - бәхетһеҙлек.

Таһира. Нимә булды? Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙең ҡайғығыҙҙы  уртаҡлашам.

Вазифа. Рәхмәт. Һеҙҙең балаларығыҙ күпме?

Таһира. Берҙән бер улым. Ышанысым һәм таянысым.

Вазифа. Һеҙ яңғыҙ ҡатынмы?

Таһира. Мин яңғыҙ түгел. Минең улым бар.

Вазифа. Бәхетлемен тигән булаһың, һеҙ ҙә бәхетһеҙ икән.

Таһира. Ниңә улай тиһегеҙ?

Вазифа. Күҙегеҙҙән күреп торам. Бәхетле ҡатындарҙың күҙҙәре ялтырап тора, ә һеҙҙеке – һағышлы.

Хәмдиә инә.

Хәмдиә. Мине саҡырҙығыҙмы? Ғәфү итегеҙ, унда ауырыуҙың хәле  насар, система ҡуйырға  тура килде.

Таһира. Ханымдың башы әйләнеп китте.

Хәмдиә. Таһира? Был һинме?  Вазифа ханым, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе палатаға һалайым, ҡан баҫымығыҙҙы үлсәрмен.

                  

Хәмдиә, Вазифа китә. Ауыр тынлыҡ. Таһира йырлай.

Йыраҡтарҙа инде ҡалған,

Бергә үткән болондар.

Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға

Инде үҫкән үләндәр.

Ҡабатланмаҫ, кире ҡайтмаҫ,

Бәхет тулы минуттар.

Көтөп алған ҡояшҡайҙы,

Ҡапланы шул болоттар.

Барыһы ла үтә икән,

Һөйөүҙән ҡуҙҙар ҡалды.

Елдәр тарата көлдәрҙе,

Йөрәктә һағыш ҡалды.

Хәмдиә инә.

Хәмдиә. Ниңә болоҡһоноң, Таһира?

Таһира. Күңелем тулып китте, Хәмдиә апай (илай).

Хәмдиә. Ила, Таһира, ила. Был бит хәсрәтле күҙ йәштәре түгел, бәхетле күҙ йәштәре.

Таһира. Рәхмәт, Хәмдиә апай, мин һеҙгә ғүмер буйы бурыслы.

Хәмдиә. Йә инде, Таһира.

Таһира. Әгәр һеҙ юлымда осрамаһағыҙ, белмәйем, ниндәй яҙмыштарға дусар булыр инем.

Хәмдиә. Йә инде, һөрт күҙ йәштәреңде.

Таһира. Хәҙер мин инандым: тормош йәме – бала.

Хәмдиә. Хоҙай әсәләрҙе бала бағыу, бала һөйөү өсөн донъяға яралтҡан. Әгәр ҡатын-ҡыҙ әсә булыуҙан мәхрүм икән – ул бәхетһеҙ.

Таһира. Һеҙҙең ул ваҡытта әйткән ошо һүҙҙәрегеҙ ғүмер буйы минең ҡолағымда сыңланы.

Хәмдиә. Улың ҙур үҫкәндер инде.

Таһира. Егерме бере тулды инде. Институт тамамларға бер йыл ҡалды. Инженер буласаҡ. Хәмдиә апай, кисә бер йәш ҡатынды һеҙгә тиҙ ярҙам менән килтергән инеләр. Уның хәле нисек икән?

Хәмдиә. Кисә тиһеңме? Ә ул һиңә кем?

Таһира. Бер кем дә түгел. Вокзалда таныштыҡ. Мин уға тиҙ ярҙам саҡырған инем.

Хәмдиә. Бик яҡшы эшләгәнһең. Ваҡытында ярҙам күрһәтелде. Юғиһә, бала төшөү ҡурҡынысы янай ине.

Таһира. Бына нисек.

Хәмдиә. Беҙҙә бит яңы врач. Өфәнән килде. Шәп белгес.

Таһира. Төнө буйы күңелем тыныс түгел ине, ә хәҙер тынысланды.

Румия инә.

 

Румия. Ә бына минең күңелем тыныс түгел. Әй, шәфҡәт туташы?

Хәмдиә. Миңә әйтәһегеҙме?

Румия. Һеҙгә инде, һеҙгә.

Хәмдиә. Тыңлайым.

Румия. Ауырыта.

Хәмдиә. Ултырығыҙ, ҡан баҫымығыҙҙы  үлсәйем.

Румия. Иҫәр. Ҡан баҫымы ул пустәк!

Хәмдиә. Әллә йөрәгегеҙ ауырта?

Румия. Ауырта шул, ауырта.

Хәмдиә. Улайһа, бына һеҙгә валидол.

Румия. Көслөрәге юҡмы, апаҡайым.

Хәмдиә. Көслөрәге?

Румия (пробирканы аса, еҫкәй). Нәҡ үҙе. Рәхмәт. Йөрәк һағыштарын ошо ғына баҫа шул.

Таһира. Яңылышаһығыҙ.

Румия. Ә һеҙ кем?

Таһира. Минме?

Румия. Әгәр ирегеҙ һеҙҙе ташлап китһә, һеҙ ни эшләр инегеҙ?

Таһира. Ғәфү  итегеҙ, ирҙең ташлап китеүе оло ҡайғы түгел.

Румия. Бына нимә, ханым, үҙ башыңа төшмәһә, кеше хәлен аңлап булмай шул.

Таһира. Мин…

Румия. Һеҙ миңә киреһен аңлатығыҙ, нисек ул ирҙе миңә кире ҡайтарырға?

Таһира. Әгәр ҙә һеҙ уны, ул һеҙҙе ярата икән, аңлашырға кәрәк.

Румия. О-хо-хо! Ярата, яратмай… Ә яратмаһа…

Хәмдиә. Румия ханым, бәлки әҙерәк ял итерһегеҙ.

Румия. Мин арыным, арыным ял итеп… Һеҙ, ханым, минең һорауыма яуап бирмәнегеҙ?

Таһира. Ә яратмаһа… көслөк менән генә йәшәп булмайҙыр ул. Һөймәгәнгә һөйкәлмә тиҙәрме шул.

Румия. Эх һеҙ, иҫәрҙәр. Недаром ир баш, ҡатын муйын тимәгәндәр. Муйын ҡайҙа боролһа, баш шунда. Мин сер итеп кенә әйтәм, йәш сағында уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым. Ул ваҡытта уның һөйгән ҡыҙы ла бар ине. Ләкин мин ул минеке булырға тейеш тинем, һәм минеке булды ла! Бында хәйлә кәрәк, хәйлә… Шулай түгелме, шәфҡәт туташы?

Хәмдиә. Хәйлә генә ҡороп бәхетле булып буламы һуң? Румия ханым, тик ваҡыт ҡына йән яраларын юя тиҙәр, бәлки һеҙгә лә әҙерәк тынысланырға, уны ла тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәктер? Ә һуңынан инде…

Румия. Юҡ инде апаҡайым, ятып ҡалғансы атып ҡал тиҙәр…

Йырлый-йырлай Румия китә.

Хәмдиә. Белмәйем, атып ҡалаһыңмы, әллә ятып ҡалаһыңмы? Беҙҙең врачтың элекке ҡатыны. Булғанында ҡәҙерен белмәйбеҙ, ә юғалтҡас… ер тырнап илайбыҙ.

Таһира. Хәле шулай уҡ мөшкөлмө?

Хәмдиә. Аңламайым, шундай аҡыллы ир ошо елбәҙәк ҡатынға нисек юлыҡҡанын? Күрәһең бит, башында елдәр уйнай, етмәһә… был яҡты ла ярата. Таһира, әле тыныс сәғәт ваҡыты, һине лә күптән күргән юҡ, сәй эсеп серҙәребеҙҙе бушатып алырбыҙ. Киттек.

Таһира, Хәмдиә китә. Бер аҙҙан Баязит инә. Ҡағыҙҙарын өҫтәлгә һала, ниҙер яҙа. Аҡназар инә.

Аҡназар. Мөмкинме?

Баязит. Һин һаман бындамы? Тағы янъял сығарырға уйлайһыңмы?

Аҡназар. Юҡ. Мин Наҙгөлдө күрергә теләйем.

Баязит. Әле генә осраша алмаҫһығыҙ.

Аҡназар. Нимә булды? Әллә Наҙгөл менән бер-бер хәл булдымы?

Баязит. Туҡта, ниңә улай өҫкә менеп киләһегеҙ? Әгәр улай ҡыланһаң, ишектән бөтөнләй индермәҫкә лә ҡуша алам.

Аҡназар. Барыһы ла миңә ҡаршы. Һеҙ әллә һүҙ ҡуйыштығыҙмы?

Баязит. Мин - врач. Мин ауырыуҙар һағында торам. Минең һүҙем бында – закон.

Аҡназар. Закон имеш? Ә бына беҙҙең йөрәккә бер кем дә хужа түгел. Ишеттегеҙме? Бер кем дә беҙҙе айыра алмаясаҡ. Беҙ барыбер бергә буласаҡбыҙ.

Баязит. Туҡта әле, егет кеше. Бер ни аңламайым.

Аҡназар. Һеҙҙең яратҡанығыҙ булдымы?

Баязит. Мин…

Аҡназар. Беҙ Наҙгөл менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ.

Баязит. Яратаһың?

Аҡназар. Ә беҙҙең бәхетте емерергә теләйҙәр.

Баязит.  Ә ата- әсәйең бармы?

Аҡназар. Әсәйем бар. Мин атайһыҙ үҫтем. Нисек кенә әсәйем мине наҙлап, һөйөп үҫтермәһен, мин ниңәлер һәр ваҡыт үҙемде был донъяла кәмһетелгән итеп тойҙом. Дуҫтарымдың атаһы бар, ә минеке – юҡ. Дуҫтарым аталары менән балыҡҡа бара, бергәләшеп футбол уйнайҙар, йә мотоциклда елдерәләр. Аңлайһығыҙмы, шул ваҡытта минең күңелемдә ниҙәр булғанын? Ә кистәрен илай инем, ҡайҙа һин атай тип…

Яҡлаусыбыҙ булмағас, эте лә, бете лә тигәндәй, һине хурларға, кәмһетергә, йәберһетергә тырыша. Алдында һине йығып тапарға әҙер  кешеләр торғанда терәк, таяныс эҙләп, артыңа ҡарайһың, ә унда – бушлыҡ! Арҡа терәр кешең юҡ.

Баязит. Ә атайың…

Аҡназар. Әсәйем уны мин тыумаҫ элек үлде тине.

Баязит. Донъя булғас, барыһы ла була. Әсәйең дә, һин дә ғәйепле түгел.

Аҡназар. Әсәйем мине алдаған. Ул үлмәгән. Тере. Мин ул турала күрше апайҙан ишеттем.

Баязит. Бәлки ул яңылышҡандыр?

Аҡназар. Юҡ шул. Яңылышһа, яҡшыраҡ булыр ине.

Баязит. Ниңә улай тейһең?

Аҡназар. Шул хәбәрҙе ишеткәндән һуң атайыма үпкәләнем. “Атай” һүҙен юйып ташланым йөрәгемдән. Әсәйемде лә аңланым, уға ниндәй ауыр булғанын. Уға ярҙам, терәк булырға тырышам.

Баязит. Бәлки сәбәптәре булғандыр… Тормош тигән нәмә ҡатмарлы.

Аҡназар. Булғанмы, юҡмы сәбәбе… Ләкин ауырлы ҡатынды яңғыҙын  билдәһеҙ яҙмыш ҡосағына ташлау – ул көсһөҙлөк билдәһе, ирлек түгел.

Баязит. Дөрөҫ, ирлек түгел. Уны аңлай икәнһең, молодец. Тик атайыңдың хатаһын ҡабатлама.

Аҡназар. Ниңә улай тиһегеҙ?

Баязит. Ә ҡасан өйләнешәһегеҙ?

Аҡназар. Өйләнергә? Һеҙ ағай - шутник. Беҙ бит әле йәш. Әле һөйөшөп тә туйманыҡ. Мин уның характерын да белмәйем. Башҡа ҡыҙҙар һымаҡ, һинең күңелеңә инә яҙып, бер туҡтауһыҙ һине генә яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым, тип тә әйтмәй бит. Ә инде үпкәләһә…

Баязит. Әллә үпкәләштегеҙме?

Аҡназар. Үпкәләштек тип… Бынан дүрт ай элек, нисектер ҡыйыуһыҙ ғына: “Һин миңә өйләнер инеңме?”,- тип һорап ҡуйҙы, ә мин: “ Муйыныма  ҡамыт кейергә, мин йүләр түгел дә”, - тип ысҡындырҙым. Боролдо ла китте. Телефонға яуап бирмәй, осрашырға теләмәне. Унан каникул да етте. Көн һайын ҡабатланым: оноторға оноторға… ә инде ул шылтыратҡас, тауышын ишеткәс, йөрәгем дөпөлдәп типте.

Баязит. Тимәк, яратаһың.

Таһира инә. Баязит менән Таһира бер-береһенә ҡарап ҡата. Румия инә.

Румия. Ой, йәнкәйем, һине көтә-көтә көтөк булдым (үбеп ала). Һинең менән бик яуаплы һөйләшеү бар.

Баязит. Румия…

Румия. Был беҙҙең тормошобоҙҙо 180 градусҡа борасаҡ. Ниңә ул минең башыма быға хәтлем килмәгән, аңламайым.

Баязит. Румия, аҙаҡтан һөйләшербеҙ.

Румия. Юҡ, хәҙер һөйләшәбеҙ.

     

         Баязитты һөйрәп тигәндәй, алып китә.

 

Таһира. Ниңә һин бында, Аҡназар?

Таһира. Һин ҡайҙан белдең? Кем әйтте?

Аҡназар. Шәфҡәт туташы Хәмдиә апай.

                  Таһира йөрәген тота.

 

Аҡназар. Әсәй? Ни булды һинең менән? Хәмдиә апай! Ярҙам итегеҙ!

Шаршау.

 


ИКЕНСЕ ШАРШАУ

ИКЕНСЕ  КҮРЕНЕШ

Аҡназар аллы-артлы йөрөй. Ҡулында уйынсыҡ. Хәмдиә инә.

 

Аҡназар. Ышанмайым.

Хәмдиә. Ул бер кемде лә күрергә теләмәй, хатта әсәһен дә.

Аҡназар. Улайһа, үткәрегеҙ мине.

Хәмдиә. Унда ярамай.

Аҡназар. Ни эшләргә миңә? (Йырлай.)

Йондоҙҙарҙы баҫҡыс итеп,

Айға менеп төшөрмен.

Силәк тотҡан Зөһрә ҡыҙға,

Һинән сәләм, әйтермен

Наҙгөл, Наҙгөл, Наҙгөлөм2

Хәмдиә. Тағы бер әйтеп ҡарайым әле.

Хәмдиә китә. Бер аҙҙан Наҙгөл инә.

Аҡназар. Наҙгөл?

Наҙгөл. Мин бик ҡурҡыныс. Шулаймы?

Аҡназар. Наҙгөл…

Наҙгөл. Ҡурҡма. Мин бер кемгә лә көслөк менән тағылырға уйламайым.

Аҡназар. Мин һиңә шылтыраттым, смс-калар ебәрҙем, ә һин… яуап бирмәнең…

Наҙгөл. Барыһын да өҙөргә ине.

Аҡназар. Наҙгөл… һинән хәбәр алғас та мин…

Наҙгөл. Тағы бер тапҡыр һине күргем килде, тик һин мине ҡаршы алманың.

Аҡназар. Мин һиңә бүләк алырға туҡтаған инем… ә автобус китте лә барҙы.

Наҙгөл. Вокзалда һине көтөп аҡылымдан шаша яҙҙым һәм иҫтән яҙып йығылғанмын.

Аҡназар. Ғәфү ит мине, һөйөклөм (ҡосаҡлай).

Наҙгөл. Ой!

Аҡназар. Нимә булды?

Наҙгөл. Тибешә.

Аҡназар. Кем тибешә?

Наҙгөл. Ә һин һиҙмәйһеңме? Күҙеңде асыбыраҡ ҡара.

Аҡназар. Һин?

Наҙгөл. Эйе.

Аҡназар. Аңлашылды. Ни өсөн Вазифа ханым минең сикәгә сәпәгәнен?

Наҙгөл. Ғәфү ит, әсәйемдең ғәйебе өсөн.

Аҡназар. Бында әсәйең ғәйепле түгел. Наҙгөл, әйт әле дөрөҫөн, барыһын да аңлат.

Наҙгөл. Ҡурҡма, мин һиңә тағылмайым.

Аҡназар. Тағылмайым имеш. Ә ни эшләргә уйлайһың?

Наҙгөл. Бик оҙаҡ көрәштем үҙ-үҙем менән, икеләндем, бер нисә тапҡыр поликлиникаға барҙым, ләкин… үҙемдә ошо сабыйҙан ҡотолорға көс тапманым. Ә ул үҫкәндән үҫә, ҙурайғандан ҙурая. Аңлатыуы мөмкин түгел минең ни кисергәндәремде!

Аҡназар. Һуң берәй юл табырға мөмкиндер бит.

Наҙгөл. Минең балаға уҙыуым әсәйем өсөн хурлыҡ, ә шулай ҙа ул һиҙҙе… һәм өйҙә янъял ҡупты. Миңә өйҙән китергә тура килде…

Аҡназар. Эх, һин!

Наҙгөл. Мин үҙем ғәйепле, үлеп һиңә ғашиҡ булдым, үҙ теләгем менән бирелдем, бер кем мине көсләмәне… Һин ғәйепле түгел.

Аҡназар. Эйе, һин генә фәрештә, ә ҡалғандар йыртҡыс, шулаймы?

Наҙгөл. Бөгөнгө күргән төшөм дә миңә тынғылыҡ бирмәй. Һыу буйы, йәм-йәшел үләнлек, ә унда ҡаҙ бәпкәһе. Һап-һары ҡаҙ бәпкәһе. Ул шундай матур, мин уға ҡарап һоҡланам, ҡулдарыма алам, баштарынан һыйпайым. Шул ваҡыт ҡайҙандыр ҡап-ҡара ҡарсыға килеп сыҡты ла минең  ҡулымдан бәпкәне эләктереп алды…

Аҡназар. Шунан?

Наҙгөл. Эләктереп алды ла осоп китте. Мин ҡысҡырам, уның артынан йүгерәм. Бахыр бәпкә ҡарсығаның тырнаҡтарынан ҡотолорға теләп тыпырсына һәм илай.

Аҡназар. Илай?

Наҙгөл. Эйе, илай, бала тауышы менән илай ине.

Аҡназар. Ул бары төш кенә бит, Наҙгөлөм.

Наҙгөл. Мин ҡурҡам.Ҡарсығаларҙан ҡурҡам.

Аҡназар. Әллә һаташаһың инде.

Наҙгөл. Һин дә мине аңламаның. Хуш, Аҡназар.                   

Вазифа инә.

 

Вазифа. Бына нисек? Әйтерһең, күгәрсендәр гөрләшә.

Наҙгөл. Әсәй…

Вазифа. Ҡалдыр минең ҡыҙымды! Үҙебеҙҙең башҡа төшкән бәләне нисек тә үҙебеҙ хәл итербеҙ.

Аҡназар. Тыңлағыҙ мине…

Вазифа. Балаҡайым, бер тапҡыр  алданғанһың бит инде, бер тапҡыр киҫелгән икмәк кире ялғанмай. Ниндәй изге атай! Мәрхәмәтең  өсөн рәхмәт! Наҙгөл, һин әле аңламай-һың, ниндәй яҙмыш һине көтәсәген, аҡылыңа кил, балаҡайым.

Хәмдиә инә.

Хәмдиә. Ауырыуҙы борсорға ярамай, уға был хәлендә тыныслыҡ кәрәк. Вазифа ханым, һеҙ бит әсә кеше! Әйҙә Наҙгөл, палатаға инәйек.

Хәмдиә, Наҙгөл китә.

Вазифа.  Һин бит хәҙерге көндә балалы ҡатынды түгел, үҙеңде лә аҫырай алмайһың.

Аҡназар. Уныһы инде минең эш!

Аҡназар китә.

Вазифа. Эш имеш! Урам һепереп, йә  йөк бушатып күпме аҡса эшләрһең. Ул аҡса һинең үҙеңә лә етмәйәсәк. Ә минең ҡыҙым… ундай шарттарҙа йәшәргә  өйрәнмәгән.

Баязит инә.

Баязит. Вазифа ханым, ниңә ул хәтлем көйәләнәһегеҙ. Минеңсә, ул хәтлем көйәләнер урын юҡ.

Вазифа. Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә. Һиңә әйтеүе анһат. Һинең балаң юҡ.

Баязит. Мин ул егет менән һөйләштем. Аҡыллы егет, бәлки..

Вазифа. Аҡыллы имеш… ҡарап тороуға улар барыһы ла аҡыллылар. Ә бына тормош ауырлыҡтары иңдәренә төшһә… тиҙерәк табандарын ялтыраталар.

Баязит. Барыһы ла улай түгел.

Вазифа. Уларҙың береһенең дә маңлайына яҙылмаған. Берҙән бер ҡыҙымды урам буйындағы малайға тоттора алмайым, ғәфү итегеҙ. Йә ярай. Быныһы инде минең  шәхси эшем. Ә инде һеҙгә килгәндә, һеҙ бында ҡалырға тейеш түгелһегеҙ…

Баязит. Мин…

Вазифа. Бәхәсләшмәгеҙ, биш минуттан докторский яҡлаясаҡ кеше бында ҡала алмай. Икенсенән бала мәсьәләһе… Ул турала мин әйттем инде.

Баязит. Вазифа Сабировна – мин врач. Гиппократ антын биргәнмен.

Вазифа. Баязит Кәримович, тартынмағыҙ, күпме аҡса кәрәк?

Баязит. Вазифа Сабировна… бар нәмәне лә аҡса менән хәл итеп булмай.

Вазифа. Өфөлә һеҙгә баланан ҡотолорға килгән ҡатындарҙан һорарға тартынмағанһығыҙ бит…

Баязит. Унда минең бер ниндәй ҡыҫылышым булманы.

Вазифа. Һин алмаһаң, ана ҡатының алған. Семейный бизнес. Бәлки ҡатының аша эш итергәлер, Баязит Кәримович?

Баязит. Вазифа Сабировна, этәрмәгеҙ мине енәйәткә, үтенеп һорайым.

Вазифа. Һин ир түгел, бер мәмәй икәнһең. Аңлашыла, ни өсөн ҡатының һинең елкәңә менеп атланғанын…

Баязит. Вазифа Сабировна, был беҙҙең ғаилә эше.

Вазифа. Ғаилә имеш… бер бисәңә хужа түгелһең. Хужа булыр инең дә ул, кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларға тура килә. Әгәр профессор ҡыҙына өйләнмәһәң, ошо дәрәжәгә күтәрелер  инеңме һуң? Ә йылдар үткәс ир булырға маташаһың, йүгәнде үҙеңдең ҡулыңа алырға уйлайһың да ул… тик поезд киткән… тю-тю. Бына шулай, Баязит Кәримович. Ярай, был һөйләшеү үҙ-ара ҡалһын. Ә хәҙер йыйынығыҙ… Иртәгә беҙ Өфөлә булырға тейешбеҙ.

Баязит. Вазифа Сабировна…

Вазифа. Был һинең һуңғы шансың…

Вазифа китә.

Баязит. Вазифа Сабировна! Туҡтағыҙ әле!

Баязит китә. Хәмдиә менән Таһира инә.

Хәмдиә. Таһира, барыһы ла ҡасан да булһа, асыҡланыр ине.

Таһира. Күҙ йәштәремә быуылып, баламды ҡалдырырға тип килгән инем. Әгәр шул ваҡытта һеҙ осрамаһығыҙ… ғүмерлек хата яһар инем. Сабыйыма бөтә һағыштарымды баҫтым. Әсә кешегә ниндәй бөйөк бурыс һалынғанын аңланым. Бала бәхете өсөн әсә барыһына риза.

Хәмдиә. Шулай инде ул ҡатын фиғеле, иң алда балаһын, аҙаҡтан ейән-ейәнсәрҙәрен ҡурсып, һөйөп, күңелен биреп йән ата.  Ә кем хаталанмай был донъяла? Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә. Хоҙай уға үҙ язаһын биргән. Ә бит кешене эш тә, аҡса ла, ҙур-ҙур дәрәжәләр ҙә бәхетле итмәй, ә бары ғаилә усағы ғына кешене йылыта, тик яныңда һине яратҡан, һине аңлаған кеше булһа, һин бәхетлеһең.

 Таһира. Наҙгөлдең хәле ҡырҡа насарайыуында әсәһе ғәйепле, ниңә улар бер-береһен аңламай инәй?

Хәмдиә. Бөтә кешеләр ҙә бер түгел бит, Таһира. Вазифа ханымды ла аңларға була. Һуңлап ҡына тормошҡа сыға. Балалары тыуа. Бәләкәсен ҡалдырып, ире китә. Ғаилә тормошоноң барып сыҡмауында балаһын ғәйепләй. Бар асыуын, көн-төн эшләп, эшенә баҫа.

Таһира. Эшендә бөтә нәмәне планлаштырып эшләүе етмәгән, балаһының һәр аҙымын планлаштыра. Ләкин бала робот түгел…

Хәмдиә. Шулай. Бар нәмәне планлаштырып булмай, тормош һин тигәнсә  генә түгел. Бер алдын, бер артын күрһәтә.

Хәмдиә уколдарын йыя, китә. Баязит инә.

Баязит. Таһира? Осрашыуға өмөт өҙгән инем

Таһира. Мин… һине күрер өсөн килмәнем, Баязит.

Баязит. Таһира…

Таһира. Мин врач Баязит Кәримович менән һөйләшергә килдем.

Баязит. Тыңлайым.

Таһира.  Мине Солтанова Наҙгөлдең хәле борсой. Уның хәле бик ауырмы?

Баязит. Һеҙ уға кем булаһығыҙ?

Таһира. Яҡын кешеһе.

Баязит. Хәле яҡшы тип әйтә алмайым, шулай ҙа…

Таһира. Баязит Кәримович, бында  уға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтә алаһығыҙмы?

Баязит. Врач булараҡ, бөтә көсөмдө һаласаҡмын.

Таһира. Һеҙ уның әсәһен ҡайтарып ебәрә алмаҫһығыҙмы?

Баязит. Таһира, врач ундай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала алмай.

Таһира. Ә кеше булараҡ…

Баязит. Ул уның әсәһе.

Таһира. Әгәр Наҙгөл әсәһе менән осрашырға теләмәһә, уның бында булыуы Наҙгөлдөң хәлен тик ауырайтһа?

Баязит. Быны һеҙгә Наҙгөл әйтергә ҡуштымы?

Таһира. Юҡ ҡушманы. Ләкин әсә йөрәге һиҙгер, күңелем менән һиҙәм. Шул ине минең үтенесем.

Таһира китергә ыңғайлай.

Баязит. Таһира… беҙҙең осрашыу осраҡлы түгел. Яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы.

Таһира. Яҙмыш… Яҙмыш беҙҙе осраштырҙы. Ниңә беҙ яҙмышҡа һылтанабыҙ һуң?

Баязит. Мин аңланым хәҙер, ниндәй хата аҙым эшләгәнемде.

Таһира. Эшләгән хаталарҙы ла яҙмышҡа ғына һылтаһаҡ, ни өсөн кешегә баш, аҡыл бирелгән. Һәр нәмәне дөрөҫ һөйләргә кәрәктер. Һин, Баязит, хаталанманың, аңлы рәүештә мөхәббәттән баш тартып, карьера юлын ҡайланың.

Баязит. Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит мине, Таһира.

Таһира. Ни булды һинең менән, Баязит? Һин бит ғорур, тәкәббер егет инең. Карьераң килеп сыҡманымы, әллә ҡатыныңдан уңманыңмы?

Баязит. Таһира, ниңә улай ҡаты бәреләһең? Беҙ бит бер-беребеҙҙе ярата инек.

Таһира. Кеше бөтә ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала, тик бер генә нәмәне, хыянатты, ғәфү итә алмай.

Баязит. Һин бәхетлеме, Таһира?

Таһира. Бәхет… Бәхет ул нимә? Ул кешенең күңел торошо. Бөгөнгө көндә мин бәхетле, яратҡан эшем, һөйәр балам бар.

Баязит. Ишеткән инем, улың барлығын?

Таһира. Һин бит барыһын да беләһең.

Баязит.  Ниңә төҫөң үҙгәрҙе? Әллә шул хәтлем серме?

Таһира. Үткәндәр булған да бөткән, беҙ хәҙер сит кешеләр. Минең үҙемдең тормошом, һинең үҙеңдең тормошоң бар. Беҙ һинең менән бары осраҡлы рәүештә осраштыҡ.

Баязит. Таһира…

Таһира. Тормош дауам итә… үткәндәрҙе иҫләп, күңел яраларын яңыртмайыҡ. Һуң инде…

Радионан йыр.

Сорнап ҡына алды һары һағыш

Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш

Әйтерһең, мин хәҙер яңғыҙ аҡҡош

Ситкә типмә әле һин дә, яҙмыш.

Һағыш даръяларын яра-яра,

Ғүмер үтә һиңә бара-бара,

Йырағая ғына бара ара,

Ниңә ҡалдыҡ икәү ике ярҙа.

                          (“Яңғыҙ итмә” Л. Басирова, Ғ. Ғимран)

Телефон шылтырай.

Баязит. Алло! Хәҙер килеп етәм (телефонды һала). Таһира, беҙ осрашырбыҙ әле.

Баязит китә. Бер аҙҙан Аҡназар инә.

 

Таһира. Аҡназар? Өндәшмә, мин барыһын да беләм.

Аҡназар. Беләһең?

Таһира. Мин ул турала күптән әйтергә тейеш инем.

Аҡназар. Ни эшләргә миңә? Кәңәшеңде бирсе, әсәй.

Таһира. Һин ґур үҫтең инде, егет булдың. Үҙең хәл ит. Был осраҡта мин һиңә кәңәшсе түгел.

Аҡназар. Мин беләм, атайһыҙ ауыр икәнен. Баланың атаһы булырға тейеш.

Таһира. Тейеш.

Аҡназар. Әсәй, ә бына ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, уға иң беренсе нимә кәрәк?

Таһира. Терәк кәрәк. Уны аңлаған кешеләр кәрәк. Ә нимәгә ул һиңә?

Аҡназар. Бер һүҙ әйтһәм, асыуланмаҫһыңмы?

Таһира. Ул тағы ниндәй һүҙ, мине асыуландырырлыҡ.

Аҡназар. Миңә эшкә урынлашырға кәрәк.

Таһира. Каникулыңда аҡса эшләргә теләй икәнһең, мин ҡаршы түгел.

Аҡназар. Бөтөнләйгә эшкә.

Таһира. Уҡыуыңды тамамла, өлгөрөрһөң.

Аҡназар. Әсәй, әгәр мин өйләнергә уйлаһам…

Таһира. Ә беҙ нисек һөйләштек?

Аҡназар. Шулай килеп сыҡты.

Таһира. Нимә килеп сыҡты?

Хәмдиә инә.

 

Аҡназар. Хуш, әсәй!

Аҡназар китә.

Хәмдиә. Ниндәй ҡорт саҡты уны?

Таһира. Өйләнәм тей.

Хәмдиә. Шулай тинеме? Бына уңғыр, бына егет!

Таһира. Ә һеҙ ниңә ҡыуанаһығыҙ? Уға иртә әле өйләнергә. Ә уның ҡыҙы ниндәй бүлектә ята?

Хәмдиә. Әйтмәнеме? Балалар тыуҙырыу бүлегендә.

Таһира. Тимәк… ( диванға ултыра төшә).

Хәмдиә. Өләсәй булрға әҙерлән, Таһираҡай.

Таһира. Бына нисек!

 

Вазифа менән Аҡназар инә.

Вазифа. Юғал күҙемдән! Һин генә башына еттең баламдың башына!

Аҡназар. Вазифа ханым, һеҙ аңлағыҙ мине, мин Наҙгөлде яратам. Беҙҙең бәхеткә арҡыры төшмәгеҙ.

Вазифа. Бәхет? Нимә аңлайһың һин был тормошта? Аңла, Наҙгөл һиңә тиң түгел.

Таһира. Һеҙҙең ни хаҡығыҙ бар улай тип әйтергә?

Вазифа. Ә, бәхетле ҡатын? Һеҙ беҙҙең араға ҡыҫылмағыҙ.

Таһира. Һеҙ минең улыма нахаҡ һүҙҙәр әйткәндәме?

Вазифа. Улығыҙ? Ошомы?

Таһира. Аҡназар минең улым.

Вазифа. Бына нисек? Тимәк бергәләп минең баламды…

Хәмдиә. Вазифа ханым, тыныслынығыҙ.

Вазифа. Һеҙ бында заодно! Ҡайҙа врач! Саҡырығыҙ!

Хәмдиә. Ул поликлиникаға китте.

Вазифа. Бына нимә, кейәү егете һәм бәхетле әсәй, тиҙ генә бушатығыҙ больницаны.

Аҡназар. Больницаны беҙгә түгел, ә бына һеҙгә бушатырға кәрәк. Һеҙҙең арҡала Наҙгөлдең хәле насарайҙы.

Вазифа. Нимә?

Таһира. Вазифа ханым, тынысланығыҙ, аңлашайыҡ. Ул бит һеҙҙең балағыҙ… хәленә керәйек. Һеҙ бит әсә кеше, мин дә әсә…

Вазифа. Туғанлашайыҡ тимәксеһеңме? Юҡ инде, уның да, һинең дә ауыҙығыҙҙан бала һөтө кибеп бөтмәгән. Иртә әле һеҙгә тормош ҡорорға иртә.

Аҡназар. Эш йәштә түгел.

Наҙгөл инә.

Вазифа. Яҡшы сағында баламды ҡалдырығыҙ…

Наҙгөл. Әсәй!

Барыһы ла өнһөҙ ҡала.

Наҙгөл. Мин Аҡназарҙы яратам. Беҙҙең балабыҙ буласаҡ.

Йырлай-йырлай Румия инә, ул эсеп алған.

Румия. О-хо-хо! Все в сборе! Бында берәй йыйылышмы? Ниндәй сибәр ҡыҙ. Егете лә матур. Бындай парҙан бик матур бала  тыуасаҡ. Әллә яңылышаммы? Тик ниңәлер уның һөйөклө өләсәһе Вазифа ханым бала яратмай. Ә һин, Наҙгөл, тыныслан, һин әле йәш, һинең әле алда күпме балаң буласаҡ. Ә бала өсөн ҡайғырма, ул һәйбәт ҡулдарҙа буласаҡ. Уны иркәләп, яратып ҡына үҫтерәсәктәр. Мин ул баланы яратып та өлгөрҙөм. Бишек йырҙары ла өйрәндем.

Әлли-бәлли-бәпкәйем

Әлли-бәлли, бәлли-бәү

Тәмләп йоҡла бәпкәйем

Һаҡта тора әсәйең.

Хәмдиә. Румия ханым, бәлки һеҙ ял итерһегеҙ?

Румия. Хөрмәтле шәфҡәт туташы…

Вазифа. Хурлыҡ! Тамам аңын юғалтҡан…

Румия. Ха-ха-ха. Аңымды мин түгел, бына һеҙ юғалтҡанһығыҙ. Ә бала миңә кәрәк. Аңлайһығыҙмы, миңә кәрәк.

Таһира. Ниндәй бала?

Румия. Тыуасаҡ бала. Наҙгөлдөң балаһы…

Аҡназар. Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?

Румия. Вазифа ханым, һеҙгә бит бала кәрәкмәй, һеҙ бит уны ҡалдырып китәсәкһегеҙ.

Вазифа. Туҡта! Алкаш! Ә һеҙ ышанмағыҙ… ул иҫерек, иҫерек.

Наҙгөл. Әсәй! Юҡ, һин әсәй түгел. Ҡара ҡарсыға! Төшөмә ингән ҡара ҡарсыға! Юҡ мин баламды бер кемгә лә бирмәйем. Бирмәйем! Ул минеке!

Наҙгөл йығыла.

Аҡназар. Наҙгөл! Наҙгөл йәнем!

Хәмдиә. Китегеҙ, китегеҙ ауырыу янынан.

Вазифа. Врач! Врач! Баязит Кәримович!

Баязит инә.

Баязит. Ни булды?

Таһира. Һушын юғалтты. Баязит, ҡотҡар уны. Үтенеп һорайым.

Вазифа. Әгәр балам менән бер-бер хәл булһа…Һеҙ. Һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ!


ӨСӨНСӨ КҮРЕНЕШ

Аҡназар аллы-артлы йөрөй.

 

Вазифа. Йә, хоҙайым! Ниңә ҡоторҙом, ниңә шаштым мин! Берҙән бер баламды арала бәләләрҙән. Һин гонаһһыҙ, әгәр мин хаталанған икәнмен, һинең ғәйебең юҡ. Мин уны йөрәгем, күңелем менән аңлай инем. Ләкин беҙ, кешеләр, ниңәлер битлек кейәбеҙ. Үҙебеҙҙең хатабыҙҙа кемделер ғәйепләйбеҙ, сөнки икенселәр беҙҙе мәжбүр итә. Ғәйепһеҙҙе ғәйепләргә! Әсә булыу хурлыҡ түгел! Ул бөйөклөк! Сөнки тик әсә генә балаһына ғүмер бүләк итә. Тик әсә генә балаһын эскерһеҙ ярата.Бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Бары һин, һин генә кәрәк миңә, балам (илай).

Таһира. Күҙ йәштәре менән генә ярҙам итеп булмаҫ. Сабыр булайыҡ. Көтәйек. Барыһында яҡшыға юрайыҡ.

Вазифа. Баламдың ғүмере ҡыл өҫтөндә. Мин үҙемдең бығаса дөрөҫ йәшәмәгәнлегемде аңланым. Карьера! Эш! Йөрәгемдә тулышҡан наҙҙарҙы эштәге тупаҫлыҡ менән ҡапланым. Йәнәһе лә мин ирҙәрҙән ҡалышмайым. Мин бит - әсә!

Таһира. Тынысланығыҙ, Вазифа ханым. Әле һуң түгел. Күңелегеҙҙәге наҙҙарҙы Наҙгөлгә, уның балаһына бүләк итерһегеҙ. Улар һеҙҙең наҙығыҙға, һөйөүегеҙгә бик мохтаж.

Вазифа. Тимәк, һуң түгел.

Аҡназар. Минең йөрәгем үҙ урынында түгел. Әгәр Наҙгөл менән бер-бер хәл булһа, нисек йәшәрмен мин, әсәй? Хоҙайым, мөхәббәтебеҙ хаҡына Наҙгөлөмде, тыуасаҡ баламды харап итмә.

Таһира. Тыныслан, улым. Ултыр.

Ауыр музыка. Ишектән Баязит күренә.

Вазифа. Хәле нисек?

Аҡназар. Баязит ағай, әллә…

Вазифа. Ниңә өндәшмәйһең? Өфөгә оҙатайыҡ тинем, тыңламаның…

Таһира. Баязит, йә инде бер һүҙ әйт,  көттөрмә.

Баязит. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем.

Вазифа. Рәхмәт, Баязит Кәримович… Балаҡайымды күрергә мөмкинме?

Баязит. Әлегә юҡ. Уға ял кәрәк.

Вазифа. Мин һеҙгә бурыслы…

Баязит. Мин врач. Һәр ауырыу өсөн оло яуап тотам. Һәр ауырыу менән бергә үләм, бергә тереләм. Бары үҙ бурысымды үтәйем.

Аҡназар. Мин һеҙҙе мәңге онотмам, Баязит ағай (ҡосаҡлай).

Таһира (күҙ йәштәрен  һөртә). Рәхмәт, Баязит…

Баязит китә. Ҡапыл ҡысҡырып бала илай. Хәмдиә инә.

Хәмдиә. Ҡысҡыр! Нығыраҡ! Һөрәнлә! Тауыш бир!

Аҡназар. Әсәй, ишетәһеңме?

Таһира. Ишетәм балам, ишетәм.

Хәмдиә. Егет во! Баһадир.

Аҡназар. Улым! Улым тыуҙы!

Йыр.

Гүйә бары аҡ нурҙарға

Бөтә ғәләм күмелде

Күңелдәргә шатлыҡ бөркөп

Сабый донъяға килде.

Эй сабыйым, сабыйым

Бәләкәсем күҙ нурым

Һин бит минең бәхетем

Ҡолонсағым, матурым.

Румия инә.

Румия. Сабый тауышы… Тсс, тауышланмағыҙ…

Румия палатаға инә, бер аҙҙан кире сыға һәм юғала.

Аҡназар. Хәмдиә апай. Минең улымды күргем килә. Һыңар күҙ менән булһа ла.

Хәмдиә. Ә ниңә ике күҙ менән күрергә теләмәйһең?

Хәмдиә китә. Бер аҙҙан сыға, йөҙөндә ҡурҡыу.

Таһира. Ни булды, Хәмдиә апай?

Хәмдиә. Бер ни булманы. Миңә врач кәрәк ине.

Хәмдиә китә.

Вазифа. Ул ниҙер йәшерә.

Икенсе ҡатта Румия күренә, ҡулында сабый. Румия йырлай.

Эй, сабыйым, сабыйым

Бәләкәсем, күҙ нурым.

Баязит. Румия, туҡта!

Румия. Баязит, бына ул беҙҙең бәхетебеҙ.

Баязит. Румия, ул сабыйҙың үҙ әсәһе бар.

Румия. Ул минеке! Мин уны бер кемгә лә бирмәйем.

Баязит. Румия, инәлеп һорайым, туҡта.

Румия. Һин баланы тартып алырға уйлайһың? Улайһа, мин һикерәм! (Тәҙрә тупһаһына баҫа.)

Баязит. Юҡ, юҡ. Мин баланы алмайым. Мин уны күргем килә. Һиңә әсәй булыу килешә. Һин тағы ла сибәрерәк.

Румия. Һин мине яратаһыңмы? Ташламаҫһыңмы?

Баязит. Бына шулай, рәхмәт, һөйөклөм (баланы ҡулына ала,  Хәмдиәгә тапшыра).

Румия. Һин алданың мине! Алданың! Бир баланы! Бир! (Румия илай.)

Баязит. Беҙ икебеҙҙә был тормошта алдандыҡ. Тормош алда әле, алда тинек. Һөйгән кешемде яҙмыш ҡосағында яңғыҙын ауырлы килеш ҡалдырҙым. Ә һин тыуыр балаңдан баш тарттың. Ә бәхет тигән нәмә беҙгә  килмәне… Үҙ бәхетебеҙҙе үҙебеҙ емерҙек.

Наҙгөл инә.

Наҙгөл. Ҡайҙа минең балам? Ҡайҙа ҡолонсағым?

Бала менән Хәмдиә инә. Йыр.

 

О, мөғжизә! Сабый тыуҙы!

Донъяға һөрән һала

Тағы бер бәхетле әсә

Ҡулына бала ала.

Наҙгөлгә баланы бирә.

Эй, сабыйым, сабыйым

Бәләкәсем күҙ нурым

Һин бит минең бәхетем

Ҡолонсағым, матурым.

Хәмдиә. Баязит Кәримович! Һеҙ – герой.

Баязит. Был минең бурысым.

Хәмдиә. Һеҙ ейәнегеҙҙе үлемдән алып ҡалдығыҙ.

Баязит. Ниндәй ейән?

Хәмдиә. Таһира әйтергә  ҡушманы, ләкин мин һеҙҙән йәшерә алманым. Аҡназар – һинең улың. Минең ҡулымда тыуҙы ул бала.

Баязит. Тимәк… Һеҙ яңылышмайһығыҙмы, Хәмдиә апай?

Хәмдиә. Юҡ.

Баязит. Ни эшләргә миңә, Хәмдиә апай?

Хәмдиә. Уныһын инде… йөрәгең нисек ҡуша, шулай  эшлә.

Баязит. Улым, ейәнем… Таһира, кисер мине, кисер.

Аҡ түшәктәргә төрөнөп

Әсә ҡулдарын тойоп

Тыныс ҡына йоҡла, сабый

Һөйөү наҙына сумып.

Эй сабыйым, сабыйым

Бәләкәсем, күҙ нурым

Һин бит минең бәхетем

Ҡолонсағым, матурым.

Шаршау.

ҺӨЙӨНСӨ!

Драма, ике шаршауґа

        

      Ҡатнашалар:              Маһикамал

                             Мөслимә

                             Орҡоя

                             Әҙилә

                             Заһир

                            Ғәрифйән

                            Морат

Беренсе шаршау

Беренсе күренеш

Ваҡиға хәҙерге көндә ауылда бара. Маһикамал әбейҙең һәм Заһирҙың йорто. Ике араны ситән ҡойма бүлгән.

Йортонан Маһикамал әбей сыға, ҡулын маңлайына ҡуйып, юл яғына ҡарай, ауыр итеп көрһөнә. Кеҫәһенән таушалып бөткән конверт сығара, оҙаҡ ҡына конвертҡа текләй. Ҡойманың икенсе яғында Әҙилә туп уйнай.

 

Маһикамал. Әҙилә, балам, кил әле.

Әҙилә. Ни булды, өләсәй?

Маһикамал. Ошоно ғына уҡып ишеттер әле.

Әҙилә (уҡый). “Һаумы, һөйөклө әсәйем. Һиңә күптән-күп сәләмдәр ебәреп хат яҙыусы”… Быны мин уҡыным бит инде, бер түгел, ун тапҡыр.

Маһикамал. Бына һиңә тип кәнфит  әҙерләгән инем.

Әҙилә. Һе… кәнфит? Минең кәнфиткә тештәрем боҙола.

Әҙилә. Клубта күптән кино күрһәтмәйҙәр.

Маһикамал. Туҡта әле, балам (ҡағыҙ аҡса һуҙа).

Әҙилә (хатты ала, уҡый). “ Күптән-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы улың Илсур. Әсәй, минең өсөн борсолма. Эшкә урынлаштым. Алла бирһә, өр-яңы машинала ҡайтып төшөрмөн”.

Орҡоя инә, тыңлай.

 

Орҡоя.  Ай- һай, бик оҙаҡ елдерә түгелме?

Маһикамал (тиҙ генә хатын ала). Ярай, балаҡайым, аҙаҡтан уҡырһың.

 

Әҙилә һикерә-һикерә сығып китә.

 

Орҡоя. Әллә улыңдан хәбәр бармы?

Маһикамал. Юлыңда булыр инең…

Орҡоя. Бер ҡайтып китһә, хәлен белгертеп..

Маһикамал. Шулай ти ҙә, ҡалалар. Әллә ул берәй нәмә эшләп, илдән ҡасып киткәнме?

Орҡоя. Эшләүен эшләмәгән дә.., тик бына һине уйлаһа тигәндән…

Маһикамал. Башҡа ҡайғың булмаһа, минең өсөн борсолма. Аллаға шөкөр, аҙна һайын хаты килеп тора, бер ҙә генә мине онотмай.

Орҡоя. Бәй..

Маһикамал. Йүгереп кенә ҡайтыр ине лә, ваҡыты юҡ балаҡайымдың, эше муйындан.

Орҡоя. Ә ҡайҙа эшләй һуң?

Маһикамал. Һау кешегә эш етерлек.

Орҡоя. Ә-ә…

Маһикамал. Посылкаһын да, аҡсаһын да ебәреп тора. Бер ҙә генә онотмай мине. Әсә кешегә күп кәрәкме ни? Бына яурындағы шәлем - уның бүләге. Оҡшаймы?

Орҡоя. Бигерәк матур. Күҙҙең яуын алып торалар. Ә үҙе ҡасан ҡайта һуң?

Маһикамал. Уныһы һиңә нимәгә кәрәкте әле? Ҡайтҡан саҡта ла һеҙҙең өйҙө урап үтер.

Орҡоя. Булған бөткән, оноторға ла ваҡыт.

Маһикамал. Шулаймы ни? Тиңһенмәгән ине ҡыҙың улымды, ә хәҙер ана йөрөй, атаһыҙ инә ҡаҙ кеүек. Бәрә- бәрә, бәрә- бәрә. Ҡайҙа олаҡты был һарыҡтары!

Маһикамал китә.

Орҡоя. Ҡупырыҡ! Берҙе биш итмәһә. Исеме Маһикамал булмаҫ!

Ерҙе метрлығы менән үлсәй-үлсәй, Морат инә.

 

Орҡоя. Был тағы ни ғәләмәт?

Морат. Бер ҙә генә ғәләмәте юҡ, инәй. Бына ерҙең планын төҙөйөм. Был урында ауылығыҙ өсөн социальный обьект төҙөләсәк.

Орҡоя. Уныһы тағы нимә?

Морат.  Мәктәп, балалар баҡсаһы, элемтә бүлеге, фельдшер пункты – барыһы ла ошонда буласаҡ.

Орҡоя. Бирҙе хоҙай!

Морат. Берҙә генә хоҙай түгел, хөкүмәтебеҙ планлаштырған. Әбекәй, был һеҙҙең йортмо?

Орҡоя. Аллам һаҡлаһын! Беҙҙең йорт ана тегендә… күрәһеңме, ҡыҙыл ҡалай башлы. Бабайымды әйтәм, ҡулдары алтын. Бының кеүек емерелеп барған йортта йәшәтәме инде ул мине..

Морат.  Аңлашыла. Ә хужабикәһе ҡайҙа икән?

Орҡоя. Улмы? Китте ике бөртөк һарығын эҙләп. Аҡсаһын йәлләп, уларын да көтөүгә ҡушмай. Һаранбикә.

Морат. Бер үҙе генә йәшәйме?

Орҡоя. Бер үҙе. Берҙән-бер улы бар ине лә ул, Себергә китеп олаҡты. Ун йыл инде ҡайтып әйләнмәгәненә, әллә үле, әллә тере.

Морат.  Дә…

Орҡоя. Ана, үҙе лә күренде.

 

Маһикамал инә.

 

Морат. Һаумыһығыґ, инәй.

Маһикамал (ҡулын маңлайына ҡуйып, оҙаҡ ҡына текләп тора).  Һаулыҡ ни шул, ҡарттарса инде. Ауырып та кителә, тағы ҡуҙғалабыҙ. Район кешеһеме?

Морат. Район үҙәгенән.

Орҡоя.  Мәктәп, болнис, почта төҙөйҙәр, бына һинең ҡаршыңа ғына. Әй, кинәнәң инде, яҡын булғас.

Маһикамал. Мыҫҡыл итеүеңме? Ҡарт көнөндә бала- саға тауышланып, көнө-төнө тынғы бирмәһен тейһең инде?

Орҡоя. Үпкәң бигерәк яҡын. Болнис, почта тигәндән әйткән инем.

Маһикамал. Башҡа урын бөткәнме? Яңғыҙҙы түпәләмәһәләр, бүтән кеше юҡтыр инде. Күрә алмағандары мин булдым.

Морат. Планды мин төҙөмәйем, инәй. Мин бары өҫтән ҡушҡанды эшләйем. Ә бына һеҙҙең йортоғоҙға ҙур һорау ҡуйылған.

Маһикамал. Тағы ниндәй һорау?

Морат. Һүтеп ташларға тура килер.

Орҡоя. Һүтеп ташларға тейһеңме?

Маһикамал. Нимәгә шатланаһың? Ә мин әле… үлмәгән. Ғүмер баҡый ошонда йәшәнем, өйөм әле ҡалған ғүмеремә етерлек. Минең рөхсәт булмайынса, хаҡығыҙ юҡ емерергә өйөмдө! Тейеп кенә ҡарағыҙ! Закунды ғына беләм мин. Яҡлаусыһы юҡ тигәс тә…

Морат. Инәй, һеҙҙе урамға сығарып ташламаҫтар. Колхозға мөрәжәғәт итерһегеҙ ярҙам һорап.

Орҡоя. Колхоз имеш! Исеме генә тороп ҡалды бит уның! Кеше йортон түгел, үҙҙәренең мал аҙбарын да рәткә килтерерлек хәлдәре юҡ. Килгән бер хужаһы үҙен генә ҡайғырта ла, байып алғас, һыпырта.

Морат. Ярай, бик ҡайғырмағыҙ. Бер йүне табылыр әле.

Орҡоя. Табылыр, табылмай ни… күп булһа берәй ҡарттар йортона…

Маһикамал. Эх, ошо телеңде! Минән ҡотола алмай интектең ғүмер буйы!

Орҡоя. Һуң… тағы үпкәләне. Мин ни… Ни зыяным тейҙе һиңә. Ярай, киттем, киттем.

Орҡоя китә.

Морат. Үпкәләмә, инәй. Мин бары район хәкимиәтенең ҡарарын ғына еткерҙем.

 

Заһир инә. Ул әҙерәк ҡыҙмаса.

 

Заһир. Сәләм бирҙек барығыҙға. Маһикамал әбей, һаулығың нисек? Ә һин кем?

Морат. Мин Морат.

Заһир. Ә мин Заһир ағайың булам. Һин үпкәләмә, ҡустым, әҙерәк байрам ителде. Сәсеүҙе ваҡытында тамамланыҡ. Ә ағайың бөтә районда иң алдынғы тракторист! Ишетәһеңме,  бөтә районда! Ә может, бөтә Башҡортостанда. Әле генә корреспондент фотоға төшөрөп яҙып алды. Так что, ағайыңдың даны бөтә республикаға тараласаҡ. Ә һин ни эш атҡараһың? Был ниндәй бандура? Белдем,  фотоаппарат. Төшөр әле мине ошо өйөм алдында. Күрәһеңме минең өйҙө! Шәп бит, ә?

Морат. Бик төшөрөр инем дә, был фотоаппарат түгел. Ә өйөң шәп.

Заһир. Тырыштыҡ инде. Кеше һымаҡ оҙон аҡса эҙләп, Себергә лә сабылманы, ну, йәшәйбеҙ…

Морат. Тырыш кеше үҙебеҙҙә лә бирешмәй.

Заһир. Иң өлгөлө йорт исемен алмаһам, исемем Заһир булмаһын! Ә һин ни эш бөтөрөп йөрөйһең бында?

Маһикамал. Бәрә-бәрә, бәрә-бәрә (ҡапҡаһын аса, шул саҡ ҡапҡаның бер яғы ауа).

Заһир. Әбекәй, ҡапҡаң иҫкергән бит.

Маһикамал. Туҙҙы… донъяһы ла, ҡапҡаһы ла…

Заһир. Ҡайғырма, Илсур ҡайтһа, йүнәтер.

Маһикамал. Нимә тинең? Әллә Илсурҙы береһе күргәнме?

Заһир. Эйе, эйе, күргән.

Маһикамал.  Эй, хоҙайым, эй аллам.

Заһир. Ҡустым, ни эшләп йөрөйһең тигән инем.

Морат. Төҙөлөш мәсәләһе менән килгән инем.

Заһир. Ишетеп ҡалған инем.

Маһикамал. Кемдән ишеттең?

Заһир. Бына бәйләнде. Киттек, ҡустым.

Маһикамал. Заһир улым, туҡта һуң, саҡ ҡына сабыр итсе! Кем күргән? Һинме, улым?

Заһир. Һуң күргәндәр тигәс, күргәндәр. Оҙаҡламай килеп тә етер.

Маһикамал. Һуң туҡта! Һөйләп бөтһәңсе!

Заһир. Ҡабалан беҙ. Ҡабалан. Иртәгә һөйләрмен. Киттек.

 

Заһир, Морат китә. Маһикамал әбей бер аҙ  шаңҡып ҡала. Яй ғына барып эскәмйәгә ултыра.

Ғәрифйән ҡарт инә.

 

Ғәрифйән. Ни булды, Маһикамал? Әллә сырхап киттеңме?

Маһикамал. Юҡ та. Илсурым ҡайтып килә. Машинала. Килен менән.

Ғәрифйән. Килен менән тейһеңме?

Маһикамал. Бала-сағаһы ла барҙыр инде.

Ғәрифйән. Иншалла. Киленең беҙҙең кешеме?

Маһикамал. Килен килен инде. Ул яҡта беҙҙең кеше ҡайҙан булһын? Мәрйә инде. Мәрйә…

Ғәрифйән. Иншалла.

Маһикамал. Хәҙер оло кешегә күп кәрәкмәй, яҡшы һүҙе, йылы сәйе булһа, ризамын.

Ғәрифйән. Амин. Әйткәнең килһен.

Маһикамал. Илсурҙы әйтәм, хәҙер үҙебеҙҙең йорт тар тиер инде.

Ғәрифйән.  Уныһына ҡайғырма. Бынамын тигән йорт һалыр.

Маһикамал. Һалыр, ҡулдары алтын балаҡайымдың, үҙең беләһең, һинең бригадала эшләне бит.

Ғәрифйән. Йорт һалырға уйлаһа, мине саҡырырһың.

Маһикамал. Саҡырырбыҙ. Ана бит Заһирҙың өйөн нисек эшләп ҡуйҙың.

Ғәрифйән. Ә һеҙҙекен унан да шәберәк эшләрбеҙ.

Маһикамал. Был йортто һүтербеҙ инде

Ғәрифйән. Һүтербеҙ.

Маһикамал. Инеп сәй эсер инең.

Ғәрифйән. Эсербеҙ… Ҡапҡаңды тием йүнәтер кәрәк.

Маһикамал. Ҡапҡаһы ла, ҡоймаһы ла иҫкерҙе… Бынағайыш, Илсурым уйламаһын, үҙе юҡта өйөм етемһерәгән тиеп. Әлегә йорт тирәһен рәтләргә ине.

Ғәрифйән. Әйт кенә, беҙҙән эш ҡалмаҫ.

Ҡапҡаны йүнәтә башлай. Маһикамал өйөнә инә. Ҡорғандарын тарта, тәҙрәләрен аса, тәҙрә янында ултырған һандығын асып,  ҡәҙергә кейгән кейемдәрен ала, иң һуңынан төйөнсөк ала. Унда һуңғы көнөнә тип йыйған байлығы - аҡсалар. Бер нисәһен ала, ҡалғандарын кире яулығына төйнәп, кире һала.

Был ваҡиға тыштағы ваҡиғалар менән параллель бара. Мөслимә инә.

 

Мөслимә. Һаумы, Ғәрифйән олатай.

Ғәрифйән. Аллаға шөкөр.

 

Маһикамал өйөнән сыға. Яңы күлдәк, йылтырап торған калош кейгән.

 

Мөслимә. Ҡайҙа йыйындың, Маһикамал әбей?

Маһикамал. Үрге ос Бәҙернисаға, һайыҫҡан Шәмсинурға барып әйләнәм. Өйөмде таҙартып, йыуып бирмәҫтәр микән?

Мөслимә.  Уларға әйт кенә, килерҙәр.

Маһикамал. Ҡайтышлай магазинға ла һуғылыр кәрәк. Өрөк маҙарын, кәнфитен алырға кәрәк. Әйткәндәй, Заһир өйҙәме?

Мөслимә. Архитектор егет менән ҡайҙалыр киттеләр. Әллә йомошоң бар инеме?

Маһикамал. Бар ине шул. Иртәгә бәрән һарыҡты эшкә киткәнсе һуйып бирмәҫ микән?

Ғәрифйән. Үҙем генә һуйырмын. Эш кешеһен бимазалап.

Маһикамал. Һөйөнсө алған кешенән һуйҙырырмын тигәндән генә… Ярай, улайһа.

Маһикамал китә.

Мөслимә. Әбейең бөгөн йәш килендәр кеүек зыйтлата баҫып йөрөй.

Ғәрифйән. Йөрөр шул. Илсуры ҡайтып килә бит.

Мөслимә. Бына нимәгә “һөйөнсө”!  Ҡайтһын ғына. Тетмәкәйен тетәм мин уның!

Икенсе күренеш

Ваҡиға шул уҡ урында бара.

 

Мөслимә. Сәй ҙә эсмәй, ҡайҙа йүгерәһең?

Заһир. Эстем инде!

Мөслимә. Кисә һине Маһикамал инәй һорай ине.

Заһир. Нимә тине?

Мөслимә. Иртән эшкә киткәнсе һарыҡ һуйып бирмәҫме тигән ине.

Заһир. Йәйҙең эҫе көнөндә яңғыҙ башына ит нимәгә кәрәкте икән һуң?

Мөслимә. Илсур ҡайтып килә ти ҙә баһа! Һуң үҙең һөйөнсөләгәнһең түгелме?

Заһир (ҡаушап). Мин тип ни...

 

Икенсе яҡтан  Маһикамал күренә.

 

Маһикамал. Заһир улым!

Заһир. Һарығыңды ней, берәйһенә әйтерһең, мин…

Маһикамал. Тороп тор әле улым, тороп тор..

 

Заһир китә.

 

Маһикамал. Эй, әттәгенәһе… иртәрәк инеп сығырмын тиһәм, ана ҡыҙҙар килделәр ҙә, уларға сәй-фәлән эсергәнсе..

Мөслимә. Көйәләнмә, инәй, Заһир бит ул йүнләп һарыҡ һуя ла белмәй.

Ғәрифйән инә.

 

Ғәрифйән. Ярҙам кәрәкме?

Мөслимә. Бына олатай ҙа килде.

Ғәрифйән. Һарығыңды алып ҡалдыңмы?

Маһикамал. Аҙбарҙа ул. Бына һиңә бау әҙерләгән инем. Ярҙам кәрәкһә…

Ғәрифйән. Бер һарыҡҡа ғына көсөм етерлек.

Ғәрифйән китә. Маһикамал өйөлөп ятҡан юрған- яҫтыҡтарҙы күтәрергә ынтыла ла,ҡапыл сүгә.

 

Мөслимә. Имгәнеп кенә ҡуйма.

Маһикамал. Саңланып киткәндәр.

Мөслимә. Үҙем, үҙем…

 

Юрғандарҙы ҡоймаға элә, ҡаға башлай.

Маһикамал самауыр таҙарта.

 

Маһикамал. Илсурым самауыр сәйен һағынып та киткәндер. Унда ней самауыр юҡ. Сәйнүк тә, сәйнүктер инде.

Мөслимә. Сәйнүге лә юҡтыр әле.

Маһикамал. Кеше хәбәрен һөйләйһең түгелме, Мөслимә?

Мөслимә. Ир кеше ни сәйнүк тә тотоп тормай. Көрөшкәнән һемергәнгә… Бына минең Заһирҙы әйтәм.

Маһикамал. Кешене ни өйгә генә һыйҙырып булмаҫ, әллә тием урамға өҫтәлдәр ҡуйып сәй эсермәгәндә…

Мөслимә. Туй түгел дә бит, өйҙә лә һыйырһығыҙ.

Маһикамал. Юҡ, юҡ… дуҫ-иштәре, таныштары күп бит. Ғәрифйәнгә әйтһәм, бер нәмәһен әтмәләр әле. Бынау балаҫымды урындыҡҡа йәйермен инде. Теге килен уйламаһын, был әбейҙең йүнле нәмәһе юҡ тип.  Әйткәндәй, һауыт-һаба еткереп булмаҫ. Һин биреп торорһың инде.

Мөслимә. Алырһың, әбекәй, алырһың.

Маһикамал.  Хәйернисанан икмәк бешертермен. Үҙем дә бешерәм ул, тик бына мейесем бәләкәсерәк.

Мөслимә. Ҡуй әле юҡты, хәҙер ана бөтә нәмә магазин тулы, аҡсаң ғына булһын.

Маһикамал. Заһирҙың  размеры ниндәй?     

Мөслимә. Размеры тейһеңме?

Маһикамал. Күлдәк алырмын тигән инем һөйөнсөһөнә.

Мөслимә. Ҡуй әле юҡты, расходланып.

Маһикамал.  Йолаһы шулай. Күлдәк кенә түгел, әллә ниҙәр бирергә ризамын, оло көнөмдә шатландырҙы бит. Һине лә Мөслимә, өйөмдө йыуған ҡыҙҙарҙы ла, Ғәрифйәнде лә буш итмәм.

Орҡоя инә.

 

Орҡоя. Ҡара-ҡара, буш итмәм тей, әҙерәк кешенән оялыр инең.

Мөслимә. Ни булды Орҡоя инәй?

Орҡоя. Олатайыңды күрмәнеңме?

Мөслимә. Һарыҡ һуя.

Орҡоя. Һарыҡ? Маһикамалғамы?

Маһикамал. Эйе, миңә.

Орҡоя. Ҡара-ҡара, яһаған сәйемде лә ауыҙ итмәй йүгерҙе. Кемгә бит, ә?

Маһикамал. Миңә ни булған?

Орҡоя. Ҡара-ҡара… әйтер инем дә… Ғәрифйән! Ғәрифйән!

Ғәрифйән инә, ҡулында бысаҡ.

 

Ғәрифйән. Ни булды ҡарсыҡ?

Орҡоя. Өндәшмәй- нитмәй сыҡҡан да киткәнһең.

Ғәрифйән. Юғалмағанмын. Шунан?

Орҡоя. Һинһеҙ сәйҙең тәме лә юҡ бит.

Ғәрифйән. Бөгөнгә минһеҙ генә сәй эсә тор.

Орҡоя. Ҡайтмайһың инде?

Мөслимә. Абау! Әллә көнләйһең инде ҡартыңды?

Орҡоя. Ә һин көлмә! Башың йәш әле.

Ғәрифйән (Орҡояға табан атлай). Йәш саҡта үҙәккә үткәнең етмәгән, хәҙер инде олоғайғас, кеше көлдөрәһеңме?

Орҡоя. Ишекте элдем, бөттөм.

Ғәрифйән. Һарыуымды ҡайнатма, ҡарсыҡ. Минең һымаҡ достуйный иргә кешеһе табылыр, шулай бит, Мөслимә килен (күҙ ҡыҫа).  Аллаға шөкөр, ун бисәгә бер ир тура килә.

Орҡоя.  Хәстрүш!

Ғәрифйән. Әле ҡулымда көс барында яңғыҙ ҡалған ҡарт-ҡороға хәлемдән килгәнсе ярҙам итермен. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡорҙашым иртә китте яҡты донъянан, өй яңыртам тип йөрөгәндә урманда ағас баҫты. Ә Маһикамал…

Орҡоя. Ауыҙ һыуың ҡороно Маһикамал тип…

Ғәрифйән. Һин көндәр буйы йылы өй түрендә ултырғанда, таң һарыһынан ҡараңғы кискәсә ферма юлын тапаны.

Орҡоя. Беҙҙә тик ултырмаған…

Ғәрифйән.  Ай-һай, яңғыҙың донъя көтһәң, икенсерәк һайрар инең.

Мөслимә. Бигерәк ҡыҙыҡ!

Орҡоя. Нимәһе ҡыҙыҡ? Ғүмер буйы яңғыҙ ҡатындарҙан сыға белмәне.  Ана һинең Заһирың да теге көн йәш һатыусыға күҙ ата ине.

 

Маһикамал инә.

 

Маһикамал. Яңғыҙҙар ҙа кеше бит. Уларҙың да кеше һымаҡ йәшәгеһе килә. Етмеште уҙып кеше өлөшөнә төшкән булманы, бушҡа туҙынаһың, Орҡоя. Ҡарт көнөндә Ғәрифйәнде лә тыныслыҡта ҡалдыр, былай ҙа ғүмер буйы көнләшеп теңкәң ҡороно.

Орҡоя.  Көнләшерһең,  көнләшмәй ни. То береһенең ҡоймаһы емерелгән, то икенсеһенең кәртәһе йығылған… киләләр ҙә Ғәрифйән ти ҙә торалар.

Маһикамал. Был донъянан ирҙәребеҙ иртә киткәнгә беҙ ғәйепле түгел…

Маһикамал китә.

Мөслимә. Әҙилә, магнитофонды алып кил. Маһикамал әбей шатланып ҡына йөрөй, үпкәләтмә имде.

Орҡоя. Кем уны үпкәләтә? Бигерәк ҡупрый бит, исмаһам кеше һымаҡ рәтләп һөйләшмәй ҙә бит.

Мөслимә. Кеше характерын үҙгәртеп булмай инде.

Орҡоя. Шул, шул.. Йәш сағында нисек текә булһа, ҡартайғанса шул. Үҙгәрмәһә,  кеше үҙгәрмәй икән.

Мөслимә. Был Илсурын да әйтер инем, һинең ҡыҙыңа өйләнһә, ситкә лә китмәҫ ине.

Орҡоя. Тота ла шулай тиҙәр, әйтерһең мин ғәйепле. Бында Заһирҙа ла ғәйеп бар.

Мөслимә. Заһирға ни булған?

Орҡоя. Белмәмеш булма. Ҡойма өсөн һуғышҡандар түгелме?

Мөслимә. Ирҙәр ни һуғышыр ҙа ярашыр, бер ярты эсһәләр. Ә һинең ҡыҙың туй алдынан ҡала егетенә эйәреп ҡасып китте. Ир намыҫын тапаны. Ғәрлеге ни тора!

 

Маһикамал тас тотоп сыға.

 

Мөслимә. Ҡана үҙем эс-ҡарынын йүгертеп йыуып алып киләйем.

 

Мөслимә китә. Бер аҙҙан Ғәрифйән инә.

 

Ғәрифйән. Булды. Итте келәтеңә индереп элдем.

Маһикамал. Самауырым ҡайнап сыҡты, сәй эсер инегеҙ.

Ғәрифйән. Рәхмәт, икенсе ваҡыт эсербеҙ әле. Ҡарсыҡ, әйҙә ҡуҙғалдыҡ.

 

Ғәрифйән, Орҡоя китә. Әҙилә магнитофон тотоп инә. Маһикамал ултыра, күҙенә йәш ала.

 

Әҙилә. Өләсәй, әллә илайһың инде?

Маһикамал. Шатлыҡтан, балаҡайым, шатлыҡтан.

Әҙилә. Ә Илсур ағайҙың ҡыҙы бармы?

Маһикамал. Барҙыр.

Әҙилә. Ә малайы?

Маһикамал. Барҙыр.

Әҙилә. Ә уларға нисә йәш?

Маһикамал. Нисә йәш тип, бына һинең кеүектәр.

Әҙилә. Ура! Ура! Улар минең менән дуҫлашыр микән?

Маһикамал. Дуҫлашыр, мотлаҡ дуҫлашырҙар.

Әҙилә. Ә уларҙың исемдәре нисек?

Маһикамал. Исемдәре?..

Әҙилә. Өләсәй, әллә ишетмәйһең инде.

Маһикамал. Исемдәре теге урыҫса. Кем әле? Бер ҙә генә хәтергә төшмәй ҙә ҡуя. Балаҡайым, бынау яҫтыҡты өйгә индерһәң ине.

Әҙилә. Ә һин, өләсәй, исемдәрен иҫеңә төшөр. Исемһеҙ кеше булмай бит.

Әҙилә музыка ҡуя. Йыр яңғырай.

                  Күҙҙәремде йомһам әгәр,

Һин керәһең,әсәй, төшөмә.

Сәстәремде минең һыйпап,

Ҡулдарыңды ҡуйҙың түшемә.

Иҫтәремдән сыҡмай, әсәй.

Һөйөү тулы наҙлы ҡарашың.

Телдәремдән китмәй тәме

Һин бешергән тәмле аштарҙың.

 

Өсөнсө   күренеш

Ваҡиға шул  уҡ урында бара. Әҙилә ҡойма башында ултыра.

 

Әҙилә. Әсәй! Әсәй!      .

 

Өйҙән Мөслимә сыға.

 

Мөслимә. Нимә булды балам? Илсур ағайың күрендеме әллә?

Әҙилә. Атайым ҡайтып килә. Атай!

Мөслимә. Әйттең тағы һүҙ! Ҡайтмай ҡайҙа барһын ул?

Заһир инә. Тирә-яғына ҡарана. Мөслимә көлә.

 

Заһир. Нимә көләһең? Көлкө йәбешкәнме әллә?

Мөслимә. Уны һинән һорар кәрәк.

Заһир. Әллә ысынлап та ҡайттымы?

Мөслимә. Әллә юрый ғына ҡайтырға тейеш инеме?

Заһир. Аңламаҫһың һеҙҙе!

Мөслимә. Таң тишегенән сәй ҙә эсмәй эшкә йүгерҙең. Кисә төн ауышҡас ҡына ҡайттың, ә хәҙер бер ҡасҡалаҡ һымаҡ йәшеренеп-бошороноп кәртә артынан киләһең?

Заһир (Әҙиләгә). Нимә һайыҫҡан һымаҡ ҡойма башында ултыраһың?

Әҙилә. Тағы әҙ генә ултырам да..

Мөслимә. Бар тамағыңа ҡапҡыла, йә астан үлеп ҡуйырһың.

Әҙилә. Һөйөнсөнө Фәғилә алып ҡуйһа…

Мөслимә. Үҙем ҡараштырып торормын, ә инде машина килеп туҡтаһа, һине саҡырырмын. Килештекме?

Әҙилә. Алдамаҫһыңмы?

Мөслимә. Ни эшләп мин алдашып торайым инде.

 

Әҙилә өйгә инә.

Мөслимә. Эй был балаларҙы! Маһикамал әбей йөҙ һум аҡса бирәм тигән.

Заһир. Йөҙ һум?

Мөслимә. Ә һиңә күлдәк алам тей, размерыңды белеште.

Заһир. Нимә, ул әбейҙең шариге бушай башлағанмы, әллә аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәйме?

Мөслимә. Былар барыһы ла пүстәк кенә, ярты ауылды ҡунаҡҡа саҡырмаҡсы.

Заһир. Кит, әй! Ярты ауылды?

Мөслимә. Нимә иҫең китте. Ун йыл күрмәгән балаһына хөрмәт күрһәтергә теләй икән, бер ғәйебе юҡ.

Заһир. Һин нимә, ысынды һөйләйһеңме?

Мөслимә. Ышанмаһаң, бар, үҙенән һора.

Заһир. Хәҙер мин һиңә бер нәмә әйтһәм, һин миңә асыуланырһың инде.

Мөслимә. Нимә, әллә запчасткә тип алған аҡсаңды тотондоңмы?

Заһир. Аҡсаны тотонманым да ул.

Мөслимә. Ураған һайын кәрт уйнай ҙа ултыраһығыҙ. Әллә отолдоңмы?

Заһир. Унан да былайыраҡ..

Мөслимә. Нимә, әллә тракторың менән ҡазаға юлыҡтыңмы?

Заһир. Бер нәмә әйтһәң, йөҙ һүҙгә етәһең. Үҙем менән берәй хәлгә юлыҡһам, яҡшыраҡ булыр ине.

Мөслимә. Заһир йәнем, мин асыуланмайым, бөтөнләй асыуланмайым.

Заһир. Мин… мин…

Мөслимә. Тиҙерәк әйт, көттөрмә.

Заһир. Һиңә үтенесем бар…

Мөслимә. Белдем. Өндәшмә! Һиҙгән инем шул! (илай)

Заһир. Мин алданым.

Мөслимә.  Алдамайһың һин, мине йыуатыр өсөн генә әйтәһең. Йәш һатыусыға күҙ һалғаныңды ана Орҡоя әбей ҙә…

Заһир. Әллә нимәләр һөйләйһең. Миңә оят.

Мөслимә. Оятың яңы иҫеңә төштөмө?

Заһир. Туҡта әле, әйтеп бөткәнде көт.

Мөслимә. Көтәм,көтәм.

Заһир. Оят, Маһикамал әбейҙән.

Мөслимә. Маһикамал әбейҙән?

Заһир. Шаяртып ҡына әйткәнде ысынға алған да ҡуйған.

Мөслимә. Нимәне шаяртып әйттең?

Заһир. Илсур ҡайтһа тигән инем, ул ней Илсур ҡайта тип аңлаған да ҡуйған.

Мөслимә. Шаяртып?! Шаяртып?! Һин нимә эшләгәнеңде аңлайһыңмы? Кеше шулай шаярамы ни? Тимәк… Кит-кит, был хәтлем дә булырһың икән? Ҡартайған һайын аҡылың кирегә китә. Һуң ҡырҡҡа етеп киләһең бит инде. Ниндәй оят! Шундай һүҙҙе кеше шаярып әйтәме? Кемгә бит әле! Йә, хоҙай!

   Заһир.  Кәләш, бар ышанысым тик һиндә генә. Маһикамал әбейгә әйт, Заһирҙың кем икәнен беләһең, әҙерәк һуҡмыш башы менән әйткән һүҙен яңылыш ишеткәнһең тип.                         

Мөслимә. Башың түңәрәк икән! Һин бында алдашып йөрө, ә мин һинең артыңды таҙартырға тейеш! Юҡ инде!

Заһир. Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар сәй артында уртаҡ телде табырһығыҙ, ә миңә, ир кешегә уңайһыҙ.

Мөслимә. Ә миңә нисек… Бик уңайлы тип уйлайһыңмы? Аҡыл ултырмағас, ултырманы һиңә. Аяғыңдан алда телең йөрөй.

Заһир. Эх! Әсәһен дә онотоп йөрөгән бер елғыуар арҡаһында…

Мөслимә. Ҡапҡасына күрә сүлмәге!

Заһир. Ярай, лауылдама! Былай ҙа баш шаңҡыған. Һин генә ҡалдың.

Мөслимә. Ояты хәҙер ғүмер буйына етер!

Мөслимә өйгә инә.

 

Заһир. Ҡоймаһын да әйтер инем, төртһәң емерелергә тора. Иртәгә үк мин уны ике метр итеп кәртәләп ҡуям. Күҙ көйөгө булып тормаһын.

Заһир ҡойманы типкеләй башлай. Ғәрифйән инә.

Ғәрифйән. Ниңә әтәсләнәһең? Бар үсең ҡоймаламы?

Заһир. Был уларҙың ҡоймаһы. Илсур кәртәләргә тейеш ине.

Заһир. Эх, олатай, олатай. Илсур ҡайтһа яҡшыраҡ булыр ине, ә ул ҡайтмай, ҡайтмаясаҡ.

Ғәрифйән. Нисек инде ҡайтмай?

Заһир.  Ҡапҡаһы шалтайып киткәс, Маһикамал әбейгә Илсур ҡайтһа йүнәтер тигән инем, ул ни ҡолаҡҡа ҡатыраҡ бит, яңылыш ишеткән.

Ғәрифйән. Яңылыш тиһең инде? Ярай оло кеше яңылыш та ишетһен, ә һин…

Заһир. Булған, бөткән. Ни эшләйем һуң?

Ғәрифйән. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр, әгәр ир булһаң.

Маһикамал инә. Заһир өйгә инергә уйлай.

 

Ғәрифйән. Туҡта! Иҫәнлекме, Маһикамал?  Хәлдәрең нисек?

Маһикамал. Аллаға шөкөр, яҡшы. Бөгөн-иртән улым да ҡайтып төшөр…

Йүгереп Әҙилә сыға, уның артынан Мөслимә.

 

Әҙилә. Өләсәй!

Мөслимә. Туҡта, Әҙилә!

Маһикамал. Әллә килделәрме? Һөйөнсөһенә йөҙ һум.

Әҙилә. Кәрәкмәй миңә аҡса.

Маһикамал. Әйткәнмен икән, һүҙемдә торам. Йә, ал инде.

Әҙилә. Илсур ағай ҡайтмай.

Маһикамал. Ҡайтмай? Нисек инде ҡайтмай? Кем әйтте?

 

Маһикамал әбейҙең  ҡулынан пакеты төшөп китә, үҙе ҡоймаға һөйәлә. Барыһы ла йүгереп килеп әбейҙе тотоп ҡалалар.

 

Ғәрифйән. Харап ҡына булды.                         

Әҙилә. Өләсәй!  

                     

Шаршау.

 

ИКЕНСЕ  ШАРШАУ

Дүртенсе  күренеш

Ваҡиға шул уҡ урында бара. Маһикамал әбейҙең тәҙрәләре ҡорған менән ҡапланған. Мөслимә ишек алдында ултыра. Заһир аллы-артлы йөрөй.

 

Мөслимә. Туҡтат әле маятник һымаҡ йөрөүеңде!

Заһир. Ни эшләйем һуң, күңел урынында түгел.

Мөслимә. Бөтә ауылға оятлы булдыҡ. Бер ергә сығыр әмәл юҡ.

Заһир. Ер тишелһә, тишегенә инерҙәй булам да бит.  Кем уйлаған шаяртып ҡына әйткән һүҙҙе күңеленә алырын.

Мөслимә. Алабарман! Телеңә ни килә, шуны лығырҙай инең, бик тамам булды. Бынан ары әҙерәк уйлабыраҡ һөйләрһең.

Заһир. Эштә былай ҙа күҙҙе астырмайҙар, исмаһам һин мине аңлар инең.

Мөслимә.  Аңланың ни, аңламаның ни. Һикертә баҫып йөрөгән әбейҙе аяҡтан йыҡтың. Ә үлеп ҡуйһа?

Заһир. Ауыҙыңдан ел алһын! Был Илсурын да әйтер инем, нисек йөрәге етеп бер яңғыҙ әсәһенә ҡош телендәй хәбәр ебәрмәй икән?

Мөслимә. Әллә ул тере түгел микән?

Заһир. Нимә?

Мөслимә. Иҫән булһа бер әйләнеп ҡайтыр ине тигәндән…

Морат инә.

 

Морат. Заһир ағай, даның бөтә республикаға таралды!

Заһир. Хәҙер һиңә генә мине мыҫҡыл итергә ҡалдымы? Юғал күҙемдән!

Морат. Бына бит газетаға яҙғандар.

Заһир. Газетаға?

Мөслимә. Шул ғына етмәгәйне!

Морат. Аңламаным…

 

Маһикамалдың өйөнән Орҡоя сыға.

 

Мөслимә. Орҡоя әбей, хәле нисек?

Орҡоя. Кешене аяҡтан йығыуы бер ни түгел, ә бына кире торғоҙоуҙары... ай-һай. Мал булырҙай түгел.

Мөслимә. Әллә врач саҡыртып ҡарайыҡмы?

Заһир. Бығаса нисек башҡа килмәгән? Мин остом! Остом!

Заһир китә.

 

Орҡоя. Врач ҡына ярҙам итерлек булһа…

Мөслимә. Хәле шулай бик насармы?

Орҡоя. Әле мин доғаларымды уҡып тормаһам, әллә ҡасан йән биргән булыр ине. Өс көн өс төн тамағына тамсы аш алманы. Әле килеп яңы күҙҙәрен асты.

Мөслимә. Күҙҙәрен асты тиһеңме? Улайһа әҙерләп ҡуйған балымды алайым да үҙенә йылы сәй эсереп сығайым.

 Орҡоя. Ҡабаланма, әле генә йоҡоға талды. Тамаҡ та кибеп китте, ҡайтайым.

Мөслимә. Сәйем ҡайнап ултыра, һыуһыныңды ҡандырыр инең.

Мөслимә, Орҡоя өйгә инәләр. Бер аҙҙан Ғәрифйән инә.

 

Ғәрифйән. Ниңә танауыңды төшөрҙең, улым?

Морат. Бына Заһир ағайҙы шатландырайым тиһәм, көйһөҙ сағына тура килдем.

Ғәрифйән. Хәлдәр шулай булып китте. Күршеләре ҡапыл аяҡтан йығылды.

Морат. Оло кешенең ауырыуы була торған хәл инде.

Ғәрифйән. Уныһы шулай ҙа бит. Тик балалар үҙҙәрен ғәйепле һанайҙар. Ултыр әле, улым. Көйрәтәһеңме?

Морат. Ундай ғәҙәтем юҡ.

Ғәрифйән. Һәйбәт. Бына нимә улым, әбейҙең улы ун йылдар элек Себергә сығып киткән ине - вәссәләм, һыуға батҡан кеүек юҡ булды. Баштараҡ хаты килгеләгән дә ул…

Морат. Ундай хәлдәр хәҙерге ваҡытта бер һеҙҙә генә түгел, бөтә ил буйынса. Эшһеҙлек арҡаһында күпме кеше илен ташлап китә лә, әллә күпмеһе кире әйләнеп ҡайта ла алмай.

Ғәрифйән. Һуғыш ваҡыты булһа, аңлашылыр ҙа ине…

Морат. Хәҙерге заман һуғыштан да яман, ти, өләсәйем. Юғалған кешенең иҫәбе-һаны юҡ.

Ғәрифйән. Ҡәҙере китте шул кешенең.Тик кеше бит энә түгел. Ҡара әле улым, һин бит уҡыған кешеһең, бәлки уны эҙләп ҡарарға кәрәктер? Маһикамал йәл, бөтөнләй шиңде.

Морат. Исеме, фамилияһы нисек?

Ғәрифйән. Ҡотлозаманов Заһир.

Морат. Әбейҙең улын әйтәм.

Ғәрифйән. Ханбирҙин Илсур Ғөбәйет улы.

Морат. Тыуған йылы, көнө?

Ғәрифйән. Хәтеремдә, ул йылда бик ҡоро йәй ине. Минең ҡыҙҙан өс йәшкә оло. Ҡыҙыма утыҙ ике, ә уға..

Морат. Утыҙ биш.

Ғәрифйән. Шулай.

Морат. Булмай шул. Компьютергә бөтәһен дә дөрөҫ индерер кәрәк. Улайһа һеҙ яҡшылап белешегеҙ. Ярай, олатай, мин китәйем әле.

Ғәрифйән. Туҡта әле улым. Мөслимә килен, сыҡ әле.

 

Өйҙән Мөслимә, Әҙилә сығалар.

 

Мөслимә (Моратҡа). Һин һаман бындамы?

Ғәрифйән. Асыуланма, килен, ул ярҙам ҡулын һуҙа.

Мөслимә. Ярҙамды хәҙер хоҙайҙан ғына һорар кәрәк.

Ғәрифйән. Илсурҙың тыуған йылы, көнө кәрәк. Әллә инеп сығаһыңмы?

Мөслимә. Ну олатай..бала-саға түгелһең бит.

Әҙилә. Ә  мин беләм.

Мөслимә. Һин?Ҡайҙан беләһең?

Әҙилә. Өләсәйҙең кеҫәһендә ята.

Мөслимә. Нимә ята?

Әҙилә. Конверт. Ә уның эсендә бөтәһе лә бар. Илсур ағайҙың ҡасан тыуғаны, ҡасан ауырығаны, ҡасан мәктәпкә барғаны… ҡасан өйҙән сығып киткәне…

Ғәрифйән. Бына бит, барыһы ла бар. Ана шул конверт булғанда… Ҡыҙым, һин алып килмәҫһең микән шул конвертты.

Әҙилә. Белмәйем. Өләсәй уны бирмәҫ, бик һаҡлап йөрөтә. 

Мөслимә. Баланы ғына ҡыҫтырмағыҙ инде. Өйгә ин, Әҙилә.

Мөслимә китә.

 

Әҙилә. Ә нимәгә кәрәк ул конверт?

Ғәрифйән. Кәрәк шул, кәрәк. Бына ағайың менән изге эш ҡылырға торабыҙ. Бәлки Илсур ағайыңды ла табырбыҙ.

Әҙилә. Илсур ағайҙы? Ә ул саҡта өләсәй ҙә һауығыр, шулай бит, олатай?

Ғәрифйән. Эйе, эйе, һауығыр. Мотлаҡ һауығасаҡ, әле һиңә әллә күпме әкиәттәр һөйләр.

Әҙилә. Ә һорамай алһам, урлашыу булмаҫмы?

Ғәрифйән. Ниндәй урлашыу булһын? Һин бит уны кире урынына һалаһың.

Әҙилә. Улайһа, мин киттем.

Әҙилә йүгереп китә.

 

Ғәрифйән. Булды былай булғас.

Бишенсе күренеш

Таяҡҡа таянып яй ғына Маһикамал әбей атлай. Уны бер яғынан Орҡоя, икенсе яғынан Ғәрифйән тотҡан.

 

Орҡоя. Ипләберәк, ипләберәк атла. Хәҙер бына ошонда ултыр.

Маһикамал. Рәхмәт инде һеҙгә.

Орҡоя. Сит кеше түгелһең бит, күрәләтә үлтереп булмай.

Маһикамал. Үлтерһә, бәлки,  яҡшыраҡ булыр ине.

Орҡоя. Кит, бушты һөйләмә.

Ғәрифйән. Барыһына шөкөр итәйек, хоҙайым көнөн биргәнгә йүнен бирер.

Маһикамал. Бер кемгә лә үпкәм юҡ, тик бер генә үкенесем бар, улымды күрә алмай китермен инде.

Ғәрифйән. Ҡуй әле, Маһикамал, бына аяғыңа ла баҫтың.

Маһикамал. Илсурыма ла үпкәм юҡ, аптырағандың көнөнән сығып китте бит.

Ғәрифйән. Донъя боларҙы шул. Ирекһеҙҙән китә йәштәр, ирекһеҙҙән..

Маһикамал. Ошо донъяны бөтәйтәм тип ирем һәләк булды, аҡса тип улым да киткән ине…  яҙмағандыр… Хәҙер инде мин дә китергә булдым.

Орҡоя. Китәһең?Ҡайҙа?

Маһикамал. Донъя көтөрлөк рәт ҡалманы. Донъям да туҙҙы, үҙем дә саҡ йөрөйөм, таяҡҡа таянып. Булмағас, булмай икән… Йәй нисек тә үтә, ә бына ҡыштарын... утын-һыуын индерергә кәрәк, бер кемем ҡалманы.

Ғәрифйән. Беҙҙе ниңә счеттан алып ташлайһың әле…

Орҡоя. Беҙ үҙебеҙ саҡ йөрөйбөҙ, бабай.

Ғәрифйән. Туҡта әле, әбей…

Маһикамал. Ризалаштым инде. Бер мин генә түгел яңғыҙ, хөкөмәт урамға сығарып ташламаҫ әле.

Ғәрифйән. Туҡта әле. Кәңәшләшһәң ни була?

Орҡоя.  Унда бит насар тимәйҙәр. Рәхәтләнеп йылы  бүлмәләрҙә әҙер аш ашайҙар.

Ғәрифйән. Йылы бүлмә? Әҙер аш?Ниңә үҙең шунда китмәйһең?

Орҡоя. Бәй, ҡаныҡҡаның мин булдым.

 

Трактор тауышы ишетелә. Заһир инә.

 

Заһир. Хәлдәрегеҙ нисек?

Орҡоя. Күреп тораһың, Магадандан килмәгәнһеңдер бит?

Заһир. Маһикамал инәй, һиңә утын алып килдем. Иртәгә таҡта алып киләм, ҡоймаңды бына итеп яңыртып ҡуйырмын.

 Орҡоя. Ҡара-ҡара, ҡайһылай шәбәйгән. Ул утыныңдың да, таҡтаңдың да хәжәте юҡ инде.

Ғәрифйән.  Ай ошоно! Тота ла кешенән алда хәбәрен һөйләй.

Заһир. Маһикамал инәй, һин бошонма, мин әле урамыңа ҡоҙоҡ та ҡаҙҙырып бирермен.

Орҡоя. Ыстағафирулла! Гонаһтарыңды юйырға булдыңмы?

Заһир. Мин бит юрый түгел. Ғәфү үтендем бит инде.

Орҡоя. Күрәләтә кешене ғәриплә лә, аҙаҡтан эш үткәс ни, ғәфү үтендең ни, үтенмәнең ни…

Маһикамал. Бер кемгә үпкәм юҡ, һиңә лә Заһир улым.

Заһир. Ишеттегеҙме? Рәхмәт инәй, рәхмәт. Бына нимә, Маһикамал инәй, иртәгә киске ашҡа киленең менән һине саҡырабыҙ.

Орҡоя. Әллә берәй байраммы?

Заһир. Былай ғына.

Маһикамал. Ашҡа тейһең инде…

Заһир. Эйе, эйе киске ашҡа.

Орҡоя. Тапҡан ваҡыт…

Заһир. Шулай уҡ һеҙҙе лә Ғәрифйән олатай, Орҡоя инәй менән. Килмәй ҡалмағыҙ, көтәбеҙ.

 

Заһир китә.

 

Орҡоя. Беҙҙе лә… Ишеттеңме, Ғәрифйән?

Ғәрифйән. Ҡолағыма сайыр тығылмаған.

Орҡоя. Ай, осло ҡолаҡ, ишетә лә һалған. Харап, ғәйептәрен юйып ҡалмаҡсы…

Ғәрифйән. Ниңә барыһын да насарға юрайһың, ҡарсыҡ. Бәлки ололарға хөрмәт күрһәтергә теләйҙер.

Орҡоя. Әйттең тағы. Кеше алдында бер оятлы булдылар бит инде. Хәҙер ана шул оятты ҡаплау өсөн, әбейгә сәй эсереп булһа ла ҡалайыҡ тейҙәр.

Ғәрифйән. Был хәтлем дә белемсе булырһың икән.

Маһикамал. Ашҡа тей…

Орҡоя. Теләмәйһең икән, бармай ҙа ҡуябыҙ.

Ғәрифйән. Ай ошоно! Әйҙә ҡайттыҡ, ауырыу кешене бимазалама.

Ғәрифйән, Орҡоя китә.

 

Маһикамал. Ашҡа тей…

 

Бер аҙ ултырғандан һуң, яй ғына өйө яғына китә.

Бер аҙҙан Морат менән Заһир инә.

 

Заһир. Һин ысынды һөйләнеңме шул.

Морат. Ышанмаһаң, бына үҙең уҡы (ҡағыҙ бирә).

Заһир. Хөрт икән эштәр.

Морат. Күршегеҙгә үҙегеҙ бирерһегеҙ.

Заһир. Мин? Юҡ, юҡ. Был хәбәр уны бөтөнләй үлтерәсәк. Шаяртып ҡына әйткән һүҙҙән ни килеп сыҡҡанын үҙең беләһең. Ә инде берҙән-бер улының был донъяла юҡлығын ишетһә…

Морат. Улайһа Ғәрифйән олатайға тапшырайыҡ. Ул бит оло кеше, бер әмәлен табыр.

Заһир. Был турала тағы берәйһе беләме?

Морат. Бер кем дә белмәй. Беренсе булып һин осраның.

Заһир. Бына быныһы яҡшы. Бер кемгә лә әйтмәй тор.

Морат. Заһир ағай…

Заһир. Был турала һин беләһең дә мин беләм. Аңлашылдымы?

Морат. Һуң…

Заһир. Барыһын да үҙ өҫтөмә алам. Аҙаҡтан яйын табып аңлатырмын. Тик көнө бөгөн түгел. Шулай.

Морат. Ярай. Онотоп торам, әбейҙең йортон ҡалдырырға булдылар, тик ихатаһын яҡшылап кәртәләргә кәрәк.

Заһир. Бына быныһы өсөн рәхмәт. Ә ҡоймаһын үҙ өҫтөмә алам, шундай итеп эшләрмен, әллә ҡайҙан күҙ яуын алып торор.

Морат китә.

 

Заһир (ҡулындағы ҡағыҙҙы оҙаҡ итеп уҡый, уйланып ултыра, йыртып ташлай). Шулай яҡшыраҡ булыр.

                 

Алтынсы күренеш

Заһир, Мөслимә, Әҙилә табын әҙерләй. Ғәрифйән, Орҡоя инә.

 

Ғәрифйән. Бына беҙ килеп тә еттек.

Заһир. Һаумыһығыҙ. Түребеҙгә уҙығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар.

Орҡоя. Маһикамалды әйтәм, килмәҫкә булдымы икән?

Ғәрифйән. Сабыр ит.

Маһикамал инә.

Маһикамал. Ни хәлдә йәшәйһегеҙ, балалар?

Заһир. Барыһы ла яҡшы. Бына яңы йортобоҙға индек. Шатлығыбыҙҙы беренселәрҙән булып ут күршебеҙ Маһикамал инәй, шулай уҡ ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Ғәрифйән олатай һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдыҡ.

Ғәрифйән. Бик ололап ташланығыҙ, рәхмәт.

 

Ғәрифйән аят уҡый.Барыһы ла доға ҡылалар.

 

Мөслимә. Барығыҙ ҙа икмәктән ауыҙ итегеҙ.

Маһикамал. Рәхмәт килен, улым, һиңә лә рәхмәт.

Заһир. Бына үҙемдең атай-әсәй фани донъяла инде.

Ғәрифйән. Ауыр тупраҡтары еңел булһын.

Заһир. Мөслимәнекеләр инде йыраҡта.Үҙ донъялары менән йәшәйҙәр.

Ғәрифйән. Бик мәслихәт.

Заһир. Бына беҙ үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, килешеп донъя көтәбеҙ,  тик бына…

Орҡоя. Бәлешең, килен, бигерәк тәмле, телде йоторлоҡ.

Ғәрифйән. Туҡта, әйтеп бөтөргәнен көт.

Заһир. Әллә, кәләш, үҙең генә әйтәһеңме, ни тиһәң дә һинең телең… килештереберәк әйтерһең тигәндән.

Орҡоя. Тел тигәндән, һин дә..

Ғәрифйән. Ҡарсыҡ…

Мөслимә.  Маһикамал инәй,  аллаға шөкөр, ун йылдан ашыу күрше йәшәп, бер ыҙғышҡаныбыҙ булманы.

Маһикамал. Шулай шул.

Орҡоя. Ә теге..

Ғәрифйән. Тик ултыр.

Мөслимә. Беҙҙең йомош булһынмы, уның йомошо булһынмы, барыһын уртаҡ эшләйбеҙ.

Маһикамал. Шулай, килен.

Мөслимә. Ә инде Әҙиләбеҙ уны үҙ өләсәһендәй күреп ярата.

Әҙилә. Өләсәй әкиәттәрҙе күп белә.

Маһикамал. Шулай, балам.

Заһир. Нисек кенә итһәк тә, киленең менән кәңәшләштек тә һине үҙебеҙгә алырға булдыҡ, Маһикамал инәй.

Орҡоя. Ҡара-ҡара..

Мөслимә. Олоғайған көнөңдә тормош йөгөн дә тартыуы еңелерәк булыр, ҡыҙыбыҙға өләсәй, донъябыҙға күҙ-ҡараҡ булырһың.

Маһикамал. Бәй…  Аһ, шулаймы?

Заһир. Риза булһаң инде…

Орҡоя. Ҡара-ҡара..ишеттеңме, Ғәрифйән?

Ғәрифйән. Ай, афарин Заһир улым, Мөслимә килен. Нимә-нимә, быны һис тә көтмәгән инем. Ҙурланығыҙ ҡарсыҡты. Бирегеҙ бишегеҙҙе.

Орҡоя. Бигерәк сос булып сыҡтың һин, Заһир. Әсәй имеш. Танауыңдан себен осораһыңмы?

Мөслимә. Орҡоя инәй, беҙ бит ысын күңелдән.

Орҡоя. Кем хәҙерге ваҡытта сит кешене әсәй итеп ала? Киреһенсә, хәҙер йәштәр ата-әсәләрен көтмәйҙәр, хатта өйҙәренән ҡыуалар. Ышанмайым. Ышанырлыҡ түгел.

Ғәрифйән. Ҡарсыҡ…

Орҡоя. Тыйма мине. Туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп, кешене ымһындырмағыҙ. Ҡарт кешенең күңеле былай ҙа йомшаҡ. Кешеләр алдында бер хур булдығыҙ бит инде.

Ғәрифйән. Бар ине ул йолалар, бар ине. Ниндәй аслыҡ әфәттәре булғанда, һуғыш ваҡытында етем ҡалған балаларҙы, ҡарт-ҡороно ҡарауһыҙ ҡалдырыу оят ине. Үҙҙәре етешһеҙ йәшәһәләр ҙә, уларҙы артыҡ ауыҙ тип һанаманылар, хәлдәренән килгәнсе ризыҡ бүлештеләр, күңелең киң булһа, барыһына урын табыла ине. Ә хәҙер ни күрәбеҙ: ата-әсәле көйөнсә күпме бала балалар йортонда тилмерә, ә үҙҙәрен ҡарап үҫтергән, кеше иткән ата-әсәһен уйлап та тормайынса, үҙ йорттарынан ҡыуып сығаралар. Ҡурҡмайҙар хоҙай язаһынан, донъя бит ҡуласа, ул көн үҙҙәренә кире ҡайтыр тип уйламайҙар. Заһир улым, Мөслимә килен, бик ҙур сауап алаһығыҙ был игелегеҙ өсөн. Бәлки,  һеҙгә ҡарап, башҡалар ҙа үрнәк алырҙар.

Заһир. Бына, әсәй, ҡыямәтле улыңдан (дебет шәл яба).

Мөслимә. Ә быныһы киленеңдән (күлдәк һала).

Әҙилә. Ә быныһы ейәнсәреңдән, өләсәй (тәсбих бирә).

Маһикамал (бүләктәрен ҡарай). Бик ҙурланығыҙ. Рәхмәт һеҙгә. Ғүмерле булығыҙ, тигеҙ йәшәгеҙ.

Заһир. Бергә йәшәрбеҙ, әсәй.

Ғәрифйән. Амин.

Маһикамал. Теге егет бер ҡыуандырғайны, өйөгөҙҙө һүтмәйбеҙ тип, хәҙер һин, Заһир улым. Рәхмәт инде, рәхмәт.Ситтә булһа ла улым бар бит, ул ни әйтер.

Заһир. Инде Илсур ҡайтһа, үҙегеҙҙең йортоғоҙ нигеҙенә ҙур итеп өй һалырһығыҙ. Ғәрифйән олатай менән беҙ ярҙам итербеҙ.

Маһикамал. Иншалла. Шулай булһын.

Ғәрифйән. Ҡыуандырҙың бит, Заһир улым, ҡыуандырҙың. Һыҙҙыр әле гармуныңды!

Заһир гармун уйнай, Ғәрифйән бейей.

Шаршау.

КИТМӘ!

Бер шаршаулы пьеса

Ҡатнашалар:    Рәсилә

                            Ғаян

               

Алғы планда скамейка, тирә яҡта ағастар, ситтәрәк өй күренә. Рәсилә инә, тирә-яғына ҡарана, кеҫәһенән хат сығара, уҡый.

 

Рәсилә. Дөрөҫ килдем шикелле (йорттоң ишеген шаҡый). Һөйөндөк Ҡыуандыҡ улы, һеҙгә мөмкинме? Әллә ишетмәйҙәр , әллә өйҙә түгелдәр  (тағы шаҡый, йорттоң тәҙрәһенән ҡарай. Бер аҙҙан ишекте тарта, ишек асыла).

Ғәфү итегеҙ, был мин (өйгә инеп китә, бер аҙҙан кире сыға). Ишек асыҡ, ә өйҙә бер кем юҡ.  Ишек асыҡ, тимәк йыраҡ китмәгән.  (Скамейкаға ултыра. Сумкаһынан көҙгө сығара, биҙәнә. Тирә-яғын байҡай. Кеҫә телефоны шалтырай.)

Алло! Алло ! Ә-ә-ә … Таныным. Юғалттым тиһеңме?  Шулай тура килде. Бер сәғәттә йыйындым да юлға сыҡтым. Әлегә сер. Тәбиғәте иҫ киткес. Үҙем генә түгел, күңелем ял итә. Нимә, һуң кәкүк ҡош түгелме? Ҡасан ҡайтаһың тиһеңме? Уныһын асыҡ ҡына әйтә алмайым. Алло! Алло! Зиләйлүк! Әллә өҙөлдө инде …

(Телефоны тағы шалтырай.)

Өҙөлдө. Элемтә насар. Ниңә шул хәтлем төпсөнәһең? Ярай инде, әхирәт, һинән йәшереп булмаҫ. Хат алдым. Тыңла, уҡыйым. Хөрмәтле Рәсилә Айтуған ҡыҙы! Һеҙҙең талантлы актриса икәнегеҙҙе беләм, ишетеп кенә түгел, һеҙ башҡарған ролдәрҙе күреп, һеҙҙең талантығыҙға ғашиҡмын. Туҡта әле, бүлдермә! Тыңла! Әгәр риза булһағыҙ, һеҙҙе үҙем ҡуясаҡ киноға төп ролдәрҙең береһен башҡарырға тәҡдим яһайым. Булмаҫ,  тиһеңме? Ниңә көләһең? Мин һине әхирәт тип торам, ә һин… (телефонын һүндерә). Көнләшә, биллаһи, көнләшә!   Беҙҙең халыҡ шулай инде ул, ғүмер буйы сәхнәләрҙә бөйөк ролдәр көтөп, көндәр генә түгел, йылдар үтә. Мин бәхетле! Шундай бәхетле! Киноға төшәсәкмен. Күптәрҙең буй етмәҫлек  хыялы!  Ҡайҙа һуң был режиссер? Әллә берәй хәлгә юлыҡтымы икән? Аллам һаҡлаһын! Аллам һаҡлаһын! (хатты ала, күҙ йүгертә). Әһә, телефонын да яҙған бит, әйкәйем. Туҡта әле, шылтыратайым (телефонын ала, йыя).  Алло! Алло! Һөйөндөк Ҡыуандыҡ улымы? Был мин. Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Рәсилә Айтуған ҡыҙы. Эйе, таптым. Бик оҡшай. Әҙерәк көтөргәме? Көтөрмөн, көтөрмөн. Тауышы һуң, тауышы! Бәрхәт кеүек. Ә үҙе ниндәйерәк икән? Ысындан да… оло кеше тиһәң, исеме ишетелер ине, урта йәштәге тиһәң… Әгәр йәш кеше булһа? Ахмаҡ! Әй, йүләрбеҙ инде беҙ - ҡатын-ҡыҙҙар. Баштан әллә ниндәй уйҙар үтте. Үтмәҫлек тә түгел шул. Күңел дә шомлана башланы. Мәскәү хәтлем Мәскәүҙә эшләгән режиссер ни өсөн мине бында саҡырҙы икән? Тимәк.. тимәк… (кәкүк тауышы ишетелә). Тағы шул кәкүк! Әллә башҡа ҡош юҡ инде бында? Етте! Ҡысҡырма! Ҡысҡырма! Һин генә ҡалдың эсте бошорорға! (Ерҙән таяҡ ала, кәкүк ҡысҡырған яҡҡа елгәрә).

Тауыш. Ау-у! Ай-ай-ай!

Рәсилә. Әллә береһенә тейҙе инде? Ой! Һөйөндөк Ҡыуандыҡ улына тейһә? Харап ҡына булдым.

 

Рәсилә сыға. Бер аҙҙан башына эшләпә кейгән, ҡулына ҡармаҡ тотҡан ҡара күҙлекле ир менән инә.

 

Рәсилә. Зинһар ғәфү итегеҙ, мин яңылыш, йәнде үртәп ҡысҡырған кәкүккә тип..

Ғаян. Ой-ой-ой! (башын тота).

Рәсилә. Мин хәҙер (сумкаһын ала, унан, ҡулъяулыҡ сығара). Йә әле, ултырығыҙ (эшләпәһен сисә). Ой (сумкаһынан шешә сығара). Хәҙер бына ошоноң менән дезинфекция үткәреп ебәрәбеҙ ҙә, бәйләп ҡуябыҙ. Булды.

Ғаян. Һеҙгә булғандыр ҙа ул… (Араҡыға текләп ҡуя, ауыҙын ялап ала.)

Рәсилә. Ғәфү итегеҙ. Аңланым, аңланым (рюмка сығара, коньяк һала). Эсегеҙ, эсегеҙ, йәл түгел һеҙҙең өсөн.

Ғаян. Шәп! Эстәр йылынып китте.

Рәсилә. Балыҡ сиртәме?

Ғаян. Насар сиртә.

Рәсилә. Көн дә кисләп бара.

Ғаян. Уныһы шулай.Тик бына баш ауырта бит, баш ауырта.

Рәсилә. Бәлки тиҙ ярҙам саҡыртырғалыр?

Ғаян. ”Тиҙ ярҙам” бик кәрәк ине лә ул, тик яҡындағы больницаға бынан йөҙ километр самаһы, мәңге бензиндәре лә булмай. Мин инде бында бер йыл йәшәйем.

Рәсилә. Нисек инде бер йыл?

Ғаян. Бына шулай.Бына ошо йортта…

Рәсилә. Һеҙ… әллә яңылышаһығыҙмы?

Ғаян. Әллә яңылышам инде? Суҡмар башыңа тейһә, әҙерәк тә булмаҫһың,бәлки ғүмерлектер.

Рәсилә. Ниндәй суҡмар? Ниндәй ғүмерлек?

Ғаян. Шаңҡыу.

Рәсилә. Ниндәй шаңҡыу? Йәрәхәтегеҙ ҡурҡыныс түгел. Бер генә тамсы ҡан әҫәре лә булманы. Хатта яраһы ла юҡ.  Әҙ генә шишак.

Ғаян. Ана шул-шул. Шишак! (ҡапыл күҙлеге төшөп китә, тиҙ генә кире кейә)

Рәсилә.  Был....Юҡ, юҡ.

Ғаян. Әллә тием… осрашыу хөрмәтенә.

Рәсилә. Тимәк, һеҙ режиссер түгел?

Ғаян. Түгел.

Рәсилә. Улайһа, хушығыҙ.

Ғаян. О-ля-ля. Ну и ну. Ой ниндәй ҡатын!

Рәсилә. О-ля-ля! Тик һинең өсөн түгел!

Ғаян. Мадмуазель…

Рәсилә. Башҡортостандың халыҡ артисткаһы! Ә хәҙер сенью  плиз, чао, ауф виндерзен, вер ист вае..

Ғаян. Нимә? Ха-ха-ха. Һин һаман да элеккеһең, үҙгәрмәгәнһең.

Рәсилә. Башыңды иҫәргә һалма. Күргән бар һинең һымаҡтарҙы!

Ғаян. Ә мин һине таныным. Таныным.

Рәсилә. Таныһаң бик яҡшы. Мине бөтә республика белә. Минең ҡатнашлығымдағы афишалар бөтә Башҡортостанда!

Ғаян. Ҡарһылыу? Юҡ, мәскәй әбей! Мәскәй әбей, ә мин һинең үлемһеҙ Кащейең (күҙлеген һала).

Рәсилә. Һин?!

Ғаян. Таныны.

Рәсилә. Һин үлмәнеңме?

Ғаян. Күрәһең, теремен.

Рәсилә. Һине үлде тигән инеләр.

Ғаян. Мин бит үлемһеҙ. Кащей Бессмертный. Хәтереңдәме?

Рәсилә. Күпме ғүмер үтте.

Ғаян. Шулай, Рәсилә-Рәсиләкәй. Ниндәй ваҡыттар бар ине. Һин-Джульетта,ә мин- Ромео. Һине һөйгән, мәңгелек мөхәббәткә ант иткән Ромео. Алдарыңда тубыҡланам, бир әле ҡулдарыңды, бер үбәйем.

Рәсилә. Хәҙер ул Ромеонан бер ҡарасҡы тороп ҡалған.

Ғаян. Бик үк шапырынма! Һин дә хәҙер Джульетта түгел, ә бары тултырылған тауыҡ. Бройлер!

Рәсилә. Нимә? Кем бройлер? Мин әле… Белгең килһә, минең йондоҙом әле һүнмәгән. Моғайын, телевизор ҡарайһыңдыр, газит-журнал уҡыйһыңдыр?

Ғаян. Ишеткән бар.

Рәсилә. Бик хуп.

Ғаян. Иҫ киткес ролдәрең юҡ шикелле.

Рәсилә. Ролдәрҙең ҙуры,бәләкәйе юҡ.

Ғаян. Ә ниндәй ролдәр башҡара инек. Хәтереңдәме? “Башмағым”… Ә “Ҡоҙасалағы” алҡыштар! Халыҡ беҙҙең спектаклдәргә эркелеп килер ине.

Рәсилә. Ярай, етте. Элеккеләр булған да үткән. Ә хәҙергә хуш Ғаян, Ғаянчик.

Ғаян. Нисек инде, хуш? Беҙ әле күрешеп тә өлгөрмәнек.

Рәсилә. Һине күрергә ашҡынған юҡ әле. Күрмәһәм дә үкенесе булмаҫ ине.

Ғаян. Рәсилә-Рәсиләкәй.

Рәсилә. Етте! Яратаһың да инде башыңды алйотҡа һалырға. Ултыр.

Ғаян. Ултырҙым.

Рәсилә. Йә, һөйлә. Тыңлайым. Йә, һөйлә!

Ғаян. Нимә һөйләргә? Бәлки минең йырлағым киләлер.

             Йәшлектә һөйгән йәр,

             Һағындым килеп ал.

Рәсилә. Бәлки етеп торор. Һарыуымды ҡайната башланың.

Ғаян. Бөттө. Бөттө Рәсиләкәй. Һине күреүемә шатмын. Бәлки һуңғы тапҡыр күрешәбеҙҙер.

Рәсилә. Һыҡма күҙ йәштәреңде.  Ауырыйһыңмы әллә?

Ғаян. Ауырыйым.

Рәсилә. Сер түгелдер.Ҡайһы ерең ауырта?

Ғаян. Бына бында (күкрәгенә төртә).

Рәсилә. Йәлләтергә уйлайһыңмы?  (сумкаһынан аҡса сығара).  Мә!

Ғаян. Нимә - мә? Мин хәйерсе түгел.

Рәсилә. Тиҙ генә ал да, кит. Йә, ниңә ҡаттың? Беләм мин һеҙҙе, ирҙәрҙе! Йә! Әҙме? Тағы өҫтәйем (аҡса ала). Быныһына өҫтөңә йүнле кейем алып кей.

Ғаян. Мыҫҡыл итәһеңме?

Рәсимә. Кәрәкмәй икән, инәлмәйем (аҡсаһын кире һала).

Ғаян.  Ул көн һаман да минең иҫемдә. Баҫҡыс буйлап бер ҡыҙ төшөп килә. Билдәренә хәтлем төшкән  сәстәрен елдәр елберләтә, күҙҙәре ҡара муйылдай, ә ирендәре… Уны күргәс тә, әйтерһең,  йөрәгем урынынан ҡуҙғалды, хатта сәнсеп алды,тәнем буйлап сымырлап ток үттеме ни…

Рәсилә. Ҡәһәр һуҡҡан көн! Ҡайҙан ғына осраның һин миңә!

Ғаян. Ниндәй бәхетле инек беҙ. Бер-беребеҙҙе күреп, күрешеп туймай инек, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй ине. Ошо бәхет мәңгелек бөтмәҫ кеүек ине…

Рәсилә. Бәхет? Нимә аңлайһың һин ? Ҡоро һүҙҙәр генә һөйләйһең. Әйтерһең, сәхнәлә уйнайһың.

Рәсилә. Шунан?

Ғаян. Беренсе көндән үк миңә төп роль бирҙеләр. Халыҡ мине алҡыштарға күмде.

Рәсилә. Бары һиңә генә алҡыштар? Ҡупырайма, мине лә ситләмәнеләр.

Ғаян. Дөрөҫөн әйт, һин бит көнләштең? Минең данымдан көнләштең, ә ҡатын-ҡыҙ бары сәбәп кенә..

Рәсилә. Мин - көнләштем? Иҫәр! Мин бары кешесә йәшәргә теләнем. Ә һин маһайҙың. Буй етмәҫлек йондоҙ! Өҫтәүенә бына ошо менән (шешәне күрһәтә) дуҫлаштың.

Ғаян. Рәсиләкәй, әйҙә барыһын да онотайыҡ.

Рәсилә. Оноторға? Үткән ғүмер бына ошо ҡағыҙ түгел, бына ошолайтып йыртып ташларға. Ғүмеремдең алтын ваҡыттары бушҡа үтте, елгә осто.

Ғаян. Осто, осто ҡаҙҙар осто, осто, осто өйрәктәр осто.

Рәсилә. Етте! Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө (сәғәтенә ҡарай).

Ғаян. Сәғәт телдәре һымаҡ, ниңә ғүмер кире әйләнмәй икән?

Рәсилә. Хуш. Юлыңда бул… Хуш, хуш, хуш.

 

Ғаянды этеп тигәндәй сығара.

 

Рәсилә. Ой, башым! Ни булды был? (башын тотоп ултыра) Күптәр әйләндерер ине (сәғәтенә ҡарай), кире әйләнмәй шул. Ҡайҙа килеп юлыҡтым мин? Әллә? (телефонын йыя). Һөйөндөк Ҡыуандыҡ улымы? Был мин, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәсилә Айтуған ҡыҙы. Танынығыҙмы? Рәхмәт. Тағы көтөргә? Машинағыҙ боҙолдо? Аңлашыла. Көтәм. Көтәм. (телефонын һала) Көтөргә кәрәк. Кәрәк! Миңә роль кәрәк. Кинола!  Ниңәлер өшөттөрә башланы. Әллә үҙем өшөйөм, әллә йөрәк туңа, аңламайым. Туңам, туңам. (сумкаһынан шәл сығара, төрөнә, бер нөктәгә текләй. Йырлай)

Яңғыҙ ғүмер - ярты ғүмер,                                                                                                          

Өҙә шул үҙәктәрҙе,

Тормош – дарья, үтеү ауыр,

Нисек кенә түҙергә?

 

Ғаян инә.

 

Рәсилә. Мин һине саҡырманым. Юлыңда бул!

Ғаян. Ҡотлайым (сәскәләр һуҙа).

Рәсилә. Тағы ниндәй байрам?

Ғаян. Йә, иҫлә!

Рәсилә. Хәҙер һәр йәкшәмбе – байрам, бөтә календарь ҡыҙыл төҫтә.

Ғаян. Ундай көндө лә оноторһың икән.

Рәсилә. Ә миңә байрам юҡ. Көн дә эш. Йүгереп театрға барам, унан һуң телевидение, унан һуң кемдеңдер йә туйы, йә юбилейы.

Ғаян. Юбилей! Юбилей! Иҫләнеңме?

Рәсилә.  Етте! Әйтһәң әйт, әйтмәһәң, ана бара юлың.

Ғаян. Хәтер тигәнең иләккә әйләнгән икән.

Рәсилә. Булыр иләк… барыһы ла елкәңә менеп атланһалар.

Ғаян. Үҙең ғәйепле. Был туғаныңды эшкә урынлаштырырға, икенсеһен – уҡыуға, өсөнсөһен милициянан ялмап алырға… Ә бына ғаиләң өсөн ваҡытың да ҡалмай ине…

Рәсилә. Бер йылы һүҙең булдымы миңә!

Ғаян. Мин һиңә өйләндем.

Рәсилә. Рәхмәт. Берәү изгелек эшләгән - өйләнгән! Ха-ха-ха…

Ғаян. Иҫләнеңме?

Рәсилә. Мин бында “Поле чудес” уйнарға йыйынмайым.

Ғаян. Кеше ғүмерендәге иң иҫтәлекле ваҡиға…

Рәсилә. Ҡайҙан табылған был Якубович?

Ғаян. Эх, һин… шуны ла иҫләмәй. Ә үткәндәр онотолмай, йылдар үткән һайын сағыуыраҡ төҫкә инәләр.

Рәсилә. Һинең менән тел сарлашырға ваҡыт юҡ. Китәһеңме,юҡмы?

Ғаян. Мин килмәнем, һин үҙең килдең.

Рәсилә. Бына нисек! Она сама пришла! Ишеттегеҙме? Она сама виновата! Ғүмеремдә бер ҡыуаныслы көн тип шатланһам…Ҡайҙан осраның һин, көйҙөргөс!

Ғаян. Инглиз телен өйрәндеңме?

Рәсилә. Инглиз теле? Бында уның ниндәй ҡыҫылышы бар!

Ғаян. Онотҡан. Сәйәхәт итергә илдәр буйлап.

Рәсилә. Бар  ине ундай хыялым. Тик аҡса йыйып булманы.

Ғаян. Бай кавалер табылманымы?

Рәсилә. Кавалер? Хәҙер улар һинең үҙеңдең аҡсаңды һурырға яраталар. Шулай түгелме?

Ғаян. Хәҙер һин рәхәт йәшәйһеңдер инде.

Рәсилә. Бының менән нимә әйтергә теләйһең?

Ғаян. Ашарға бешерәһе юҡ, һаһыҡ носки, трусик йыуаһы юҡ.

Рәсилә. Үҙемә үҙем хужа.

Ғаян. Хужа? Бына мин дә үҙемә үґем хужа.  Шулай булғас, екеренмә миңә! Теләй икәнмен - торам, теләй икәнмен - ултырам, теләй икәнмен - ятам.

Рәсилә. Атаҡ!Атаҡ!

Ғаян. Беҙ ирекле кешеләр.

Рәсилә. Ирекле! Ирекле!

Ғаян. Ә ҡайһы ваҡыт иреклек ялҡтырып та китә. Бигерәк тә төн уртаһында яңғыҙ эт һымаҡ һалҡын өйгә ҡайтып ингәндә..

Рәсилә. Күңелең тулып киткәндә, серләшергә, һөйләшергә яҡын кешең булмағанда…

Ғаян. Һалҡын сәйҙе һемерә-һемерә, һалҡын карауатҡа барып ауғанда…

Рәсилә. Иртәнсәк күҙҙәреңде асҡанда, буш бүлмәлә яңғыҙың ятҡанда..

Был диалогтарҙы улар икеһе ике яҡта һөйләйҙәр.

 

Ғаян. Рәсилә..

Рәсилә. Нимә?

Ғаян. Бәлки..

Рәсилә. Һин..

Ғаян. Беҙ сит кеше түгел.

Рәсилә. Сит кеше түгел инек.

Ғаян. Ә хәҙер?

Рәсилә. Бәлки..

Ғаян. Сәй эсербеҙ, ә?

Рәсилә. Сәй? Ә мин ҡомған таптым,  һыуы юҡ.

Ғаян. Хәҙер һыу алып киләм.  

Ғаян китә.

Рәсилә. Ә режиссер юҡ. Ниндәй тыныслыҡ. Күңелем дә тыныс. Хатта ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһы ла кисерәм. Әсәйем мәрхүмә әйтә торған ине, күңелең тыныс булһа, һин бәхетле тип. Хатта Ғаяндың бында булыуы ла күңелгә яҡын һымаҡ. Нимә булды миңә? Үҙ- үҙемде аңламайым. Ә режиссер юҡ. Бөгөн нисәһе әле? Ун өсөнсө май. Ун өсөнсө май? (сәскәләрҙе ҡулына ала). Ғаян онотмаған. Ә мин онотҡанмын. Беҙҙең туй көнө. Утыҙ йыл да үтеп киткән. Тағы бер шылтыратып ҡарайым да (телефонын йыя). Алло! (телефон шылтырай). Телефон? (ағас төбөнән телефон ала). Бына нисек ?

Ғаян инә.

 

Ғаян. Булды, Рәсиләкәй, булды! Хәҙер сәй ҡайнатам. Ҡапма-ҡаршы ултырып ҡына сәйҙәр эсербеҙ.

Рәсилә. Эсербеҙ. Был телефон һинекеме?

Ғаян. Ә-ә-ә.. (кеҫәһен ҡарай).

Рәсилә. Тимәк…

Ғаян. Минеке.

Рәсилә. Һин кем?

Ғаян. Ғаян.

Рәсилә. Һин Ғаян түгел! Һин - ялғансы! Ғүмерем буйы мине алданың, мөхәббәткә ышандырҙың, күҙемде томаланың,  күңелемде яраланың.

Ғаян. Рәсилә, ултыр, тыныслан.

Рәсилә. Тынысланырға? Аңлат миңә! Ни өсөн мин был йәһәннәм тишегендә? Ниндәй мәхшәр!

Ғаян. Рәсилә-Рәсиләкәй…

Рәсилә. Ә мин йүләр, дурочка, иҫәр! Ышандырҙың! (хатты битенә ташлай). Рәхмәт. Эх-ма! Ун биш сәғәт поезда, өс сәғәт автобуста һелкенеп кил, имеш. Уның өҫтәүенә ҡәҙерле көндәремде, күпме аҡсамды юҡҡа сығарҙым.

Ғаян. Мин юлыңа үҙем… (аҡсалар сығара).

Рәсилә (аҡсаларын ала, өҫкә һибә). Осто, осто остолар,  хыялдарым юҡҡа сыҡтылар!  (илай)

Ғаян. Рәсилә, Рәсиләкәй..

Рәсилә. Күрә алмайым һине! Күрә алмайым! Хуш! Башҡаса күҙемә күренмә! Кит юлымдан!

Рәсилә китә.

Ғаян. Рәсилә! Китмә! Китмә!

 

Ауыр тынлыҡ.

 

Ниңә былай килеп сыҡты һуң? Мин бит уны һағындым. Күңелемдә нисә йылдар йыйып йөрөгән һағыштарҙы әйтергә теләгән инем, Рәсилә-Рәсиләкәй. Ә ғүмер тиҙ үтә. Тормошомда килеп сыҡҡан яңылышыуҙар өсөн һине ғәйепләмәйем. Бер кемде лә ғәйепләргә хаҡым юҡ. Йәшлек ул шаулап үтә лә китә икән. Ә артист өсөн ул бигерәк тиҙ үтә, сәхнәләге алҡыштар, һинең талантыңа ғашиҡтар, һиңә арнап яҙылған йырҙар, шиғырҙар, мөхәббәт һүҙҙәренән  баштар әйләнә, үҙеңдең бөйөклөгөңә  ышана башлайһың. Ана шул харап итә лә инде беҙҙе. Күбәләктәй бер сәскәнән икенсеһенә ҡунаһың, ә сәскәләр береһенән-береһе матур, күҙҙең яуын алып торалар. Ул матурлыҡҡа ҡаршы торорға көс юҡ, баштар әйләнә. Йәйҙең ҡыҫҡа икәнен онотабыҙ шул. Ә көҙҙәр еткәс… Шәл? Рәсиләнең шәле. Онотҡан. Ниндәй йомшаҡ шәл. Йылы. Ә Рәсилә? Ул бит өшөй. Яҙ кистәре һалҡын. Алыҫ китмәгәндер…

Ғаян китә. Бер аҙҙан Рәсилә инә.

 

Рәсилә. Ҡайҙа һуң ул үҙе? Ғаян! Ғаян! Бәлки өйгә ингәндер? (өйгә инә, бер аҙҙан кире сыға) Унда ла юҡ. Ниңә саҡырған ул мине? Ә хәҙер нисек ҡайтырға? Автобус тик иртәгә генә була. Приехала, больше некуда (илай). Ҡәһәр һуҡҡан тормош! Ни өсөн, ни өсөн, ни өсөн? Бөгөн килеп мин аңланым, бар тормошом тик ялтырауыҡтарҙан торған. Нимә өсөн был титулдар? Нимә өсөн был дан? Яныңда арҡа терәр кешең булмағас. Дан артынан ҡыуып, тыуасаҡ баламдан да баш тарттым. Нимә көтә мине? Йә хоҙай, бөтә ғүмер ниндәйҙер  мөғжизә көтөлгән. Насар кеше инеме һуң Ғаян? Йәшлектә бит барыһын да ялмап алғы килә, фатиры ла кәрәк, кеше араһында матур итеп кейенәһе лә килә. Бөтә ыҙғыштар ана шул аҡса етешмәгәнлектән, ә артистың аҡсаһы - бесәй төкөрөгө! Туңдым. Туңдым. Ҡайҙа һуң шәлем? (сумкаһын аҡтара) Юҡ. Урлаған! Урлаған!

Ғаян инә.

Ғаян. Һин бында икәнһең.

Рәсилә. Бында. Тиҙерәк китеүемде теләгән инеңме? Йә, ҡайҙа иттең? Самогонға алмаштырҙыҡмы? Ул бит әсәйемдең берҙән-бер төҫө!

Ғаян. Ҡысҡыр! Ҡысҡыр! Бар донъяға ҡысҡыр! Бур, бур мин! Ниңә һорамайһың, нисек үтте ғүмерең тип? Башымды Себергә тиктән-тик алып киттемме? Ғәрлегемдән, үҙ ғаиләмде аҫырай алмағанлыҡтан… Ә унда… тормош еңел булманы. Төҙөлөшкә эшкә урынлаштым. Эше ауыр, аҡсаһы шәп. Фатирлыҡ, машиналыҡ аҡса йыйырмын да, кире ҡайтырмын тип өмөтләндем,  тик насип булманы, барыһы ла селпәрәмә килде.

Рәсилә. Нимә селпәрәмә килде?

Ғаян. Мин бит артист инем.

Рәсилә. Аңламайым.

Ғаян. Хыялдарым селпәрәмә килде.

Рәсилә. Нисек?

Ғаян. Дүртенсе этаждан йығылдым,

Рәсилә. Ой! Шунан?

Ғаян. Таз һөйәктәрем онталған, башым да йәрәхәтләнгән.  Ә унан һуң ҡыҙыл кенәгә тотторҙолар.  Ә ғәрип кемгә кәрәк?  Көс-хәл менән суфлер булып эшкә урынлаштым. Мин һине онотманым. Үҙемдең турала  хатта тыуғандарыма ла хәбәр бирмәнем, шулай ҙа һәр саҡ тыуған яҡтар үҙенә тартып торҙо. Бер йыл элек  путевка бирҙеләр, санаторийға, Башҡортостанға. Яҡын ғына дуҫым санаторийҙа директор урынбаҫары булып сыҡты, эшкә алды ҡарауылсы итеп, ә ҡайһы ваҡыт гармунымда уйнап, ял итеүселәрҙең күңелен дә күтәреп ебәрәм.

Рәсилә. Ниңә хәбәр бирмәнең?

Ғаян. Ғәфү ит мине. Бәлки был шаярыу урынлы ла булмағандыр. Тик минең һине тағы бер тапҡыр күргем килде. Һин һаман да шул уҡ Рәсилә, йәшлегемдәге бәхет ҡошом. Ә шәлеңә килгәндә, мин уны ҡуйыныма тыҡтым, әҙгә генә булһа ла, һинең йылың мине йылытһын тип. Бына ул (Рәсиләнең яурынына һала). Һин өйгә инеп йоҡла. Иртәгә сәғәт һигеҙҙә автобус үтә.

Рәсилә. Ә һин?

Ғаян.  Минең өсөн борсолма.

 

Рәсилә өйгә инә, бер аҙҙан гармун тотоп кире сыға.

 

Рәсилә. Ғаян! Ғаян!

Ғаян. Нимә булды. Рәсилә?

Рәсилә. Бәлки уйнарһың? Үтенәм. Йәшлектәге көйҙө һыҙҙыр әле.

Ғаян уйнай, Рәсилә ҡушыла.

 

Йәшлектә һөйгән йәр,

Һағындым, килеп ал.

Ғаян гармун менән яй ғына күҙҙән юғала.

Рәсилә.  Китмә! Китмә, Ғаян!

   

Шаршау.

АЛДАР

Башҡорт  халыҡ  ижады буйынса

Ҡатнашалар:

Алдар

Зарифа абыстай               

Шәкир                                  

Гөлбикә           

Дәүләт бай                           

Заһира байбисә

Хөсәйен мулла                    

Зиннәт

Беренсе күренеш

Бер яҡтан Дәүләт бай, икенсе яҡтан Хөсәйен мулла килә, улар саҡ бәрелешмәйҙәр.

 

Хөсәйен. Әссәләмәғәләйкүм, Дәүләт бай.

Дәүләт. Вәғәләйкүмәссәләм, Хөсәйен мулла.

Хөсәйен. Именлекме, малдар артамы?

Дәүләт. Артмай шул, йылдары ла насар.

Хөсәйен. Мәсеттә лә күренгәнең юҡ.

Дәүләт. Ваҡыт еткереп булмай, ышаныслы ярҙамсылар ҙа юҡ.

Зиннәт инә.

 

Зиннәт. Хөрмәтле әфәнделәр, аштан оло булмағыҙ, ҡапҡылап китер инегеҙ.

Дәүләт. Ҡарын семетеп ҡуйҙы, бигерәк тәмле еҫтәр килә.

Хөсәйен. Тамаҡ кибеп китте.

Зиннәт. Улайһа, рәхим итеп ултырығыҙ. Һеҙ бай ағай ошонда, ә һеҙ мулла ағай бына ошонда. Йәнегеҙ ни теләй? (меню бирә).

Дәүләт. Билмән бармы?

Зиннәт. Бар. Яңы ғына салынған башмаҡ итенән.

Хөсәйен. Хаҡы күпме?

Зиннәт. Хаҡы тип, бына яҙылған.

Дәүләт. Ә һурпаһы? Күпме?

Зиннәт. Ә һурпаһының хаҡы… юҡ.

Дәүләт. Улайһа билмән алып кил.

Зиннәт. Күпме?

Хөсәйен. Илле тиһәм әҙ булмаҫмы?

Дәүләт. Булмаҫ.

Хөсәйен. Ишеттеңме?. Иллешәрҙән байға ла, миңә лә.  

Зиннәт  китә.

 

Хөсәйен. Йәнеңә рәхәт был баҙарҙа.

Дәүләт. Килгән һайын яңы кибетсе.

Хөсәйен. Зәкир бай уларҙы бирсәткә кеүек алмаштыра.

Дәүләт. Алмаштырмаҫ ине лә. Үҙҙәре асыҡ ауыҙ булмаһа. Ха-ха-ха…

Хөсәйен. Иҫәрҙәр тиең… ха-ха-ха…

 

Алдар инә, тирә-яғына ҡарана, өҫтәл артына ултыра. Зиннәт инә. Хөсәйен һәм Дәүләт алдына билмән ултырта. Алдар янына туҡтала.

 

Зиннәт. Ни теләйһең, юлсы?

Алдар. Ҡапҡылап алырға ине. Сәй.

Зиннәт. Шул ғынамы?

Алдар. Өс көрөшкә.

 

Зиннәт китә. Шәкир инә. Ул йонсоған, асыҡҡан.

 

Алдар. Эй, егет, ултыр.

Шәкир. Ултырҙым.

Алдар. Ниңә ас бүре кеүек ҡарайһың?

Шәкир. Ә нисек ҡарарға? Яныңда туҡ бүреләр тештәрен ыржайтһа..

Алдар.  Асыуың шулай ҙурмы?

Шәкир. Булыр ҙур, әгәр һине көнө-төнө эшләтеп, бер тинһеҙ урамға типкеләп сығарһалар.

Алдар. Сәбәбе булғандыр.

Шәкир. Сәбәбе ана ике туҡ бүре. Бөгөн дә улар бушҡа ултырмайҙар..

 

Зиннәт инә. Алдар алдына өс көрөшкә сәй ултырта.

 

Алдар. Тамағың кипкәндер, эс.

Шәкир. Ә-ә-ә

Алдар. Һыйлағанда һыу булһа ла эс.

Шәкир. Рәхмәт. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Алдар. Алдар.

Шәкир. Алдар? (һикереп тора)

Алдар. Ултыр,ҡустым.

Шәкир. Ҡурҡам.

Алдар. Нимәнән ҡурҡаһың? Мин юлбаҫар түгел.

Шәкир. Һин теге Алдар түгелме?

Алдар. Ниндәй Алдар тураһында һүҙ йөрөй?

Шәкир.  Алдар тигән бер әҙәм кешеләрҙе төп башына ултырта ла китә тей.

Алдар. Минең ундай ғәҙәтем юҡ. Ә исемемә килгәндә ауыл муллаһы ғәйепле, унан килеп бер һарун бай. Уға бил бөгөп атайым үлә,ә әсәйемде йәш бала менән ҡыуып сығара.

Дәүләт. Бигерәк тәмле һурпа.

Хөсәйен. Телеңде йоторлоҡ.

Дәүләт. Ҡорһаҡ тулды. Ҡуҙғалайыҡ, мулла.

 

Дәүләт бай, Хөсәйен мулла китә башлайҙар.

 Йүгереп Зиннәт инә.

 

Зиннәт. Әфәнделәр, туҡтағыҙ!

Хөсәйен. Беҙгә өндәшәһеңме?

Зиннәт. Һеҙгә, хөрмәтле әфәнделәр.

Дәүләт. Беҙҙең юлыбыҙҙы бүлергә ни хаҡың бар, маңҡа!

Зиннәт. Билмән хаҡын түләргә кәрәк.

Хөсәйен. Эй, малай, ниңә оло кешеләргә екеренәһең? Һине ата-әсәйең тәрбиәле булырға өйрәтмәнеме?

Зиннәт. Әфәнделәр, ғәфү итегеҙ, мин бит екеренмәнем. Билмән хаҡын түләһәгеҙ икән.

Дәүләт. Ана шулай һөйләш, аңра! Ә билмәнгә килгәндә, беҙ билмән ашаманыҡ.

Зиннәт. Нисек ашаманығыҙ? Теп-теүәл йөҙ билмән, һеҙгә бай әфәнде - илле, һеҙгә  мулла ағай - илле…

Хөсәйен. Беҙ һурпаһын ғына эстек, ә билмәндәре- тәрилкәлә, ышанмаһаң- һана!

Дәүләт. Һурпа буш тип үҙең әйттең түгелме?

Зиннәт. Мин…

Хөсәйен. Һине бер кем дә телеңдән тартманы – үҙең әйттең.

Зиннәт. Ярлыҡағыҙ, әфәнделәр. Бай мине эштән ҡыуысаҡ.

Шәкир. Харап булды егет.

Алдар. Бына нисек эштәр!

Шәкир. Әйттем бит, тигенгә йөрөмәй ике туҡ бүре тип, кеҫәләре тулы аҡса, тик бушты өмөт итәләр, харундар!

Дәүләт. Кит юлдан, аңра! Киттек, Хөсәйен мулла.

Хөсәйен. Иҫәр! Юлда булайыҡ, Дәүләт бай.

Хөсәйен мулла, Дәүләт бай китәләр.

 

Шәкир.  Арт һабаҡтарын уҡытырға ине, кешеһе генә юҡ! Бер ай элек мин дә уларҙың тоҙағына эләктем. Бер айлыҡ аҡсамды ла бирмәй, кибетсе эштән ҡыуҙы.

Алдар. Береһе Хөсәйен мулла, икенсеһе Дәүләт бай… Улар ҡайҙа йәшәгәндәрен беләһеңме?

Шәкир. Бында уларҙы белмәгән кеше юҡтыр…

Алдар. Эй, егет!

Зиннәт. Миңә әйтәһегеҙме?

Алдар. Һиңә инде. Йә, һөрт күҙ йәштәреңде ҡса бирә). Башҡаса асыҡ ауыҙ булма!

Зиннәт менән Шәкир аптырап Алдарға ҡарайҙар.

Алдар китә.

 

Шәкир. Аңра! Йүгер артынан, рәхмәтеңде әйт!

ИКЕНСЕ КҮРЕНЕШ

 

Алдар кәкере ҡайын башында ултыра, аяғы менән төҙ ҡайынға терәлгән.  Үҙе тәмәке   көйрәтә.  Хөсәйен мулла инә.

 

Хөсәйен. Һин ни эшләп бында ултыраһың?

Алдар. Күрмәйһеңме, ҡайынды терәтәм.

Хөсәйен. Тағы бер иҫәр! Кем атлыһың, ҡайҙарҙан юлландың?

Алдар. Алла бәндәһе мин, ил гиҙәмен. Ә исемем-Алдар.

Хөсәйен. Алдар? Исеменә күрә есеме тиҙәр, шунан Алдар, алдап буламы?

Алдар. Мулла бит уҡымышлы кеше, буш исем ҡушмағандыр.

Хөсәйен. Һүҙҙәрең бик кинәйәле. Йә, әле, мине  алдап ҡара.

Алдар. Бик алдар инем дә ул, алдау тураһында яҙылған бетеүем өйҙә ҡалған бит әле. Бөгөнгә булмай.

Хөсәйен. Ул ниндәй бетеү?

Алдар. Улмы? Олатайымдан ҡалған ҡомартҡы. Ул бетеүҙе таҡһаң, бөтә кеше һин нимә тип алдаһаң да, ышана ла ҡуя.

Хөсәйен. Ҡара әле егет, һин күп телеңә һалынғансы, тиҙ генә бетеүеңде алып кил!

Алдар. Ә һеҙ мине көтөрһегеҙме, алдашмайһығыҙмы?

Хөсәйен. Мулла башым менән алдашып тормам, көтәм тигәс, көтәм.

Алдар. Йәйәү атлаһам оҙаҡлап китермен, әллә атыңды биреп тораһыңмы мулла абзый?

Хөсәйен. Атым өй артында бәйле тора. Тик оҙаҡлап йөрөмә!

Алдар. Атың ғына шәп булһын!

Хөсәйен. Атым Аҡбуҙат тоҡомонан.

Алдар. Килештек улайһа, тик һеҙ мин килгәнсе,  минең урынға менеп ултырығыҙ.

Хөсәйен. Ағас төбөндә генә көтһәм, булмаймы?

Алдар. Булмай шул. Күрәһеңме, был ағасты терәп тормағастар, ҡыйыш үҫкән. Бына шулай. Ә аяғың менән төҙ ағасты терәп тор. Мин оҙаҡламам.

 

Алдар китә. Бер аҙҙан Шәкир инә.

 

Шәкир. Һеҙгә ни булды, мулла ағай?

Хөсәйен. Ултырам әле.

Шәкир. Ултырғанығыҙҙы күрәм, ә ниңә ағас башына мендегеҙ?

Хөсәйен. Бер егетте көтәм. Ул миңә алдау тураһында яҙылған бетеүен алып килергә китте.

Шәкир. Әллә яңылыша башланығыҙмы, мулла ағай?

Хөсәйен. Иҫәр, ауыҙыңды ипләберәк ас, һәр һүҙегеҙ ана тегендә ҫкә күрһәтә) ишетелә.

Шәкир. Һеҙҙе йәлләп әйткәндән ине, мулла ағай, кеше күрһә, ояты ни тора, мулланы кәкере ҡайынға һөйәп киткәндәр тиерҙәр.

Хөсәйен. Кәкере ҡайынға?

Шәкир. Кеме шулай ҡыланды икән, ә?

Хөсәйен. Бик арыу кеше, алла бәндәһе,  тиҙ генә әйләнеп кил тип, атымды ла биреп ебәрҙем. Исеме - Алдар.

Шәкир. Алдар? Ха-ха-ха… Һиңә лә кешеһе табылған икән, мулла ағай, ха-ха-ха…

Шәкир китә.

Хөсәйен. Ни һөйләне был иҫәр?

 

Йығылып төшә.

 

                              

ӨСӨНСӨ КҮРЕНЕШ

Зарифа абыстай һандыҡ йыуа. Дәүләт бай инә.

 

Дәүләт. Зарифа абыстай, Хөсәйен мулла өйҙәме?

Зарифа. Ҡалаға киткән ине, бөгөндәре ҡайтмаҫ әле.

Дәүләт. Шулаймы? Бигерәк сибәрһең шул, Зарифаҡай. Бынау бүләгемде риза булып алһаң ине (беләҙек сығара).

Зарифа. Эй ошо Дәүләт байҙы!

Дәүләт. Гәпләшеп ултырыр инек.

Зарифа. Байбисәң ишетеп ҡалһа?

Дәүләт. Ҡалала тип уйлай ул мине.

Зарифа. Мулла ишетә ҡалһа, юҡ инде, гонаһы…

 

Ҡапҡаны туҡылдаталар.

 

Зарифа. Әллә ҡайтып та етте! Дәүләт бай, тиҙ генә ошо һандыҡҡа йәшен!

Дәүләт бай һандыҡ эсенә инә.

 

Зарифа. Кем унда?

Алдар (урамға инә). Был мин, абыстай. Алдар мин.

Зарифа.  Әллә хәҙрәттең аты инде? Әллә бер-бер хәл булдымы?

Алдар. Һорашма инде, абыстай…Тиҙ генә ике йөҙ тәнкә кәрәк. Мулла абзый бәләгә тарыны.

Зарифа. Ни булды, әйт тиҙерәк!

Алдар. Мулла абзый әйтергә ҡушманы бит әле, абыстайҙың йөрәге насар, ишетһә…

Зарифа. Йә, хоҙай, баштарыма ниндәй бәлә төштө?

Алдар. Әйтһәм, әйтәйем инде. Ҡалала мулла абзый теге рулеткалы йортҡа барып ингән дә, аҡсаһын отторған. Ә хәҙер сыға алмай шунда ултыра.

Зарифа (тиҙ генә Алдарҙың ауыҙын яба). Бына оят! Бына мәсхәрә! ҡса сығара). Ҡотҡара күр ағайыңды! Ҡотҡара күр!

Алдар китә.

Дәүләт (һандыҡ ҡапҡасын асып). Кем булды ул? Мулла аҡса отторған тейме?

Зарифа. Уф аллам! Нимә эшләргә?

Дәүләт (һандыҡтан сыға). Минең ҡосағыма ғына инергә, аппаҡҡайым, сибәркәйем.

Зарифа. Туҡта, кемдер килә. Ин һандыҡҡа!

 

Дәүләт бай һандыҡ эсенә инә. Хөсәйен мулла инә.

 

Зарифа.Ҡайҙа булдың? Йә, һөйлә!

Хөсәйен. Эй, бисә, урыныңды онотма! Ирең сарсап ҡайтҡан, сәй әҙерлә!

Зарифа. Сарсағанға бик оҡшағанһың! Буштан-бушҡа аҡса туҙҙырып…

Хөсәйен. Ни һөйләйһең һин? Мин алла тарафынан раҫланған изге бәндә.

Зарифа. Изге бәндә? Ә атың ҡайҙа?

Хөсәйен.  Ат…

Зарифа. Ә ике йөҙ тәңкә?

Хөсәйен. Ниндәй ике йөҙ тәңкә?

Зарифа. Үҙең һораған ике йөҙ тәңкә! Һинең исемеңде ҡотҡарыр өсөн бар аҡсаны Алдарға биреп ебәрҙем.

Хөсәйен. Ниндәй исемде? Алдар бетеү артынан китте. Тиҙерәк булһын өсөн атымды ла биреп торған инем…

Зарифа. Ул бит һине аҡсаһын теге өйрөлткөстә уйнап отторҙо тине.

Хөсәйен. Эх, тауыҡ баш, тауыҡ баш… Аҡбуҙатым! Ике йөҙ тәнкә аҡсам! (башын ҡоймаға бәрә).

 

Шәкир инә, һандыҡ өҫтөнә ултыра.

 

Хөсәйен. Һиңә нимә кәрәк, йолҡош?

Шәкир. Бер нәмәлә кәрәкмәй.

Хөсәйен. Кәрәкмәй икән, юғал күҙемдән!

Шәкир. Был һандыҡта нимә бар?

Зарифа. Бер нәмә лә юҡ! Йыуырға тип сығарған инем.

Шәкир. Унда нимәлер ҡыштырҙаған һымаҡ.

Шәкир. Рәхмәт, абыстай. Шайтан түгел микән? Өйгә шайтан оялаһа тей өләсәйем, ир менән ҡатындың араһы боҙола тей.

Хөсәйен. Шайтан? (һандыҡты тирәләп йөрөй, башын һандыҡҡа ҡуя). Ысындан да ниҙер ҡыштырҙай. Абыстай, ас әле һандыҡты!

Зарифа (асҡыс эҙләй). Асыуланып, көйөп китеп, әллә юғалттым инде. Сарсаным тигән инең, әллә атаһы тим, сәй эсеп алаһыңмы?

Хөсәйен. Эйе шул, сәй эсергә ине.

Зарифа. Самауырым шыжлап ултыра,  өйгә ин, атаһы.

 

Хөсәйен китә. Зарифа Шәкир янына килә.

 

Зарифа. Бар кит, ағайың асыуланыр ҡса бирә),  ас ҡарындан әллә нимәләр ишетелер  шул.  (Этеп тигәндәй Шәкирҙе сығара ла, һандыҡты аса).  Тиҙ генә һыпырт!

 

Зарифа өйгә инә, Шәкир кире инә, һандыҡ ҡыбырҙай.

 

Шәкир. Ай-һай шайтан эйәләгән был һандыҡҡа, һыуға ғына алып барып батырайым әле. (Һандыҡҡа тотона.)

Һандыҡтан тауыш. Туҡта! Батыра күрмә!

Шәкир. Ҡара әле, кеше һымаҡ һөйләшә лә белә (һандыҡты аса). Бәй, Дәүләт бай һүрәтендә!

Дәүләт (һандыҡтан сыға). Һин мине күрмәнең дә, белмәнең дәҡса бирә).

Шәкир. Бер нәмә лә күрмәнем.

Дәүләт бай китә.

                

ДҮРТЕНСЕ КҮРЕНЕШ

 

Алдар менән Шәкир инә.

 

Шәкир. Эй, Зиннәт, ашарға бармы?

 

Зиннәт инә.

 

Зиннәт. Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ хөрмәтле әфәнделәр.

Шәкир. Шулай әфәндегә оҡшағанмынмы?

Зиннәт. Яңы камзолың, түбәтәйең әллә ҡайҙан ялтырап тора.

Гөлбикә инә.

 

Шәкир. Т-с-с…

Алдар. Әллә күҙең төштө инде?

Шәкир. Дәүләт байҙың ҡыҙы.

Зиннәт. Нисауа.

Шәкир. Тәтемәй шул беҙҙең ишеләргә.

Зиннәт. Күҙ төшмәҫлек түгел , бигерәк һылыу.

Алдар. Йә, ебеп торма, егет башың менән. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тиҙәр түгелме? Ә һин Зиннәт билмән алып кил.

Зиннәт. Булдырабыҙ уны.

Зиннәт китә.

Шәкир. Һаумы, Гөлбикә.

Гөлбикә. Шәкир, танырлыҡ та түгелһең.

Шәкир. Һине  күргәс, йөрәгем ярыла яҙҙы.

Гөлбикә. Мине ҡоҙалайҙар.

Шәкир. Кемгә?

Гөлбикә. Судья улына.

Шәкир. Ә һин… ризамы?

Гөлбикә. Атайҙан үтеп булмай.

Шәкир. Ул һиңә оҡшаймы?

Гөлбикә. Һорап тораһың? Ирмен тигән егет тип уйлаһам… Хуш, Шәкир.

Шәкир. Туҡта. Гөлбикә!

 

Гөлбикә китә.

Алдар. Ниңә кикерегең төшкән, әллә эштәр бешмәйме?

Шәкир. Эштәр хөрт. Күҙ атып йөрөгән Гөлбикәмде икенсегә ҡоҙалайҙар. Эх!

Алдар. Ә һылыу  нимә тине?

Шәкир. Атаһының һүҙенән үтә алмай.

Алдар. Ә йөрәктәр нимә тей?

Шәкир. Бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмайбыҙ ти.

Алдар. Уныһы яҡшы. Дәүләт байҙың ҡыҙы тиһең инде?

 

Зиннәт инә.

 

Алдар. Билмән ни хаҡ?

Зиннәт. Рәхим итеп ҡарағыҙ. Барыһы ла яҙылған.

Алдар. Ә һурпаһы?

Шәкир. Буш.

Барыһы ла көләләр.

 

Зиннәт.  Эштәр уңдымы, Шәкир? Ниңә өндәшмәйһең,  әллә түбәтәйеңде   оҡшатманымы?  Әллә ауыҙыңа билмән тығылдымы?

Шәкир. Эшеңдә бул! Һин генә ҡалдың мыҫҡыл итергә?

Зиннәт. Үпкәләмә дуҫҡай.. мин.. Әйҙә,  бөгөн төнөн барайыҡ та, урлайыҡ.

Шәкир. Ярай. Етте.

Алдар. Танауыңды бик төшөрмә кейәү егете. Минең башҡа бер уй килде.

Зиннәт. Алдар ағайға насар уй килмәҫ..

Шәкир. Бер нәмә лә ярҙам итмәйәсәк! Һеҙ Дәүләт байҙы белмәйһегеҙ!

Алдар. Тынысланығыҙ, егеттәр. Иң беренсе тамаҡ ялғап алайыҡ. Ас ҡарынға йүнле фекер килмәй бит ул.

Зиннәт. Әллә ысын, әллә юҡты һөйләйҙәр, мулланы кәкере ҡайынға һөйәп киткәндәр тип, был һеҙҙең эш түгелме, Алдар ағай?

Алдар. Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың. Рәхмәт, ашың тәмле булды. Бөгөн алыҫ юлға китергә ине иҫәбем, тик барып сыҡмаҫ. Бер-ике көнгә тотҡарланырға тура килер.

Шәкир. Нимә булды? Беҙҙең ярҙам кәрәк булһа, беҙ һәр ваҡыт әҙер.

Алдар. Был эште һеҙһеҙ генә атҡарып булмаясаҡ.

Зиннәт. Ә ниндәй эш?

Алдар. Алдан һөйләй башлаһаң, ҡыҙығы бөтә. Кәрәк тапһам, саҡырырмын. Хушығыҙ!

Алдар китә.

 

БИШЕНСЕ КҮРЕНЕШ

Алдар. Ошо тиһең инде Дәүләт байҙың йорто.

Шәкир. Ошо.

Алдар (ҡапҡаны асып ҡарай). Әһә…

Шәкир.  Ай-һай был эш барып сыҡмаҫ, ҡарун бит ул.

Алдар. Атын һуйҙырып, ҡунаҡ булмаһам, исемем Алдар булмаҫ!

Шәкир. Ой, шыттыраһың, Алдар ағай, был бит зәһәрерәк, Хөсәйен мулла ише түгел.

Алдар. Бик оҡшаһам, ҡыҙын да тоттороп сығарыр әле.

Шәкир. Тотторор, тоттормай ни…

Алдар. Яҡында йөрө. Кәрәк булыуың ихтимал. Башланыҡ!

Ҡапҡаны асалар.

Алдар. Әссәләмиғәлейкүм, Дәүләт бай (ышаныслы аҙымдар менән атлай).

 

Һыйыр башы өтөп торған бай, тиҙ генә һыйыр башы өҫтөнә ултыра. Алдында ятҡан ҡаҙыны табаҡ менән ҡаплай. Байбисә Заһира баҫып торған ҡамырын иренең көпөһе менән ҡаплай. Эргәһендә ятҡан йолҡолған тауыҡты усаҡ артына ташлай.

 

Алдар.  Шунан, Дәүләт бай, хәл-әхүәлдәр нисек? Мал- ыуар артамы? Иген-бесән үҫәме?

 

Уны көтмәгән бай асҡан ауыҙын яба алмай тора.

 

Мин беләм, һинең ни әйтереңде.  Эй,  юлсы,  һөйлә ниҙәр күргәнеңде, ниҙәр ишеткәнеңде тейерһең. Әгәр ишеткәндәремде һөйләй башлаһам, алдай тип ышанмай ҙа торорһоң. Шуға күрә күргәндәремде генә һөйләйем. Ҡара- туры башында аҡ ҡашҡалы атымды эйәрләп, һеҙҙең яҡҡа юл тотҡанда, Ташморон артылышын сығып килгәндә, юлымда бер йылан ятмаһынмы, уның ҡалынлығы бая һинең алдыңда ятҡан ҡаҙы һымаҡ ине. Таш алып шул йыланға һуҡҡан инем, ә таш ана һин ултырған һыйыр башындай ине, теге йылан йәлпәште лә ҡуйҙы. Нәҡ бынау көпө аҫтында ятҡан ҡамыр һымаҡ. Әгәр-мәгәр мин алдашһам, берәй һүҙем дөрөҫ булмаһа, мин анау усаҡ артында ятҡан, йөнө йолҡолған тауыҡ  хәленә инермен. Биллаһи, антым-шынтым.

 

Уның хәбәренән шаңҡыған Дәүләт бай менән Заһира абыстай бер-береһенә ҡарай.

 

Дәүләт. Байбисә, юлсы арып та, асығып та киткәндер, һыйыңды әҙерлә.

Заһира.  Хәҙер, атаһы.  

 

Тиҙ генә аш-һыу ултырта.

 

Алдар. Ҡунаҡсыл икәнһең, Дәүләт бай. Байбисәң дә уңған. Аштары телде йоторлоҡ.

Дәүләт. Барыһынса инде.

Алдар. Алыҫ сәфәрҙән киләм. Рөхсәт булһа, әҙ генә ял итергә ине.

Дәүләт. Байбисә, яҫтыҡ килтер. Бына ошонда рәхәтләнеп ял итегеҙ. Атың өсөн дә борсолма, аҙбарға индереп, алдына һоло ҡуйҙырырмын..

 

Алдар һикегә ята. Тик йоҡламай, тегеләрҙе күҙәтә.

 

Дәүләт. Был ниндәй әҙәм булды һуң?

Заһира. Барыһын да үтәнән-үтә күрә.

Дәүләт. Йәйелеп ятты, әллә китергә иҫәбе юҡ инде.

Заһира. Былай булһа, бөлдөрә икән беҙҙе.

Дәүләт. Һин, байбисә, ашты аҙбар артында әҙерлә. Ас ятһа, оҙаҡламаҫ, үҙе китер. Хеҙмәтсегә әйт, атын аҙбарға япһын.

Заһира. Ярай, атаһы.

 

Заһира китә, бер аҙҙан Гөлбикә инә.

 

Гөлбикә. Атай, мин судьяның аҡһаҡ малайына сыҡмайым.

Дәүләт. Атайыңдың һүҙе закун. Кемгә тейә ундай бәхет. Судья хәтле судья менән ҡоҙа булыу.

Гөлбикә. Аҡһаҡ булыуы өҫтөнә, күҙе лә ҡылый, береһе көньяҡҡа, икенсеһе төньяҡҡа ҡарап тора тиҙәр.

Дәүләт. Бигерәк уңай, кәрәкмәгәнде күрмәҫ.

Гөлбикә. Ҡолаҡҡа ла ҡаты тиҙәр.              

Дәүләт. Юҡ-барҙы ишетмәҫ!

 

Заһира инә.

 

Дәүләт. Ишеттеңме, нимә һөйләй һинең ҡыҙың? Кейәү уға оҡшамай.

Заһира. Шулай шул, атаһы, һөлөк кеүек ҡыҙыбыҙға  тиң түгел инде. Аҡһаҡ, ҡылый, ҡолаҡҡа ла ҡаты.

Дәүләт. Сеү! Ҡоҙа ишетеп ҡалмаһын!

Гөлбикә. Көсләй икәнһегеҙ, ҡасам да китәм.

Дәүләт. Нимә? Ҡасырһың, ҡасмай ни (һөйрәтеп келәткә индерә, ишеген бикләй).

Гөлбикә. Асығыҙ! (илай)

Заһира. Ни эшләүең, атаһы. Берҙән-бер балабыҙ бит.

Дәүләт. Бына асҡыс. Ашат. Эсер. Минең рөхсәттән башҡа сығараһы булма! Ҡара уны! Әҙерәк серем итеп алайым, аш бешкәс, уятырһың.

 

Заһира көйләй-көйләй йөн иләй, ойоп йоҡлап китә.

Бер аҙҙан Алдар тора. Аҙбар артынан ҡаҙанды индерә. Яйлап ит ашай, ҡалғанын моҡсайына һала.

Күн альяпҡысты тураҡлап, байбисәнең иҫке итегенең үксәһен ашҡа һала ла, ҡаҙанды кире урынына алып барып ҡуя. Үҙе кире йоҡларға ята.

Дәүләт (уяна). Эй, байбисә, ит бешкәндер инде?

Заһира (һикереп тора). Хәҙер, атаһы.

 

Бер аҙҙан ҡаҙанды индерә. Дәүләт тотҡан табаҡҡа альяпҡыс киҫәктәрен, итек үксәһен һала.

 

Дәүләт.  Был нимә? (итек үксәһен байбисәгә ташлай).

Заһира. Әйттем бит. Был әҙәм затынан түгел тип…

Дәүләт. Йолҡош! Кемде отмаҡсы булдың? ҙе йән асыуынан Алдарҙың итеген йолҡҡолай, ҡуңысын йырта). Ә һин, йоҡо сүлмәге, бумала баш.

Ҡамсы менән байбисәгә эләктерә. Заһира илаулап ҡаса, уның артынан Дәүләт китә

 

Алдар (күҙен аса).  Ашығыҙ тәмле булһын Дәүләт бай, Заһира байбисә. (Тора. Гөлбикә бикләнгән ишекте шаҡый.) Гөлбикә! Был мин, Шәкирҙең дуҫы.

Гөлбикә. Шәкирҙең? Яҙмағандыр инде…

Алдар.  Ә һин уны яратаһыңмы?

Гөлбикә. Ҡатын ҡыҙға яратыу - гонаһ.

Алдар. Ә яратмаған кешегә сығыу?

Гөлбикә. Икеләтә гонаһ.

Алдар. Улайһа - һайла. Бер гонаһмы, әллә ике гонаһмы?

 

Аяҡ тауышы ишетелә. Алдар тиҙ генә урынына ята. Дәүләт бай инә.

 

Дәүләт. Эй, юлсы, тиҙерәк тор! Ҙур бәлә сыҡты! Һинең атың тимер һәнәккә сәнселеп ҡазаға осраны. Ни эшләйбеҙ, һәләк кенә була бит атың?

Алдар. Бер нәмә лә эшләп булмай. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. Тиҙерәк салыр кәрәк, исмаһам ите ашарға яҙыр.

 

Дәүләт, Алдар сығалар. Бер аҙҙан Заһира инә.

Келәт ишеген аса.

 

Заһира. Балаҡайым, ашарға килтерҙем.

Гөлбикә. Тамағыма аш бармай, әсәй.

Заһира. Ташла шул ярлы-ярбаға өсөн өҙгөләнеүеңде. Мөхәббәт ул йөрәкте яндыра ла, үтә лә китә, һағыштары ғына ҡала…

Гөлбикә. Әллә һине лә атайыма көсләп бирҙеләрме?

Заһира. Ҡатын-ҡыҙ ризалығын кем һораһын? Атайым ҡаты ҡуллы ине, ҡаршылашып булманы… Һин дә балам, яҙмышыңа бойһон.

Гөлбикә. Ә бойһонмаһам?

Заһира. Хоҙайҙан ҡурҡыр инең.

Гөлбикә. Бер гонаһ, ике гонаһ… Әсәй, бер гонаһ яҡшымы, әллә ике гонаһмы?

Заһира. Гонаһ, гонаһ инде ул. Берәү генә булһа, хәйерлерәк.

Аяҡ тауышы ишетелә.

 

Тиҙ генә ин, атайың килә.

Ишекте бикләй. Дәүләт бай инә.

Дәүләт. Мине оторлоҡ кеше юҡ был доньяла! Ултырттым бит теге иҫәүәнде! Ышанды. Эй, байбисә рәхәтләнеп ит ашаясаҡбыҙ. Үҙебеҙгә генә түгел, туйҙағы ҡунаҡтарға ла етәсәк.

Заһира. Бәй, ат юлсыныҡы түгелме?

Дәүләт. Үҙе рөхсәт бирҙе. Эҫе йәй көнөндә барыбер ите боҙолор, үҙегеҙ генә ашағыҙ тине. 

 

Алдар инә.

 

Алдар. Рәхмәт  хөрмәтеңә Дәүләт бай, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы.

Дәүләт. Хушлығын хуш. Тик ниңә минең атты ҡапҡаға бәйләп ҡуйҙың?

Алдар. Ул минең атым. Күҙеңә үлән үҫмәгәндер, асыбыраҡ ҡара.

Дәүләт. Ебәр атымды!

Алдар. Мин һиңә килгәндә, атым булдымы?

Дәүләт. Булды.

Алдар. Башында аҡ ҡашҡаһы булдымы?

Дәүләт. Булды.

Алдар. Ә хәҙер ҡара, аҡ ҡашҡаһы бармы?

Дәүләт. Мин һуйған аттың да аҡ ҡашҡаһы бар ине.

Алдар. Юҡ шул,  Дәүләт бай, һин минеке тип үҙеңдең атыңды һуйғанһың. Һуйған атыңдын башын яҡшылап ҡара.

Шәкир аттың башын килтерә.

 

Алдар. Шулай, Дәүләт бай. Һинең атыңдын аҡ ҡашҡаһы юҡ ине, моғайын бер төндә үҫеп сыҡмағандыр.

Дәүләт. Бар ине! Бар ине! Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ниңә өндәшмәйһең, мырҙам? Һин дә күрҙең бит.

Шәкир. Бай ағай, төн ҡараңғы ине, һеҙ ни ҡушһағыҙ, мин шуны ғына үтәнем.

Дәүләт. Байбисә, ниңә телеңде йоттоң? Исмаһам, һин иҫбатла!

Алдар. Минең һеҙҙең менән гәпләшеп торорға ваҡытым юҡ, хуш, Дәүләт бай!

Дәүләт. Иблес!

Заһира. Иблес тип уйлағаным, дөрөҫкә сыҡты. Йә, хоҙайым!

Дәүләт. Юғал күҙемдән!

Алдар. Үпкәләштән булмаһын, Дәүләт бай. Башҡорттоң ҡунаҡсыллығы әүәлдән килә. Икенселәй беҙгә ҡунаҡҡа килһәң, үҙемдең атымдың ите менән һыйлармын.

 

Алдар  китә.

Дәүләт. Донья ҡуласа, бар осрашмаһаҡ, бер осрашырбыҙ. Исемен дә һорашманым..

Шәкир. Уның исеме Алдар.

Дәүләт. Алдар? (ултыра төшә)

Заһира. Атаһы, атаһы тим… ( битенә һыу бөркә).

Дәүләт. Алдар тиһең… (яй ғына тора)

Шәкир. Миңә китергә рөхсәтме, бай ағай?

Дәүләт. Дөмөгөп кит, йүнһеҙ!

 

Шәкир китә.

 

Дәүләт. Байбисә, йортҡа күҙ-ҡолаҡ бул! Мин көтөүлеккә барып, икенсе ат алып киләйем.

Дәүләт китә. Бер аҙҙан Зарифа абыстай инә.

 

Зарифа. Нимә булды, әхирәт?

Заһира. Һорама инде!

Зарифа. Бигерәк дыуамал шул. Әле лә бер һыбайлы артынан һүгенә-һүгенә йүгерә, ҡаза ғына сығарып ҡуймағайы тим. Кем булды ул һыбайлы әҙәм? Әҙерәк төҫмөрләп ҡалған инем дә ул…

Заһира. Дөрөҫ төҫмөрләгәнһең. Мулланы кәкере ҡайынға һөйәгән шул үҙе инде.

Зарифа. Ах, кемдән ишеттең?

Алдар менән Шәкир инә.

 

Алдар. Байбисә, мин онотҡанмын, ә һин иҫемә лә төшөрмәгәнһең.

Заһира. Тағы нимә булды? Бай һине индерергә ҡушманы. Яп ҡапҡаны!

Алдар. Ҡыҙ онотолған.

Заһира. Ниндәй ҡыҙ?

Алдар. Гөлбикә. Тәки күндерҙем бит бай ағайҙы. Ҡыҙын бына Шәкиргә йәрәшергә ҡушты.

Заһира. Юҡты һөйләмә! Берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙы ярлы-ярпыға тоттороп ебәрергә башҡа тай типмәгән.

Алдар. Мин алдашып тораммы? Уның өсөн ҡалымды үҙем түләнем. Бына абыстай ишетеп торҙо, ышанмаһаң, унан һора?

Зарифа. Аҡса, аҡса тип һөрәнләйҙәр ине.

Алдар. Шул ҡалым аҡсаһы инде. Бай аҡсаны үҙенең итек ҡуңысына һалып алды.

Заһира. Бутама минең башымды! Үҙе килгәс, һөйләшерһегеҙ. Әйҙә, әхирәт, өйгә инәйек. Ят ирҙәр менән гәпләшеү - гонаһ.

Заһира, Зарифа өйгә инә. Ул арала Дәүләт инә.

 

Дәүләт. Тағы һин бында? Юғал күҙемдән! Йүгән алмай кителгән.

Алдар. Кемдер минең итектең ҡуңысын ярған. Ошо килеш йөрөп булмай бит инде. Байбисәнән еп менән энә һораған инем, байҙан һора тей. Уның рөхсәтенән башҡа бер нәмә лә бирмәйем, тей.

Дәүләт. Ҡайҙа ғына ҡуйҙым һуң? (йүгәнен эҙләй) Буталма аяҡ аҫтында! Бисәгә әйт, бай үҙе рөхсәт бирҙе тип

Йүгәнен ала, ҡапҡа яғына китә.

Алдар. Байбисә!

Заһира. Тағы нимә булды?

Алдар. Бай рөхсәт бирҙе. Ышанмаһаң, ана үҙенән һора.

Дәүләт. Бир, һорағанын бир! ҙе итегенең ҡуңысына һуға) Һағыҙаҡ!

Дәүләт бай китә.

 

Шәкир. Буш менән генә булдыҡ.

Алдар. Тик кенә тор!

Заһира, Зарифа, Гөлбикә өйҙән сығалар.

Заһира. Ярай, ҡыҙым, бер үк үпкәләмә…  Ә һин кейәү, ҡыҙымды күҙ ҡараһылай һаҡла.

Гөлбикә. Рәхмәт, әсәкәйем (ҡосаҡлай).

 

Йәштәр ҡулға-ҡул тотоналар.

 

Алдар. Хушығыҙ, апайҙар. Дәүләт байға, Хөсәйен муллаға күптән-күп сәләм!

Заһира (күҙен һөртә). Бәхетле булығыҙ, балаҡайҙарым.

Алдар, Шәкир, Гөлбикә сығалар.

Зарифа. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла бәхет шул. Көйәләнмә, әхирәт. Тик башыма барып етмәй, Дәүләт бай нисек улай тиҙ генә ризалығын бирҙе икән?Һуң Гөлбикәне теге судья улына ҡоҙалайҙар тип ишеткән инем.

Заһира. Дәүләт бай иҫәр түгел дә инде, һөлөктәй һылыу ҡыҙын күрәләтә үҙе аҡһаҡ, үҙе ҡылый, үҙе һаңғырау  иҫәргә йәрәшергә. Бына шулай, әхирәт. Ә Шәкир бына тигән егет, үҙе сибәр, һомғол, ҡараштары йәнде иретерлек.

Зарифа. Уныһы шулай ҙа… Бәй…

Заһира. Мулла әллә һине юғалтҡанмы?  Атаҡ, Дәүләт бай ҙа кире әйләнгән…

Дәүләт бай.  Хөсәйен мулла инә.

Дәүләт.Ҡоҙалар, ҡоҙалар килә! Ашыңды йәһәтерәк әҙерлә! Гөлбикә ҡайҙа?

Зарифа. Ҡайҙа булһын, кейәү ҡуйынында!

Дәүләт. Ниндәй кейәү?

Заһира. Рөхсәтең биргәс, ҡаршы килә алманым. Зарифа ла ишетте.

Зарифа.  Эйе шул, Шәкир насар кейәү булмаҫ, күптән Гөлбикәңә ғишҡы тота тип ишеткән инем.

Дәүләт. Тауыҡ мейе! Мин уға энә менән еп бирергә ҡуштым! Ә һин! (ҡамсы менән байбисәгә һуға)

Заһира. Әлеү! (илаулай)

Зарифа. Дауыл сыҡмаҫ борон, табанды ялтыратайыҡ, ҡартым

Шым ғына китәләр.

Дәүләт. Ултыртты! Төпһөҙ кәмәгә ултыртты! (башын ергә бәрә)

 

Шаршау.

                                                                                       

СӘТӘКӘЙ

Ҡатнашалар:

Батша                                       

Вәзир

Аҡсулпан                               

Дейеү

Сәхәү                                      

Айһылыу

Тәхәү                                        

Таңһылыу

Сәтәкәй                                  

Һаҡсы     

Беренсе күренеш

 

Ваҡиға батша һарайында бара.  Батша һарайы алдында бик ҙур имән ағасы..  Ул  шул хәтлем  бейек  һәм йәйелеп үҫеп, батша һарайын ҡаплап алған.

Батша инә,уның артынан Вәзир һәм һаҡсы эйәргән. Батша бик ярһыу, таяғы менән ҡаты итеп ергә һуға.

 

Батша. Вәзир!

Вәзир. Тыңлайым, хөрмәтле батшам.

Батша. Был ни хәл? Ниңә һеҙ был имәнгә шул хәтлем йәйелеп үҫергә юл ҡуйҙығыҙ? Батша һарайын тома ҡаранғылыҡ ҡаплағанын күрмәйһегеҙме?

Вәзир. Хөрмәтле батшам, һеҙҙең бойороғоғоҙ хәҙер үк үтәлер. Эй, һаҡсы!  Тиҙ генә балта алып кил!

 

Һаҡсы китә, бер аҙҙан балта алып килә.

 

Вәзир. Хәҙер үк был имәнде киҫеп ырғыт!

Һаҡсы балта менән ағасҡа һуғыуы була, балта ҡаҡлығып китеп, саҡ Вәзиргә теймәй.

 

Вәзир. Йүнһеҙ! Балта ла тота белмәйһең! (балтаны ала) Күр, нисек эш итергә икәнен!

 

Балта менән ағасҡа һуғыуы була, балта ҡаҡлығып китеп осоп китә, Вәзир ултыра төшә.

 

Батша. Йүнһеҙҙәр! Әрәмтамаҡтар! Ни өсөн һеҙҙе аҫырайым мин! Бирегеҙ әле балтаны!

 

Һаҡсы балтаны батшаға бирә, батша ағасты әйләнеп сыға, яйлап тороп бар көсөнә ағасҡа киҙәнә.

Балта бер яҡ осҡа, батша икенсе яҡҡа осоп барып төшә. Вәзир менән һаҡсы йүгереп килеп, батшаны иҫенә килтерергә тырышалар.

 

Вәзир. Айһылыу, Таңһылыу, һыу алып килегеҙ! Һыу!

 

Йүгерешеп Айһылыу менән Таңһылыу инә, ҡулдарындағы  биҙрәләрен ҡоҙоҡҡа төшөрәләр.

 

Вәзир. Тиҙерәк, тиҙерәк булығыҙ!

Айһылыу (биҙрәһен сығара). Ә һыу юҡ.

Таңһылыу. Ҡоҙоҡ ҡороған. Кисә ярты биҙрә генә һыу сыҡҡан ине.

Вәзир. Нисек? (ҡоҙоҡҡа ҡаплана, саҡ төшөп китмәй, ҡыҙҙар уны аяғынан тотоп өлгөрәләр). Бына бәлә!

Аҡсулпан инә.

 

Аҡсулпан. Ни булды атайыма? Атай! Атай! Ниңә өндәшмәйһегеҙ?

Батша. Ой… (күҙен аса)

Айһылыу. Батша тере! Иҫән!

Таңһылыу. Әлдә әле үлмәгән. Үлеп нитә ҡалһа, һеҙҙең дә башығыҙ оса ине.

Батша. Һыу…

Аҡсулпан. Ниңә шаҡ ҡаттығыҙ! Батша һыу һорай.

Айһылыу. Ҡоҙоҡта һыу юҡ.

Таңһылыу. Ҡоҙоҡта һыу көндән-көн кәмей тип күпме әйттем мин Вәзиргә, ә ул ыжлап та бирмәне, ә хәҙер…

Аҡсулпан. Етте. Һүҙ бутҡаһы!

Вәзир (һаҡсыға). Йүгер! Емеш һуты алып кил!

 

Һаҡсы китә.

 

Вәзир. Көйәләнмә, Аҡсулпан, барыһы ла яйланыр.

Аҡсулпан. Яйланыр? Ҡасан?

 

Һаҡсы инә. Вәзиргә емеш һутын бирә.

 

Вәзир (батша алдына теҙләнә). Хөрмәтле батшам, ауыҙ  итегеҙ.

Батша (эсә, ҡапыл сәсәй). Күҙеңә аҡ үҫтеме, йүләр! Миңә һыу кәрәк! Һыу!

Аҡсулпан. Атай! Һинең батшалығың тишек кәмәгә ултырып, ҡомға терәлде.

Батша. Быны нисек аңларға?

Аҡсулпан. Бөтә һарайҙы ҡаплап имән үҫеп сыҡты, уның тамырҙары барлыҡ һыуҙы ҡоротто. Ә һинең тоғро ярҙамсың ҡулын-ҡулға һуҡмай. Беҙҙе нимә көткәнен аңлайһыңдыр, атай?

Батша. Юҡ, аңламайым.

Аҡсулпан. Һин бит батша!

Батша. Эй, йүнһеҙҙәр! Әгәр иртәгә үк имән ағасын тамырынан ҡоротмаһағыҙ һәм дә ҡоҙоҡта һыу булмаһа, башығыҙ менән хушлашығыҙ!

Вәзир (батшаның аяғына йығыла). Ярлыҡа, хөрмәтле батшам! Был беҙҙең генә ҡулдан килә торған эш түгел. Аҡыл менән эш итергә кәрәк…

Батша. Аҡыл менән?

 

Батша аллы-артлы йөрөй. Ҡапыл туҡтай.

 

Батша (Вәзиргә). Шунан, уйланыңмы?

Вәзир. Хөрмәтле батшам… Уйлар өсөн ваҡыт кәрәк.

Батша. Ваҡыт? Ә ваҡыт юҡ! Сығар аҡ ҡағыҙ! Яҙ! Кемдә кем батшалыҡты имән ағасынан ҡотҡара, шул кешегә бер тоҡ алтын…

Вәзир. Бер тоҡ алтын?

Һаҡсы. Эх!

Айһылыу. Ундай батыр табылыр микән?

Таңһылыу. Мин уға кейәүгә сығырға риза, бер тоҡ алтын өсөн.

Аҡсулпан. Ә һыу тураһында оноттоңмы, атай?

Батша. Өҫтәп яҙ. Кемдә кем һыу сығара ала, шул кешегә… ярты батшалығымды вәғәҙә итәм!

Вәзир. Ярты батшалыҡты? Һеҙ хөрмәтле батшам…

Һаҡсы. Бына һиңә мә!

Таңһылыу. Һиңә лә кейәү табылды, әхирәт.

Айһылыу. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.

Аҡсулпан. Хөрмәтле батша йәмәғәте! Һеҙ бик йомарт ҡыланаһығыҙ түгелме? Бәлки беҙгә был урындан китеп, икенсе урынға яңы һарай төҙөү отошлораҡ булыр?

Батша. Йомортҡа тауыҡты өйрәтә! Кем бында батша!

Вәзир. Һеҙ, хөрмәтле батшам.

Һаҡсы. Һеҙ, хөрмәтле батшам.

Айһылыу, Таңһылыу. Һеҙ, хөрмәтле батшабыҙ.

Батша. Ә һин ниңә өндәшмәйһең, Аҡсулпан? Батшаны танырға теләмәйһеңме?

Аҡсулпан. Эш унда түгел, атай…

Батша. Бына нимә… (Вәзирҙең ҡулынан указды ала, йыртып ташлай).  Киренән яҙ! Кемдә кем батшалыҡта үҫкән имән ағасын тамырынан ҡорота һәм ҡоҙоҡтан һыу сығара, шул кешегә берҙән-бер ҡыҙымдың ҡулын…

Аҡсулпан. Атай!

Вәзир. Аҡсулпанды һеҙ миңә йәрәшергә…

Таңһылыу. Ҡолаҡ ҡаҡты  кейәү егете..

Батша. Һәм дә ярты батшалығымды вәғәҙә итәм! Яҙҙыңмы? Был указды хәҙер үк бөтә батшалыҡҡа еткерергә!

Аҡсулпан. Атай! Минең ризалығым юҡ!

Аҡсулпан китә.

Вәзир. Хөрмәтле батшам, берҙән-бер ҡыҙығыҙ хаҡына (батша алдына теҙләнә).

Батша. Әйттем! Бөттөм! Баста!

Батша шәп-шәп атлап сығып китә.

 Барыһы ла аптырап бер- береһенә ҡараша.

Икенсе күренеш

Артта тау, урман. Сәхәү ултыра. Тәхәү аллы-артлы йөрөй.

 

Тәхәү. Ҡайҙа юғалды был Сәтәкәй? Күпме ваҡыт әрәмгә үтте! Әйттем мин һиңә, эйәртмәйек шуны тип.

Сәхәү. Ул бит беҙҙең туғаныбыҙ. Нисек бер үҙен ҡалдырайыҡ. Бергә йөрөп эшкә лә өйрәнер. Оҙаҡ йәшәгере, ана үҙе лә күренде.

 

Йүгереп Сәтәкәй инә.

 

Сәтәкәй. Ағайҙар, күрәһегеҙме, мин нәмә тоттом.!

Тәхәү. Айыу тотҡандай ҡысҡырмаһаң..

Сәхәү. Ниндәй матур күбәләк, тик һин ҙур үҫтең инде, күбәләк баҫтырырға түгел..

Тәхәү. Ҡуян баҫтырыр кәрәк, исмаһам ризыҡ булыр ине. Ҡуҙғалдыҡ. Һине көтөп ярты көн уҙҙы.

Сәхәү. Эш бүре түгел, ҡасмаҫ, өлгөрөрбеҙ.

Тәхәү. Өлгөрөрһөң, тешең тешкә тейә башлаһа.

Сәтәкәй. Ә күбәләк шундай матур, ағайҙарымдың иҫе лә китмәне. Ярай, һин ос, ос!

Ҡапыл туҡылдаған тауыш ишетелә.

 

Сәтәкәй. Ағайҙар! Унда кемдер туҡылдай. Ишетәһегеҙме, бик бейектә, тау башында.

Тәхәү.  Атлауыңды бел. Алйот өсөн бар нәмә ҡыҙыҡ.

Сәхәү. Йүләркәй, кем туҡылдаһын балта менән урманда. Билдәле, ағас ҡырҡыусы.

Сәтәкәй. Ә минең уны күргем килә.

Йүгереп тау башына менә башлай.

 

Тәхәү. Бына алйот! Муйыныңды һындырғың киләме? Борол тием һиңә, борол!

Сәхәү. Йәш бит әле. Уға барыһы ла ҡыҙыҡ. Йөрөһөн. Көтәйек (ултыра, тоҡсайынан икмәк сығарып, ашай башлай).

Тәхәү. Һин ялҡауға шул ғына кәрәк. Ул иҫәрләнгән һайын уны ҡотортаһың.

Сәхәү.Ҡара-ҡара, илек һымаҡ һикерә-һикерә менде лә китте.

Тәхәү. Беҙгә әле оҙаҡ барырға, ә һин ашаныуҙан туҡтамайһың! (Моҡсайын тартып ала.)

Сәхәү. Тьфү! Был хәтлем ҡарун булмаһаң. (Артына әйләнеп ултыра.)

Тәхәү. Минең тәҡәтем ҡалманы уны көтө-көтә. Киттек.

Сәтәкәй (тау башынан ҡысҡыра). Ағайҙар! Мин балта таптым! Кешеһеҙ  бер үҙе ағас киҫә. Бына мәҙәк!

Һикерә-һикерә тауҙан төшә.

Тәхәү. Нимә ҡысҡыраһың алтын тапҡандай?

Сәхәү. Молодец! Бушҡа йөрөмәгәнһең. Үҙеңә эш ҡоралы тапҡанһың.

Тәхәү. Кемдер эшкинмәгән балтаһын ташлап киткән, ә һин..

Сәтәкәй. Кәрәге тейер әле (моҡсайына һала).

Тәхәү.  Шәберәк атлайыҡ, көн ауыша…

 

Бер аҙ атлағандан һуң, тау башынан тауыш ишетелә.

 

Сәтәкәй. Әллә таш ваталар инде?

Тәхәү. Юҡ! Тумыртҡа томшоғо менән ағасты соҡой. Ахмаҡ, әллә был доньяға кисә генә тыуҙыңмы?

Сәтәкәй. Тумыртҡаның ағасты шул хәтлем ҡаты суҡығанын ишеткәнем юҡ ине. Әллә ҡарап киләйемме?

Сәхәү. Йүләркәй, кемдер кәйлә менән таш ҡутара, шаяртҡанды әллә аңламайһың инде?

Сәтәкәй. Ағайҙар. Мине көтөгөҙ. 

(Йүгереп тауға менеп китә.)

 

Тәхәү. Көттөк ти, көтмәй. Һинең арҡала ярты көн әрәмгә үтте.

Сәхәү. Бик арытты. Ял итеп алайыҡ (ергә ята).

Тәхәү. Һин нимә, Сәхәү? Юл әле оҙон, көн кискә ауыша.

Сәхәү. Ҡара әле Тәхәү, сәғәт теле һымаҡ үрле-ҡырлы йөрөмә әле, баш ҡатырып. Өлгөрөрбеҙ.

Тәхәү. Һеҙгә әйттең ни, әйтмәнең ни…

Сәхәү. Ҡабаланһаң, атлай тор. Ә мин әҙерәк серем итәм.

Тәхәү. Ҡайҙан эйәрттек был иҫәрҙе. Башҡа бер бәлә генә булды.

Сәтәкәй (ҡысҡыра). Ағайҙар! Мин кәйлә таптым, кәйлә!

Һикерә-һикерә тауҙан төшә.

Тәхәү. Кәйлә күргәнең юҡмы? Ниңә шул хәтлем аҡыраһың?

Сәтәкәй. Бына мәҙәк, янында кеше юҡ, бер үҙе таш аҡтара.

Сәхәү. Әллә осоп ҡына йөрөйһөң, ҡустым, бер күҙемде генә йомоп өлгөрҙөм. Шәп кәйлә! Молодец!

Сәтәкәй. Кәрәге тейер әле (моҡсайына һалып ала).

Тәхәү. Күп йүгерҙең, етте, ә хәҙер алдан атла.

 

Бер аҙ атлағандан һуң, Сәтәкәй туҡтай.

 

Сәтәкәй. Шишмә! Ә һыуы һуң һыуы, телде йоторлоҡ. Мә әле, Сәхәү ағай, ауыҙ ит.

Сәхәү. Ысынлап та, бик тәмле.

Сәтәкәй. Һин дә эсеп ҡара, Тәхәү ағай.

Тәхәү. Һыу, һыу инде, артыҡ та, кәм дә түгел.

Сәтәкәй. Был шишмә ҡайҙан ағып сыға икән?

Тәхәү. Бөтә шишмәләр  ер аҫтынан юл ала, белгең килһә.

Сәтәкәй. Ә шулай ҙа мин барып ҡарайым әле.

Тәхәү. Туҡта тием!

Сәхәү. Барһын, күрһен, хәҙер йүгереп килеп етер, беҙ аяҡты һөйрәгәнсе.

Тәхәү. Минең түҙемлегем бөттө! Ҡалығыҙ, ә мин киттем!

Сәхәү. Эй. Тәхәү, ризыҡты ҡалдыр!

Тәхәү. Тамағығыҙ асһа, йүгерерһегеҙ.

Сәхәү. Шулаймы? (Тәхәүҙең елкәһенә тондора, икәүләп моҡсай өсөн тартҡылаша башлайҙар).

Һикерә-һикерә Сәтәкәй инә.

Сәтәкәй. Ағайҙар! Мин сәтләүек ҡабығы таптым. Күрәһегеҙме? Ә һеҙгә нимә булды? Нимә бүлешәһегеҙ?

Тәхәү. Барыһы ла һинең арҡала!

Сәхәү. Ярай, етте, иркәм, күп йүгерҙең. Хәҙер бир ҡулыңды! (уны етәкләй)

Сәтәкәй. Сәхәү ағай, мин һыуҙың ҡайҙан сыҡҡанын белдем. Сәтләүек ҡабығынан…

Тәхәү. Иҫәр, иҫәр  инде… (шәберәк атлай)

Сәхәү. Һәр кемдең үҙенә генә хас холҡо була инде, барыһы ла бер иш булһа, доньяның ҡыҙығы булмаҫ ине. Ҡустым, йырлап ебәр әле

Сәтәкәй йырлай, уға Сәхәү ҡушыла.

 

Сәтәкәй (ҡапыл туҡтай).  Ағайҙар! Ағайҙар! Ура! Ура!

Тәхәү. Был иҫәргә тағы ни булды?

Сәхәү. Тағы нимә күрҙең?

Сәтәкәй. Батша указын! Әллә көстө һынашабыҙмы, ағайҙар?

Сәхәү. Нимә яҙылған унда? Уҡып ишеттер.

Сәтәкәй. Кемдә кем батшалыҡта үҫкән имән ағасын тамырынан ҡорота һәм ҡоҙоҡтан һыу сығара, шул кешегә берҙән-бер ҡыҙымдың ҡулын һәм дә ярты батшалыҡты вәғәҙә итәм.

Сәхәү. Әллә-лә… Батша ҡыҙын бирә.

Тәхәү. Ярты батшалыҡ вәғәҙә итә.

Сәтәкәй. Ә был ысын микән?

Тәхәү. Ысынмы, юҡмы тик һиңә түгел!

Сәтәкәй. Ә ниңә улай тип әйтәһең? Мин кемдән кәм?

Сәхәү. Әҙерәк үҫә төш, бәләкәсем.

 

Шәп-шәп атлап сығып китәләр.

                            

Өсөнсө күренеш

 

 Батша һарайы. Шул уҡ имән. Ҙур таҡта эленгән, унда батша указы һәм бер тиҫтәләгән ҡолаҡ эленгән.

               

Батша. Йә, Вәзир, ни әйтерһең?

Вәзир. Хөрмәтле батшам, бик күптәр үҙҙәрен һынап ҡараны, тик береһе лә имәнде тамырынан ҡорота һәм ҡоҙоҡтан һыу сығара алманы.

Батша. Иҫәр! Быны мин үҙем дә күреп торам. Имән үҙ урынында, һыу юҡ! Ҡояш байыуға әҙ ваҡыт ҡалды, әгәр ҙә батша бойороғо үтәлмәй икән, мин үҙ һүҙемдә торасаҡмын. Бына бында һеҙҙең баштарығыҙ эленеп торасаҡ!

Батша китә.

Вәзир. Ҡайҙан ғына үҫеп сыҡты был ағасы!

Һаҡсы. Хатта өҫтәп яҙылған яҙыу ҙа ярҙам итмәгәс, бөттө баш!

 

Икеһе лә баштарын тотоп ултыра.

Ҡапҡаны туҡылдаталар. Айһылыу менән Таңһылыу йүгереп сығып, ҡойма ярығынан ҡарайҙар.

 

Айһылыу. Тағы өс егет килгән.

Таңһылыу. Өс түгел, ике ярым.

Айһылыу. Береһе шундай бәһлеүән, йөҙө көлөп тора, әйтерһең, ҡояш.

Таңһылыу. Икенсеһе лә насар түгел, һомғол буйлы. Өсөнсөһөн әйтер инем, уға ла батша ҡыҙы кәрәк булған! Хәстрүш!  

Айһылыу. Һаҡсы! Ҡапҡаны ас! Бәһлеүәндәр  килгән.

Һаҡсы. Күп килделәр улар. Быларҙан да бер файҙа ла булмаясаҡ. Бөттө баш, бөттө!

Вәзир. Бәхетте һынап ҡарайыҡ, һуңғы тапҡыр. Ас ҡапҡаны!

Һаҡсы ҡапҡаны аса. Сәтәкәй, Сәхәү, Тәхәү күренә.

 

Һаҡсы. Бала-сағаны индерергә ҡушманылар (Сәтәкәйҙең елкәһенән тота.)

Сәтәкәй. Мин бала-саға түгел, ун һигеҙем тулды.

Вәзир. Үтһен. Ни йомош менән йөрөйһөгөҙ уҙамандар?

Сәтәкәй. Бәхетте һынап…

Тәхәү. Ағайҙарың алдына сыҡмайыраҡ тор, Сәтәкәй.

Таңһылыу. Есеменә күрә  исеме – Сәтәкәй, сәтәкәй (телен күрһәтә).

Айһылыу. Батшаны саҡырайыҡ.

Таңһылыу. Аҡсулпанға әйтәйек, йә күрмәй ҡалыр буласаҡ кейәүен, Сәтәкәйҙе.

 

Йүгереп сығып китәләр.

Вәзир. Батша указын яҡшылап уҡынығыҙмы?

Сәхәү. Беҙ… Сәтәкәй, уҡы әле.

Сәтәкәй. Яттан беләбеҙ. Бына ошо имәнде тамырынан ҡороторға һәм дә ҡоҙоҡтан  һыу сығарырға. Унан һуң батша ҡыҙын һәм ярты батшалығын бирәсәк.

Батша, Аҡсулпан, Айһылыу, Таңһылыу инәләр.

   

Батша. Ерҙән бер ҡарыш ҡына  булһа ла, ниндәй сос! Теле телгә йоҡмай, ә һин аҫҡараҡ ҡара.

Сәтәкәй (уҡый).  “Әгәр кем дә кем батша бойороғон үтәй алмай, башҡаларға һабаҡ булһын өсөн,  ул кешенең уң ҡолағын ҡырҡып ташларға”.

Батша. Аңлашыламы? Бына бында тиҫтәләгән ҡолаҡ эленеп тора. Эшкә тотонор алдынан бик ныҡ уйлағыҙ, аҙаҡтан үкенергә тура килмәһен.

Сәтәкәй. Уйлап тораһы юҡ…

Сәхәү. Тороп тор әле, ҡустым, ағайҙарыңдан алда сапма. Мин бәһлеүән Сәхәү, батша бойороғон үтәргә риза.

 

Ҙур балтаһын биленән ала, яйлап ҡына ағасты урап сыға, бар көсө менән ағасҡа һуға. Ағас йығыла.

Сәхәүҙең ауыҙы ҡолағына етә.

 

Айһылыу. Бына исмаһам, бәһлеүән!

Батша. Ҡара-ҡара… (ул һүҙен дә әйтеп бөтмәй, ағас кире урынына ҡайта). Был ни эш?

 

Сәхәү тағы киҙәнә, ағас йығыла, бер аҙҙан кире урынына ҡайта.

 

Батша. Етте! Ҡолағын киҫеп ырғытырға! (Һаҡсы Сәхәүҙең ҡолағын ҡырҡып ала). Тағы бер булдыҡһыҙ! Йә, кем батырсылыҡ итә!

Тәхәү (алға сыға, балтаһын ала). Мин ал бирмәҫ Тәхәү булам.  Рөхсәт итегеҙ тәүәккәлләргә, хөрмәтле батшам.

Батша. Рөхсәт.

Тәхәү (ағас тирәләй ике әйләнә, балтаһы менән бер нисә тапҡыр ағасҡа саба. Ағас йығыла). Күрҙегеҙме?

Таңһылыу. Тарамыштан ғына торһа ла, бик таҫыл егет. Ни әйтерһең Аҡсулпан?

Аҡсулпан. Ҡоҙоҡтан һыу сығараһы бар.

Тәхәү. Булдырабыҙ уны!

 

Кәйләһен сығара, ҡоҙоҡҡа табан атлай, Ҡоҙоҡҡа эйелә. Ул арала йығылған ағас кире урыныны ҡайта.

 

Вәзир.Ҡарағыҙ әле, батшам!

Батша. Был ниндәй ағас? Эй, батыр, һоҡлан үҙ эшеңә!

Тәхәү. Мин хәҙер… (ағасҡа табан атлай).

Батша. Булмағас, булмай. Ҡолағын киҫеп ырғытырға!

 

Һаҡсы Тәхәүҙең ҡолағын киҫеп ырғыта.

 

Батша. Ҡыуығыҙ был маҡтансыҡтарҙы!

Һаҡсы. Яҡшы саҡта китеп ҡотолоғоҙ, батшаның асыуы яман.

Сәтәкәй (батша алдына барып баҫа). Мин дә көс һынарға теләйем.

Батша. Һин? Ха-ха-ха. 

Сәтәкәй. Эйе, мин…

Батша. Бигерәк йәлһең. Һиңә әле үҫергә лә үҫергә. Һаҡсы ҡыу был иҫәрҙе, ҡолағынан яҙмаҫ борон.

Сәтәкәй. Бөйөктәрҙән бөйөк батша! Һеҙ мине ҡыуырға өлгөрөрһегеҙ, тик үҙ вәғәҙәгеҙгә тоғро булығыҙ. Һеҙҙең указда кешенең йәше, буй-һыны тураһында бер нәмә  лә яҙылмаған.

Батша. Ҡара-ҡара… үҙенә күрә түгел. Рөхсәт итәм. Тик ҡара уны, әгәр эште башҡара алмаһаң, ҡолаҡтарың менән генә түгел, танауың менән дә хушлаш!

Сәтәкәй (балтаһын моҡсайынан сығара, ағасты ниҙер уҡыны-уҡына өс тапҡыр урап сыға).  Йә. Балта, эшеңде башла!

 

Балта ағасҡа тейеүе була, ағас йығылып та китә. Ботаҡтары сабылып, өйөлә.

Был хәлде күреп, барыһы ла шаҡ ҡата.

 

Батша  (ағастарҙы тотоп-тотоп ҡарай). Ышанмаҫлыҡ хәл.

Сәтәкәй (балтаһын һала, кәйләһен сығара). Һылыуҡай, һыу  кәрәкме?

Аҡсулпан. Булдыра алырһыңмы һуң?

Сәтәкәй (ҡоҙоҡҡа төшөп китә, кәйлә менән туҡылдай, бер аҙҙан кире сыға). Булды!

Аҡсулпан (биҙрәне ҡоҙоҡҡа төшөрә, бер аҙҙан кире сығара). Маҡтансыҡ! Ә һыу ҡайҙа?

Батша. Һаҡсы!

Сәтәкәй. Ҡабаланмағыҙ (тоҡсайынан сәтләүек ҡабығы сығара). Йә, һыу, атылып сыҡ!

Ҡоҙоҡтан һыу атылып сыға, Аҡсулпан һыуға ҡойона.

 

Аҡсулпан. Етте!

Шәп-шәп атлап, һарайға инеп китә.

 

Айһылыу. Ой-ой-ой…

Таңсулпан. Ай-ай-ай…

 

Ҡыҙҙар Аҡсулпандың артынан йүгерәләр.

 

Сәтәкәй. Бөйөктәрҙән бөйөк батша! Һеҙ ҡушҡан талаптар үтәлде

 

Батша аллы-артлы йөрөй. Туҡтай.

 

Батша. Батша һуҙе - бер. Ярты батшалыҡ һинеке Сәтәкәй.

 

Сәхәү ҡул саба. Вәзир ҡулдарын ышҡый.

Тәхәүҙең йөҙө ҡарая.

 

Батша. Вәзир, был ҡыйыу егетте иң яҡшы бүлмәгә урынлаштыр, тәмле ризыҡтар менән һыйлаһындар.

Сәтәкәй. Ә батша ҡыҙы?

Батша. Иртәге көн бөгөнгөһөнән хәйерлерәк. Бөгөнгә ял ит. Ул турала иртәгә һөйләшербеҙ.

Сәтәкәй. Ә ағайҙарым? Улар урам буйында тороп ҡаламы?

Батша. Вәзир, ағайҙарын да урынлаштыр, һарай артындағы йортҡа.

 

Батша, уның артынан һаҡсы китә.

 

 Сәтәкәй. Ҡәҙерле ағайҙарым, минең юл буйындағы йүгереүҙәрем бушҡа булмаған, шуға инандығыҙмы?

Сәхәү. Һин молодец, тыуғаным. Баш тигәнең һиндә..

Тәхәү (ситкә).  Алйот һәр саҡ бәхетле.

Вәзир. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, рәхим итегеҙ.

 

Барыһы ла сығалар. Бер  аҙҙан Аҡсулпан,  Айһылыу, Таңһылыу инәләр.

 

Аҡсулпан. Ниндәй мәсхәрә! Мин бында ҡала алмайым!

Айһылыу. Тыныслан, Аҡсулпан, батша иҫәр түгел инде, күрәләтә һөлөктәй  ҡыҙын бер сәтәкәй башына тотторорға.

Таңһылыу. Шул хәтлем ағасты бер һуғыуҙа өҙә сапты ла ҡуйҙы, тиккә генә түгел был. Бәлки ул сихырсылыр?

Аҡсулпан. Ниндәй хурлыҡ! Уға сыҡҡансы хәҙер ошо ҡоҙоҡҡа ташланам да, юҡ итәм үҙемде!  (Йүгереп барып ҡоҙоҡҡа эйелә. Таңһылыу менән Айһылыу уның аяғына йәбешә.)

Таңһылыу. Ярҙам итегеҙ!

Айһылыу. Аҡсулпан һәләк була!

 

Батша, Вәзир, һаҡсы инәләр. Вәзир, һаҡсы Аҡсулпанды ҡоҙоҡтан сығаралар. Һаҡсы уны ҡулына ала.

 

Батша.  Тиҙ генә өҫтөн алыштырығыҙ! Баллап сәй эсерегеҙ!

 

Һаҡсы Аҡсулпанды күтәреп, уның артынан ҡыҙҙар һарайға инеп китәләр.

 

Батша. Балаҡайым, ғәфү ит мине!  Уйламайынса ҡылған ҡылыҡтарым өсөн.

Вәзир. Хөрмәтле батшам, әгәр эштәр былай барһа, һеҙ Аҡсулпанды һәләк итәһегеҙ.

Батша. Һиңә әйтеүе анһат! Эш эшләнде, указға мисәт ҡуйылды! Ә халыҡ ни әйтер? Батша үҙ һүҙендә торманы типме?

Батша ауыр уйға ҡала. Вәзир башын тота.

Ауыр музыка уйнай.

 

Вәзир. Хөрмәтле батшам! Минең башыма бер уй килде. Әгәр ҙә һеҙ уны ҡабул итһәгеҙ…

Батша. Әйтеп ҡара. (Вәзир уның ҡолағына ниҙер бышылдай.)

Батша (йөҙө яҡтырып китә). Ҡара-ҡара, бүре лә туҡ, ҡуян да иҫән! Ышандырҙың Вәзир, ышандырҙың. Саҡыр Сәтәкәйҙе!

Вәзир (мыйығын һыйпап). Үҙ теләгемә ирешәсәкмен,  ни тиһәң дә мин иҫәр түгел, ә батшаның уң ҡулы.

Вәзир китә. Батшаның кәйефе шәп.

Бер аҙҙан Вәзир менән Сәтәкәй инә.

 

Сәтәкәй. Ни булды батшам! Ниңә мине төн уртаһында уяталар!

Батша. Ҡәҙерле ҡунаҡты, буласаҡ кейәүемде борсоған өсөн ғәфү ит батша йәнәптәрен. Батшалыҡҡа ҡурҡыныс янай. Беҙҙең яҡтарҙа күптән инде бер дейеү халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй. Малдарҙы ҡырыуы етмәгән, хәҙер кешеләргә ташлана. Ләкин, бер күрәҙәсе әйтеүенсә, уны бойһондорорлыҡ кеше бар.

Сәтәкәй.  Дейеү хәтлем дейеүҙе… бойһондорорға? Был башҡа һыймаҫлыҡ эш!

Батша. Был минең теләк түгел. Аҡсулпандың үтенесе буйынса һиңә мөрәжәғәт итәм. Мин инде оло кеше. Йәшәлде, үлһәм дә үкенесе юҡ. Һеҙ бит әле йәш…

Сәтәкәй. Ә ул кешене нисек табырға?

Батша. Уны әллә ҡайҙарҙан эҙләп йөрөйһе юҡ. Ул кеше - һин!

Сәтәкәй.  Мин?  Юҡ-юҡ… Был буй етмәҫлек хыял! Мин булдыра алмайым.

Батша. Туҡта-туҡта, кейәү! Тиҫтәләгән кеше йыға алмаған ағасты һин йыҡтыңмы? Ҡороп бөткән ҡоҙоҡтан һыу сығарҙыңмы? Һин ҡыйыу һәм көслө егет булып сыҡтың. Шуны ла әйтәйем, әгәр ҡыҙымдың теләген үтәй алһаң, ул -һинеке!  Әгәр үтәй алмаһаң, берҙән-бер ҡыҙымды көсләп бирә алмайым.

Сәтәкәй. Бик ауыр бурыс йөкмәттең һин миңә батшам.  Ләкин Аҡсулпандың йөрәген яулар өсөн, мин-риза.

Батша. Бар ышанысым һин инең (Сәтәкәйҙе ҡосаҡлай.) Вәзир, батырҙы юлға әҙерлә!

 

Батша, Вәзир, Сәтәкәй сығалар.

                        

Дүртенсе күренеш

Тау. Ҡуйы урман. Яҡ-яғына ҡарана-ҡарана Сәтәкәй инә.

 

Сәтәкәй. Күпме ара үтелде. Тик дейеү тигән нәмәне осратманым. Эй, дейеү!  Һин ҡайҙа! Мин һиңә ҡаршы киләм! Һинең менән алышырға, һине әсир итеп алырға!

Тау, урман һелкенеп китә. Сәтәкәй ағасҡа тотоноп ҡала. Дейеү инә.

Сәтәкәй (дер ҡалтырай). Ваҡытынан алда маҡтанма.

 

Дейеү яҡ-яғына ҡарана, тик Сәтәкәйҙе күрмәй.

 Аяҡ аҫтына ҡарай.

 

Дейеү. Ха-ха-ха! Был һинме, ҡырмыҫҡа? Нисек һин минең йоҡомдо бүлдерергә батырсылыҡ иттең? (Ҡаты итеп ергә баҫа, ер һелкенә.)

Сәтәкәй. Был мин. Мин беләм, был доньяла иң көслөһө – һин. Һинең алдыңда батшалар ҙа баштарын эйә.

Дейеү. Күп телеңә һалышма, хәҙер мин һине анау ҡарға ояһына ташлаһам, рөхсәтһеҙ  минең урманымда йөрөмәҫлек булырһың, бөрсә.

Сәтәкәй.  Һинең урманыңда? Был урман һинеке генә түгел, минеке лә… Әгәр ҙә һин мине мыҫҡыл итеүҙән туҡтамаһаң, мин барлыҡ урманды бер нисә минутта юҡ итәсәкмен.

Дейеү. Һин? Ҡурҡыттың, серәкәй. Сеү!

Сәтәкәй. Хәҙер күрерһең (сумкаһынан балта сығара). Йә, балтам,ҡырҡ урманды! (Бер нисә ағас ергә йығыла.)

Дейеү. Туҡта! Туҡта! Һин кем булаһың?

Сәтәкәй. Ишеткәнең юҡмы? Сәтәкәй булам. Бик йәнемде көйҙөрһәң, балтам һә тигәнсе һинең башыңды өҙөп төшөрәсәк! Кем менән эш иткәнеңде шунда белерһең!

Дейеү. Эй, дуҫ, һин улай ҡыланма, мин шаяртып ҡына.

Сәтәкәй. Шулай тип ҡотол (түнгәккә барып ултыра, тоҡсайынан ҡара икмәк сығара, ашай башлай).

Дейеү. Ә һин нимә ашайһын?

Сәтәкәй. Күрмәйһеңме, таш ашайым, һин дә аша. Таш  ашағанға мин көслөмөн.

Дейеү. Таш? (Таш ала, тешләй). Ой! (Тешен күрһәтә.) Һинең арҡала тешемде һындырҙым.

Сәтәкәй. Эх һин, үҙеңде көслө тиһең, тешең ташҡа ла үтмәй (икмәк ашауын дауам итә). Һин миңә  оҡшайһың, әйҙә дуҫлашайыҡ.

Дейеү. Мин риза.

Сәтәкәй. Тик минең бер шартым бар. Беребеҙ хужа, икенсебеҙ хеҙмәтсе була. Шундай бер мәҡәл бар , ике дуҫтың береһе - хеҙмәтсе.

Дейеү. Билдәле, мин - хужа, ә һин - хеҙмәтсе.

Сәтәкәй. Әйҙә былай һөйләшәйек. Мин эшләй алмаған эште һин булдыра ала икәнһең, һин -хужа, мин –хеҙмәтсе. Әгәр мин эшләй алған эште һин булдыра алмай  икәнһең, һин -хеҙмәтсе, мин - хужа.

Дейеү. Килештек (ҡулдарын-ҡулға һуғалар). Миңә һинең кеүек хеҙмәтсе бик кәрәк. Мин бит башымды эшләтергә яратмайым, ә һин минең өсөн мейеңде эшләтер инең. Тәк, башлайбыҙ. Ошо ҡаҙанға һыу тултырыр кәрәк. Күрәһеңме биҙрәләрҙе, йүгер һыуға.

Сәтәкәй (биҙрәләрҙе тотоп ҡарай). Охо!

Дейеү. Ха-ха-ха. Еңелдеңме? Һыуға түгел. Биҙрәләргә көсөң етмәй.

Сәтәкәй. Ә миңә һыуға барыу кәрәкмәй, йылғаны саҡырыуым да етә. (Моҡсайынан сәтләүек ҡабығын ала). Эй, һыу, тул ҡаҙанға. (Ҡаҙанға һыу тула башлай.)

Дейеү. Етте, етте! Йылғаны кире бор!

Сәтәкәй. Ә хәҙер минең сират. Бынау үҫеп ултырған көпшәне күрәһеңме?

Дейеү. Күрәм.

Сәтәкәй. Бына ошо көпшәне йырлатыр кәрәк.

Дейеү. Һин мине иҫәргә һанайһыңмы?

Сәтәкәй. Улайһа, ҡара (көпшәне ала, бер нисә тишек эшләй, ауыҙына терәй, көй ағыла).

Сәтәкәй. Еңелдеңме? Ни әйтерһең?

Дейеү. Мин һинең тоғро хеҙмәтсең (башын эйә).

Сәтәкәй. Улайһа, тоғро хеҙмәтсем, мине елкәңә ултырт та, батша һарайына юл тот!

 

Сәтәкәй дейеү елкәһенә атланып, ҡурай уйнай-уйнай китәләр.

                             

Бишенсе   күренеш

      

Батша һарайы. Музыка уйнай. Батша тәхеттә ултыра, уның эргәһендә һаҡсы. Вәзир менән Аҡсулпан, Таңһылыу менән Сәхәү, Айһылыу менән Тәхәү бейейҙәр.

 

Вәзир.  Аҡсулпан… минең өсөн бөгөн шатлыҡлы көн. Беҙҙең йәрәшкәнгә теүәл бер йыл.

Аҡсулпан. Ваҡиғалар үҙгәрҙе, атайым  мине икенсе кешегә йәрәшергә булды.

Вәзир. Ҡайҙа һуң ул?

Аҡсулпан. Ысындан да,  атай, ниңә бөгөнгө байрамда Сәтәкәй юҡ.

Айһылыу. Ҡайҙалыр киткән тип ишеткән инек.

Сәхәү. Бик урынлы һорау. Ҡайҙа беҙҙең тыуғаныбыҙ?

Батша. Сәтәкәй бик алыҫ сәфәргә сыҡты.

Аҡсулпан.Ә ниңә ул турала мин белмәйем.

Батша.Ваҡытынан алда һине борсомаҫҡа булдыҡ.

Аҡсулпан. Был моғайын сер түгелдер?

Батша. Ул һинең өсөн бүләк артынан китте. Беҙ Вәзир менән уны кире өгөтләп ҡараныҡ, тик ул беҙҙе тыңламаны…

Сәхәү. Киткәненә туғыҙ көн… Һеҙ  ниҙер  йәшерәһегеҙ…

Вәзир. Дейеү хәтле дейеүгә көсөң етмәҫ тинек…

Сәхәү. Дейеү? (Башын тота.)

Айһылыу. Ой, бер генә йотҡандыр инде меҫкенде ул дейеү тигәне.

Таңһылыу. Бәлки ул иҫәндер, урманда аҙашып йөрөйҙер.

Сәхәү. Һеҙ алдашаһығыҙ! Аҡсулпанды, ярты батшалыҡты бирмәҫ өсөн ҡоролған хәйлә был. Тәхәү, ни әйтерһең?

Тәхәү. Иҫәр, дейеүҙе сысҡан тип уйлап, алышырға киткәндер?

Сәхәү. Һин  Тәхәү, көләһеңме? (Тәхәүҙе осора һуға, Вәзиргә барып йәбешә). Әгәр Сәтәкәйгә бер-бер хәл булһа, мин… мин…

 

Ҡапыл бөтә батшалыҡ һелкенеп китә. Дейеү пәйҙә була. Уны күреп ҡаушап ҡалалар, ҡысҡырышып ҡайҙа йәшенергә белмәйҙәр. Тик Аҡсулпан ғына торған урынында ҡатып ҡала. Дейеү Аҡсулпан ҡаршыһында туҡтай. Барыһы өнһөҙ ҡала. Шул саҡ дейеүҙең артынан Сәтәкәй күренә.

Сәтәкәй. Ҡәҙерлем Аҡсулпан, һинең теләгең үтәлде. Хәҙер һинең алдыңда бер түгел, ике хеҙмәтсе (тубыҡлана,  сәскә һуҙа, дейеү баш һелкә һәм тубыҡлана).

Аҡсулпан (иҫен йыйып). Рәхмәт.

Батша. Бына мөғжизә! Дейеү - хеҙмәтсе?

Дейеү. Яҡын килмә! Минең хужам - Сәтәкәй, бары уның бойороғон үтәйем.

Сәхәү. Молодец, ҡустым.  Дейеү хәтле дейеүгә хужа булғас… Хөрмәтле батша, вәғәҙәңде үтә!

 

Батша  Аҡсулпанға ҡарай.

 

Аҡсулпан. Һинең өсөн бик шатмын, Сәтәкәй. Һин үҙеңдең ҡыйыу, көслө, тапҡыр икәнеңде раҫланың. Мин һинән бындай  бүләк (дейеүгә курһәтә) талап итмәнем. Уны атайым һәм Вәзир уйлап сығарған.

Дейеү. Тимәк, һеҙ алдашҡанһығыҙ. Хужам, һүҙеңде әйт, ни эшләтергә уларҙы?

Батша менән Вәзир ҡурҡышынан ҡалтырайҙар.

 

Сәтәкәй. Ҡабаланма, ултыр! Аҡсулпан, мин һинән яуап көтәм.

Дейеү.  Көтәһе-нитәһе юҡ. Мин хәҙер…

Сәтәкәй. Бүлдермә мине!

Батша. Аҡсулпан, ризалығыңды бир!

Аҡсулпан. Минең һуңғы шартым бар. Мин һиңә өс һорау бирәм, әгәр яуап таба алһаң…

Сәтәкәй. Тик был һуңғы шарт булыр, тип, ышанам.

Дейеү (һикереп тора). Һуңғы шарт!

Аҡсулпан. Нимә һәр саҡ аҫҡа ташлана, тик бер ваҡытта ла йығылмай?

Сәтәкәй. Еңел һорау. Шарлауыҡ. (Дейеү ҡул саба)

Аҡсулпан. Кем көн һайын бер юл менән йөрөй, тик бер ҡасан да кире ошо юл менән ҡайтмай.

Сәтәкәй. Уны һәр кем белә. Ҡояш.  (Дейеү ҡул саба.)

  Аҡсулпан. Был турала мин уйлайым, һин уйламайһың. Был турала мин уйламайым, һин уйлайһың. Был турала һин дә мин дә уйлайбыҙ.

Сәтәкәй уйға ҡала. Уның өсөн дейеү борсола.

Айһылыу. Тәтемәй уға батша ҡыҙы. Йәл.

Таңһылыу. Ярты батшалыҡ та тәтемәй инде.

Дейеү.Сеү!

 

Батша менән Вәзир бер-береһенә ҡарап алалар.

 

Тәхәү. Теше үтмәй…

Сәхәү. Тыуғаным, бирешмә!

Дейеү. Һин, ҡыҙый, күпте талап итәһең, елкәмә һалдым, алып киттем, вәссәләм. Ни әйтерһең, хужам?

Сәтәкәй. Һин уйлайһың, мин бер ваҡытта ла яуап таба алмаҫмын тип. Мин уйлайым һин тик минең өсөн генә тыуған тип, һин мине тиң күрергә теләмәйһең. Был турала һин дә мин дә уйлайбыҙ, минең тоғро хеҙмәтсем дейеүҙең ҙур кәүҙәһе һәм һинең һөйөклө атайыңдың биләгән юғары вазифаһы шуны раҫламай.

Аҡсулпан. Етте! Мин инандым: һин көслө, ҡыйыу, тапҡыр  ғына түгел, бик аҡыллы егетһең. Бына һиңә минең ҡулым.

Батша. Минең турала ни уйлағанығыҙҙы әйтеп бөтмәнегеҙ түгелме?

Аҡсулпан. Беҙ бөтә батшалар араһында  иң аҡыллыһы һин тип уйлайбыҙ.

Батша. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Мин һәр ваҡыт һүҙемдә торам. Хөрмәтле Сә…

Сәхәү. Уның ата-әсәйебеҙ һәм мулла ҡушҡан исеме- Бүләкбай.

Батша. Һөйөклө ҡыҙым Аҡсулпан, хөрмәтле кейәүем Бүләкбай, һеҙгә фатихамды бирәм. Ярты батшалығым да һеҙгә, бәхетле йәшәгеҙ (ҡосаҡлай).

 

Барыһы ла шатлана. Иң шатланғаны- дейеү. Бары Вәзир менән Тәхәүҙең көнләшеүҙән йөҙҙәре ҡарая. Музыка уйнай.

                         

Шаршау.






ХИКӘЙӘЛӘР


ҠАЙТЫУ

И

ллене ҡыуып барғанда ошо хәлгә төшөрмен тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине Зөбәйерҙең.  Йөрө инде хәҙер үҙ йортоңа үҙең инә алмай, ҡасып-боҫоп, ат урлаған ҡараҡтай. Ир, ҡараңғы төшкәнен көтөп, ҡаса-боҫа үҙ йортона килде… Ҡапҡа эргәһенә еткәс, тирә яғына ҡаранды, бер кем күренмәй.  Ары-бире эттәр өрөүен иҫәпкә алмағанда, ауыл ауыр тынлыҡҡа сумған. Тик бер нисә өйҙә генә ут күренә. Уларҙың өйөндә ут юҡ. Сәғиләһе, оҙон көн буйы донъя мәшәҡәттәренән арып-талып, йоҡоға талғандыр. Зөбәйер һаҡлыҡ менән генә ҡапҡа биген асты, ипләп кенә  ҡапҡаны этәрҙе. Уныһы асылып та өлгөрмәне, Аҡтырнағы һарылды. Этен ҡосаҡлап, башынан һыйпаны. Ошоно ғына көтөп торған Аҡтырнаҡ хужаһының ҡулдарын, битен яланы. Этенең йылы теле битенә ҡағылғас, Зөбәйерҙең күңеле тулып китте, күҙҙәренә йәш эркелде. Әйтерһең, уны Аҡтырнағы түгел, ә Сәғиләһе ҡосағына алып, битенән үбә ине. Ошо уйҙарынан үҙе һиҫкәнеп китте ул. Яйлап ҡына барып тупһаға ултырҙы. Аҡтырнағы ла, ҡойроғон болғай-болғай, уға һыйынды. Бахыр,  барыһын да аңлағандай, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай хужаһына. Теле генә юҡ шул, әгәр теле булһа, бәлки әйтер ине: “Етте Зөбәйер! Сәғиләң, балаларың һине көтә. Ысын ир бул, ғәйебеңде таны, эйелгән башты ҡылыс киҫмәй.” Эйе шул. Зөбәйер турайҙы, киҫкен генә аҙымдар менән ишеккә тотондо. Юҡ шул, булмай. “Ни йөҙөм менән Сәғиләгә,  балаларға ҡарарға?” Тәмәкеһен ҡабыҙҙы, бер нөктәгә текләп, уйҙарына сумды. Юҡтан ғына тауыш сыҡты  ул көндө.

Киске сәйгә ултырғас, Сәғиләһе “Күршеләр утын алдырған,” – тип һүҙ башланы. Зөбәйер бер ни ҙә өндәшмәгәс, “Үткән йылда ла сей утын менән ҡыш сығылды”, - тип өҫтәне. Ир алдындағы ашын этеп ебәрҙе лә, йән асыуы менән: “Күрше, күрше… ана, күршеңдән алдыр утыныңды,” - тип ҡысҡырҙы. “Бәй, әллә эсеп алғанһың инде,” - тине Сәғилә. “Мә, еҫкә,” – тип ярһыны Зөбәйер. Сәғиләһе лә үҙ сиратында: “Кәрәк икән, еҫкәрмен,” – тип яҡынлаша башлаған ине, Зөбәйер күп уйлап тормай, алдындағы тәрилкәһен алып Сәғиләгә елгәрҙе. Китте тауыш, китте ғауға. Күрше Сәғит менән бер туҡтауһыҙ сағыштырыуы ирҙе тамам сығырынан сығарҙы.

Асыуынан Зөбәйер: “Китәм, бөттө түҙемем”, - тип әйберҙәрен йыя башланы. Һәр тауышланған һайын уның  был ғәҙәтенә күнеккән Сәғилә: “Дүрт яғың ҡибла”, - тип ысҡындырҙы. Зөбәйер сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы ла, гаражға инеп, машинаһын ҡабыҙып, ихатаға сығарҙы.  Ул арала үҙенең  юҡ-юҡҡа ҡыҙып тауыш сығарыуына үкенеп тә ҡуйҙы. Тота ла шул күршеһен ҡыҫтыра Сәғиләһе, әйтерһең, ул ғына донъя көтә.  Алдырһа ни утынын, алдырғандыр, кем уның һымаҡ эшҡыуар, үҙенә-үґе үҙе хужа. Машинаһы үҙенеке. Ә бына һинең һымаҡ колхозсыға кем хәҙер машина тоттороп ҡуя, бөтә колхозға өс машина ҡалған. Улары ла эшкинмәй, йә запчасы юҡ, йә бензине юҡ. Ғәрлеге ни тора! Бөгөн дә машинаһы ватылды, ары  һуғылды, бире һуғылды Зөбәйер, тик кәрәк запчасын тапманы. Факиһа әбейҙән бер ярты көмөшкә алды ла, гаражда егеттәр менән “һуҡты”.

Асыуы һүрелә башлаған ир, ишек яғына ҡарап-ҡарап алды. Хәҙер Сәғиләһе килеп сығыр ҙа “Йә инде, юҡҡа ҡыҙма, ин өйгә”, - тип ҡысҡырыр һымаҡ. Тик Сәғиләһе күренмәне. Хәҙер инде ул Сәғиләнең, уны кире инергә өгөтләп, саҡырмауына асыулана башланы. “Ах, шулаймы? Ирҙәр юлда түшәлеп ята, тип уйлайһыңмы? Хуш!” – тип йән асыуына ҡысҡырҙы ла, машинаһын ҡабыҙып, артта тик саң борҡотоп, оло юлға сыҡты ла, ҡалаға йүнәлде.  Унда дуҫы Рамаҙан йәшәй. Ҡатыны Кифая татар, теле-телгә йоҡмай, хәбәрен сутырлата ғына, Сәғилә түгел инде, әгәр берәй нәмәгә асыуланһа, ҡыпһыуыр менән  һүҙен һурып сығарырлыҡ түгел.

Ярты юлды үткәс, тамам һыуынды Зөбәйер. Машинаһын юл ситенә бороп, туҡтаны. Тышҡа сыҡты, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. “Әллә кире генә боролорғамы?” – тигән  уй ҙа башынан үтте. Ләкин  ир намыҫы тигән нәмә йәнгә тынғы бирмәй, “Бер сыҡҡанһың икән, әйҙә, алға, артыңа әйләнмә,”- тип оторо ҡоторта. 

“Әйтелгән һүҙ - эшләнгән эш. Ир һүҙе бер булыр. Әйҙә, әҙерәк минһеҙ интекһен Сәғилә, үҙе саҡырмайынса, инәлмәйенсә ҡайтыу юҡ. Уның ыңғайына торған һайын, өҫкә менә башланы”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә  машинаһына кире ултырҙы Зөбәйер.

Дуҫының өйөнә барып еткәндә, ярты төн үткәйне инде. Инде йоҡларға әҙерләнгән Рамаҙан, Зөбәйерҙең төнләтеп килеүенә аптырап: “Әллә берәй хәл булдымы?” – тип һораны. “Юҡ та”, - тигән яуыпты ишеткәс, уға бик һынаулы ҡараш ташлап ҡуйҙы. Кифая ла бик төпсөнөп торманы, сәй ҡуяйыммы тип һораны ла, кире яуапты ишеткәс, верандаға урын йәйҙе. Төнө буйы борғоланды Зөбәйер, үҙенең ахмаҡ ҡылығына үкенеп тә ҡуйҙы. Бер нисә тапҡыр тороп, телефонын алып, ҡатынына шылтыратырға ла ниәтләне, тик баяғы “ғорурлыҡ” ҡамасаулай. Таңға ҡаршы ғына йоҡоға талды ул.

Зөбәйер уянғанда, ҡояш байтаҡ күтәрелгәйне. Сәй янында Рамаҙан ауыл яңылыҡтары тураһында һорашты, инде төнө буйы йоҡоһоҙ үткәргән Зөбәйер ҙә үҙенең фекерен туплап өлгөргәйне:  үҙенең ҡалаға килеүенең сәбәбен ауылдағы эшһеҙлеккә, аҡса юҡлыҡҡа  һылтаны. Әллә ҡалала берәй эш табылмаҫмы икән, тип тә өҫтәне. Муйыны булһа, ҡамыты табылыр, тигәндәй, һүҙҙән һүҙ сығып, Кифая үҙенең бер эшҡыуар әхирәте машиналы кеше эҙләгәнен әйтеп һалды. Рамаҙан: “Зәлфирәне әйтәһеңме?”, - тип һынаулы ҡараш ташлаһа ла, Кифая, уны һиҙмәгәндәй, үлтереп әхирәтен маҡтай башланы.

Күп тә үтмәне, әхирәте лә килеп етте. 40-ты үтһә лә сибәрлеген ташламаған, һомғол буйлы, ҙур зәңгәр күҙле, киң ирендәре бешкән сейә кеүек мөлкөлдәп торған ҡатын Зөбәйергә теше-тырнағы менән йәбеште. Яңы ғына тауар килтерҙем,  шуларҙы аҙна-ун көндә ауылдар буйлап һатыр кәрәк ине, тип бик инәлгәс, тағы ла мул ғына аҡса ла вәғәҙә иткәс, Зөбәйер был сибәр ҡатынға ҡаршы тора алманы, ризалашты. Аҡсаһы эсте тишмәҫ, Сәғиләмә һәйбәт бүләк алырмын, малай менән ҡыҙҙы ла ҡыуандырырмын, тип эстән генә уйланы.

Икенсе көнөнә таң һыҙылыу менән кәрәкле тауарҙарҙы тейәп, ҙур ғына ауылға юлландылар. Йәйгә кәрәк-яраҡлы кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнгестәр, тағы ла хужалыҡ өсөн көндә кәрәк тауарҙар бик тиҙ үтте. Юл буйы Зәлфирә, теле -телгә йоҡмай, Зөбәйерҙең ҡулы еңел  булыуын маҡтаны. Уның йылы һүҙҙәре йөрәгенә май булып яғылды, күңеле күтәрелеп китте ирҙең. Теле асылып, үҙенең бала сағын, ауылы тураһында ла  һөйләп ебәрҙе. Кисләтеп кенә ҡайтып еттеләр. Зәлфирә ни тиклем көсләп сәйгә саҡырһа ла, Зөбәйер туҡтамайынса, Рамаҙандарға китте. Туҡталыр ҙа ине, нисектер, дуҫынан,  уның ҡатынынан тартынды.

Икенсе, өсөнсө, дүртенсе көндә лә юлдары уң булды. Бишенсе көндә һатҡан тауарҙан мул ғына табыш алған Зәлфирә, инде йомартланып, Зөбәйерҙең ҡулына ҡыштырҙап торған меңлектәрҙе йомдорғас, Зөбәйер үҙ күҙенә үҙе ышанмай торҙо. Ҡара әле, был ҡәҙәр аҡсаны ауылда бер айҙа ла ҡулына ала алмай ине бит!

Аҡсаһын бөгәрләп түш кеҫәһенә һалды. Йөрәк эргәһендә ятҡан һумлыҡтар йөрәген йылытты, күңелдәрен илертеп ебәрҙе. Тәки түҙмәне Зөбәйер, Зәлфирә тауар һатҡан арала, ҡаршылағы аҙыҡ-түлек магазинына йүнәлде. Дуҫы алдында ла уңайһыҙ, күстәнәс алыр кәрәк, тип уйланы. Араҡының иң һәйбәтен, кәнфит, печенье, колбаса алып, машинаһына һалып ҡуйҙы.

Күңеле күтәренке булғанғамы, әллә кеҫәһендә ҡыштырлаған аҡса үҙ-үҙенә ышандырғыс көскә эйә булғанғамы, был юлы Зөбәйер сибәр ҡатындың саҡырыуына ҡаршы тора алманы, машинаһын ҡуйҙы ла, Зәлфирәнең артынан  ыңғайланы. Заманса йыһазландырылған  өс бүлмәле фатирҙа бер яңғыҙы йәшәй икән, берҙән-бер ҡыҙы баш ҡалала.  Ул йыуынған арала, Зәлфирә инде өҫтәл әҙерләп тә өлгөргәйне. Табын түрендә ҡуҡырайып ултырған коньякты ла күргәс, Зөбәйер ирендәрен ялап-ялап алды, тик үҙенең рулдә икәнен иҫкә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Тик был суҡынсыҡтан ҡотолоп буламы һуң, ай-вайына ҡуймай, тәки йотторҙо бит теге тәмлекәсте. Такси менән ҡайтырһың тигәс, Зөбәйер ҙә ҡаршылашманы. Тәненә йылы йүгергәс, тел асҡысы ла табылды, көлөшә-көлөшә хәбәрҙәр һөйләшеп, бер-береһенә асылып та киттеләр. Зәлфирә үҙенең яңғыҙлығына зарланып, күҙ йәштәрен һөрткөләп алды, эргәһендә ышаныслы кеше юҡлығына көрһөндө.

Үҙ үҙенә ышыныусы, йылғыр ҡатындың күҙ йәштәрен күреп, Зөбәйерҙең уны ҡосағына алып иркәләйһе, йыуатаһы килеп китте, тик баяғы ҡырыҫ башҡорт ғәҙәтен еңеп буламы һуң? Ул арала Зәлфирә музыка ҡуя һалып, Зөбәйерҙе вальсҡа саҡырҙы. Былай ҙа коньяк шауҡымынан башы әйләнгән ирҙең, Зәлфирәнең тығыҙ тулы түштәре күкрәгенә терәлгәс, бөтә тәненә ток үттеме ни: йөрәге  дарҫлап тибә башланы, бөтә тәне йәне менән ниндәйҙер көс тик ошо ҡатынды көҫәй башланы. Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте Зөбәйер, уның бит ҡатыны, балалары бар. Тик үҙенә һырылған Зәлфирәне этәрергә көс таба алманы, ә нығыраҡ ҡосаҡланы, башын эйеп ирендәрен Зәлфирәнең ирендәренә терәне. Ошоно ғына көтөп торған кеүек, Зәлфирә ике ҡуллап уның муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы.

Иртәнсәк башы сатнап уянып китте Зөбәйер. Эргәһендә ятҡан шәп-шәрә Зәлфирәне күреп, үҙенең дә шәп-шәрә икәнен абайлап уңайһыҙланып китте. Зәлфирә өҫтөнә простыня ҡапланы ла, кейенә башланы. Бар уйы тиҙ генә бынан ысҡыныу ине, тик инде ботинкаһын кейеп, ишекте асырға тип ынтылғанда. Зәлфирәнең тауышы ишетелде. “Зубаирчик, һин ҡайҙа?”

Их, шул саҡта, ишекте аса һалып, сығып китергә ине лә бит, юҡ шул, кире әйләнде. Тағы шул Зәлфирәнең ҡуйынына сумды. Ҡатын да  йүләрҙән түгел, бер ҡуйынына ингән ҡарамаҡҡа сибәр, һомғол  буйлы, әле көстәре ташып торған ирҙе тиҙ генә ысҡындырғыһы килмәне. Яңғыҙлыҡ та тамам уны ялҡытҡайны, берҙән-бер ҡыҙының үҙенең ғаиләһе. Етмәһә, эшҡыуарлыҡта ла ярҙамсы кәрәк. Ирҙәрҙе көслө зат тиҙәр, ә  ысынбарлыҡта улар көсһөҙ. Юҡҡа ғына ир - баш, ҡатын - муйын тимәгәндәр. Муйын ҡайҙа боролһа, баш та - шунда. Был ҡағиҙәне бик яҡшы белә ине Зәлфирә. Бер нисә көн эсендә, Зөбәйерҙе лә һынап өлгөргәйне. Эштә таҫыл, тыңлаусан, тағы ни кәрәк инде! Кифаянан ишетмәксе, ҡатыны менән аралары әллә ни йылы түгел икән. Ҡатыны уҡытыусы, бигәрәк талапсан, хатта ҡырыҫ та, имеш. Ә балаларына килгәндә, ҡыҙы инде үҫкән, техникумда уҡый, ә малайына ун ике йәш.

Ә Зөбәйер инде үҙенсә фекер йөрөттө. Ҡуйынына үҙе килеп ингән ҡатынды этәреп булмай инде, әҙерәк типтерер-типтерер ҙә ипләп кенә һыпыртыр. Тик Рамаҙан дуҫты аңғартыр кәрәк, Кифаяһын тыйһын, Сәғиләгә артыҡ һүҙ ысҡындырмаһындар.

Тик беҙ ҡапсыҡта ятмай икән шул. Бер баҙарҙа әйбер һатып торғанда, Зәлфирә ҡайҙалыр китте, ә урынына Зөбәйер ҡалды. Шул саҡ ауылдашы, тирә-яҡҡа ләститсе даны  таралған, Кинйәбикә  ҡаршыһына пәйҙә булды. “Әйтәгүр, ауылда күҙгә башҡа күренмәйһең, шым ғына әйбер һатып йөрөй икәнһең, – тип, тауарҙарҙы байҡай башланы. - Сәғиләңде әйтәм, аҫтыртын, ауыҙынан ләм-мим”. Уны  тиҙерәк оҙатырға тырышты Зөбәйер. “Дуҫымдың әйбере, ваҡытлыса ғына ҡарап торам, тамаҡ ялғарға киткәйнеләр,” - тип аҡланырға ла өлгөрмәне, ҡайҙандыр Зәлфирә лә килеп сыҡты. Кинйәбикәнең бер кофтаны ҡарап торғанын абайлап: “Йәнкәйем, машинала бынан да матур кофта бар, алып кил әле”, - тип әйтмәһенме! Ой, эләкте бит Зөбәйер, эләкте! Ни эшләһен, китте машинаһына, кофта эҙләргә. Ә инде кире әйләнгәндә, Кинйәбикә менән Зәлфирә, күптәнге әхирәттәр кеүек, көлөшә-көлөшә ниҙер  һөйләшә ине. Кофтаны ла арзанға эләктерҙе ауылдашы.. Кинйәбикә улар янынан киткәс, запчасть ҡарау һылтауы менән, Зөбәйер баҙар буйлап Кинйәбикәне эҙләп ҡараны, тик  унан елдәр иҫкән ине. Быға хәтлем ҡатынын, төҙөлөшкә эшкә урынлаштым, әлегә дуҫым Рамаҙанда йәшәйем, тип ышандырғайны инде. Көн дә булмаһа ла ике өс көн аша ҡатыны менән телефон аша һөйләшә торғайны. Ҡатыны бит  талапсан булһа ла, бер ҡатлы, нимә тип алдаһаң да ышана ла ҡуя. Хатта, аҡсаңды туҙҙырма, мин үҙем һиңә шылтыратырмын, тигәс, ҡатыны үҙе башлап шылтыратмай ине. Был төндө йоҡо булманы, үҙенә иркәләргә маташҡан Зәлфирәгә лә, башым ауырта, тигән һылтау менән, әйләнеп, арҡаһын терәне.

Икенсе көнөнә, машинаны ҡарап алырға кәрәк, тигән булып,  гаражға йүнәлде. Иртәндән алып әллә нисә ҡап тәмәкене тартып бөтөрҙө ул гаражда. Тик телефон өндәшмәне. Кискә табан үҙендә көс табып, Сәғиләнең номерына  баҫты. Оҙон гудок, йөрәге ярылырҙай булып типте Зөбәйерҙең… Тик телефон һүндерелгәйне. Бер аҙҙан тағы  баҫты кнопкаға… тағы шул бер үк яуап. “Сәғилә барыһын да белә, барыһын да белә. Ул мине ғәфү итмәйәсәк, итмәйәсәк,” – тигән  уй уның мейеһендә ҡайнаны ла ҡайнаны. Ә үҙе рюмкә артынан рюмкә бушатты, әйтерһең, һәр йотом араҡы, уның мейеһенә үтеп, барыһын да онотторор кеүек ине. Күпме эскәнен дә, нисек йығылғанын да хәтерләмәй Зөбәйер. Иҫенә килгәндә кемдер һыҡтап илай-илай уның маңлайына еүеш таҫтамал ҡуя ине. “Сәғилә, Сәғилә,” – тип ыңғырашты Зөбәйер.

Ул үҙенең дауаханала икәненә аптырап китте. Эргәһендә илауҙан күҙе шешенеп бөткән Зәлфирә ултыра. Башы сатнап ауырта, етмәһә, марля менән бәйләнгән.

Әгәр ваҡытында Зәлфирә гаражға килмәһә, эштең нимә менән бөтөрө билдәһеҙ булыр ине. Иҫерек килеш йығылғанда иҙәндә ятҡан тимергә башы менән төшкән һәм иҫен юғалтҡан икән. Зәлфирә “тиҙ ярҙам’ машинаһын саҡыртып, дауаханаға  килтергән.

Зәлфирә көн дә дауаханаға килде, тәмле ризыҡтарын, шулай уҡ татлы һүҙҙәрен дә йәлләмәне, уның эргәһендә өтәләнеп торҙо. Ә Сәғиләнең телефоны тик бер һүҙҙе генә  ҡабатланы. “Абонент вне зоны  действия или апарат отключен”. Йылы һүҙ-йән аҙығы шул, үҙенекен эшләй, дауахананан тура такси менән Зәлфирә уны өйөнә алып ҡайтты. Тағы икәүләп эшҡыуарлыҡ эшенә тотондолар. Өйөнән сығып киткәнгә айҙан ашыу ваҡыт та үтеп китте.

Зөбәйер инде хәҙер телефонға өмөт менән дә ҡарамай, үҙе лә шылтыратмай,  яңы тормошона күнегә лә башланы шикелле. Тик кистәрен, балконға сығып тәмәке тартҡан ваҡыттарында, ауылы яғына ҡарап, төрлө уйҙарға бирелеп китер булды. Был ваҡытта көтөү ҡайталыр, көтөү ҡаршыларға йыйылған ҡатындар ауыҙынан Зөбәйер менән Сәғилә төшмәйҙер инде, тик Сәғилә күренеү менән барыһы ла шымалыр… Уның Сәғиләһе бит ғорур, кеше һымаҡ ләстит һөйләп йөрөмәй, барыһын да эсенә йомғандыр. “Эх, Сәғилә, ошо Зәлфирә кеүегерәк, әҙерәк иркәрәк, йомшағыраҡ булһаң…”, - тип үҙен аҡлап та ала Зөбәйер. Тик бына балалар йәл, ярай инде ҡыҙым үҫкән, ә бына малай… Ошондай бер кистә, уйҙарға бирелеп, тәмәке тартып ултырғанда, ҡапыл балкон ишеген асып, бер йәш ҡатын: “Ниндәй ҡарасҡы ултыра бында?” – тимәһенме? Зәлфирәһе аҡланғандай; “Эй, һиңә әйтергә онотҡанмын, минең яңы шоферым”, – тигән булды. Үҙе йәһәт кенә Зөбәйергә: “Ҡыҙым килде”, - тине лә. - Бер-ике көнгә һин, зинһар. Рамаҙандарҙа ҡунып тор инде!” – тип өҫтәне. Ни эшләйһең, был бит һинең үҙ фатирың түгел бот һоноп диванда ятырға, сығып китергә мәжбүрһең. Тик Рамаҙандарға барманы, гаражға барып, машинаһына инеп ятты.

Икенсе көнөнә таң менән өйгә инеп, кухняға үткәйне, Зәлфирәнең ҡыҙы танауын ҡаплап: “Фу, силос еҫе килә”, - тип сығып китте. Зәлфирәһе бер һүҙ өндәшмәне. Ғәрлегенән, асыуынан Зөбәйерҙең тамағына аш барманы.

Машинаға ултырғас та, Зәлфирә, аҡланғандай, әллә ниҙер һөйләне, тик Зөбәйер бер ни ишетмәне, машинаһын ҡыуыуын белде. Уның һайын, асыуы ҡабарғандан - ҡабарҙы, үҙ-үҙенә йәне көйҙө, үҙ йорто була тороп, йөрө инде кеше тупһаһында типкеләнеп, ғәрлеге ни тора! Етмәһә, алдан килгән машина ташбаҡа тиҙлеге менән бара, уны ҡыуып уҙам тип боролоуы булды, ҡаршыһына ҙур тиҙлектә машина килеүен шәйләп алды, рулде бороп өлгөрҙө өлгөрөүен Зөбәйер, тик машинаһы уны тыңламайынса, ҡапыл юлдан боролоп, юл аҫтына тәгәрәп китмәһенме! Зәлфирәнең ҡот осҡос тауыш менән  ҡысҡырыуы, үҙенең йән асыуы менән,  тештәрен ҡыҫып, рулгә йәбешеүе генә иҫендә.

Хоҙай уларҙы араланы. Бәхеткә ҡаршы, артҡы ултырғысға тейәлгән тоҡ-тоҡ кейем-һалым, машина түңкәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнгән саҡта, уларҙы ауыр йәрәхәттән ҡурсаланы. Зөбәйерҙең ҡулы һынып, башы сатнаған, ә Зәлфирәнең аяғы имгәнгәйне. Ә бына  машинаһы кәүшәйеп, бөтөнләй эшлектән сыҡҡайны.

Дауаханала ятҡан ваҡытта тик Рамаҙан дуҫы ғына килеп хәлен белеште. Күпме генә көтһә лә, Зәлфирә килмәне. Үҙе имгәнгән бит, килә алмайҙыр, тип үҙ-үҙен йыуатты Зөбәйер.

Дауахананан туп-тура Зәлфирәнең йортона юл тотто. Ҡыңғырауға оҙаҡ ҡына баҫҡас, ишек асылды. Зәлфирә бик ҡоро ғына: “Ниңә килдең?” – тип һораны. Бындай ҡаршылауҙы көтмәген Зөбәйер, бер аҙға юғалып ҡалды. “Һуң, ҡайҙа барайым, һинән башҡа минең кемем бар”, - тип өндәште. “Теләһәң ҡайҙа бар, һин миңә бер кем дә түгел”, - тигән яуапты ишеткәс, Зөбәйер ҙә асыулы тауыш менән:  “Улайһа, эшләгән аҡсамды түлә лә, мин киттем”, - тип ысҡындырҙы. Шуны ғына көтөп торған Зәлфирә: “Ах һин, йолҡош, мине саҡ үлтермәнең, бөтә тауарымды эшлектән сығарҙың, етмәһә, миндә ашап-эсеп, аҡса һорап тораһыңмы? Кәрәк икән, хәҙер үк судҡа биреп, күпме матди һәм рухи зыян килтергән өсөн аҡса ла түләтермен,” – тип зәһәрләнеп Зөбәйергә ташланды. Булыр унан, булмаҫ тимә, бер тин өсөн кешенең йәнен ашарға тора бит улар, эшҡыуарҙар.

Гел генә йылмайып, йомшаҡ ҡына һөйләшкән Зәлфирәнән быны көтмәгән Зөбәйер бер аҙ хатта ҡаушап китте, әйтерһең, бер нисә көн эсендә уны алмаштырғандар. Йән асыуы менән ишекте япты ла сығып китте. Рамаҙандарға барғыһы килмәне. Хәҙер Кифаяһы үҙеңде битәрләргә тотонор, ни әйтһәң дә, Зәлфирәнең әхирәте. Ауылға ла юлдар ябыҡ, белә ул үҙенең Сәғиләһен, ғәфү итмәйәсәк. Ни эшләрәгә? Ҡайҙа  барырға? Зөбәйер, ҡайҙа барып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, ҡала урамдарын тапап арығас,  паркка инеп, эскәмйәгә ултырҙы. Ошо ваҡытта уның был яҡты донъяла бер минут та, бер секунд та йәшәгеһе килмәй ине. Уның өсөн бөтә тормошо селпәрәмә килеп, артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған кеүек тойолдо. Тик бер генә юл…

Салбарындағы ҡайышын систе лә, ҡаршыһындағы тирәккә табан атланы. Инде ағасҡа барып еткәйне, ҡыштырлаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ниндәйҙер бер кеше бая ул ултырған эскәмйәгә килеп ултырҙы. Таушалып бөткән салбар, ҡаҡашҡан алама ғына  футболка кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир тәмләп-тәмләп икмәк ашай башланы. Икмәкте күргәс, ул үҙенең дә бик ныҡ асыҡҡанын тойҙо, ирендәрен ялап-ялап алды. Ҡаршылағы ир Зөбәйергә ҡарап алды ла, әллә уның асыҡҡанын һиҙеп, икмәген һондо. Зөбәйер, юҡ-юҡ, тип башын һелкте, нисектер уға ошо берәҙәк  ир менән икмәк бүлешеүе ғәрлек һымаҡ ине, ә үҙе һаман күҙҙәрен ошо икмәк һынығынан ала алманы. Уның хәлен аңлағандай, бысрап бөткән ҡара сумкаһын тотоп, баяғы ир Зөбәйер янына килде. Сумкаһынан консерва, ҡатыҡ сығарҙы. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, Зөбәйергә хәл ингәндәй булды. Тик ул арала көн кисләп, быҫҡаҡлап ямғыр ҙа яуа башланы. Һүҙҙән һүҙ сығып, һөйләшеп киттеләр. Зөбәйер,  ауылдан килгәйнем, вокзалда йоҡлап китеп, бөтә әйберҙәремде юғалттым, барыр урыным юҡ, тигәс, был ир уны үҙе янына саҡырҙы. Былай ҙа ҡояшта ҡап-ҡара булған йөҙөн, күптән ҡырынғыс күрмәгәнгә, йөн баҫҡан, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, күҙҙәре саҡ-саҡ күренеп тора, башына кейгән тишелеп бөткән һалам эшләпә ситтәренән күренгән, күптән һабын күрмәгән, саллана башлаған сәстәре кейеҙләнеп ҡатҡан иргә сирҡанып ҡараһа ла, Зөбәйер көсәйгәндән-көсәйә барған ямғырға күшегеп, тәндәре ҡалтырана башлағас, был ирҙең артынан эйәрҙе.

Бөрәҙәк ир киоск янында туҡтап, кеҫәһенән таушалып бөткән аҡса сығарып, һыра алды. Йәшәгән урыны бер йорттоң подвалында булып сыҡты. Шыҡһыҙ, бысраҡ подвалда иҫкереп бөткән дивандан, тумбочканан, ултырғыс урынына ике түмәрҙән башҡа бүтән әйбер күренмәй ине.

Ир хужаларса ҡайҙандыр ике стакан сығарып ултыртты, сумкаһынан икмәк киҫәктәре, консерва сығарҙы һәм стакандарға һыра ҡойоп: “Йә, танышыу хөрмәтенә”, - тип Зөбәйергә стакан һуҙҙы. Күптән һыу төҫө күрмәй, ҡарайып бөткән стаканға ҡарап, Зөбәйер бер аҙ эсергәме, юҡмы, тигәндәй икеләнде, етмәһә, ошондай шарттарҙа көн күргән был ирҙең әллә ниндәй ауырыуҙар менән дә ауырыуы ихтимал.

Ул арала күршеһе стаканындағы һыраны эсеп бөтөп, Зөбәйергә ҡараны. Зөбәйергә текәлгән һорғолт күҙҙәре  шундай моңһоу ине. Ирекһеҙҙән, ошо ҡарашҡа ҡаршы тора алмайынса, Зөбәйер һыраһын эсә башланы. Һаман да йылына алмаған тәненә, һыра эскәс, ниндәйҙер йылылыҡ таралды, тәндәре еңеләйеп киткәндәй тойолдо.

Үҙенән күпкә оло тип иҫәпләгән ир Зөбәйерҙең тиңдәше булып сыҡты. Исеме Зиннәтулла булһа ла, уны барыһы ла “Зина” тип йөрөтә икән. “Нисек был хәлгә ҡалдың?”, - тип һорамайынса түҙмәне Зөбәйер. “Зина”ның күҙҙәре йәшләнеп китте. Бер аҙ ултырғас, үҙ башынан үткән ошо хәлдәрҙе бәйән итте. “Минең дә бит типһә тимер өҙөрлөк, ғәйрәтле сағым бар ине. Һыҙҙырып гармунда уйнай инем. Заводта алдынғы токарь булдым. Үҙебеҙҙә кранда эшләгән сибәр, уңған Зөбәржәткә өйләндем. Завод ике бүлмәле фатир бирҙе. Зөбәржәтем тупылдатып ике малай табып бирҙе. Гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда, ана шул “перестройка” тигән нәмә, бөтә донъябыҙҙың аҫтын өҫкә килтерҙе. Завод көрсөккә ултырҙы. Эш юҡ, эш булмағас, аҡса юҡ. Зөбәржәт, ҡатын кеше, нисектер һатыу эшенә бәйләнеп китте.

Ә мин… нисек көн уҙғарырға белмәй, төшөнкөлөккә бирелдем, был тормошта үҙемдең кәрәкһеҙлегемде тойҙом, тик араҡы ғына күңелде йыуата ине. Етмәһә, Зөбәржәт һәр көн мине артыҡ тамаҡ күреп, битәрләй ҙә башланы. Ир булараҡ ,“ирлегемде” күрһәтеп, уға йоҙроҡ менән ынтылдым, әсәһен яҡлашҡан малайҙарға ла өлөш тейә ине. Түҙмәне Зөбәржәт, балаларҙы алды ла ҡайҙалыр олаҡты.

Ә мин “герой” аулаҡта ҡалдым. Аулаҡ булғас, шешәләш дуҫтар ҙа табылды. Бер көн бик ныҡ эсеүҙән һуң уянып китһәм, урамда ятам. Фатирыма инәйем тиһәм, ниндәйҙер әҙәмдәр мине үҙ фатирыма индермәйҙәр. Бына шулай, эскән баш менән договорға ҡул ҡуйғанмын. Ә унан алған аҡсаны бер аҙнала “дуҫтар” менән эсеп тә бөттөк. Шунан бирле мин урамда. Үҙем ғәйепле. Әгәр шул саҡта Зөбәржәткәйемде тыңлаһам…

Хәҙер инде һаулығым да ҡаҡшаны. Үлергә лә күп ҡалмағандыр. Иң аяныслыһы - үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ. Мин  бит күреп торам, беҙҙең һымаҡ берәҙәктәрҙе экскаватор менән соҡор ҡаҙалар ҙа, аятһыҙ-ниһеҙ, кейем-һалымың менән шунда ташлайҙар”.

Йоҡлай алманы был төндә Зөбәйер. Сәғиләһе, балалары күҙ алдына килде. “Йә, ни ҡыйраттың һуң? Кемгә нимә иҫбат иттең? Бары беткә үсегеп тунын яҡҡан кеше хәлендә ҡалдың”. Матрац киҫәген иҙәнгә түшәп, бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан “Зина”ға ҡарап, бөтә тәндәре ҡалтырап китте, әйтерһең, унда “Зина” түгел, ә Зөбәйер үҙе ята. Таң һыҙылыу менән ул тиҙерәк ошо бысраҡ, һыуыҡ, һаһыҡ подвалдан сығыу яғын ҡараны.

Ҡала урамдары тып-тын. Бер әҙәм күренмәй. Ҡайҙа барырға? Ни эшләргә? Ҡолаҡ төбөндә ниңәлер туҡтауһыҙ “Зина”ның  “Иң аяныслыһы – үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ”, - тигән һүҙҙәре яңғыраны ла яңғыраны. Ошо минутта ул үҙенең үлеп Сәғиләһен, балаларын һағынғанын тойҙо. “Ҡайтырға, ҡайтырға… Сәғиләмә, балаларыма”. Ул ҙур-ҙур аҙымдар менән тура вокзалға атланы, ә күҙҙәренән эркелеп-эркелеп йәштәре ҡойола ине.

Тик, вокзалға килеп еткәс, үҙенең кеҫәһендә бер тин аҡса юҡлығын иҫенә төшөрөп, тирә-яҡҡа ҡаранып алды. Бәлки, берәй таныш-фәлән осрамаҫмы икән тип, вокзал эсен дә байҡап сыҡты.

Берәй тәмәке төпсөгө ҡалмағанмы тип, салбар кеҫәһенә ҡулын тыҡты һәм ҡорт саҡҡандай ҡапыл тертләп китте. Кеҫәһенән таушалып, йомарланып бөткән ун һумлыҡтарҙы сығарып, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, бер аҙға шаңҡып ҡалды. Ҡайҙа күрҙе ул был аҡсаларҙы? Был бит “Зина”ның аҡсаһы, кисә һыра алғанда ошо аҡсаны ул үҙенең салбар кеҫәһенән сығарғайны. Ни эшләргә? Тәндәре берсә эҫеле - һыуыҡлы булып, тиргә батты Зөбәйер. Шулай ҙа ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаларҙы һанай башланы. Теүәл 150 һум, әйтерһең, уның ауылына билеттың ошо хаҡ тороуын белгәндәр. Аҡса араһынан ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәге ергә төшөп китте түгелме? Эйелеп йомарланған ҡағыҙ киҫәген алды, уны яҙҙы. Унда сатай-ботай: “Ғаиләңә ҡайт”, - тип яҙылған ине. Шунда ғына ул “Зина”ның ниндәй ауылдан, билет хаҡы күпме тора тип төпсөнгәнен аңланы.

Поезд тыуған ауылы яғына яҡынлашҡан һайын Зөбәйерҙең йөрәге үрһәләнеп-үрһәләнеп типте. Ул сығып киткәндә әле яңы ғына йәшәрә башлаған  үләндәр күпереп үҫкән.

Поезд туҡтар-туҡтамаҫ һикереп төштө Зөбәйер. Биш саҡрым юлды йүгерә-йүгерә атланы. Тик ауылға етәрәк аҙымдарын яйлатты. Бына ул тауға менеп етте. Ә тау аҫтында уның ауылы йәйелеп ята. Ана, уның өйө лә күренә. Баҡсала кемдер йөрөй түгелме? Картуф күмәләр шикелле? Эйе, аҡ яулыҡлы ҡатын - Сәғилә, эшләпә кейгәне - ҡыҙы, ә бейсболкалыһы - улы. Шунда ғына ул үҙенең быйыл хатта ер һөрөп, картуф та сәсмәгәнен иҫенә төшөрҙө.

Сығып китеүҙәре бик еңел булһа ла, ай-һай, ауыр икән кире ҡайтыуҙары…

Тау башындағы яңғыҙ ағас төбөнә барып ултырҙы Зөбәйер. Армиянан ҡайтҡан көн ине был. Кисен клубҡа китте. Уйындар  башланғайны. Зөбәйер ситтәге эскәмйәгә ултырҙы ла, егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың бейегәндәрен күҙәтә башланы. Шул саҡ уның күҙе аҡ кофта, ҡара юбка кейгән таныш булмаған  ҡыҙға төштө. Ауыл ҡыҙҙарына бөтөнләй оҡшамаған: һомғол буйлы, ҙур ҡара күҙле, һорғолт бөҙрә сәстәре яурынына һирпелгән. Ул ниңәлер бер яҡ ситтә ултыра. Бар ҡыйыулығын йыйып, Зөбәйер уның янына килеп, бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ ҙа ҡаршы  килмәне. Ул көндө ул уны оҙатырға барҙы. Уҡытыусы икән, быйыл ғына педучилище тамамлап килгән. Шулай дуҫлашып киттеләр. Ә инде икенсе көҙгә шаулатып туй ҙа яһанылар. Һүҙ юҡ, яратып өйләнде Зөбәйер. Сәғиләһе лә уңған, егәрле булып сыҡты. Тик донъя  көтә барған һайын үҙ ҡатынына күнегеп бөтә икәнһең, әйтерһең, ул тере кеше түгел, ә өйҙәге кәрәк бер әйбер һымаҡ. Йәш саҡта тыуған көндәр ҙә иҫтә була, уғата бүләген дә онотмайһың.

Ә йылдар үткән һайын ҡатыныңа ҡарата йылы һүҙгә бөтөнләй һаранланаһың. Ә бына Рамаҙан, ауыл егете булһа ла, бер ҙә  генә тартынманып тормай, эштән ҡайтып килеүе була: “Йәнекәйем, һағындым һине”, - тип Кифаяһын суп итеп үбеп ала. Байрам булһа, сәскәләр алып ҡайта. Ә тегенеһе уғата: “Алтыным, йөрәк майым”, - тигән була. Сәғиләгә ҡасан сәскә бүләк итте әле Зөбәйер? Ҡыҙы тыуғанда, ә уға инде хәҙер ун ете лә тула. Шулай булғас, ниңә һыуынмаһын ара, һыуыныр шул. Үҙебеҙ ғәйепле, башҡорт ҡатыны үҙе башлап һиңә иркәләнмәҫ инде.

Хәҙер инде ул күршеһе Сәғиткә лә асыуын онотто. Дөрөҫ йәшәй күршеһе, беҙҙең һымаҡ һаман колхозда йәбешеп, бына-бына тағы күтәрелеп китер , тип  өмөтләнеп ятманы. Күтәреп сығып китте лә, ана, ағас эшенә кереште. “Ә минең унан ни ерем  кәм?” – тип уйланы Зөбәйер. “Их, әгәр Сәғиләм ғәфү итһә… икенсерәк йәшәр инем, икенсерәк”, - тип өмөтләнде Зөбәйер.

Ауылдың үҙ тормошо. Ана һыу буйында көтөү ята, һыйырҙарҙың ҡайһыныһы көйшәй-көйшәй ял итә, ҡайһыныһы эҫелектән һыу эсә. Үҙҙәренең һыйыры күренмәҫме тип, бик текләне Зөбәйер, тик көтөү алыҫ булғас, таный алманы. Унан инде уның күҙе һыу буйында йөҙгән ҡаҙҙарға төштө. Ҡаҙҙар тигәндәй, ул киткәндә генә ҡаҙ бәпкәләрен баҫып сығарған ине. Сәғилә йәшел үләнгә ҡаҙ бәпкәләрен теҙгәс, ниндәй итеп осоп килде ата ҡаҙ, оҙон муйындарын һуҙып, һәр бәпкәһен  иркәләп сыҡты, инә ҡаҙға рәхмәт әйткәндәй, үҙенең суҡышын уның суҡышына терәне. Ә аҙаҡтан, өйөрөн ҡурсалаған айғырҙай, тыпырсына-тыпырсына бәпкәләре тирәһендә өйөрөлдө, әйтерһең, шатлығынан бейей ине.

Көн кисләй башланы. Бына әтәс тауыштары ла ишетелде. Әтәс тигәндәй, үҙҙәренең сыбар әтәсе иҫенә төштө. Һаман да тауыҡтар араһында йөрөйҙөр әле ҡуҡырайып. Һәр тауыҡты баҫҡан һайын, бына мин ниндәй тип, ҡанаттарын һелкеп-һелкеп алалыр. Бахыр тауыҡтар уға ярышып-ярышып себеш баҫҡан булалар, ә әтәс сабыйҙарына битараф, бары көн дә яңынан- яңы тауыҡ баҫтырыуын дауам итәлер. Ата ҡаҙ һәм әтәс. Ҡарап тороуға йорт ҡоштары тип аталһалар ҙа, ҡайһылай улар араһында ҙур айырма. Ата ҡаҙ эргәһендәге бәпкәләргә яҡын барырмын тимә, осоп ҡунып һинең башыңа менән суҡырға әҙер, ә әтәс… себештәрен бар тип тә белмәй, хатта ем өсөн талашып, суҡып китергә лә тартынмай.

Беҙ, ирҙәр, шул әтәс һәм ата ҡаҙҙарға бүленәбеҙ түгелме һуң? Ә бит ғорур ата ҡаҙға ҡарап һоҡланабыҙ, ә ҡуҡырайған әтәсте барыһы ла үҙ итеп етмәй, ә инде күшекһә? Аяныс хәл.

Үҙ уйынан үҙе тертләп китте Зөбәйер. Инде таң да һыҙыла башланы. Күҙе мунса янында ятҡан утын өйөмөнә төштө. Кемдер утынды ярып ҡараған, тик бына ниңәлер нәҙектәрен генә ярған, ә йыуандарына көсө етмәгән. “Бәй, улым ҡул аҫтына инеп килә бит”, - тип шатланып ҡуйҙы Зөбәйер. Унан инде ҡулына балта алып, тоҫҡап түмәргә һуҡты. Уның ҡулында балта уйнап торҙо, ә түмәрҙәр кәмеп, утын өйөмө үҫкәндән үҫте… Хатта ул тышта туҡылдаған  тауышҡа сыҡҡан Сәғиләне лә аңғарманы. Сәғилә утын ярыусы үҙенең ире Зөбәйер икәнен күргәс, бер ни өндәшмәйенсә, ишек яңағына  һөйәлде. Тик уның артынса йүгереп сыҡҡан улы ғына бөтә урамды яңғыратты: “Атай! Атай!” Зөбәйер ҙә, балтаһын ташлап, үҙенә йүгереп  килгән улын ҡосаҡлап алды. Улын күкрәгенә ҡыҫты, башынан һыйпаны, йәшләнгән күҙҙәрен улының сәстәренә йәшерҙе. Ә улы уның ҡосағынан ысҡынды ла: “Әсәй, атайым ҡайтты”, - тип ҡыуаныслы  ҡысҡырып, әсәһенә йүгерҙе.

Баҫҡан урынында түмәрҙәй ҡатты, Зөбәйер, тамағына ниндәйҙер төйөр килеп тығылды, ни йотоп, ни төкөрөп булмай, ә күҙҙәре һаман да ишек яңағына һөйәлгән, бер аҙ һурығып ҡалған Сәғиләгә текәлде. Ә улы ике арала йүгерә, йә бер әсәһенең, йә бер атаһының ҡулынан тартҡылай. Ул бала әле аңлап та етмәйҙер, ошо бәләкәй генә аралыҡта ниндәй тәрән упҡын ятҡанын.

Ниһәйәт, Сәғилә турайҙы, иңендәге шәлен рәтләп яурынына һалды, ишекте асты ла, боролоп: “Йә, ниңә урам уртаһында ҡаттың, өйгә ин”, - тине. Ошоно ғына көткәндәй, Зөбәйер иркен итеп тын алды, әйтерһең, өҫтөнән ауыр йөк төштө, өҫ башын ҡаҡҡыланы ла ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән өйөнә табан атланы.

                                   

ӨЙ ЙЫЛЫҺЫ

Н

иңәлер ошо арала төшө боларҙы Мәликәнең. Төшөндә әсәһе ҡып-ҡыҙыл күлдәктә үҙҙәренең йорто янында ултыра икән.  “Бәй, әсәйемдең бер ваҡытта ла ҡыҙыл күлдәк кейгәне булманы бит, ул асылда аллы-гөллө төҫтәге кейемдәр ярата ине,”-тигән уй үтте   Мәликәнең башынан. Әсәһе  ғүмеренең һуңғы көндәренә хәтлем, бер кемгә лә ыҙаһын һалмайынса, үҙ көнөн үҙе хәстәрләп,  яңғыҙы ғына йәшәне  ошо йортта.  Олатаһының оҫта ҡулдары менән шығырлап торған ҡарағайҙан утыҙынсы йылдарҙа һалынған алты мөйөшлө йорттоң, тау  башында урынлашҡанғамы, ауылға килеп инеү менән, ҡыҙыл ҡалайҙан ябылған ҡыйығы әллә ҡайҙан күренер ине. Йорттоң эсе лә, ихата алды ла иркен. Ә өй эсендә иң күркәм урын торлаҡтың ҡап уртаһында урынлашҡан “урыҫ” мейесе  булғандыр. Мейес өй йылытыусы, икмәк,  аш бешереү урыны ғына түгел, бала-сағаның йоҡо урыны ла ине. Хатта ошо мейес башында йоҡлар өсөн ағалары менән ыҙғышып та китерҙәр ине, бигерәк тә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә.  Йәй көндәре  отпускаларын бергәләшеп тыуған йортта үткәрергә күнеккәнгәме, әсәләре үлеп киткәс, өйҙө һатмаҫҡа кәңәш ҡорғайнылар ҙа ул. Тик ваҡыт юҡлығына һылтаныпмы, әллә буш өйҙә толҡа тапманылармы, һуңғы йылдарҙа ҡышын ғына түгел, йәмле йәй айҙарында ла йортҡа юлдар һирәгәйҙе. Ҡараусы, тәрбиәләүсе булмағас, ауыл күрке булған йорттоң буяуҙары уңып, ҡоймалары ҡыйшая башланы, ишек алдын сүп-сар баҫты. Ауылда яҡын туғандары ла ҡалманы, барыһы ла ҡалала төпләнде. Кәңәшләштеләр ҙә йортто һатырға ҡарар иттеләр.  Өйҙө беренсе һорап килгән кешегә, һатыулашып та тормай,  һатып ебәрҙеләр.  “Эй, әсәкәйем, үпкәләйһеңдер  инде беҙгә, йортоң нигеҙен ҡоротҡанға. Үҙемдең дә бик эсем боша ла бит, ни эшләйһең бит”, - тип, үҙ-үҙен аҡлағандай, һөйләнә-һөйләнә Мәликә, әсәһенең рухы риза булһын өсөн, хәйер биреп, доға   уҡытыу ниәте менән, күршеһендә йәшәгән Сәмиғә әбейгә йыйына башлаған ине, телефон шылтыраны.

Һаулыҡ та һорашмайынса, кемдер телефондың икенсе осонан:

 - Ишетегеҙме, өйөгөҙ янды бит, - тип хәбәр һалмаһынмы…

Көтмәгәндә ишеткән был хәбәр Мәликәнең зиһенен юйҙымы ни, ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китә яҙҙы, баштары әйләнеп саҡ йығылмай ҡалды. Ярай әле ултырғысҡа тотоноп өлгөрҙө. Ә теге остағы кеше үҙ хәбәрен теҙҙе:

-   Кемгә-кемгә, шул эскеселәргә  һатып ҡына өйөгөҙҙө әрәм иттегеҙ.  Теге Фәүҡинур үҙе төрткән ти утты. Валлаһи, ире менән ыҙғышҡан да,  өй уртаһына әйберҙәрен өйгән дә, көпә-көндөҙ ут төрткән. Йүнһеҙ бисә, йәнәһе беткә үсегеп, тунын яндырған. Биш балаһын да уйламаған, ҡороп ҡалғыры. Уйлар ине лә, башын араҡы томалаған. Үҙен милиция алып китте. Ире ҡалды биш балаһы менән. Гелән ҡыҙ балалар бит әле, өлкәненә ун ике, кинйәһенә ике генә йәш. Хәҙер мунсаларында көн итәләр. Атай тигәндәрен дә әйтер инем, башы эскенән сыҡмай. Балалары йәл… Эй, Фәйрүзә инәй иҫән булһа…

Телефондағы кеше һөйләне лә һөйләне, ә Мәликә ошо хәбәрҙән иҫәнгерәп, аңы томаланып киткән кешеләй, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә көсө етмәне. Нисек инде әсә кеше үҙ ҡулы менән үҙ йортон яндыра алған? Ниңә ул береһенән- береһе бәләкәй  ғәзиз балаларын уйламаған, уларҙың яҙмыштарына битараф ҡалған? Ниндәй әсә ул? Хайуандың хайуаны үҙ балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Йә, хоҙай!

Бер яҡтан, өйһөҙ ҡалған сабыйҙарҙы, икенсе яҡтан, үҙенең бала сағы, үҫмер саҡтары, йәшлеге үткән йорттарын йәлләп, күҙҙәренә йәштәре төйөлде Мәликәнең. Ҡулына эш барманы,  мамыҡ шәленә төрөнөп диванға ултырҙы ла ойоп киткәндәй, тыуған йорто, әсәһе менән бәйле  хәтирәләргә сумды.

… Мәликә атаһын бөтөнләй хәтерләмәй тиерлек. Атаһын, ауыл муллаһы Ибраһимды, “халыҡ дошманы” тигән исем тағып, ҡулға алған ваҡытта, әсәһе  ҡулында береһенән- береһе бәләкәй дүрт бала тороп ҡала. Мәликәгә ни бары дүрт йәш тирәһе, ә кесе ҡустыһы Мораҙымға ике йәш кенә булған. Йорттарын, барлыҡ мөлкәтен тартып алғастар, уларҙың ғәиләһе күрше ауылда урынлашҡан олаталарының йорттарына барып һыйына. Был йортта әсәһенең ҡустылары Әхмәтйән менән Фәтхулла йәшәй ине.

Йорттоң бер бүлмәһендә - әле егет ҡорона инеп килгән ағайҙары, ә икенсеһендә Мәликәләр урынлашты. Ишек алды ла иркен ине ул йорттоң, һарай-ҡуралары ла төплө уйланып ныҡлы итеп төҙөлгәйне.. Ә инде картуф баҡсаһы  ауылда иң ҙуры булғандыр. Хәҙер иҫтәренә төшһә, хайран ҡала Мәликә әсәһенең уңғанлығына. Ҡайһы арала ул барыһына өлгөргән!

Иртән тороуҙарына ҡаҙанда  картуф боҫрай, һәр саҡ өҫтәлдә йылы һөт, ул арала мейестә күпереп икмәге лә бешеп сыға. Ағаларын да, балаларын да ҡаты тотто әсәһе, йорт эсендәге эштәр һәр береһенә беркетелгән ине.  Ағалары Ғиниәт менән Хәкимдең икенсе әсәнән булыуын Мәликә үҫеп еткәс кенә белде. Уларҙың үҙ әсәләре йәшләй генә ауырып үлеп киткәс, Ибраһим мулла  күрше ауыл ҡыҙы - уңған, сая Фәйрүзәгә өйләнә. Бәхетле йәшәй улар, тик яҙмыш тигәнең тик һинеңсә генә булһа икән… Киткән еренән кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай аталарына, “халыҡ дошманы” тип атып үлтерәләр.  Әсәләре башҡаса кейәүгә сыҡмай, Ғиниәт менән Хәкимде үҙ баларындай күреп  үҫтерә, ситләтмәй, ҡырын һүҙ әйтеп, күңелдәрен ҡыймай. Колхозда ал бирмәй әсәһе, ниндәй генә эш ҡушһалар  ҙа, һүҙ көрәштереп торманы, ул бесән сабыумы, кәбән ҡойоумы, ураҡ урыумы, ботлап- ботлап иген ташыумы - барыһын да башҡарҙы. Өйөндә ҡот, эшендә ут уйнатты. Бәлки шуғалыр ҙа балалар атайһыҙлыҡты тойманылар, әсәй ҡанаты аҫтында етемлекте һиҙмәнеләр, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Дан ҡатын ине шул әсәләре! Буйға тәбәнәк булһа ла, тығыҙ итле, ап-асыҡ зәңгәр күҙле, ғәҙел, тура һүҙе менән кешене айырмайынса үҙ фекерен бәреп әйтә белде. Тик әҙ генә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине, шуғалырмы уға ауылда “һаңғырау Фәйрүзә” ҡушаматы тағылды.

Бәлә көтмәгәндә килде. Ул көндө Мәликә тиҫтерҙәре менән урамда сынаяҡ ярсыҡтары менән “өй ҡороп” уйнай ине. Өҫкө урамдан саң борҡотоп килгән өс һыбайлы  уларҙың ҡапҡа төбөндә туҡтанылар ҙа, ҡыҙыу-ҡыҙыу  ниҙер һөйләшеп, Мәликәләрҙең ишек алдына йүнәлделәр. Күп тә үтмәне, ишек алдында тауыш ҡупты. Әсәһенең йән өҙгөс: “Ебәрегеҙ мине! “, - тигән тауышын ишетеп, Мәликә ҡойма ярығына ҡапланды һәм ошо күренешкә тарыны: форма кейгән ике ир өҫтөнә йыртылып бөткән бишмәт, аяғына туҙып бөткән сабата кейгән ирҙең ҡулдарын артҡа бәйләп, ишек алдында тора, ә өсөнсө киң яурынлы, ялпаҡ битле ир әсәһенең ҡулдарын мыҫҡып тотоп, уны тупһанан һөйрәкләй. Әсәһенең сәстәре туҙған, күлдәгенең бер яҡ еңе умырылған, үҙе ике ҡулы менән тупһа бағанаһын ҡосаҡлаған. Табаҡ битле ир уҫал тауыш менән:

- Ни өсөн ҡасҡалаҡты йәшерҙең? - тип екерҙе.

- Бәй, мин уны ни эшләп йәшерәйем, күргән-белгән кешем түгел “, -тип Фәйрүзә аҡланырға теләһә лә, табаҡ битле ир һуҙҙе ҡырҡа тотто:

- Тегендә барғас, аңлатырһың!

 Әсәһен ошо хәлдә күреп, ҡурҡыуҙанмы, әллә уны  йәлләүҙәнме, таш булып быуындары ҡатты Мәликәнең, ә күҙҙәренән урғылып йәштәре атылды. Ул арала ҡаскын ирҙе елтерәтеп урамға алып сыҡтылар, бына әсәһе лә күренде. Мәликә үкһеп илауынан тыйыла алмайынса, әсәһенә ыңғайланы.

- Балаҡайым, илама, - тип әйтеүе булды әсәһенең, Мәликә йәшен тиҙлеге менән әсәһенең муйынына һырылды, кескәй ҡулдары менән һағыҙаҡтай  уға йәбеште. Ялпаҡ битле ир уны тартҡылай башлаған ине, оҙон буйлы, ҡыҙыл йондоҙло фуражка кейгән ир:

- Хушлашһындар, - тип уны тыйҙы.

- Көйәләнмә, балам,  минең ғәйебем юҡ, ағайҙарыңа әйт, доньяны яҡшы ҡараһындар, күп булһа, кискә әйләнермен,-тине лә маңлайынан үпте. Әйтерһең маңлайына әсәһенең ирендәре түгел, ҡыҙыу тимер баҫтылармы ни, бөтә тәне буйлап ут югерҙе, аңы томаланды.

Иҫенә килгәндә, күрше Сәхибә апай, уның маңлайына һалҡын таҫтамал ҡуйып, карауаты янында ултыра ине. Беренсе һүҙе: «Әсәйем ҡайҙа?” -  тигән һорау булды. Сәхибә апай башын түбән эйҙе.

Шул китеүҙән әсәһе ҡайтманы. Уны ат ҡарағы ҡасҡалаҡты йәшереүҙә  ғәйепләп, ун йылға хөкөм иттеләр. Иренең халыҡ дошманы икәнен дә иҫенә төшөрҙөләр. Ә бит әсәһенең тамсы ла ғәйебе булмаған. Йорт мәшәҡәттәре менән булашҡан әсәһе, ана шул “ҡаты ҡолаҡлы” булыу сәбәпле, ишектән шым ғына инеп, мейес артына боҫҡан ирҙе аңғармаған. Ул ир, колхоз атын урлап ҡаҙаҡтарға һатыуҙа ғәйепләнеп, күптән эҙәрлекләү аҫтында йөрөгән.  Ул көндө урманда ҡасып йөрөгән ир,  тамаҡ тапмаммы тип, ауыл  яғына юл тотҡанда,  уның артынан милиция төшә. Ул үҙенең артынан күҙәтеүҙәрен һиҙеп, картуф баҡсаһы аша, тәүге күренгән йортҡа юллана. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул Мәликәләрҙең йорто булып сыға.

Әсәһе үҙе менән бергә өйҙөң ҡотон да алып китте. Таң һайын, әсәһенең:

“Йә, балаҡайҙар, йоҡоғоҙҙы бөтөрөгөҙ, һеҙҙе яңы көн көтә, уңғандарым!” - тигән көр тауышы яңғыраманы, тупылдатып арҡаларынан һөйөүсө табылманы.

Малайҙар ҡулы менән ары-бире әҙерләнгән аштың тәме булманы.

Әле быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән Ғиниәт менән Хәким  ағалары, тамаҡ ялғар өсөн,  колхоз эшенә  ялланды. Ҡоралайҙай сабып, иркәләп кенә йөрөгән Мәликәгә лә тормош мәшәҡәттәре ябырылды. Һыуға барыу, өй йыйыштырыу,  картуф әрсеү,  һауыт-һабаны  таҙа тотоу уның бурысына әүерелде. Ярай әле, ул арала Әхмәтйән ағалары өйләнеп, Заһира еңгәләре һыйыр һауыу, кер йыуыу, тамаҡ әҙерләү кеүек  эштәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Тормош үҙ яйы менән дауам итте.

Мәликә мәктәптә тырышып  уҡыны, һирәкләп булһа ла әсәһенән килгән йылы хаттар уның күңел түрендәге осрашыу өмөттәрен һүндермәне. Хәҙер  инде ул үҙе әсәһенә яуап хаттары яҙырға өйрәнде. Ә инде ҡустыһы Фирғәттең тыуыуы өйгә йәм өҫтәне. Ошо бәләкәй генә йән эйәһе Мәликәнең барлыҡ ҡайғыһын баҫты һымаҡ.

Ул көндө Фирғәт тәүге аҙымдарын яһаны. Өйҙәгеләр йәш бала менән булашып, ишектән ингән Әхмәтйән ағаларына әһәмиәт бирмәне. Тик ул көндәгесә йылмайып:

- Ҡайҙа минең алтыным, - тип өндәшмәне,  аяҡ кейемен дә һалмай, түргә үтеп, һикегә ултырҙы ла, башын түбән эйҙе.  Ҙур кәүҙәһе бәләкәсәйеп, зәңгәр күҙҙәре тоноҡланып, аҡ йөҙө ҡарайып киткәндәй тойолдо.  Күңелдәре менән барыһы ла ауыр ҡайғы килгәнен һиҙемләнеләр, барыһының күҙҙәре ағаларына төбәлде. Өй эсендә урынлашҡан тынлыҡты еңгәһе боҙҙо:

- Ни булды?

- Һуғыш башланған, - тине ағаһы.

Йорт эсен ауыр тынлыҡ баҫты. Һуғыштың  һәр кешегә, һәр йортҡа ғына түгел, бөтә илгә тик ҡайғы, хәсрәт, юғалтыуҙар алып килеүен барыһы ла аңлай ине, был афәттән ҡотолоу юлы юҡ икәнен дә тойомланылар. Нимә көтә уларҙы?

Бары бәләкәй Фирғәт кенә  тынлыҡты боҙоп, әллә үҙенә иғтибар бирмәгән ата-әсәһенә үпкәләпме, әллә асығыпмы, иң тәүҙә шыңшып, ә аҙаҡтан ҡысҡырып иларға тотондо. Уға Мәликә ҡушылды. Ағалары иңдәрен һалындырып, баштарын баҫып, тышҡа йүнәлделәр.

Ауылдағы ирҙәр, егеттәр менән бергә ағалары Әхмәтйән,  Фәтхулла ла  илде  һаҡларға фронтҡа китте. Ир-ат етешмәгәнлектән, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк колхоз эшенә егелде.  Ағалары Ғиниәт менән Хәким күрше ауылдағы алтын приискыһына юлланды. Ир-ат булмағанлыҡтан,  өйҙәге мал-тыуар көндән-көн кәмене. Техника етешмәгәнлектән, сәскән  игенде лә бөткәнсе йыйып ала алманылар, башаҡтар  ҡар аҫтында ҡалды.  Ҡыш ауыр килде. Аслыҡ үҙәккә үтте. Бигерәк тә аштың ҡыҫыр булыуынан үҫмер ҡорона инеп килгән  ҡустыһы Мораҙым интекте.   Яҙ көнө ине. Аслыҡтан интеккән малайҙар башаҡ табып ашаған. Улар араһында ҡустыһы ла булған. Туғанының  үлемен ауыр кисерҙе Мәликә,  илай-илай күҙҙәре шешенде, тамағына аш барманы, йөҙө һурылды, ҡустыһының үлемендә үҙен ғәйепләү тойғоһо уйынан сыҡманы. Хатта  кескәй Фирғәт тә, уның ҡайғыһын аңлағандай, шым ғына  йөрөр булды. 

Һуғыштың икенсе ҡышы. Утын булмағанлыҡтан, өй һалҡын, кейемдәрен сисмәйенсә, барлыҡ иҫке-һоҫҡо түшәктәргә, фуфайкаларға бөркәнеп йоҡларға яталар. Көҙ эш хаҡына алған иген дә бөтөп бара.    Еңгәһе, астан үлмәҫ өсөн, әҙләп кенә өйрә бешерә.  Етмәһә әсәһенән дә, фронттан да хат юҡ. Улар иҫәнме, юҡмы - билдәһеҙ…

Ошондай шыҡһыҙ ҡышҡы төндәрҙең береһендә  кемдер ишек шаҡыны. Еңгәһе лә, Мәликә лә тауыш бирергә ашыҡманы. Кем йөрөр ете төн уртаһында?

- Асығыҙ, был мин, -  тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Асырғамы-юҡмы тигәндәй, Мәликә менән еңгәһе бер-береһенә ҡараны.

- Мәликә, балам, был бит мин - әсәйең, - тигән тауышты ишеткәс, Мәликә ҡойолдо ла төштө, ултырған урынынан ҡуҙғала алмайынса, ишеккә төбәлде, күҙҙәренә эркелеп йәштәре тығылды.

Эй, бәхетле минуттар! Әйтерһең, әсәһенең ҡайтыуы уларҙы оло бәләнән ҡотҡара, үлемдән йола. Ә бит ысынында шулай булды. Әсәһе үҙе менән бергә өйҙөң ҡотон алып килде. Һүнеп барған тормош йәнләнеп китте,  өй йылыһы һәр ҡайһыныһының  күңелен үҫтерҙе, киләсәккә өмөттәр уятты.

Көткән еңеү яҙы ла  етте. Тик ағалары ғына әйләнеп ҡайтманы, яу яланында ятып ҡалды. Иренең һуғыштан әйләнеп ҡайтмауын ауыр кисерҙе еңгәһе, уға һуғыш йылдарындағы ауыр эштәрҙә йөрөп, һалҡын  алдырыуҙары ла өҫтәлеп, көндән-көн шиңде. Ә бер көн мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Бәләкәй Фирғәтте ситкә типмәнеләр, уны киң күңелле Фәйрүзә  үҙ ҡосағына алды. Йылдар үтте. Мәликә - уҡытыусы, Ғиниәт менән Хәким - шахтер, Фирғәт табип һөнәрен һайланы. Һәр ҡайныһы үҙ яртыһын табып, матур оя ҡорҙо…

Ниңә улай килеп сыҡты һуң? Шундай ауыр ваҡыттарҙа  нисәмә етемде үҙ ҡосағына алып һыйындырған, үҙ йылыһында йылыткан йорттоң тыныс донья шарттарында кеше, юҡ, әсә ҡулдары менән юҡҡа сығарылыуын нисек аңларға? Аңлай ҙа, башына ла һеңдерә алманы Мәликә был ғибрәтле хәлде. Бәлки шуғалырмы, тыуғандары саҡырһа ла, ауылдары яғына барып әйләнмәне. Көл-күмергә әйләнгән өй урынын күреп, күңелен ярһытҡыһы килмәне.

Был юлы Еңеү көнөнә арнап ауылда уҙғарыласаҡ оло тантана кисәһенә саҡырыу ҡағыҙы алғас, тормош иптәше Сәлимйән, Мәликәнең ай-вайына ҡарамай, мотлаҡ барасаҡбыҙ, тигәс, ризалашты. Биш йыл элек үткән осрашыуҙа 20 ветеран булһа, хәҙер улар һаны тик бишәү генә ине. Улары ла оло йәштә, ҡайһыһының күҙе күрмәй, ҡайһыһының ҡолағы ишетмәй, ҡайһыһы таяҡҡа таянып, саҡ атлай. Ауыл хәкимиәтенә рәхмәт, ветерандарҙы матур ҡаршыланылар, оло хөрмәт күрһәттеләр, һәр береһенә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар.

Бына инде тантаналы сәғәт тә етеп килә, һәр ветеран, йылдағы йола буйынса, ауыл уртаһында, яу яланында батырҙарса һәләк булған яҡташтарына ҡуйылған  һәйкәлгә сәскәләр һалырға тейеш. Мәликә, баш ауыртыуына һылтанып, унда бармайынса, клуб янында ғына йәшәгән әхирәтенә инеп сығырға уйлаһа ла,  ауыл хәкимиәте башлығы уны көсләп тигәндәй, еңел машинаға ултыртып ҡуйҙы. Ауыл үҙгәргән, төҙөкләнгән, яңы йорттар ҡалҡҡан, ҡойма-ҡапҡалар ялтлатып буяп ҡуйылған, ә ҡайһылары семәрләп, һүрәттәр ҙә төшөргән.

Бына уларҙың урамы… Юҡ, юҡ, ул яҡҡа ҡарамаҫҡа, тип, Мәликә күҙҙәрен йомдо. Сәлимйәне уның бөйөрөнә төртөп: ”Ана һеҙҙең урамығыҙ”, - тип  ике тапҡыр өндәшһә лә, Мәликә ишетмәмеш булды. Ҡапыл машина, әллә соҡорға эләгепме, һелкенеп ҡуйҙы. Ирекһеҙҙән Мәликә күҙҙәрен асты ла тирә-яғын байҡап алды. Бәй, Мәликә үҙ күҙҙәренә ышанмайынса, машина тәҙрәһенә ҡапланды. Үҙҙәренең йорто урынында көл-күмерҙе күрермен дә, ғүмер буйы ошо һын күҙе алдынан китмәйенсә, күңелен әсендерер тип хафаланған Мәликәнең йөҙө  яҡтырып китте.

- Сәлимйән, әллә йорт күтәргәндәр инде? - тип иптәшенә өндәште.

- Ысындан да йорт, ә һин көйәләнгән булаһың.

- Кем күтәрҙе икән был йортто?- тип, шоферға ҡараны.

- Яҡшығолов Мәхмүт, бына тигән егет, ауылда фермер хужалығы асып ебәрҙе, - тип яуапланы шофер егет.

- Әллә Сабирйәндең улымы? -  тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Мәликә,

- Тап өҫтөнә баҫтығыҙ, апай- тигән яуапты ишеткәс, Мәликә:

- Бына бит, үҙебеҙҙең нәҫел кешеһе, әсәйемдең ике тыуған ҡустыһының ейәне, -  тине ғорурлыҡ тойғоһо менән.

Мәликәнең күңелдәре күтәрелеп китте, артына әйләнеп, яңы ҡалҡып сыҡҡан йортҡа берсә ҡыуанып, берсә һоҡланып күҙҙән яҙғансы ҡараны, әйтерһең, унда самауырын ҡайнатып,  уларҙы әсәһе көтә ине….

 

БӨҐРӘКӘЙ

                   

И

нде  йоҡлап киттек тигәндә, кемдер тәҙрәне шаҡыны. Оҙон көн буйына арып, ял итергә тип ятҡан еренән, йылы түшәгенән айырғандарынамы, әсәйем  һуҡрана-һуҡрана тәҙрә янына килеп:  “Кем унда?” - тип һораны. “Апай, иртәгә Абдрахман килә”, - тине тыштағы  тауыш.

Был минең ике тыуған ағайым Миңлеғәленең тауышы ине. Әсәйем һүҙ ҡуйыртып торманы, урынына барып ятты. Тик  уның ауыр көрһөнөп, берсә уңға, берсә һулға борғоланып, үҙенә уңай урын таба алмайынса  уфтаныуҙары, мине хафаға һалды. Минең тамам йоҡом осто, башыма төрлө уйҙар килде. Абдрахман тигәндәре әллә атайымдың дуҫы микән? Бәлки атайым тураһында хәбәр алып киләлер. Атайым бына-бына ҡайтып төшөр кеүек куңелле уйҙар аша йоҡоға талдым.

Иртән уянғанда, әсәйем өйҙә юҡ ине. Өҫтәлдә, ғәҙәттәгесә, стаканға йылы һөт  һалынып, өҫтө бер телем икмәк менән ҡапланғайны. Һөт тигәндән, һыйыр аҫырарға хәленән килмәгәс, ауыр һуғыш йылдарында ла, унан һуң да әсәйем кәзә аҫыраны. Бигерәк һөтлөкәй ине ул кәзә, шуғалырмы беҙ уны иркәләп, апайым менән “Һөтлөкәй” тип атаныҡ.  Уның өҫтәүенә, ”Һөтлөкәй” беҙгә  йыл да  бәрәстәр бүләк итер ине. Тиҙ генә һөттө эстем дә, тышҡа йүгереп сыҡтым.

Әсәйем ҡойма аша күрше Зиннәт ағай менән һөйләшеп тора ине. Зиннәт ағайҙың аҙаҡҡы һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалдым: “Күрше, бөгөн Абдрахман килә, ишеттеңме?” - тине ул. Тағы ни һөйләшерҙәр тип, ҡолағымды ҡарпайтҡан  инем, әллә мине күреп ҡалдылар, хәбәрләшеүҙәрен туҡтатып, һәр ҡайһыныһы үҙ эше менән булыша башланы. Әсәйемдең ҡыланышына ҡарағанда, ул Абдрахман тигәндәре, бер ҙә генә атайымдың дуҫы түгелдер, ана бит әсәйемдең бөтөнләй кәйефе юҡ, ҡиммәтле әйберен юғалтҡан кешеләй, таба алмаҫмынмы тигәндәй, йә унда, йә тегендә барып төртөлә, һарай эсенә әллә өс тапҡыр инеп сыҡты. “Бәләкәсем, уяндыңмы?” - тип көндәгесә арҡамдан да һөймәне, ҡоро ғына:  “Өйҙә һыу бөткән”, - тине лә тағы һарайға йүнәлде. Бер аҙҙан, элекке көн генә тыуған бәрәсте тотоп, бер өйгә инде, бер кире һарайға табан атланы. Мин тамам аптырауға ҡалдым.

Биҙрәләремде алып һыуға киттем. Унда Нурисафа апай осраны. “Әсәйеңә әйт, бөгөн Абдрахман килә“, - тип тормаһынмы.

Мин тамам түҙемлегем бөтөп : ” Ул  ниндәй Абдрахман?” - тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.  “Әсәйең үҙе белә”, - тине Нурисафа апай кинәйәле генә йылмайып.

Тиҙ генә биҙрәләремде тултырҙым да, эре аҙымдар менән ҡайтыу яғына ыңғайланым. “ Хоҙайым, бөтә ауыл белә, бер мин генә белмәйем, етмәһә, апайым ҡунаҡҡа тип күрше ауылдағы ике тыуған апайымдарға киткән ине, һаман ҡайтмай.  Ул ниндәй Абдрахман икән? Туҡта, был әллә…Йә, хоҙай! Әсәйем… әллә кейәүгә сыға микән? Тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, атлап барған ерҙән шып туҡтаным. Биҙрәләрем сайпылып, һыу тамсылары аяҡтарыма һирпелде.  Ана бит Фаҙлыйҙың әсәһе, ирһеҙ донья көтөүҙәре ауыр тип, сулаҡ Хәйретдинде өйөнә индергән. Әллә әсәйем дә…

Кәрәкмәй миңә кеше атаһы. Минең үҙемдең атайым бар! Бар… Тик  мин уны бер ваҡытта ла тере килеш күргәнем булманы. Стенала эленеп торған фотоһүрәтенән, әсәйем, апайым һөйләүҙәренән, беҙҙе һағынып яҙған хаттарынан ғына беләм. Ул һуғышҡа киткәндә,  миңә ни бары йәш ярым ғына булған.

Хәтирәләргә батып килгәндә, беҙҙең өй янына оҙон буйлы, өҫтөнә ҡара костюм кейгән, яурын аша сумка аҫҡан бер ирҙең яҡынлашҡанын күреп, биҙрәләремде сайпылдыра-сайпылдыра шәберәк атланым.

Биҙрәләремде ултыртыуым булды, йүгереп яныма әсәйем килде лә, ҡулыма бер төргәк тоттороп:  “Мейескә тыҡ”, - тине лә, шәп-шәп аҙымдар менән ҡапҡа яғына атланы. Был нәмә тип уйларға ла өлгөрмәнем, төргәгем йән ингәндәй, ҡыбырлай ҙа башланы, уның артынса “мә-мә” тигән тауыш та ишетелде.

Бәй, был бит беҙҙең кәзә бәрәсе! Ә ниңә уны мейескә тығырға? Бәлки мин яңылыш ишеткәнмендер? Төргәкте тотоп, тупһаға сыҡтым. Әсәйем менән теге  ир һарай янында ниҙер һөйләшәләр ине. Әсәйем минең яҡҡа асыулы ҡараш  ташланы, хатта йоҙроғон да төйҙө. Ярай әле теге ир аңғарманы, арты менән тора ине. Кире өйгә индем. Мейес ҡапҡасын астым.  Мейес йылы, көлө һыуынып та бөтмәгән. Нимә эшләйһең, әсәйҙе тыңламайынса булмай, төргәкте мейескә тығып, мейес ҡапҡасын һоҫҡо менән терәтеп ҡуйҙым.

Күп тә үтмәне, әсәйем менән теге ир өйгә инделәр. Ултырғысҡа яйлап ултырып, өҫтәлгә ҡағыҙҙарын һалып, ниҙер яҙа башланы. Ә минең ике күҙем мейестә, бөтә уйым бәрәстә. Ул янып ҡына ҡуймаһын тип ҡайғырам. Әсәйем  ул арала сәй әҙерләне. “Абдрахман, сәйҙән ауыҙ ит”, - тигәс кенә, бына кем икән Абдрахман тип уйлап ҡуйҙым, мейестән күҙемде алмайынса. Был Абдрахман тигәндәре сәйҙе өрөп-өрөп инде яй эсә, әйтерһең ғүмерендә лә сәй күрмәгән,

Уға булған асыуым ҡабарғандан ҡабара, хәлемдән килһә, елкәһенән тотоп ырғытырҙай булып ултырам. Әсәйемде лә әйтер инем, уны ҡәҙерле ҡунаҡтай күреп, бер алдында, бер артында өтәләнә.

Ниһәйәт,  Абдрахман торҙо, ҡулына папкаһын алды, инде сығам тип ишек тотҡаһына тотоноуы булды, гөрһөлдәп мейес ҡапҡасы иҙәнгә ауҙы, мейестән көлгә буянып бөткән бәрәс килеп сыҡты. Абдрахман аптырауҙан, күҙелдереген бер кейеп, бер сисеп, бәрәскә текләне. Ә бәрәс, бер ни булмағандай, иҙән уртаһына баҫты ла, “мә-мә” тип баҡырып ебәрҙе. “ Нимә булды был?” - тип Абдрахман әсәйемә ҡараны. “Белмәйем,”- тигән булды әсәйем, яҡ-яғына төкөрөнеп,  ә үҙенең ҡобараһы осоуҙан йөҙө ап-аҡ ине. “Әллә күҙемә күренә инде, шайтан һүрәте”, - тине тамам аптыранған Абдрахман, тирә яғына төкөргөләп. “ Өйөгөҙгә шайтан оялаған, мулла саҡыртып өшкөртөгеҙ”, - тине лә ишекте япты. Уның артынан әсәйем сыҡты. Шуны ғына көтөп торғандай, мин сәпәкәйләп “шайтан, шайтан” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, бәрәс тирәләй әйләнә башланым. Бәрәсте Абдрахман тигән әҙәмдән ҡотҡарып алып ҡалыу  ҡыуанысы шул хәтлем ҙур булғандыр, хатта әсәйемдең өйгә ингәнен дә һиҙмәгәнмен. Беҙгә ҡарап әсәйем дә шарҡылдап көлә башланы, уға ҡушылып мин дә көләм, тик бәрәс кенә беҙгә аптырап, ике ҡолағын тырпайтып, күҙҙәрен селт-селт йомоп  ҡуйҙы.

Раҡияның өйөнә шайтан оялаған тигән хәбәр икенсе көн һәр кемдең ауыҙында ине. Беҙ урамдан үткәндә, кемдер беҙҙе йәлләп, кемдер ҡурҡып, кемдер ышанырғамы, юҡмы тигәндәй, аптыраулы ҡараштары менән оҙатып ҡала ине. Ә инде мәктәпкә уҡырға төшкәс, “шайтан Рәйсә” тигән ҡушаматты сәпәп тә ҡуйҙылар. Ул ҡушамат өсөн әсәйемә үпкәләп тә ҡуя инем, тик бәрәс менән булған хәлде бер кемгә лә һөйләмәҫкә тигән антыма тоғро булып ҡалдым.

Тик йылдар үткәс кенә әсәйемдең һалымдан әҙ генә булһа ла ҡотолоу өсөн, бәрәсте мейескә йәшергәнен белдем. Ә Абдрахманға килгәндә, беҙгә инер алдынан Зиннәт ағай уны әсе бал менән һыйлаған булған, әсе балдан һуң әсәйемдең йылы сәйен эскәс, баяғы бәрәс уның күҙенә “шайтан”булып күренгәндер инде. Ә мин иҫәр, ете йәшлек бала, ул Абдрахманды бәрәс урлаусы әҙәм итеп  күҙаллағанмын. Һуғыштан  һуңғы йылдар бигерәк ауыр булған, һәр тине иҫәпле булғандыр әсәйемдең, етмәһә, атайым да яу яланынан әйләнеп ҡайтманы…

ҠАЛА   КЕЙӘҮЕ

К

үршелә генә йәшәгән Мөхәмәтдиндең үҙҙәренең еткән ҡыҙы эргәһендә сыуалыуы бер ҙә генә күңеленә ятманы Хәмдиәнең. Көн һайын майға ҡатҡан фуфайка кейеп, өҫ-башы бысраҡтан арынмаған ауыл егете өсөн үҫтермәне берҙән-бер, һыу һөлөгө кеүек Ләйсәнен. Үҙенең ғүмер буйы ауылда ыҙалап йәшәүе лә еткән. Көн һайын бер үк тормош: яҙ етһә - баҡсаңда соҡоноп көнөң уҙа, йәй - бесән тип йүгерәһең, ҡыш - мал-тыуар менән гөж киләһең. Шуға, исмаһам, ҡыҙым рәхәтләнеп йәшәһен тип, ҡалаға уҡырға ебәрҙе. Институт хәтлеменә инә алмағас, этеп-төртөп тигәндәй, бухгалтерҙар курсына урынлаштырҙылар. Ҡыҙы ялға ҡайтҡан һайын, Хәмдиә уға, нисектер ҡалала урынлашырға тырыш, тип тәтелдәне, ире Фәттәх өндәшмәне

Күп көттөрмәй, ҡыҙы бер ялында ят егет эйәртеп ҡайтмаһынмы? Һомғол буйлы, төҫкә лә сибәр генә, кейгән кейемдәре лә килешеп тора. Исеме лә матур һымаҡ: Эдик. Ни тиһәң дә, телеңде һындырырҙай теге Мөхәмәтдин түгел инде. Тик ире Фәттәхкә генә егет бик оҡшап етмәне, бигерәк “шыйыҡ” йәнәһе. Ауылда беренсе тапҡыр икән - һыйырҙы, кәзәне күреп аптыраны. Бешергән бәлештәрҙе маҡтап- маҡтап ашаны. Хәмдиә егеттең бер алдында, бер артында өтәләнде. Әсәһенең берҙән-бер улы икән. Әсәһе спекулянт, әй әттәгенәһе, эшҡыуар. Бик хуп, тип эстән генә ҡыуанды Хәмдиә.

Ике ай тигәндә буласаҡ ҡоҙағыйҙан хат килеп төштө. Улыма ҡыҙығыҙ, һеҙҙең йорт-ҡурағыҙ бик оҡшаған, икенсе йомаға килеп етегеҙ, туй ресторанда үтәсәк, тип яҙған. Хатты Хәмдиә ҡат-ҡат уҡыны, эшләгән урынында ла, күрше- күләндәргә лә күрһәтте. Бары Фәттәхе генә, ҡабаланмайыҡ, күргән-белгән кешеләр түгел, тигәйне лә, тиҙ япты уның ауыҙын Хәмдиәһе:  “Туй ресторанда үтәсәк, һинән бер тин аҡса һорамағандар”.

Әйткән көндәренә,  сумкаларына күстәнәстәр тултырып, Хәмдиә менән Фәттәх ҡалаға юлланды. Вокзалда уларҙы ҡыҙы менән буласаҡ кейәүе ҡаршыланы. Таксиға ултырып, туп-тура ЗАГС һарайына елдерҙеләр. Шунда уҡ магазины ла бар икән, ҡыҙына туй күлдәге, туфли алдылар. Тик баяғы кейәү тигәне, ҡабаланып,  аҡсаһын өйендә онотоп ҡалдырған икән. Ярай әле Хәмдиәнең аҡсаһы булды, биреп торҙо… үтескә. Ни эшләйһең, үҙ балаларың бит.

ЗАГС-тан туп-тура ресторанға инделәр. Йәнең ни теләй – барыһы ла өҫтәлдә, ҡош һөтө генә юҡ. Ҡоҙағыйҙың туған- тумасаһы күп икән, кейәүҙең дә дуҫтары етерлек булып сыҡты. Туйғансы ашанылар, рәхәтләнеп эстеләр. Инде хушлашабыҙ тип торғанда, төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйҙы директор саҡыртмаһынмы? “Бына счет”, - тип бер ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы. Фәттәхе ҡараны ла, өндәшмәй генә ҡағыҙҙы Хәмдиәгә һондо.  “Нимә ул?”  - тине бер нәмә лә аңламаған Хәмдиә.  “Ун мең”, - тине Фәттәхе. “Ниндәй ун мең?” – тамам аптыраны Хәмдиә. “Столовой өсөн”, - тине тешен ҡыҫып ире.  “Ә ҡоҙағый ҡайҙа?!” – тип ян-яғына ҡаранды Хәмдиә. Шул саҡ өтәләнеп ҡоҙағыйы ла килеп инде. Сумкаһын бер асты, бер япты, эҙләгән нәмәһен таба алмағас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Баҡһаң, туйға тип алып килгән аҡсаһын урлағандар икән. Аҡса юҡ икәнен белгәс, ресторан хужаһы, асыуланып, милиция саҡыртырға итте. Расписка яҙып, аҡсаны өс көндән килтерәбеҙ, тип саҡ ҡотолдолар.

Ҡоҙағыйҙарының йәшәгән фатиры бер бүлмәле генә икән. Таң атҡансы йоҡо ҡайғыһы булманы, ҡоҙағыйҙары үҙенең аһ-зарын һөйләп үткәрҙе.  Эшләгән заводында ҡыҫҡартыуға эләккәс, алып- һатыу эше менән шөғөлләнә башлаған, ләкин процентҡа алған аҡсаһын ваҡытында түләмәгәнгә, һатыуҙан файҙа сыҡмаған, отолоп ҡына ҡалған. Бына хәҙер һуңғы аҡсаһын да урлатҡан. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар алдында шундай оятлы булдым тип һыҡтаны. Уны йәлләп, Хәмдиә иренә ҡарап алды ла: “Һыйырыбыҙ икәү, береһен тотонорбыҙ инде”, - тигән булды. Шатлығынан ҡоҙағыйы Хәмдиәне лә, Фәттәхте лә ҡосаҡлап- ҡосаҡлап үпте, аҡсаны кире ҡайтарырға ҡат-ҡат  вәғәҙәләр бирҙе.   “Дә, - тип ҡуйҙы Фәттәх. Ҡыҙҙары кемдәргә килеп юлыҡҡанын аңлап, ипләп кенә ҡатынына: - Әллә ҡыҙҙы алып ҡайтайыҡмы? – тип ысҡындырҙы”. “ Һин нимә, ҡарт тиле, аҡылыңдан яҙҙыңмы? Бөтә ауыл бот сабып көләсәк бит”,  - тип уға башҡаса ауыҙ асырға ла ирек бирмәне ҡатыны.

Ауылға ҡайтҡас, ҡазаланған тигән һылтау менән тиҙ генә һыйырҙарын һуйып, баҙарға илтеп һатып, аҡсаһын ресторан хужаһына тапшырып ҡайттылар. Был турала бер кешегә лә ләм-мим: белеп ҡалһалар, ояты ни тора!

Ял һайын балалар ауылға ҡайтты, Хәмдиә менән Фәттәх уларҙың сумкаларын тултырып, оҙатып торҙо. Кейәү тигәндәренең елкәһе йоҡа булып сыҡты, бер эштә лә оҙаҡ сыҙай алманы. Ауылға килгән арала ла бар белгәне балыҡ тотоу, һыу буйында ҡыҙыныу йә булмаһа, бала-саға кеүек, күбәләк баҫтырыу булды.

Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы,  “уныһы инде баяғы кейәүҙе армиянан алып ҡалыу өсөн” тигән булдылар. Ҡыҙҙары ла, эҙләп-эҙләп эш тапмағас, киоскигә һатыусы булып урынлашты, уның өҫтәүенә, күп ҡатлы йорттарҙа баҫҡыс йыуа. Ни эшләйһең, ике баланы, ирҙе аҫырарға кәрәк бит.

Уларға ярҙам итәбеҙ тип, хәҙер Хәмдиә менән Фәттәх, ике һыйыр өҫтөнә, ун баш сусҡа көтә. Көнө буйы шулар артынан йүгереп, кисен аяҡтан яҙып, бер-береһе менән һөйләшә алмаҫлыҡ булып, түшәккә баштары тейгәс тә йоҡлап китәләр. Яңыраҡ Президент фондынан балаларға фатир алдылар, хәҙер ай һайын шуның взносын түләйҙәр.

Бер ҡайтҡанында ҡыҙы:   “Автобуста балалар менән йөрөүе ауыр, әгәр машина булһа…”, - тип ысҡындырҙы. 

 “Ах, - тип көрһөнә Фәттәх эстән генә, күршеһендә шығырҙап торған ҡарағайҙан бына тигән йорт һалып ингән Мөхәмәтдингә ҡарап. – Мал тыуары ла ишле, бар эште лә емертеп эшләй. Күршеләренә лә ярҙам итергә өлгөрә”.

Фәттәх һиҙә: Хәмдиә лә көн дә иртән үҙҙәренең өй эргәһенән ҡурсаҡ һымаҡ кейенеп, ҡупшы баҫып үткән күрше йәш ҡатынға көнләшеңкерәп ҡала, тик, һауалығына барып, бер ни өндәшмәй, көрһөнеп кенә ҡуя.

   




КӨНСӨЛЛӨК БӘЛӘҺЕ

Я

лҡытты был донъя! Ҡайҙа тәгәрәй ул? Исмаһам, элек эшләгәнгә күрә аҡсаһын да ваҡытында ала торғайныҡ. Иң тәүҙә аванс, унан һуң расчет. Теп- теүәл үҙ ваҡытында. Ә хәҙер… өйгә ҡайтып инеүе лә оят бит, ишек асып инеүең була, бисәңдең һынаулы ҡарашына осрайһың, ә балалар уны-быны уйлап тормай: “Атай, аҡса алдыңмы?”- тип ҡысҡырып та ебәрәләр. Нимә эшләйһең, башыңды аҫҡа эйеп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә:  “Бер аҙнанан бәлки булыр”,  -  тип мөңгөрҙәйһең.

Шундай уйҙарға батып килгәндә, ҡапыл сигнал биргән машинаға юл бирәм тип, Ишкилде юлдан ялтаныуы булды, бысраҡ һыу эсенә йығылып та китте. Ә тегенеһе тиҙлеген дә кәметмәне,  Ишкилденең өҫтөнә бысраҡ һыу һибеп,  “жыйт” итеп үтеп тә китте.

 “Дөмөккөр, - тип үрһәләнде Ишкилде, өҫтөндәге бысраҡты ҡаға- ҡаға. – Йә, хәҙер өйҙә нимә тип әйтергә, дауыл ҡупҡанын көт тә тор. Шашты ҡайһы берәүҙәр, аҡ- ҡараны күрмәйҙәр, әгәр ҡулыма килеп эләкһәң… теткеләр инем”, - тип һөйләнә-һөйләнә килгәндә, ҡапыл күҙе күршеләренең ҡапҡа алдына төштө.  Ҡара әле, ҡара әле… был бит миңә бысраҡ сәсеп киткән өр-яңы  “девятка” түгелме? Ә эргәһендә ауыҙын йырып, күршеһе Заһит тормаһынмы? Ана, йүгереп ҡатыны ла килеп сыҡты. Яңы өйләнешкәндәрме һуң ни, ҡосаҡлашып үбешеп тә алдылар, исмаһам, кешенән оялырҙар ине. Ай, кафыр, яңы ғына ер ҡарҙан әрселгән, ә ул ҡайҙан алды икән ул хәтлем рауза гөлләмәһен? Асияһының шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән. Шул арала Заһит багажнигын асып, ике ауыр сумканы күтәреп, өйөнә лә инеп китте. Теге сәскәләрҙе бисәм күреп ҡалмаһын тип, Ишкилде үҙҙәренең тәҙрәһенә күҙ һалды. Юҡ, күренмәй тип, еңел һулап ҡуйҙы.

Өйөнә тура инмәне Ишкилде, ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып, кеҫәһенән махорка сығарып, яйлап ҡына тәмәкеһен төрҙө. Тәмләп-тәмләп уны һурып, оҙаҡ ҡына бер нөктәгә текләп ултырҙы.

Иртәгеһен ул иртә торҙо. Күптән онотолған электр ҡырғысын табып, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырҙы. Хатта өлкән ҡыҙының хушбуйын алып, өҫ-башына һирпеп алды. Уның был ҡыланышына хатта ҡатыны аптырап:  “Нимә, әллә колхозда йыйылышмы?” - тип һорап ҡуйҙы. Ишкилде уға: “Бара торған ер бар”, -  тине лә,  костюмын, курткаһын кейеп, сығып китте.

Элекке кеүек кәнсәгә ҡабаланманы ул. Унда барыуҙың файҙаһыҙ икәнен белә. Урам тышына сығып, ара-тирә ипләп кенә тирә-яғына күҙ һирпеп алды. Әһә, күршеләрҙә ҡапҡа шығырҙаны. Ана, Заһит үҙе лә күренде. Ишкилде, ҡояштай йылмайып, уның ҡаршыһына атланы:  “Ә, Заһит ҡустым ҡайтып төшкән икән”, - тип һаулыҡ һорашты. Уныһы быны көтмәгәндәй: “Һаумы, Ишкилде ағай”, - тигән булды.

Күрше генә йәшәһәләр ҙә, күптән инде улар ҡатнашмайҙар. Үҙгәртеп ҡороу тигәне башланғас, Заһит күп уйлап тормай, йәш кәләшен ауылда ҡалдырҙы ла, Себергә сығып китте, ә Ишкилде ауылда тороп ҡалды. Ул саҡта Заһиттың өй тигәне тауыҡ кетәге ояһындай ғына, бер сите ауышҡан, өләсәһенән ҡалған мал өйө ине. Бер-ике тауыҡтан башҡа малы ла юҡ. Ә Ишкилде яңы ғына алты мөйөшлө өй һалып ингән, бала-сағаһы ла ишәйгән мәл. Ике малай, бер ҡыҙ, етмәһә, ҡатыны тағы ла балнис тупһаһын тапай ине.

Ә хәҙер күр! Ун йыл Себерҙә эшләгән дәүерҙә Заһиттың ихатаһында хәҙер бер түгел, ике ҡатлы йорт. Уныһы ла ағастан түгел, таштан һалынған, бына тигән гараж. Ишкилденең өйө хәтле мал өйө. Ә машинаны бирсәткә кеүек алыштыра, теге ҡайтҡанында ғына алтынсы марка ине, ә хәҙер өр-яңы   “девятка”!

Һүҙ бер аҙ берекмәйерәк торғас, Ишкилде: “Яңы машина алған икәнһең”, - тигән булды. Тегенеһе маһая биреп: “Эшләгәс, алабыҙ инде”, - тине. “Беҙ ҙә эшләмәй йөрөмәйбеҙ ҙә ул”, -  тине, эстән генә теш ҡыҫып, Ишкилде. Шул саҡ күбәләктәй төрлө кейем кейгән ике ҡыҙ бала йүгереп сыҡты ла, аталарына: “Атай, беҙҙе ҡалаға циркка алып бар”, - тип иркәләнеп, атаһына һырындылар. Заһит, гараж ҡапҡаһын асырға юнәлде лә, артына боролоп: “Ярай, Ишкилде ағай, ваҡыт юҡ, ана балалар көтә”,  -  тине ҡоро ғына. “Мин ни шуны ғына әйтергә туҡтағайным, теге арт яҡтағы эҙҙәрҙе әйтәм… һин йөрөмәгәнһеңдер ул?”  - тине лә Ишкилде, бик ҡабалан кешеләй, ауыл уртаһына табан атланы.

Кис өйөнә әйләнеп ҡайтҡанда ҡатыны унан: “Ҡайҙа йөрөйһең, Заһит әллә нисә инеп сыҡты, мине машинаһына ултыртып кәнсәгә лә, апайыңдарға ла, хатта үрге ос Сабир дуҫыңа ла алып барҙы”, - тип ҡаршыланы. Ишкилде, шуны ғына көткәндәй: “Нимәгә Заһитҡа кәрәк булдым икән? Иртәнсәк һөйләшер-һөйләшмәҫ тора ине. Ә мин балниста йөрөнем, районға направление бирҙеләр”,- тине.

Шул саҡ ишек асылып, Заһит үҙе лә күренде. Ишкилде ағай, һөйләшергә ине, тигән булды. Яуап бирергә ашыҡманы хужа, кейемемде алмаштырам тигән булып, йоҡо бүлмәһенә инеп китте, унан оҙон-оҙаҡ ҡул-битен йыуҙы. Заһит, Заһира еңгәйе ҡуйған ултырғысҡа ла ултырмай, уйнаҡлаған ат шикелле, бер урында тапана бирҙе.    “Донъя шулай алмаш килә ул - тине эстән генә Ишкилде.  -  Өсөнсө йыл һин өй төҙөткән ваҡытта мин дә һинең мал өйөңдә бер сәғәт тапаландым, бәлки,  мине лә өй төҙөшергә яллар тип, ултыр тип тә әйтмәй, сығарып ебәрҙең”.

Заһит, Себер күстәнәсе тигән булып, өҫтәлгә бер ярты ултыртты. Элегерәк булһа, шешә башын күреү менән, Ишкилде иреп төшөр ине, был юлы ул эре генә: “Рәхмәт, эсмәйбеҙ”, - тине лә, шешәне кире Заһитҡа һондо. Быны көтмәгән Заһит хатта бер аҙға юғалып ҡалды:

- Нисек инде? - тигән булды.

- Бына шулай, был донъянан тиҙ генә китке килмәй бит, ярты йыл элек кенә  операция эшләнеләр, язва желудка.

-    Ә- ә- ә, - тигән булды  һуҙып Заһит.

Инде Заһит һүҙҙе нимәнән башларға тигәндә, Ишкилде, иҫке  куфайкаһын кейеп, ишек яғына юнәлде. Хатта ҡатыны ла уның сәйер ҡыланышына аптырап:

- Ҡайҙа бараһың, кеше килгән бит, - тип өндәште.

- Малды, кәртә-ҡураны ҡарайым, - тине лә тышҡа сыҡты.

Бер нәмә лә булмағандай, Ишкилде көрәк алып, мал аҫтын таҙартырға тотондо. Уның артынса Заһит һарайға килеп инде. Үҙен ғәйепле һанағандай:

- Ишкилде ағай, һин мине ғәфү ит, иртәнге өсөн, - тине.

- Күнегелгән баш.

- Мине әллә шаяртырға уйланыңмы?, - тигән булды  Заһит. Һаман Ишкилде өндәшмәгәс. – Баяғы кәртә артындағы эҙҙәрҙе тием. Һин шаяртып һалдыңмы?

- Шаярыуҙан үткәнмен инде, - тине ҡоро ғына Ишкилде, - ул эҙҙәрҙе, ана, ҡатыныңдан һора, ул беләлер. Бер ҡыҙыңдың урыҫҡа оҡшап һап-һары икәнен күрмәйһеңме ни? Бәлки хәҙер һары малай көтәһеңдер?

Шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, шарт итеп өй ишеген асып, келәне элеп тә ҡуйҙы Ишкилде.

Иртә менән туҡталышҡа сыҡҡанда, Заһиттың өйөндә бөтөн бүлмәлә лә уттар яна, өйҙәге тауыш бар ауылға яңғырай ине. “Ана шулай, күгәрсендәр, һеҙ ҙә әҙерәк шаулашып алығыҙ, - тип ҡыуанды Ишкилде. -  Гел беҙгә генә талашырға тимәгән”.

Дауаханала ятҡанына өс көн тигәндә, ҡатыны килеп төштө. Иренең хәлен һорашып та тормай, ауыл яңылыҡтарын теҙә башламаһынмы:

- Иҫ китмәле хәл, Һөйләһәм, ышанмаҫһың, нисә йыл бөтә ауылға үрнәк булған Заһиттарҙа ыҙғыш-талаш, үҙе көн-төн иҫерек, кешенән дә тартынып тормай, ҡаланан мәрйәләр тейәп ҡайтып…

Ишкилденең ҡолағына шыбырҙаны. “Кит, кит”, - тигән булды Ишкилде, бер нәмә лә белмәгән кешеләй ҡыланып. Уның һайын ҡатыны, ышандырырға теләп, үҙ ҡолағы менән ишеткәнен, йә күршеләренең күргәндәрен бер тамсыһын да ҡалдырмай, һөйләне лә һөйләне.

Ҡатынын оҙатып, ауыл күстәнәстәрен тәмләп-тәмләп ашап алғас, бик ҡәнәғәтләнеү тойғоһы менән карауатына ауҙы ла, ҡатыны һөйләгәндәрҙе күҙ алдынан үткәрҙе.  “Минеке барып сыҡты, - тип тантана итте. – Шул кәрәк һиңә, күркә! Маҡтансыҡ! Хәҙер аяҡ баҫмаҫтай булғанһыңдыр инде Себереңә! Тик бына ҡатыны йәлке, ғәйебе юҡ бит бахырҡайҙың”, - тип Асияны йәлләп тә алды.

Тағы ике көн үткәс, ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙы ялдан ҡайтып килешләй, атаһының хәлен белешергә ингәндә, Заһиттың Асияны туҡмағанын һөйләп китте. Быға хәтлем эстән генә тантана итеп йөрөгән Ишкилденең, был хәбәрҙе ишеткәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул көндө ашағаны аш, йоҡоһы йоҡо булманы. Уйындан уймаҡ сығып ҡуймағайы, тигән уй әллә нисә тапҡыр башынан үтте.

Икенсе көн иртә менән торҙо ла, табиптан рөхсәт алып, ҡайтмаҡсы булды. Уныһы ҡан баҫымын үлсәп ҡараны ла: “Юҡ, ағай, ҡан баҫымың юғары, сығара алмайым”, - тине. Был көндө лә тамағына аш барманы Ишкилденең, төнө буйы һаташып сыҡты. Ниндәйҙер йыландар муйынын быуҙы, йыландарҙы йырып сыҡтым тигәндә, ҡот осҡос бүреләр араһына барып юлыҡты. Шул саҡ бүреләр араһында ап-аҡ кәзә бәрәсе, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, Асияның тауышы менән:  “Ишкилде ағай, ҡотҡар мине, ҡотҡар!” - тип ялынды.

Йоҡонан ул шыр тиргә батып уянды. Ипләп кенә кейемдәрен алды ла, дауахананан ҡаса-боҫа сығып, автовокзалға юлланды.

Инде билет алып, автобусҡа ултырып ҡайтам тигәндә диспетчер:  “Сәфәрғәле ауылына, юл насар булыу сәбәпле, автобустар ваҡытлыса йөрөмәй”, - тимәһенме?! Бына һиңә мә! Хәйерсегә юл ҡаршы. Етмәһә, көнө лә көнгә оҡшамаған! Иртән башланған ямғыр туҡтарға ла уйламай, күктең төбө тишелгәнме ни, яуа ла яуа. Вокзалда рәт сыҡмауын белгәс, район үҙәге осона юлланды Ишкилде. Эргәһенән жыйтлап машиналар үтеп торҙо, тик береһе лә туҡтаманы. Асыуы килгән Ишкилде, капюшонон күтәреберәк кейҙе лә, шоссе буйлап ауыл яғына атланы. Уның мейеһен тик бер уй ғына ярҙы: “Нисек тә ҡайтырға, ҡайтырға! Тиҙерәк! Тиҙерәк!” Шуға күрәме, бөтөн тәненең еүешләнгәнен дә арығанын да тойманы Ишкилде, атланы ла атланы. Тик ҡараңғы төшөүгә генә ауылға килеп етте, шул саҡ, бер аҙға туҡтап, еңел һулап ҡуйҙы.

Туп-тура Заһиттарға юлланды ул. Тик ниңәлер уларҙың ҡапҡаһы шар асыҡ тороуы, хатта уҫал эттәренең өрмәүе сәйер тойолдо. Бер аҙға ишек төбөндә туҡталды. Инде ишекте туҡылдатам тип ынтылғанда, ул ҡапыл асылып китеп, Заһираһы күренде. Был ваҡытта ҡатыны ни эшләп бында тип, ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, Заһираһы сеңләп, Ишкилденең муйынына һырылды:  “Ҙур ҡайғыларға тарыныҡ, Ишкилдекәйем, ана, күрәһеңме, бер юлы икеһе лә”

… Ишкилденең күҙ алдары ҡараңғыланды, ҡапыл башына күҫәк менән килтереп һуҡтылармы ни? Ул үҙенең ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырғанын, аяҡтары мамыҡҡа әйләнеп, быуындарының бушағандан бушағанын ғына һиҙҙе һәм гөрһөлдәп ергә ауҙы.

Күҙҙәрен асҡанда ул ап-аҡ бүлмәлә ята, эргәһендәге өҫтәл янында аҡ халатлы ҡыҙ ниҙер яҙа ине. “Һыу…”  Тик үҙ тауышын үҙе ишетмәне Ишкилде. Шул саҡ ҡапыл шәфҡәт туташы һикереп торҙо, эргәһенә килде, матур итеп йылмайҙы, ниҙер һорашты ла шикелле, тик Ишкилде генә уның тауышын ишетмәне. Бер аҙҙан эргәһенә табиптар йыйылды, үҙ-ара ниҙер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләштеләр, тик Ишкилденең ҡолаҡтарын мамыҡ менән ҡаплағандармы ни, бер ни ишетмәне лә, ни өсөн бында ятҡанын аңламаны ла.

Ун биш көн үткәс кенә уның хәле арыулана башланы. Яңы тыуған балалай карауат баштарына тотона-тотона атлай, сәй, компот, кеҫәлдән һуң, әҙләп-әҙләп ашай ҙа башланы. Тик тауышы ғына элекке һымаҡ көр сыҡманы, тамаҡ төбөнән сыйылдап ҡына ишетелде. Уныһына шөкөр, ошо хәлдән һуң, табиптар әйткәнсә, инсульттан һуң, иҫән ҡалыуына Хоҙайға рәхмәттәр уҡыны.

Бөгөн уны дауахананан сығарҙылар. Бына Заһираһы уны ҡултыҡлап тышҡа алып сыҡты. Йәйҙең эҫе ҡояшына уның күҙҙәре сағылды, саф һауала тыны ҡурылды. Ниндәй матур көн! Ағастар, үләндәр йәшеллек менән ҡапланған, күҙҙең яуын алып торған хуш еҫле сәскәләр…

Донъяның матурлығына, хозурлығына шаңҡып торғанда, ҡаршыһына ауыҙын йырып, Заһит килмәһенме?  Йә, Хоҙай! Инде һауыҡтым, үлем тештәренән ҡотолдом тигәндә! Ул арала Заһит уның икенсе ҡулынан ҡултыҡлап та алды. Бөтөн тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, электр тогы һуҡҡандай, тиреһе зымбырланы. Гөрҫ итеп ергә йығылды Ишкилде, Заһиттың аяҡтарын ҡосаҡланы, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе атылып сыҡты:  “Ғәфү ит мине, Заһит, зинһар, ғәфү ит! Мин, мин ғәйепле! Мин һалдым ул ҡәһәр һуҡҡан эҙҙәрҙе! Мин! Һиңә үс итеп, көнсөллөктән”,  -  тип ялбарҙы.

- Булған хәл, бөткән, онотолған. Бына Заһира апайға рәхмәт, әгәр ботинкаңды алып килеп күрһәтмәһә, белмәйем, ни булып бөтөр икәнен. Тор, Ишкилде ағай, мин һине алырға килдем , - тип Заһит уны күтәрә башланы.

- Юҡ- юҡ, бармайым, ебәр мине Заһит, ебәр! – тип, ергә тағы ла нығыраҡ һыйынды Ишкилде.

- Ишкилде, нимә булды һинең менән? – тигән таныш тауыш уны бер аҙ иҫенә ҡайтарҙы.

- Заһит, Заһит, - тип бышылданы ул. – Мине алырға килгән.

- Эйе шул, Заһит һине алырға килде, - Жигулиҙа елдереп кенә, һә тигәнсе ауылға ҡайтып етербеҙ, Ишкилдекәйем, - тип, башынан һыйпап алды.

- “Жигули”ҙа? -  Шул саҡ ул балнис ҡаршыһындағы машинаны аңғарҙы. - Ә Заһит үлмәнеме ни?, - тип, Заһитҡа ҡараны.

- Ни эшләп үләйем мин, Ишкилде ағай? Бына мин һинең ҡаршыңда торам. Теп-тере, - тип, тештәрен ялтыратып көлдө күршеһе.

- Тере… ә кем… Асия үлдеме? – тип һорап ҡуйҙы.

-  Асия ла иҫән. Беҙ ҡайтыуға аш һалам тип ҡалды, - тине Заһит.

- Ә кем үлде һуң? – тамам аптырауға ҡалды Ишкилде.

- Бәй, ул көндө эттәр үлде бит, - тине иҫенә төшөп Заһира.

- Эттәр? Ниндәй эттәр? – тине бер нәмә лә аңлай алмай яфаланған Ишкилде.

- Ауылда, ҡотороу сире менән ауырый, тип эттәрҙе ҡырҙылар бит. Шунда икебеҙҙең дә эттәрҙе атып киттеләр, - тине Заһит.

- Эттәр икән, -  тип еңел һуланы Ишкилде, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй… 

ҺЫҢАР  АЛҠА

Й

үнләп йоҡлай алманы был төндә Мәрғиә. Кисә кистән ире дуҫына запас тәгәрмәс алырға тип киткәйне, һыуға батҡан кеүек, юҡ булды.Ҡапҡа шығырҙаған һайын, ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуғылған һайын, ире ҡайтҡандыр, тип, әллә нисә тапҡыр тышҡа сығып әйләнде. Етмәһә, өсөнсө көн бер туҡтауһыҙ яуған ямғыры ла күңелгә шом өҫтәгәндән өҫтәне. Уның өҫтәүенә, ҡустыһынан кисә алған телеграмма ла тынғылыҡ бирмәне. “Әсәй ауырый, тиҙ генә килеп етегеҙ “,- тиелгәйне унда. Тиҙ генә йыйынып, автобусҡа сыҡмаҡсы булғайны, ире: “Машина менән барырбыҙ, ҡәйнәмдең хәлен үҙем дә белгем килә”,- тигәс, ризалашты.

Ире ҡайтмағас,  дуҫтарына, таныштарына шылтыратып ҡараны. Бер кем бер нәмә белмәй. Дауахана номерын йыйҙы. Унда ла юҡ. Әллә милициянан белешергәме, тип икеләнеп торғанында, телефоны шылтыраны. Әхирәте Гөлниса икән. “Кисә Рафиҡтың үрге ос ҡыпсаҡ Мөрит менән һөйләшеп торғанын күргәндәр, бәлки, шундалыр”, - тине.

Тиҙ генә шәлен яурынына һалды ла Мәрғиә, Мөриттәрҙең йортона табан атланы. Хужабикәһе иҫән саҡта әллә ҡайҙан ялтырап ултырған йорттоң тыштан һыланған балсыҡтары ҡойолоп, тәҙрә буяуҙары уңып, етемһерәп ҡалған, ҡапҡалары ла бер яҡҡа ауышҡан. Элек гөл-баҡсаға күмелеп ултырған урамды ҡый үләндәре баҫып алған. Өй ишеген асҡас, өнһеҙ ҡалды Мәрғиә. Элекке әхирәте Фазлияның матур донъяһынан бер нәмә ҡалмаған: тәҙрәләрҙә бысрап бөткән тюль киҫәктәре, бото ҡыйшайған өҫтәл һәм унда-бында тәгәрәшеп ятҡан буш шешәләр. Тышы керләнеп бәткән диванға Мөрит тәгәрәгән, ә ишек төбөндәге карауатта уның Рафиғы мышнай.

Мәрғиә бер һүҙ өндәшмәйенсә,  ишекте шартлатып япты ла, кире өйөнә табан атланы. “Кәкрене ҡәбер төҙәтер “, -  тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Әле бит “Абдуллаға“ барып ҡайтҡанына бары алты ай, ә унан алда эсеп, саҡ үлмәй ҡалғайны,  аңламағас, аңламай ”, - тип үртәнә-үртәнә ҡайтты ул. Тиҙ генә әйберҙәрен йыйҙы ла, күршеһенә берәй аҙнаға әсәһе янына киткәнлеген аңғартып, автобус туҡталышына табан атланы. “Ярай әле һыйыр малы бөтөрөлгән, - тип эстән генә ҡыуанды. Тауыҡтарға бер ни булмаҫ, күршеһе Хәтирә ем һибеп, һыу һалып торор әле”.

Бәхетенә күрә, автобус та оҙаҡ көттөрмәне, елдереп, ҡалаға ла барып етте. Поезд ҡуҙғалырға ни бары ун минут ҡалғайны, өлгөрҙө.

Купела унан башҡа бер кем юҡ. Яңғыҙ булыуынан файҙаланып, ҡабалан ғына тултырылған сумкаһын бушатып, әйберҙәрен рәтләп һалырға булды. Әсәһенә, туғандарына алған бүләктәрен теүәлләп ҡуйҙы. Кәрәк булыр әле тип, әллә нисә йыл тотонолмай, серванттың төпкө кәштәһендә ятҡан шкатулканы ла һалып алғайны. Уның эсендәге әйберҙәрҙе лә барларға булды. Бына уның элек яратып таҡҡан, ҡояш нурҙарында әллә нисә төҫтәргә баҙлап янып торған муйынсағы, ул йылдар үтеүгә төҫһөҙләнеп, тоноҡланып ҡалған. Рафиғы бүләк иткәйне, һинең зәңгәр күҙҙәреңә килешә, тип. Ул ваҡытта улар әле өйләнешмәгәндәр ҙә ине. Бәй, өйләнешкәндәренә утыҙ биш йыл да үтеп киткән, тоноғор ҙа шул.  Хәҙер инде модаһы ла үткән. Ә был алтын сылбырҙы балалары бүләк иткәйне илле йәшенә. Алтын –алтын инде, ана, йылтылдап тора, бер ҙә генә төҫөн ташламай, өр-яңы һымаҡ. Көмөш беләҙек әҙерәк ҡарайып киткән, йә, ярай, ауылға барғас, ышҡып, ялтыратып алыр әле. Ә быныһы - алҡа. Күҙҙең яуын алырлыҡ. Таштары сейә ҙурлығындай түңәрәк, ҡып- ҡыҙыл – рубин, бик затлы таш. Тик йәл… ҡуш түгел, бары һыңар алҡа. Бәлки, ише табылыр, тип, затлы әйберҙе ташларға йәлләне, ошо шкатулкала әллә нисә йыл инде ята ул.

Поездың һалмаҡ ҡына бәүелеүеме, әллә төнөн насар йоҡлауы сәбәпсе булдымы, башын яҫтыҡҡа терәү менән, ойоп та китте Мәрғиә. Кемдәрҙеңдер көңгөр-көңгөр һөйләшеүенә уянып китте. Күҙен асып, йәнәшәһендәге һикегә ҡараны. Унда ике кеше: береһе ҡатын-ҡыҙ, икенсеһе ир кеше, бер-береһенә һыйынып ҡына ултыралар, ир кеше ҡатындың ҡулдарын устарына алған.

-  Мин ҡурҡам, йәнем, - тине ҡатын.

-  Ҡурҡма, ҡәҙерлем, мин һинең яныңда, - тип яуапланы ир кеше. “Һөйәркәләрҙер“, - тигән уй үтте Мәрғиәнең башынан.

-  Барыһы ла яҡшы үтһә, ярай ҙа ул, - тип һаман илауланы ҡатын.

-  Балалар өсөн ҡайғырма, врачтар менән һөйләшелгән, һинең үҙеңә айырым бүлмә, ә мин ағайымдарҙа урынлашам, - тип йыуатты ир.  

Бәй, былар бит ирле-ҡатынлы, ҡайһылай ире аҡыллы, нисек ҡатынының күңелен иретерлек итеп йыуата белә, тип һоҡланып ҡуйҙы Мәрғиә. Ир кеше, сәй  алып киләм, тип, купенән сығып киткәс, Мәрғиә лә урынынан ҡуҙғалды. Юлдаш ҡатын төҫкә-башҡа матур ғына, йоҡа кәүҙәле илле йәштәр самаһында ине. Ул арала ир кеше: ”Бына, йылы сәй ҙә килтерҙем “, - тип өҫтәлгә ике стакан ултыртты. Ипле генә итеп Мәрғиә менән сәләмләште лә, тағы сығып китте. Баҡһаң, Мәрғиәгә сәй алырға киткән икән. Өфө дауаханаһында ҡатынына операция эшләргә тейештәр икән, ире лә, отпуск алып, ҡатынының иңенә төшкән ауырлыҡты еңеләйтергә булған.

Өфөлә булмауына әллә күпме ғүмер үткән, Өфө ҙурайған, матурайған. Эх, студент саҡтағы кеүек, театр, коцерттарға йөрөргә ине, тип күңеле үрһәләнеп алды Мәрғиәнең.

Автобустан төшкәс, үҙ ауылын үҙе танымай торҙо Мәрғиә. Тыуған ауылына бынан ун биш йыл элек, ҡустыһының туйына килгәйнеләр, шунан һуң, нисектер, юл төшмәне. Бейек яңы йорттар янында үҙҙәре тыуып-үҫкән йорт тәпәкәшләнеп, ергә һеңеберәк киткәндәй тойолдо. Өй эсендәге әйберҙәр әллә ни үҙгәреш кисермәгән: шул уҡ диван, шул уҡ сервант, хатта өҫтәлдә шул уҡ алмалар төшөрөлгән ашъяулыҡ. Элек шаулап торған өй эсе тып-тын, әйтерһең бында бер йән эйәһе ҡалмаған. “Әллә һуңланыммы?” - тигән уй мейеһен телеп үтте. Шул саҡ “Кем унда”, - тигән хәлһеҙ генә тауыш ишетелде. Әсәһенең тауышын ишетеүе күңеленә йылы йүгертте, Мәрғиә төпкө өйгә үтте. Карауатта олоғайып, бәләкәсләнеп шиңгән, биттәре шырышланып киткән әсәһе ята ине.      

-  Был – мин, әсәй! – тип Мәрғиә әсәһен ҡосаҡлап алды. Әсәһенең тоноҡланып ҡалған күҙҙәрендә бер-ике йәш бөртөге күренде.

-  Һине лә күрәһем бар икән, ҡыҙым, - тине ул.        

Һикертә баҫып, шаулатып донъя көткән, алты бала тәрбиәләп үҫтергән әсәһенең һуты ағып бөткән ағастай кипкән ҡулдарын үбә-үбә, Мәрғиә илап ебәрҙе.

Ул арала күрше йортта йәшәгән ҡустыһы менән килене килеп инде.  

-  Әсәй шәп кенә йөрөй ине, ҡапыл йығылды, больницаға барыуҙан баш тартты, - тине ҡустыһы.

-  Миңә хәҙер врачтар ярҙам итә алмаҫ инде, - тип өҫтәне уны йөпләгәндәй әсәһе лә.

Әсәһен аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалды Мәрғиә. Дарыуҙарын да алды, уколдарын да һалды, төрлө-төрлө үләндән сәйҙәрен дә эсерҙе. Кис һайын әсәһенең баш осона ултырып, белгән доғаларын уҡыны. Белмәйем, доғалармы, әллә үләндәрме ярҙам итте, аҙна үтеүгә, икәүләшеп сөкөрләшә-сөкөрләшә сәйҙәр эсә башланылар.

Әсәһенең ауырыуы менән бер аҙға онотолоп торған иренең хәлен белергә булып, бер көндө күршеләрҙән өйөнә шылтыратырға булды. Телефон трубкаһы, оҙаҡ ҡына оҙон гудоктар биреп, өндәшмәй торғас. Теге остан “Алло” тип ҡысҡырған тауыш ишетелде.

- Рафиҡ, был мин, - тип әйтеүгә, телефондың теге башынан өс ҡатлы һүгенеү тауышы ишетелде. Кеше-фәлән ишетеп ҡуймаһын, тип, тиҙ генә телефон трубкаһын һалды Мәрғиә, ә үҙенең ғәрлегенән биттәре ҡыҙарҙы, маңлайынан тирҙәр бәреп сыҡты. Был хәлдә әсәһенә күренеп, уны борсорға теләмәйенсә, баҡса артындағы йылға буйына атланы. Йылға янындағы яңғыҙ тирәкте ҡосаҡлап, һулҡылдап-һулҡылдап иланы.

… Институт тамамлаған йәш белгесте рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытырға көньяҡ райондарының береһенә тәғәйенләнеләр. Биш йыл эшләрмен дә кире тыуған яғыма ҡайтырмын, тип уйлаһа ла, яҙмыш тигән нәмәнән уҙмыш юҡ икән. Ауылда эш башлағас та ваҡытлыса ғына Гөлсафа апайҙарға фатирға урынлашты. Уның берҙән-бер улы Рафиҡ армия сафында хеҙмәт итә ине. Гөлсафа апай менән Мәрғиә әсәле-ҡыҙлы кеүек, бик татыу йәшәнеләр. Гөлсафа апай йор һүҙле, күңелсәк, аш-һыуға ла бик оҫта ине. Тәбиғәте менән йомшаҡ күңелле, ололарға һәр саҡ матур мөғәмәлә булған ҡыҙ уның күңеленә лә хуш килгәйне. Бәлки, шуғалыр ҙа, улы армия хеҙмәтен тултырып ҡайтһа ла, ул Мәрғиәне үҙ йортонан ебәргеһе килмәне.

- Йортобыҙ иркен, бер үҙеңә бер бүлмә, иркенләп йәшә, - тине. Ике йыл татыу ғына йәшәгәндән һуң, Мәрғиәнең дә Гөлсафа апаһының күңелен ҡыйғыһы килмәне,  етмәһә,  уҡыу йылы тамамланыуға ни бары ай ярым ваҡыт ҡалғайны.

Һомғол буйлы, ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, һорғолт күҙҙәре гел йылмайып, нур сәсеп торған Рафиҡ, ысынын да, ҡыҙҙарҙың һушын килтерерлек егет ине. Армиянан ҡайтҡас та, ул эшкә сығырға ашыҡманы, ә ауыр хеҙмәттән һуң күңеле булғансы ял итергә булды. Көн һайын тиерлек клубҡа тип сығып китер ҙә, таң атҡас ҡына ҡайтып инер булды. Берҙән-бер улын өф итеп торған әсәһе лә уны төшкә хәтлем уятманы,  донъя мәшәҡәттәренә өлгөрөр, күңеле булғансы ял итһен, тине. Тумалаҡ кәүҙәле, төҫкә-башҡа әллә ни сибәр булмаған Мәрғиәгә Рафиҡ күҙ ҙә һалманы, ауыл сибәре шәфҡәт туташы булып эшләгән Нурсилә тип йән атты. Нурсилә лә Рафиҡҡа битараф ҡалманы. Уларҙың аҡҡоштай пар булып, клубта бейеүҙәре күптәрҙе, һоҡландырһа, ҡайһы берәүҙәрҙә көнләшеү тойғоһы уятты. Ана шуларҙың береһе шофер булып эшләүсе Һиҙиәт булды. Ул үҙе күҙ атып йөрөгән Нурсиләне Рафиҡтың ҡосағына һалғыһы килмәйенсә, егеттәр араһында Нурсилә менән төн уҙғарыуын һөйләп, маҡтанып йөрөгән. Был хәбәр Рафиҡтың да ҡолағына салынған. Ышанғыһы килмәгән, тик бер көн Һиҙиәт менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкәс, ышанырға мәжбүр булған.

Рафиҡ күп уйлап тормаған, бөтә ишеткәнен Нурсиләгә еткергән. Нурсиләнең кире яуабын ишеткәс, үҙеңдең ҡыҙлығыңды иҫбат ит, тигән. Нурсилә, бик ғорур ҡыҙ булғанмы, күп уйлап тормаған, ауылға ялға ҡайтҡан офицерға кейәүгә сыҡҡан да киткән.

Каникулдан һуң ошо хәбәрҙе иптәштәре ярышып- ярышып Мәрғиәгә еткерҙе. Мәрғиә был юлы фатирға Гөләндәм ҡарсыҡҡа урынлашҡайны. Бер көн Гөлсафа апаһы тап килеп, өҙмәй ҙә ҡуймай, үҙҙәренә саҡырҙы.

Сәй эскән арала улының колхозда агроном булып эшләп йөрөүен, ҡыҙының  хыянатынан һуң төшөнкөлөккә бирелеүен һөйләне, хатта клубҡа ла сыҡмауына зарланды, һүҙ артынан һүҙ сығып, ошо көндәрҙә Рафиҡтың тыуған көнөн билдәләйәсәкбеҙ, һине мотлаҡ саҡырабыҙ, килмәйенсә ҡалма, тине.

Тыуған көн күңелле генә үтте. Йырланмаған йыр, бейемәгән бейеү ҡалманы. Барыһын да Мәрғиәнең моңло тауышы әсир итте. Хатта ул йырлаған ваҡытта Рафиҡ та, унан күҙен алмайынса,  һоҡланып ҡарап ултырҙы. Ҙур зәңгәр күҙҙәренән яғымлы йылылыҡ, ихласлыҡ, сафлыҡ бөркөлгән ҡыҙҙы бығаса нисек күрмәгән? Хатта уның тумалаҡ кәүҙәһе лә, бер аҙ һипкелле түңәрәк йөҙө лә уға һөйкөмлө күренде. Әҙерәк ҡыҙмаса булып алған егет бейегән саҡта Мәрғиәнең биленән һығып ҡосаҡлап: “Бөгөн һине оҙатырға мөмкинме?” - тип һораны. Шул көндән башланды ла инде уларҙың осрашыуҙары.  Анттар биреп,  һөйәм тип тә әйтмәне, тик бер көн клубтан сыҡҡас, туп-тура үҙҙәренә алып ҡайтты ла: “Әсәй, мин өйләнәм”,  - тине.

Ҡуш ҡуллап риза булды әсәһе, оҙаҡҡа һуҙып торманылар, һалҡын декабрь көндәрендә гөрләтеп туй ҙа яһанылар.

Ниндәй бәхетле ине Мәрғиә. Ул бит уға тәү күреүҙән ғашиҡ булғайны. Ә хәҙер ул уның ҡатыны. Бәтә һөйөүен тик уға арнаясаҡ, мәңгелеккә тик уға тоғро ҡатын буласаҡ. Матур хыялдар менән башланы ул үҙенең ғаилә тормошон. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлелеге холоҡ фиғелендә генә түгел, йөҙөндә лә сағылды. Эшенә йүгереп барҙы, йүгереп ҡайтты. Телендә бары Рафиҡ булды. Өлкәнерәк апалары уның бигерәк бер ҡатлы булыуынамы, әллә йәшлегенә ишара итепме:  “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа ”, -  тип көлөмһөрәне. Рафиҡтан башҡа бер кем эленмәне уның күҙенә, етмәһә, ҡәйнәһе лә улар өсөн өҙөлөп торҙо. Ә инде балаға уҙғас, был донъяла үҙен иң бәхетлеләрҙән һананы.

Үҙенең һөйөү көсөнә ышанды Мәрғиә. Бала табыу йортонан Рафиҡ уны колхоз рәйесенең «Волга»һы менән алырға килде. Акушерка менән шәфҡәт туташтарына ҡиммәтле шарап һәм кәнфиттәр, ә һөйгән ҡатынына алҡалар бүләк итте. Алҡаның да ниндәйен – күҙҙең яуын алырлыҡ ҡып- ҡыҙылын. Ниндәй бәхетле ине ул, әйтерһең, бөтә ғүмер юлы, сабыйҙы төргән аҡ юрған кеүек, тик бәхеттәргә генә төрөлөп үтер кеүек ине…

Ҡыҙҙары Зилә бик илаҡ булды. Төндәр буйы йоҡлай алмай сыҡҡан ваҡыттары булды Мәрғиәнең. Рафиҡтың балаға бик иҫе китмәне. Эш, тигән булып, өйөнә йыш ҡына һуңлап ҡайтыр булды. Ҡыҙҙары аяҡҡа баҫып, тәтелдәп йөрөй башлағас, өйгә тағы ла ҡот ҡунғандай булды. Күп ваҡыттарын бергәләп үткәрҙеләр, Рафиҡ уларға ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайтты. Кемдәрҙер уларҙың бәхетле йәшәүен күрә алманы, бигерәк тә күрше ҡатын Мәрхәбә был яҡтан маһир ине.

Ул көндө район үҙәгенә мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр алырға барырға тура килде. Тик, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡайтып килгәндә тәгәрмәс шартлап, машина боҙолдо. Шофер, күрше ауылға барып, камералар алып килгәнсе, көн дә кисләне. Өйөнә килеп ингәндә, төн уртаһы ине. Уны ире асыулы ҡараш менән ҡаршыланы, бер аҙ төшөреп тә алғайны.                       

“Ҡайҙа йөрөйһең?” -  тип екерҙе.  “Машина боҙолдо”, - тип аҡланырға булған Мәрғиәнең һүҙҙәренә ҡолаҡ та элмәне.  “Һеҙҙе күрше Мәрхәбә апай үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡарағайлыҡта”, - тип аҡырҙы.  “Мәктәп өсөн алған ҡаралтыларҙы ташлап китеп булмай бит инде. Етмәһә, Һиҙиәт, камералар алам тип, ауылға китте”, - тигәнде ишеткәс, ире:  “Тимәк, Һиҙиәт?..”- тип тештәрен ҡыҫты ла эргәһендәге ултырғысты тибеп осорҙо. Ултырғыс уның аяғына килеп бәрелде, ауыртыуына сыҙамай, Мәрғиә сүгәләп төштө лә илап ебәрҙе. “Ах, һин, минең бүләк алҡаларҙы тағып, уйнаш итәһеңме?” - тип, ире уның ҡолағына йәбеште. Эштең ниҙә икәнен аңлауын аңланы лә Мәрғиә, тик көнләшеүҙең сигенә сығып, күҙе-башы тонған ире бер нәмә аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ярай әле, бәхетенә төпкө бүлмәнән ҡәйнәһе йүгереп сыҡты. Этеп-төртөп, Рафиҡты тышҡа сығарып, саҡ тынысландырҙылар. Тик күпме генә эҙләһәләр ҙә, алҡаның һыңарын таба алманылар…

Ошо ваҡиғанан һуң Мәрғиәнең күңеле кителде, алҡаһын ғына түгел, ә бәхетле тормош ҡорорға хыялланған өмөтен дә юғалтты. Ҡәйнәһе вафат булғас ҡына Мәрғиә иренең ниндәй булдыҡһыҙ икәненә ихтибар итте. Күрәһең, бөтә донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, улы менән килененә ыҙғыш өсөн урын ҡалдырмай йәшәгәндер.

Ире һуңғы ваҡытта төплө эш урыны булмағас, унда- бында  “ҡалым” менән шөғөлләндә. Ә буш ваҡыттарын иптәштәре менән кәйеф-сафа ҡороп үткәрҙе. Эсеп алһа ҡатынын ирҙәрҙән генә түгел. ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да көнләшә башланы. Ә бит тормошто тиң башлағайнылар, береһе – уҡытыусы, икенсеһе – агроном. Ә бөтә бәләнең осо – эскелек. Һәр кем үҙ тормошон үҙе ҡора, тиҙәр. Ынтылышың, тырышлығың булһа, донъяң түңәрәк. Әгәр инде һыу ыңғайыңа аҡһаң – үҙең ғәйепле.

Күҙ йәштәрен һөртөргә, тип ҡулъяулыҡ эҙләп, ҡулын кеҫәһенә тыҡһа, бармаҡтары ниндәйҙер бер ҡаты әйбергә тейҙе. Бәй, был бит баяғы һыңар алҡа! Теге көндә килененә күрһәтеп ултырғайны, бәлки, ҡалаға барып, ошо алҡанан әллә кулон, әллә балдаҡ эшләтеп булмаҫмы тип. Килене көлөмһерәп:  “Ҡуй, әле, апай, юҡ менән булма, лутсы өр-яңы алҡалар алып таҡ, алҡа алырҙыҡ ҡына хәлең барҙыр әле”, - тигәйне.

Ысынлап та, әйберҙе улай итәм, былай итәм, тип, төрлө рәүешкә индереп ҡараһаң да, ул барыбер үҙ төҫөн юғалтасаҡ бит.

Хәҙер инде Мәрғиә үҙенә асыулана башланы, нимә тип ошо һыңар алҡаны һаҡланы икән? Бер һыңары юғалғас, ул бит барыбер ишһеҙ… Бәй, ул һыңар алҡа мин үҙем түгелме һуң? Һөймәгәнгә һөйкәлеп, ҡатын бәхете күрмәйенсә, ирле көйө яңғыҙлыҡта ғүмере заяға үтте түгелме? Ә кем ғәйепле? Үҙем түгелме? Йән асыуынан ҡулындағы һыңар алҡаны һыуға ырғытты Мәрғиә.

Бер аҙ ултырғас, үҙенең тынысланғанын тойҙо. Көндөң дә матур, ялтлап торған ҡояшлы икәненә иғтибар бирҙе. Шәп-шәп аҙымдар менән өйҙәренә табан атланы. Өйгә ингәс, үҙен көтөп ултырған әсәһен ҡосаҡлап үпте, әсәһенә үҙенең бик-бик кәрәклеген аңланы. Әсәһе бит хәҙер бәләкәй бала хәлендә. Нисек кенә булмаһын, Мәрғиә әсәһен һуңғы көндәренә тиклем яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Ә ире… Бер-береһенә кәрәклеген аңлаһа, бәлки… Ә аңламаһа, юлдар айырылыр. Ғүмер тигән нәмә бик ҡыҫҡа, уның да бит бәхеткә хоҡуғы бар.        

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

    

Инеш һүґ……………………………………………………………………………….

3

ПЬЕСАЛАР


Парижда ла булдыҡ беґ…………………………………………….………

9

Тормош йәме – сабый………………………………………………….……

58

Һөйөнсө!.....................................................................

95

Китмә!.........................................................................

125

Алдар………………………………………………………………………………………

138

Сәтәкәй………………………………………………………………………….……..

161

ХИКӘЙӘЛӘР


Ҡайтыу………………………………………………………………………….……….

187

Өй йылыһы…………………………………………………………………………..

204

Бөґрәкәй ……………………………………………………………………….……..

214

Ҡала кейәүе…………………………………………………………………….……

218

Көнсөллөк бәләһе ………………………………………………………………

222

Һыңар алҡа ………………………………………………………………….………












Амина Яхина

 

 

И в Париже были мы…

Пьесы, рассказы

 

 

 

 

 

 

 

 

Лиц. № 848338

 

 

Формат 60х84/16 Уч.-изд.л. 14.7. Усл. п.л. 12.6.

Бумага офсетная. Гарнитура «Literaturnaya».

Заказ № 1710. Тираж 500 экз.

Отпечатано в ГУП РБ «Сибайская городская типография»

453833, РБ, г. Сибай, ул. З.Валиди, 22. Тел.: (34775) 3-47-20.

 

 

Не нашли материал для своей работы?
Поможем написать уникальную работу
Без плагиата!